Марксизм
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Был мәҡәлә Коммунизм циклынан: |
Коммунизм |
---|
Символика
|
Ошо йүнәлештәге мәҡәләләр
|
Маркси́зм — Карл Маркс һәм Фридрих Энгельс нигеҙләгән фәлсәфәүи, иҡтисади һәм сәйәси тәғлимәт[1]. Уны төрлө сәйәси фирҡәләр, йәмәғәт фекерендәге һәм ғәмәли сәйәсәттәге ағымдар үҙҙәренсә аңлатһа ла, донъя фәнендәге мөһим урынын бер кем дә иңҡар итмәй. Сәйәси марксизм һул (социаль) анархизм, христиан соцализмы һәм шулай уҡ өлөшләтә марксизмды ҡабул итмәгән демократик социализм һәм социаль демократия менән бер рәттән социализмдың бер төрө (варианты) булып тора.
Дөйөм характеристика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йола буйынса Маркс тәғлимәтендә өс фекер төп әһәмиәткә эйә тип иҫәпләнеп йөрөтөлә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың тәүге икеһенә Энгельстың да иғтибар иткәнлеге билдәле[2]:
- өҫтөмә хаҡ тураһында (капитализмдың сәйәси экономияһы — политическая экономия капитализма);
- тарихты материалистик күҙлектән аңлатыу (тарихи материализм);
- пролетариат диктатураһы тураһында.
Марксизмды дөйөм күҙлектән өс йүнәлешкә бүлеп ҡарау йәшәп килә:
- марксизм — диалектик һәм тарихи материализмды үҙ эсенә алған фәлсәфәүи тәғлимәт;
- марксизм — иҡтисадты һәм сәйәсәтте, шулай уҡ йәмғиәттең дөйөм үҫеш ҡанундарын өйрәнгән һәм башҡа фәндәрҙәге ғилми ҡараштарға йоғонто яһаусы беренсел ҡараш;
- марксизм — синфи көрәштең һәм әйҙәүсеһе пролетариат булған социалистик революцияның ҡотолғоһоҙлығын раҫлаусы сәйәси ағым. Унда шулай уҡ «был түңкәрелеш һөҙөмтәһендә капиталистик йәмғиәттең нигеҙен тәшкил иткән тауар етештереү һәм хосуси милекселек юҡ ителеп, етештереү сараларын йәмәғәт милкенә әйләндереү аша үҙенең һәр ағзаһының төрлө яҡлы үҫешен тәьмин итерлек коммунистик йәмғиәт төҙөлә» тип иҫбатлана.
Марксизм тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Маркс ижадын ике осорға бүләләр:
- Тәүге осор Маркс — уның иғтибар үҙәгендә милекте тартып алыуҙы ихтилал барышында хәл итеү мәсьәләһе була. Милек бүлеүҙән азат йәмғиәтте Маркс коммунизм тип атай.
- Һуңғы осор Маркс — төп иғтибарын донъя тарихының иҡтисад механизмдарын («базис») асыҡлаға йүнәлтә: уның өҫтөндә йәмғиәттең рухи тормошо (идеология) урын. Кеше бер үк ваҡытта етештереү эшмәкәрлеге емеше һәм ижтимағи мөнсәбәттәр берлеге (совокупность) итеп ҡабул ителә.
Коммунистар партияһы манифесы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эшселәр синыфы (пролетариат) һәм буржуазия араһындағы синфи көрәш XIX быуаттың 40-сы йылдарында Европаның үҫеш яғынан иң ныҡ алға киткән илдәрендә ҡырҡа киҫкенләшә һәм йәмғиәт тормошонда тәүге планға сыға. Быны дәлилләү өсөн Францияның Лион ҡалаһы туҡыусыларының 1831 һәм 1834 йылдарҙағы ихтилалдарын («восстание лионских ткачей»), 30-сы йылдарҙан башлап 50-се йылдар башына тиклем Англияла дауам иткән чартистар хәрәкәтен һәм Европа уртаһындағы Силезияла 1844 йылғы туҡыусылар түңкәрелешен иҫкә алыу ҙа етә.
