Пномпень

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡала
Пномпень
кхмер ភ្នំពេញ
Phnom.penh.jpg
Ил

Камбоджа

Координаталар

11°33′00″ с. ш. 104°55′00″ в. д.HGЯO

Мэр

Па Сочеатвонг

Нигеҙләнгән

1372

Майҙаны

290 км²

Бейеклеге

11,89 м

Халҡы

1 325 681 кеше (2008)

Тығыҙлығы

4571,31 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+7

Телефон коды

855 (023)

Цифровые идентификаторы
Рәсми сайт

phnompenh.gov.kh
 (инг.) (фр.)Ҡалып:Ref-km

Пномпень (Камбоджа)
Пномпень
Пномпень
Ҡалаға самолёттан күренеш
Пномпендә Ват Пном пагодаһы алдындағы чеди

Пномпе́нь (кхмер ភ្នំពេញ) — Камбоджаның баш ҡалаһы. Тонлесап йылғаһы буйында (Меконг йылғаһына ҡойған урында) урынлашҡан.

Халыҡ һаны — 1 501 725 кеше (2012 йыл)[1].

Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1372 йылда барлыҡҡа килгән. Риүәйәт буйынса Пень исемле монахиня тарафынан нигеҙләнгән, ул Меконг йылғаһы буйлап йөҙгән лумбанг ағасының олонон күрә, уның ботаҡтарында бер нимә ялтыраған була. Был Будданың дүрт ҡула һәм бер таш һәйкәле булып сыға. Бәлки һәйкәлдәр Лаос ғиәҙәтханаларының береһенән йыуылып төшкәндер.

При содействии Пень булышлығы менән уның йорто янында ҙур уба (пном) өйөлә һәм һәйкәлдәр менән алтарь ҡуйыла. Аҙаҡ был урында Ват Пном ғибәҙәтханаһы барлыҡҡа килә. Пном (Дон) Пень кхмерса Пень убаһы тип аңлатыла.

Пномпень элек Кронг Тьактомук (кхмер ក្រុងចតុម្មុខ) — «Дүрт йылға ҡушылған урындағы ҡала» атмаһы менән билдәле булған. Эш шунда, ҡала Меконг, Бассак һәм Тонлесап йылғалары ҡушылған урында урынлашҡан, улар «X» хәрефен барлыҡҡа килтерәләр.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге тапҡыр 1431 йылда баш ҡала статусын ала, был ваҡытта король Понъя Ят тайҙар тарафынан тар-мар ителеүҙән ҡасып, баш ҡаланы Ангкор-Тхомдан күсерә. Ват Пном пагодаһында Понъя Яттың һәм король ғаиләһенең ҡалдыҡтары һаҡлана.

Пномпень 73 йыл дауамында (1432 йылдан 1505 йылға ҡәҙәр) короллектең баш ҡалаһы була. Һуңынан тәхет өсөн барған көрәш арҡаһында артабанғы королдәр тарафынан 360 йылға ташлап кителә. Баш ҡала бер нисә тапҡыр күсерелә һәм йә Срей Сантхорҙа, йә Поусатта, йә Ловектә, йә Удонгта урынлаша.

Тик 1866 йылда, король Нородом I хакимлыҡ итеү осоронда Пномпень хөкүмәттең даими урынлашыу урыны һәм Камбоджаның баш ҡалаһы була. Пномпендә король һарайы төҙөлә. 1870-се йылдарҙан Франция колониаль властары был йылға буйындағы тораманы ҡалаға әйләндерә, улар бында ҡунаҡханалар, мәктәптәр, төрмәләр, барактар, банктар, конторалар, телеграф, судтар һәм хәстаханадар төҙөй. 1872 йылда тәүге тапҡыр формаға эйә була, был ваҡытта француздар подрядсы Le Faucheur менән Ҡытай сауҙагәрҙәренә һатыу йәки ҡуртымға бире өсөн 300 таш йортто төҙөү контрактына ҡул ҡуя. Француздар шулай уҡ Пса Тхмей (Яңы баҙарҙы) төҙөй.

1920-се йылдарға ҡарай Пномпень «Азия ынйыһы» булараҡ билдәле була һәм артабанғы ҡырҡ йыл эсендә, бигерәктә Сиануквиль портына тимер юл һәм Почентонг халыҡ-ара аэропорты төҙөлгәс, тиҙ үҫешен дауам итә. Нородом Сианук хакимлыҡ итеү осоронда Пномпендең инфраструктураһы төптән модернизациялана[2].

Вьетнам һуғышы осоронда Камбоджаның территорияһы Төньяҡ Вьетнам армияһы һәм Вьетконг базалары өсөн файҙаланыла, һәм хөкүмәт ғәскәрҙәре, Төньяҡ Вьетнам армияһы, Көньяҡ Вьетнам ҙәм уның союздаштарының ғәскәрҙәре һәм ҡыҙыл кхмерҙар араһында барған хәрби бәрелештәрҙән ҡотҡарыу юлын эҙләп Пномпенгә меңләгән ҡасаҡтар килә. 1975 йылға ҡарай ҡала халҡының һаны яҡынса 3 миллионға барып етә, уларҙың күбеһе ҡасаҡтар була[3]. 1975 йылдың 17 апрелендә ҡыҙыл кхмерҙар ҡаланы баҫып ала. Ҡала халҡының күбеһе ауылдар тирәһендәге хеҙмәт лагерҙарына эвакуациялана[4]. Туол Сленг юғары мәктәбе ҡыҙыл кхмерҙар тарафынан S-21 төрмәһенә әйләндерелә. Ҡыҙыл кхмерҙарҙың лидеры Пол Пот илде аграр иҡтисадҡа ҡайтарға теләй һәм «артыҡ» кешеләрҙе — сәйәси оппоненттарҙы, аҙ һанлы милләт вәкилдәрен, буддист монахтарын һәм ябай белемле кешеләрҙе юҡ иткән. Аграр йәмғиәте иҡтисади моделенең тормошҡа ашыра алынмауы — Камбоджаның Ҡытайға дөгөнө ҡоралға алышыуы һөҙөмтәһендә аслыҡтан күп кешеләр һәләк була. S-21 төрмәһендә (хәҙер Туол Сленг геноцид музейы) ҡорбандарҙы төрлө ысулдар менән ҡаты язалағандар. Кешеләрҙе Пномпендән 15 километр алыҫлыҡтағы Ченгъекта үлем баҫыуҙарында үлтергәндәр һәм соҡорҙарҙа күмгәндәр. Хәҙерге ваҡытта был урын режим ҡорбандары мемориалы булып тора.

