Алмашыу (иҡтисад)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Алмашыу
Эшмәкәрлек төрө Иҡтисад

Иҡтисадта алмашыу — движение тауарҙың бер хужанан икенсеһенә хәрәкәте. Кешеләр араһында эшмәкәрлек менән алмашыу, ул хеҙмәт продукттары менән алмашыу йәки туранан-тура алмашыу рәүешендә бара.[1].

Ул көс ҡулланып йәки ҡулланмай (ирекле рәүештә) барыуы мөмкин.

Ирекле алмашыуҙың бер төрө булып сауҙа тора. Һәр яҡ алмашыу ғәҙел һәм бәрәбәр тип һанаһын өсөн бындай алмашыу әйберҙең төр, сифат, форма һәм тәғәйенләнеш йәһәтенән баһаланылыуы талап ителә. Был бер үк нигеҙ, эквивалентлылыҡ үлсәме булған тауар хаҡы менән билдәләнә.

Алмашыу башҡа тауарға йәки хеҙмәт күрһәтеүгә «тауар-тауар» (бартер) рәүешендә, йәки аҡсаға «тауар-аҡса-тауар» (һатыу-һатып алыу) схемаһы буйынса башҡарыла.

Көс күрһәтеү юлы менән алмашыуҙы йыш ҡына бер яҡ ғәҙелһеҙ, бәрәбәр булмаған, талап алыу тип һанай. Көс ҡулланмай (йәки ҡулланырға янау булмай) тороп был ирекле рәүештә эшләнмәҫ ине.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]