1847 йылда нимес аҡыл эйәләре Карл Маркс менән Фридрих Энгельс уларҙың тәүгеһе Лондонда танышҡан нимес эмигранттары ойошторған йәшерен пропаганда алып барыусы «Коммунистар берлеге» (урыҫса «Союз коммунистов») ойошмаһына ылыға. Йәмғиәт ҡушыуы буйынса улар тиҙҙән бөтә донъяла билдәлелек аласаҡ «Коммунистар партияһы манифесы»н ижад итә, был хеҙмәт 1848 йылдың 21 февралендә донъя күрә. Үҙҙәренең тәғлимәтендә К. Маркс менән Ф. Энгельс, капитализмдың пролетариат ҡулынан ҡотолғоһоҙ һәләк буласағын иғлан итеп, капиталистик йәмғиәттән коммунистик дәүергә күсеүҙең ҡыҫҡаса программаһын асып бирә:
Пролетариат үҙенең сәйәси өҫтөнлөгөн буржуазияның барлыҡ капиталын эҙмә-эҙлекле тартып алыу, бөтә етештереү ҡоралдарын дәүләт, йәғни хәкимлек итеүсе синыф булып ойошҡан пролетариат, ҡулында үҙәкләштереп туплау һәм мөмкин булғанса тиҙерәк етештереү көстәре йыйылмаһын арттырыу өсөн ҡуллана.
Был, әлбиттә, башта хосус милек хоҡуғына һәм буржуаз етештереү бәйләнештәренә иҡтисад йәһәтенән ҡәнәғәтләнерлек булмаҫ һәм нигеҙһеҙ тойолған саралар ярҙамында аяуһыҙ ҡыҫылыу аша үткәрелә. Улар, артабан үҙҙәрен үҙе ашып китеп, бөтә етештереү ысулдарында ҡырҡа боролош яһау өсөн мотлаҡ кәрәк сара булып тора.
Был программа үҙе ун пунктан тора:
Был саралар, әлбиттә, төрлө илдәрҙә төрлөсә буласаҡ.
Шулай ҙа, айырыуса алдынғы илдәрҙең һәр ҡайһыһында наҡ түбәндәге саралар ҡулланылыу мөмкин:
1. Ергә хоҡуҡты тартып алыу (урыҫса экспроприация земельной собственности) һәм ерҙән алынған килемде (рента) дәүләт сығымдарын ҡаплауға йүнәлтеү.
2. Юғары үҫә барған (прогрессив) һалым.
3. Мираҫ итеү хоҡуғын бөтөрөү.
4. Барлыҡ эмигранттарҙың һәм боласыларҙың мөлкәтен көсләп дәүләткә тартып алыу (конфискация).
5. Дәүләт капиталына һәм сикләнмәгән хоҡуҡҡа эйә булған милли банк ярҙамында кредит биреүҙе дәүләт ҡулында үҙәкләштереү.
6. Барлыҡ транспортты дәүләт ҡулында үҙәкләштереү.
7. Дәүләт фабрикалары һәм етештереү ҡоралдарын арттырыу, һөрөү өсөн ерҙәр таҙартыу һәм дөйөм планда ерҙәрҙе яҡшыртыу.
8. Хеҙмәттең барыһы өсөн дә мотлаҡ булыуы, сәнәғәт армиялары (бигерәк тә игенселек өсөн) ойоштороу.
9. Игенселекте сәнәғәт менән берләштереү, ҡала менән ауыл араһындағы айырымлыҡтарҙы аҡрынлап бөтөрөүгә булышлыҡ итеү.
10. Барлыҡ балалар өсөн йәмәғәт һәм буш тәрбиә. Балаларҙың хәҙерге формалағы фабрика хеҙмәтен бөтөрөү. Тәрбиәне матди етештереү менән бәйләп ойоштороу һ.б.
