Токугава Иэясу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Токугава Иэясу
徳川家康

Tokugawa Ieyasu2.JPG
Портрет Токугавы Иэясу

Йәшәгән йылдары
Осор Сэнгоку, Эдо
Тыуған көнө 31 ғинуар 1543({{padleft:1543|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған ере Окадзаки замогы
Үлеү көнө 1 июнь 1616({{padleft:1616|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (73 йәш)
Ерләнгән Никко Тосё-гу ҡорамы
Исемдәре
Бала саҡ исеме Такэтиё
Өлкән исеме Мотонобу, Мотоясу, Иэясу
Вазифаһы
Сёгунат Токугава
Титулдары Сёгун
Хакимлыҡ йылдары 16031605
Нәҫеле һәм туғандары
Заты Минамото, Мацудайра, Токугава
Атаһы Мацудайра Хиротада
Әсәһе Одай-но-ката
Алдан килеүсе Токугава Хидэтада
Ҡатындары
Законлы ҡатыны Имагава Сэна, Хасиба Асахи
Балалары
Улдары Токугава Нобуясу
Юки Хидэясу
Токугава Хидэтада
Токугава Тадаёси
Токугава Нобуёси
Токугава Тадатэру
Мацусиё и Сэнсиё (умерли в детстве)
Токугава Ёсинао
Токугава Ёринобу
Токугава Ёрифуса
Ҡыҙҙары 5

Токуга́ва Иэя́су(япон. 徳川 家康?, 30 ғинуар 15431 июнь 1616)徳川 家康?, 30 ғинуар 1543 — 1 июнь 1616) — Минамото принцы, дипломат һәм хәрби етәксе, сегундарҙың Токугава династияһына нигеҙ һалыусы. Ода Нобунаги һәм Тоётоми Хидэёсиҙарҙың иң яҡын арҡалашы һәм, уларҙың эшен дауам итеп, Япония үҙәкләштерелгән феодал дәүләтен ойоштороусы.

Исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Токугава Иэясу ошо исемдәр аҫтында билдәле:

  • Мацудайра Такэтиё (松平 竹千代) — бала саҡтағы исеме;
  • Мацудайра Мотонобу (松平 元信) — балиғ булыу церемонияһынан һуң 1556 йылда ҡушылған исеме
  • Мацудайра Мотоясу (松平 元康) — сюзерен Имагава Ёсимото ҡушҡан исеме;
  • Мацудайра Иэясу (松平 家康) — бойондороҡһоҙлоҡ билдәһе итеп, 1562 йылда Имагава ырыуы ҡушҡан исеме;
  • Токугава Иэясу (徳川 家康) — 1567 йылда ҡабул иткән исеме;
  • Тосё-Дайгонгэн (东照大権现) — үлгәндән һуң илаһи исеме, ул исем «Көнсығышты яҡтыртҡан Бөйөк ҡотҡарыусы-хоҙай»

Ҡыҫҡаса белешмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Токугава кланының моны — «мальваның өс япрағы».

Токугава Иэясу 1543 йылда Микава провинцияһы (хәҙерге Айти префектураһы) ерҙәренең бер өлөшөн биләгән ҙур булмаған Мацудайра самурай ырыуында тыуған. Баласағын ул көсһөҙ Мацудайра ырыуын үҙҙәренең сәйәси уйындарында күрше хакимдарҙың сәйәси аманаты сифатында үткәргән. Окэхадзама янындағы (1560) һуғыштан һуң Иэясу, Имагава ырыуы сюзеренына ҡаршы сығып, уларҙың дошманы булған Ода Нобунага (1562) менән союз төҙөгән.

1560—1580 йылдарҙа Токугава үҙенең биләмәләрен көнсығышҡа табан Суруга провинцияһына (хәҙерге . Сидзуока префектураһы) тиклем ҙурайтҡан һәм Японияла көслө хәрби -иҡтисади база төҙөү планын тормошҡа ашырыу өсөн илде берләштерергә тырышҡан. 1582 йылда Ода Набунага вафат булғандан һуң Иэясу уның мираҫы өсөн көрәшкә күтәрелә, тик Тоетоми Хидэесиҙан еңелә һәм үҙенең Хидэесиҙың вассалы икәнлеген таный (1586). Токугаваның ырыуы ерҙәре конфискациялана һәм Канто төбөгендә үҙәге Эдола (хәҙерге Токио) булған ерҙәргә алмашына.

