Бөтә донъя банкы
(Донъя банкы битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Бөтә донъя банкы ингл. World Bank | |
![]() Бөтә донъя банкы логотибы | |
Ағзалыҡ: | |
---|---|
Штаб-фатир: |
|
Ойошма төрө: | |
Рәсми тел: | |
Етәкселәр | |
Президент | |
Ойошоу | |
worldbank.org | |
![]() |
Бөтә донъя банкы, Донъя банкы (ингл. World Bank, рус. Всемирный банк) — үҫешеүсе илдәргә финанс һәм техник ярҙам ойоштороу маҡсатында булдырылған халыҡ-ара финанс ойошма[1].
Бөтә донъя банкы 1944 йылда нигеҙләнә. Төрлө йылдарҙа «Бөтә донъя банкы» исеме аҫтында төрлө ойошмалар эшләй. Мәҫәлән, иң тәүҙә был ойошманың исеме тик «Халыҡ-ара реконструкция һәм үҫеш банкы» менән ассоциациялана.
Бөгөнгө көндә Бөтә донъя банкы составына 5 ойошма керә[1]:
- Халыҡ-ара реконструкция һәм үҫеш банкы;
- Халыҡ-ара үҫеш ассоциацияһы;
- Халыҡ-ара финанс корпорацияһы;
- Инвестицияларҙы гарантиялау буйынса күп яҡлы агентлыҡ;
- Инвестицион бәхәстәрҙе хәл итеүсе халыҡ-ара үҙәк;