Марксизмдың өс сығанағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Коммунистар партияһы манифесы» бары тик ағымдағы хәл-күренештәрҙе сағылдырған ҡоро сәйәси документ ҡына булмай. Уның авторҙары, үҙҙәренән алда йәшәгән күп һанлы аҡыл эйәләренең уй-фекерҙәрен ныҡлап өйрәнеп, уларҙы хеҙмәттәрендә ҡуллана. Артабан марксизм уларҙың тәүге авторҙары юлынан барыусы һәм уларҙың уй-фекерҙәрен дауам итеүселәр (шул иҫәптәп Совет дәүләтенә нигеҙ һалыусы В. И. (Ульянов) Ленин һ.б.) тарафынан үҫтерелә һәм тулыландырыла. Был йәһәттән тәғлимәттең нигеҙҙәре хаҡында В. И. Ленин үҙенең «Марксизмдың өс сығанағы һәм өс состав өлөшө» исемле мәҡәләһендә килтергән һығымтаны бер ҙә инҡар итеп булмай. Уныңса марксизм түбәндәге фәнни уйланыуҙарға нигеҙләнгән:
- Немец классик фәлсәфәһе. Уның авторҙары — Георг Гегель һәм Людвиг Фейербах. Маркс менән Энгельс, Гегелдең объектив идеализм күҙлегенән тикшерелгән диалектикаһын Фейербахтың материализмы менән берләштереп, диалектик материализмға нигеҙ һала. Был ҡараш тәбиғәтте теүәл бер бөтөн итеп ҡарай һәм ундағы бар нәмәнең бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булыуын иҫбатлай. Тәбиғәттә бар нәмә хәрәкәттә һәм үҙгәрештә: бер үк ваҡытта нимәлер барлыҡҡа килә, артабан үҫешә һәм юҡҡа сыға. Шулай итеп, марксизмдың диалектикаһы — ул тәбиғәт, йәмғиәт һәм кеше фекеренең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеүе хаҡындағы дөйөм ҡанундар. Маркс немец фәлсәфәһен былай ғына байытып ҡалмай, материализмды кешелек йәмғиәте үҫешен өйрәнеүҙә лә ҡуллана һәм бының менән тарихи материализмға ла нигеҙ һала.
- Англия сәйәси экономияһы. Уның төп авторҙары Адам Смит менән Давид Рикардоның тауарҙа һәм уның хаҡында тупланған хеҙмәт бәйәһе тураһындағы уй-фекерҙәрен артабан үҫтереп, К. Маркс эшсе көсө һәм өҫтәлмә ҡиммәт (урыҫса «прибавочная стоимость») төшөнсәләрен айырым тикшерә һәм, капитал әйләнешен иҡтисади яҡтан өйрәнеп, уның арттырыуҙа ялланып эшләүселәр өлөшөн асып бирә. Маркстың сәйәси экономияһында капиталистик етештереү ысулдарын фәнни яҡтан тикшереү нигеҙендә тарихи үҫештә булып, бер-береһен алмаштырып килеүсе етештереү мөнәсәбәттәре системаһына (урыҫса «система производственных отношений») анализ яһала. Ул бында, әлбиттә, диалектик күҙлектән сығып эш итә. Бөгөнгө көндәрҙә лә үҙҙәренең мөһимлеген юғалтмаған был фекерҙәр тәү сиратта К. Маркстың «Капитал» әҫәрендә урын алған.
- Утопик социализм. Авторҙары Анри Сен-Симон, Шарль Фурье һәм Роберт Оуэн булған был теория Маркс менән Энгельс үҙҙәренең "Коммунистар партияһы манифесы"нда яһаған төп сәйәси һығымталарҙың нигеҙендә ята. Улар башлыса «фәнни коммунизм» йәки «фәнни социализм» исемдәре менән билгеле һәм капитализмды бөтөрөп, коммунистик йәмғиәт төҙөүгә йүнәлтелгән ижтимағи хәрәкәтте өйрәнеп-тикшереүсе марксизмдың өсөнсө состав өлөшө булып тора. Нәҡ фәнни коммунизм үрҙә һаналған социаль утопистар хыялланған яңы, кешене иҙеүҙең эҙе лә булмаған йәмғиәтте ойоштороуҙың фәнни ҡараштарға нигеҙләнгән ысын һәм тормошсан юлын күрһәтә. Ул бында марксизмдың алда билдәләнгән состав өлөштәре — марксистик фәлсәфә һәм сәйәси экономия һығымталарына нигеҙләнә. Фәнни коммунизм өсөн бигерәк тә «синфи көрәш» һәм «өҫтәлмә ҡиммәт» теориялары оло әһәмиәткә эйә.
Марксистик фәлсәфә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙ заманындағы Германияла Гегель фәлсәфәһен эҙәрләкләүгә ҡаршы сығып, Маркс үҙен уның уҡыусыһы тип иғлан итә. Гегелде тәкитләп, ул уның иделистик диалектикаһын материалистик күҙлектән ҡарап сығыу мәсьәләһен ҡуя[3].