Тоётоми Хидэёси үлгәндән һуң уның ырыуы эсендәге ыҙғыш-талаштан файҙаланып,Иэясу Тоётомиҙың радикал хәрби вассалдарын берләштерә һәм Сэкигахара (1600) янындағы һуғышта үҙенең дошманы булған ғаиләнең « аҡыл үҙәге» булған, башында Исида Мицунара торған администраторҙарҙы һәм граждандар менән етәкселек иткән түрәләрҙе юҡ иткән. Ике осакакампанияларында (1614, 1615) Токугава Тоетомиҙы тамам юҡ иткән һәм илде берләштереүгә өлгәшкән.

1603 йылда Иэясу сегун титулын ала һәм самурайҙарҙың өсөнсө хөкүмәтен — сегунат ҡалала Оторған был форматта" Япония тиклем 1868 йылға тиклем Японияла торған Эдо сегунатына нигеҙ һала .1616 йылда, ниһайәт япондарға күптән бирле көтөлгән тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡ бүләк иткәндән һуң, Токугава вафат була.

Йәшлек йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Токугава Иеясу тыуа 1543 йылдың 31 ғинуарында иртәнге сәғәт дүрттә Окадзаки замогында тыуған. Уның атаһы , Мацудайра Хиротада, Мацудайра ырыуының һәм Микава (хәҙерге Айти префектураһы) провинцияһындағы дайменың һигеҙенсе башлығы булған.

Имагава Ёсимото

Был ырыуҙың ерҙәре агрессив күршеләр ерҙәре менән сикләнгән булған. Улар даими рәүештә бер-береһе менән һуғышҡан, шуға күрә Мацудайра ырыуында кемде союздашҡа һайларғ тигән бәхәстәр бер ваҡытта ла тынып тормаған. Вассалдарҙың бер өлөшө көнбайыштағы күршеләре Нобухидэ менән, ә икенселәре көнсығыштағы Имагава Есимото менән союздаш булырға теләгән.Үҙ ваҡытында бәләкәй Иеясуҙың олатаһы , Мацудайра Киеясу (1511—1536) шул бәхәстәрҙең ҡорбаны булған: уны үҙ хеҙмәтселәре Ода менән яҡынлашырға теләгәне өсөн сәнсеп үлтергәндәр. Уның вариҫы булған, бәләкәй Иэясуҙың атаһы, Имагава яҡлы күпселектең яғын яҡлаған . Иэясуҙың әсәһе боронғонан алып Оданы яҡлаған ырыуҙан сыҡҡанға күрә, Имагава яҡлылар власты үҙ ҡулдарына алғас, резиденциянан ҡыуып ебәрелгән.

1548 йылда Ода армиһы Мацудайра ерҙәренә һөжүм иткән. Мацудайралар Имагава Есимотонан ярҙам һорайҙар. Ярҙам иткән өсөн бәләкәй Иэясуҙы аманатлыҡҡа таптыралар. Мацудайра риза була. Ода Нобухидэ был турала белеп ҡала һәм алты йәшлек Иэясуҙы үҙенең агенттарынан урлата: ошоноң менән Ода Мацудайра менән Имагаваның араларын боҙорға план ҡора. Әммә бала заложниктың атаһы үҙ ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн улын заложник итә. Нобухидэнең планы тормошҡа ашмай. Ода Иэясуҙы һуңғараҡ үҙ планын тормошҡа асырыуҙы уйлап малайҙы Нагоя ҡалаһындағы Манседзи монастыренә яба. Бында малай өс йыл буйына тотола. Ошо йылдарҙа буласаҡ сегун үҙен урлаусының улы Ода Набунага менән дуҫлаша.

1549 йылда Иэясуҙың атаһы Мацудайра Хиротада үлә: уны ялсы ҡарауылсы сәнсеп үлтерә. Мацудайралар башлыҡһыҙ тороп ҡалалар. Уларҙың протекторы Имагава Есимото уларҙы шундағы кастелян итеп тәғәйенләгән үҙенең генералына ебәрә.Генерал Иэясуны Ода ҡул аҫтынан ҡотҡарып алып, Мацудайралар ырыуының башына ҡуйырға вәғәҙә бирә. Был ваҡытта Ода Набухидэ үлгән була, ә уның ырыуында ыҙғыш-талаштар башланған була. Имагава ғәскәрҙәре штурм менән дошман замогын баҫып алалар һәм Нобухидэның улы Ода Нбухироны ҡулға төшөрәләрОду Нобухиро[en]. Дошмандар Иэясуға Ода Набухироны алыштырырға риза булалар. Мацудайралар үҙҙәренең балаһы Иэясуҙың өйгә ҡайтыуына бик ныҡ шатланалар, тик Имагава Есимото уларҙы алдай һәм Сумпу ҡалаһындағы үҙ цитаделенә Иэясуны сәйәси аманат итеп ала[en]цитадель[en] .