1979 йылдың 7 ғинуарында Вьетнам армияһы ҡыҙы кхмерҙарҙы Пномпендән ҡыуып сығара[5], һәм кешеләр ҡалға ҡайта башлай. Тарихта Камбоджаның Вьетнам менән күп низағтар була, шунлыҡтан вьетнамлылар тарафынан азат ителеү факты камбоджалылар араһында ҡатнаш тойғолар уята.

Тергеҙеү дәүере башлана, хөкүмәт сит ил инвестицияларын һәм ярҙамын (тәү сиратта Франция, Австралия һәм Япония һымаҡ илдәрҙең) йәлеп итә. Азия үҫеш банкы һәм Донъя банкы займдарына һыу менән тәмьинәт, юлдар һәм башҡа инфраструктура тергеҙелә. 1998 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Пномпендә 862 000 кеше йәшәгән[6], ә 2008 йылда — 1,3 миллион кеше иҫәпләнгән[7].

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пномпень ҡалаһы Камбоджаның үҙәк регионының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан һәм тулыһынса Кандаль провинцияһы биләмәләре менән уратып алынған. Баш ҡала округы Тонлесап, Меконг һәм Бассак йылғаларының ярҙарында урынлашҡан. Был йылғалар сөсө һыу һәм ҡала өсөн башҡа тәбиғи ресурстар сығанағы булып тора. Пномпень диңгеҙ кимәленән 11.89 метр бейеклектә урынлашҡан, ямғырлы миҙгелдә ҡайһы бер райондарҙа һыу баҫыу ҡурҡынысы юғары, йылғалар ярҙарынан сыға башлай.

Ҡала 290 км² майҙанды биләй, ауыл хужалығы биләмәләре округта 33,67 км² (13 миль²) майҙанды биләй.

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пномпендә аныҡ билдәләнгән ҡоро миҙгел һәм ямғырлы миҙгел менән тропик муссон климат. Климат йыл әйләнәһенә эҫе, температураның тирбәлеүе түбән. Ҡалала температура 18°-ҙән 38 °C-ҡа тиклем үҙгәрә. Майҙан октябргә саҡлы Сиам ҡултығынан дымлы муссондар өрә. Төньяҡ-көнсығыш муссондары ноябрҙән мартҡа ҡәҙәр ҡоро миҙгелде алып килә. Ҡалала иң күп яуым-төшөм миҡдары сентябрҙән октябргә тиклем яуа, иң ҡоро айҙар — ғинуар һәм февраль.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 31,5 32,8 34,9 34,9 34,3 33,5 32,5 32,5 32,3 31,1 29,9 30,1 32,5
Уртаса минимум, °C 21,9 23 24,1 25 25,3 25 24,7 24,6 24,3 23,8 22,7 21,7 23,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 25,5 11,5 58 101 111,6 177,1 195 172 248,8 318,9 135 80,3 1635,6
Сығанаҡ: HKO

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ват Пном ғибәҙәтханаһы;
  • Пса Тмей (Psar Thmei) һары баҙары;
  • Король һарайы комплексы. Король һарайы ике тапҡыр төҙөлә: 1434 йылда, артабан король ғаиләһе Пномпендән төньяҡҡа табан урынлашҡан Удонгҡа күсә. Хәҙерге һарай 1866 йылда төҙөлә. Һарай комплексы 425 метр оҙонлоҡтағы яғы менән квадратты хәтерләтә, бейек стеналар менән уратып алынған;
  • «Көмөш пагода»;
  • Бойондороҡһоҙлоҡ монументы;
  • Камбоджаның милли музейы;
  • Олимпия стадионы.

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Facts  (инг.). Phnom Penh City. Тәүге сығанаҡтан архивланған 17 октябрь 2012. 24 сентябрь 2012 тикшерелгән.
  2. K-media. Retrieved August 23, 2009.
  3. Stuart-Fox, William, The Murderous Revolution: Life & Death in Pol Pot’s Kampuchea, Alternative Publishing Co-Operative Limited, 1985, pp. 17.
  4. Stuart-Fox, pp. 7.
  5. Vietnamese take Phnom Penh, History Today
  6. General Population Census of Cambodia 1998, National Institute of Statistics, Ministry of Planning, Phnom Penh, Cambodia
  7. Cambodian 2008 census preliminary results, Statistics Japan 2-6, Tables 2.2-2.6

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Я познаю мир. Города мира, М,: ООО «Фирма „Издательство АСТ“», ООО «Издательство Астрель», 1999 г.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Меконг буйында ҡалалар һәм илдәр