Капитал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Капитал
Commons-logo.svg Капитал Викимилектә

Капита́л, сәрмәйә (лат. capitalis — мөлкәт, байлыҡ) — табыш, байлыҡ алырға йүнәлтелгән тауар, мөлкәт,милек, активтар йыйылмаһы [1]. Тар мәғәнәлә — етештереү саралары (физик капитал) формаһында табыш сығанағы. Физик капитал алыуға йүнәлтелгән аҡсаны аҡса капиталы тип атайҙар. Материал һәм аҡса средстволарын иҡтисадҡа, тауар етештереүгә йүнәлтеүҙе капитал һалыу йәки инвестиция тип атайҙар [2]. Ҡулланыуға тотонолған ресурстар капитал була алмай.

Башҡа билдәләмәлере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҡтисадта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

« Капитал — тауар етештереүҙә һәм көнкүрештә файҙаланылған ресурстар. Классик экономикала - өс етештереү факторының береһе; ҡалғандары — ер һәм хеҙмәт. »

Британия энциклопедияһы

Был билдәләмә буйынса теләһә ниндәй эш ҡоралы физик капитал итеп ҡарала. Әммә эш ҡоралдарының хужаһы эшсе көстәр менән мөнәсәбәткә ингәс кенә капитал була ала. Мәҫәлән, металл эшкәртеү станогы үҙенән үҙе капитал була аламай. Капитал булһын өсөн станокты ҡуртымға бирергә кәрәк, йә иһә эшселәр ялларға кәрәк.

« Етештереү саралары хужаһы ирекле баҙарҙа эшен һатыусы сифатында эшселәр тапҡас ҡына барлыҡҡа килә. [3]
Капитал — ул әйбер түгел, әйбергә махсус ижтимағи сифат биреүсе, аныҡ, ижтимағи, билдәле тарихи формацияға ҡараған етештереү мөнәсәбәте. Капитал, шулай уҡ материаль һәм етештереү сараларының суммаһы түгел. Капитал — етештереү сараларын капиталға әйләндереү.
»

«Капитал», Карл Маркс, 1867, т. 1, гл. 4

Төрлө мәктәптәр ҡарашы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Физиократтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Франсуа Кенэ политэкономияла физиократия йүнәлешенә нигеҙ һалыусы . Ул меркантилизмдың капиталға табышты әйләнеш һөҙөмтәһе итеп ҡарауҙан баш тарата һәм уны производство процессы менән аңлата. Был капиталды һәм уның ролен ентеклерәк анализлауға килтерә.

Был мәктәп берҙән-бер үҙаллы производство факторы тип ерҙе, тәбиғәтте иҫәпләй.Был осраҡта өҫтәлмә ҡиммәт тик ер эшкәртеүҙән генә алына һәм ер рентаһы формаһын ала. Физиократтар капиталдың әйберҙән торған өлөшөн «йыллыҡ аванстар», «йыллыҡ сығымдар» һәм «тәүге аванстар»ҙы айырып анализлаған, был хәҙерге төп капитал һәм әйләнештәге капитал төшөнсәләренә тап килә. Етештереүсе капитал тип тик ергә һалынған капитал ғына иҫәпләнә. Сәнәғәт капиталын физиократтар «файҙаһыҙ», «саф продукт» булдырмаусы, «аванстарға» бүленмәй торған капитал тип иҫәпләгән. Аҡсаны «аванстар»ҙың бер төрөнә лә индермәйҙәр, аҡса капиталы төшөнсәһе булмай. Физиократтар аҡсаның тик бер генә функцияһын таный — әйләнеш сараһы.

Классик һәм яңы классик иҡтисад мәктәбе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Капитал( иҡтисадта)— тауар эшләп сығарыуҙа һәм хеҙмәт күрһәтеүҙә ҡулланыла алған ресурстар. Классик экономикала өс производство факторының береһе; ҡалған икәүһе — ер һәм хеҙмәт.

Британская энциклопедия

Классик политэкономияла «капитал» тип физик (реаль, производство) капиталын атайҙар. Улар — тауар һәм хеҙмәт күрһәтеүҙә ҡулланыла торған производство саралары: машина, ҡоролма, биналар һ.б. Әйбер капитал тип иҫәпләнһен өсөн уның түбәндәге сифаттары булырға тейеш :

  • уны башҡа әйберҙәр эшләгәндә ҡулланып була (был уны производство факторына әйләндерә);
  • ул эшкәртелеү һөҙөмтәһендә булдырылған ( ер категорияһына эшкәртелмәгән тәбиғәт ресурстары инә, мәҫәлән, ҡаҙылма байлыҡтар);
  • производство процесында тулыһынса тотонолоп бөтмәй ( капиталдың сеймал йәки ярымфабрикаттарҙан айырмаһы).

Италия экономисы Пьеро Сраффаның 1920 йылдар уртаһындағы хеҙмәттәре неорикардинизмдың[en] теоретик нигеҙҙәрен булдыра[4]. Бигерәк тә уның Рикардоның ҡараштарын асып биреүе һәм «Производство товаров посредством товаров» тигән хеҙмәте мөһим була. Сраффа « ялҡытҡыс ҡапма-ҡаршылыҡлы»[5] капитал терминынан баш тарта. Уға тиклем капитал тип алдараҡ үтәлгән хеҙмәттең теләһә ниндәй продуктын атағандар, ә был ике Кембридждың капитал тураһында бәхәсенә килтерә.

Хәҙерге авторҙар[6][7] капитал корпоратив хоҡуғында сағыла тип иҫәпләй (мәҫәлән, эмиссия ваҡытында акциялар суммаһы). Бынан айырмалы, инвестициялар— ниндәй ҙә булһа осорҙа, мәҫәлән, бер йыл эсендә, капиталдың артыуы. Бындай ҡараш буйынса капитал— ниндәйҙер ваҡытта билдәләп ҡуйылған ҡиммәт, инвестициялар — ниндәйҙер осорҙа аҡса, капитал һалыу, финанс ағымын йәлеп итеү эшмәкәрлеге.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Капитал. Словарь по экономике и финансам. Глоссарий.ру
  2. Райзберг Б. А., Лозовский Л. Ш., Стародубцева Е. Б. Современный экономический словарь. Инфра-М, 2006
  3. Карл Маркс. Капитал. т. 1, гл. 4 «Превращение денег в капитал», раздел 3 «Купля и продажа рабочей силы», стр. 181
  4. Неорикардианство / Мельник Д. В. // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая Российская энциклопедия, 2004—.
  5. Сраффа П. Производство товаров посредством товаров. Ч.1. Гл.2, §7
  6. Paul A. Samuelson and William D. Nordhaus (2004). Economics, 18th ed.,
  7. Glossary of Terms, «Capital (capital goods, capital equipment).»
    • Deardorff’s Glossary of International Economics, Capital.