Иэясу Сумпуҙа булған саҡта Имагава ырыуы уны үҙҙәренең тоғро вассалына әйләндереүҙе планлаштыралар, ә уңың биләмәләренең формаль автономиһын юҡҡа сығаралар. 1556 йылда Имагава Есимото баланы ҡарауға ала һәм балиғ булыу церемонияһында уға Мацудацра Дзиро Мотонобу тигән исем ҡуша. Бер йылдан Иэясуның фактик сюзерены уны үҙенең һеңлеһенә өйләндерә һәм уға яңы Мотоясу тигән исем бирә. Тағы ла бер йылдан һуң Имагава Иэясуға ғәскәр тапшыра. Иэясу үҙ ғәскәре менән, уңышлы һөжүм итеп, көнбайыш сигендәге Терабе замогын баҫып ала.

Сумпуҙа киләсәк сегун, үҙен Имагаваның аманаты итеп тойоп ,ҡайғырып ултырмай, сөнки уға бында үҙ ғаиләһенең ағзаһына ҡараған кеүек ҡарайҙар. Иэясу стратег Охар Юсайҙан үҙ заманы өсөн иң яҡшы белем ала һәм, улар ғаиләһенең ҡыҙына өйләнеүарҡаһында Имагава Есимотоның туғанына әйләнә.

Ода Нобунага менән берлектә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуғыш урынында Имагава Есимотоның ҡәбере

1560 йылда Имагава Есимото ,ҙур армия менән көнбайышҡа табан сығып , Ода Набунагиҙың ерҙәренә баҫып инә. Армияның авангардында Иэясу отрядтары тора. Ул дошмандың Одака замогын һәм ил сигендәге бер нисә фортты баҫып алып, бында үҙ көстәрен урынлаштыра. Иэясу үҙ сюзеренынан бойороҡ көтә, ләкин бойороҡ урынына сюзерен Имагава Есимотоның Окэхадзама янында Ода гвардеецтарының йәшен киҫкенлегендәге атакаһында һәләк булғанлығы тураһында ашығыс хәбәр ала.

Был үлем Иэясуға бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итергә мөмкинлек бирә. Ул Сумпунан үҙенең ҡатыны менән улын ҡаршылыҡһыҙ сығара һәм тыуған ырыуының Окадзаки замогын баҫып ала. 1561 йылда Иэясу асыҡтан-асыҡ Имагаваға ҡаршы сыға һәм бер нисә фортты штурм менән баҫып ала. Киләһе 1562 йылда ул Ода Нобунага менән союз төҙөй. Был союз буйынса ул Нобунганың дошмандарына ҡаршы көнсығышта һуғышырға вәғәҙә бирә. Тағы ла бер йылдан һуң ул Имагава ырыуы менән бөтөнләйгә өҙөшөү билдәһе итеп үҙенә Мацудайра Иэясу исемен ала.

Иэясуҙың иң беренсе маҡсаты булып Микава провинцияһында (хәҙерге Айти префектураһы) үҙ хакимиәтен төҙөү һәм иҡтисадты тергеҙеү тора. Әммә уға уның власын танымаған буддистар йәмғиәте ҡамасаулаған .1564 йылдан 1566 йылға тиклем барған һуғыш Иэясуҙың еңеүе менән тамамлана. Провинция ерҙәрен берләштергәндән һуң император һарайынан ул Микава но ками (Микава һаҡсыһы) тигән титулға лайыҡ була һәм үҙ фамилияһын Минамотоларҙың боронғо ырыуының йәш быуыны йөрөткән Токугаваға үҙгәртә.

1568 йылда Иэясу үҙенең төньяҡ күршеһе Такэда ырыуы менән Имагава ырыуына ҡаршы союз төҙөй. Шул уҡ йылда ул Ода Нобунага менән берлектә Киотоға походта ҡатнаша, Асикага Есиакиға сегунлыҡ вазифаһын алырға ярҙам итә.

1570 йылда Токугава Имагаваның биләмәһе булған Тотоми (хәҙерге Сидзуоки префектураһы) провинцияһының күп өлөшөн баҫып алған. Имагава еңеүсе алдында капитуляция яһаған һәм япон сәйәси картаһынан бөтөнләй төшөп ҡалған. Токугава, үҙенең яңы биләмәләрендәге Хамамацу тигән урынға замок һалып, үҙ резиденцияһын күсергән. Ил эсендәге проблемаларға ҡарамайынса, ул Ода Набунагаға ярҙамға килеп, Асакурҙың һәм Адзаиҙың көстәрен Анэгава янындағы һуғышта еңгән.

1582 йылдар тирәһендәге Япония
Сэкигахар янындағы һуғыш (Эдо осороноң һүрәтләнеше)
Икенсе донъя һуғышынан һуң реконструкцияланған Осакалағы Хидэеси замогы

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]