Тауар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Тауар — башҡа әйбергә ирекле алмаштырыуҙа ҡатнашҡан бөтә нәмә[1]; һатыу өсөн етештерелгән продукт[2].

Алмашыу өсөн етештерелмәгән әйберҙәр иҡтисади мәғәнәлә тауар булмай[3].

Иҡтисади категория булараҡ тауар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Адам Смит алмашыу барышын анализлағанда һәр тауарҙа бер юлы ике төрлө категория булыуын билдәләй:

  1. «ҡулланыу ҡиммәте» (ҡулланыусы өсөн ҡиммәте, файҙаһы)
  2. «алмашыу ҡиммәте» (төрлө тауарҙарҙы бер-береһенә ҡарата билдәле бер нисбәттә алмаштырыу мөмкинлеген биргән һәм яҡтар быны ғәҙел тип тапҡан сифат).

Марксизм да тауарҙы ҡулланыу һәм алмашыу ҡиммәтенең берлеге тип ҡарай.

Юридик билдәләмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ГОСТ Р 51303-2013 буйынса, тауар (эш, хеҙмәт) — граждан хоҡуҡтары объекты, ул һатыуға, алмашыуға йә башҡа төрлө әйләнешкә индерелеүгә тәғәйенләнә.
  • Рәсәй Федерацияһы Таможня хоҡуҡиәтендә — дәүләт йә таможня сиге аша үткәрелгән һәм тышҡы сауҙа йәки алмашыу (бартер) объекты булып торған предметтар.

Сифаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауар сифаты — ҡулланыусының тауарҙың тәғәйенләнешенә тап килеүен баһалауы. Объектив ҡулланыу үҙенсәлектәрен (етештереүсәнлек, ышаныслылыҡ, ремонтлап булыу) һәм субъектив ҡулланыу үҙенсәлектәрен (модалылыҡ, абруйлылыҡ, ҡулланыу ябайлығы) баһалауҙы эсенә ала. Хәҙерге осорҙа сифатты планлаштырыу етештереүсенең маркетинг сәйәсәтенең нигеҙе булып тора. Тауарҙы баһалау өсөн, сифаттан тыш, продукцияның техник кимәле күрһәткесе лә файҙаланыла.

Тауар сифаты ҡулланыусы тауарҙың тәғәйенләнешен баһалау. Үҙ эсенә объектив ҡулланыу үҙенсәлектәрен (етештереүсәнлек, ышаныслылыҡ, ремонтҡа яраҡлылыҡ) һәм субъектив (модалылыҡ, абруйлылыҡ, файҙаланыуҙа еңеллек) баһалауҙы ала.[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ГОСТ Р 51303-99: «Товар — любая вещь, не ограниченная в обороте, свободно отчуждаемая и переходящая от одного лица к другому по договору купли-продажи»
  2. Большая советская энциклопедия 3-е издание ОСНОВНОЙ ВАРИАНТ.
  3. Н.И. Ведута. Социально эффективная ЭКОНОМИКА. — «Издательство научно-образовательной литературы РЭА». — Москва: Российская экономическая академия им. Г.В.Плеханова, 1999. — С. 11 - 25.
  4. Продукцияны баһалау сифаты.