Үҙенең тәүге хеҙмәттәрендә Маркс бер яҡтан фәлсәфәне ҡоро фекерләүгә ҡоролған аң тип ғәйепләһә лә, икенсе яҡтан фәлсәфәне ысынбарлыҡҡа әйләндереү кәрәклеген айырып билдәләй. Мәҫәлән, уның Людвиг Фейербах хаҡындағы 11-се тезисы киң билдәле: «Фәлсәфәселәр бары тик донъяны төрлөсә аңлаттылар, ә эш уны үҙгәртеүҙән ғибәрәт»[4]. Һуңыраҡ был ҡараш уның «Немецкая идеология» хеҙмәтендә метофизик фәлсәфәне ҡырҡа тәнҡитләүгә әүерелә. Ф. Энгельс фекеренсә, тәбиғәттәге һәм йәмғиәттәге дөйөм диалектик процесс марксистик фәлсәфә фәне булып хеҙмәт итә. Диалектика — һәр төрлө хәрәкәттең иң дөйөм ҡанундары тураһындағы фән, тип билдәләй ул артабан (К.Маркс, Ф.Энгельс, Соч., Т.20, с. 582)[5].
Диалектик материализм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Маркс менән Энгельс тәғлимәттәрен «диалектик материализм» тип атамаған. Үҙ ҡараштарын француз мәғрифәтселәренең механик материализмынан айырыу өсөн улар «хәҙерге» йәки «яңы» материализм тигән төшөнсәләр ҡулланған.
Диалектик материализм терминын урыҫ марксисы Георгий Плеханов (1856—1918) фәнгә индерә, ә Ленин уны совет системаһының фәлсәфәүи компоненты марксизм-ленинизмдың рәсми атамаһы итеп нығытып ҡуя. Шуға ла «диалектик материализм» һәм марксистик фәлсәфә аңлатмалары синоним булараҡ ҡулланыла. Әммә уны Маркс менән Энгельс ҡулланмай, улар «материалистик диалектика» хаҡында һүҙ йөрөтә. Ә "диалектик материализм"ды ғилми әйләнешкә «Экскурсии социалиста в область теории познания» хеҙмәтендә Иосиф Дицген индерә.
Марксистик фәлсәфәнең диалектик характеры Гегелдең идеалистик диалектикаһын материалистик күҙлектән, ә метафизик материализмды диалектик күҙлектән ҡарап сығыу менән бәйле. К. Маркс материалистик диалектиканы фәлсәфәнең ғына түгел, ә дөйөм фәнни-тикшеренеү ысулы тип иҫәпләгән һәм уны, атап әйткәндә, үҙенең "Капитал"ында ҡулланған[6].
Диалектик процесс тураһында тәғлимәт булараҡ марксизм фәлсәфәһенең төп төшөнсәһе булып һәр төрлө һан яғынан үҫештең сифат үҫешенә килтереүе, инҡар итеүҙе инҡар итеү һәм ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың үҙ-ара бәйләнеше һәм көрәше ҡанундарына нигеҙләнгән дөйөмлөгө тора. «Анти-Дюринг» исемле хеҙмәтендә Энгельс был турала түбәндәге фекерен әйтә: "диалектика фекерләү закондарын тикшерә, «Диалектика природы» билдәләүенсә, «диалектик закондар тәбиғәт үҫешенең ғәмәлдәге һәм ысын закондары булып тора».
Тарихтың марксистик фәлсәфәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марксизм фәлсәфәһе, кешене үҙенең хеҙмәтенән һәм уның һөҙөмтәләренән ситләшкән тип ҡарап, уны ошо хәлдән азат итеүгә төп баҫым яһай. Шул уҡ ваҡытта кеше бер кемдән дә бойондороҡһоҙ булған айырым йән түгел, ә «ижтимағи мөнәсәбәттәр йыйналмаһы», шуға ла марксизм фәлсәфәһе, тәү сиратта, тарихи үҫеш барышында ҡаралған йәмғиәт фәлсәфәһе булып тора. Маркс өҫҡорманы билдәләгән матди етештереүҙе (базисты) тарихты алға этәреүсе көс тип һанаған[7]. Уның арҡалашы Фридрих Энгельс «кешене нәҡ хеҙмәт тыуҙырған» тип раҫлай. Биологик эволюция булған антропогенездың иң мөһим миҫалы үҙләштереү хужалығынан етештереү хужалығына күсеү була. Етештереү йәмғиәткә билдәле бер йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә бер-береһен алмаштырып килгән етештереү ысулдары йәки ижтимағи-иҡтисад формацияларын (осорҙарҙы) айырып ҡарайҙар.
Барлыҡ билдәле формацияларҙың да үҙ эсендә ҡаршылыҡтары, шул иҫәптән килешә алмаҫлыҡ (антагонистик)тары ла була, һәм улар был формация сиктәрендә генә хәл ителә алмай һәм сиселер өсөн мотлаҡ йәмғиәт үҫешенең тағы ла юғарыраҡ кимәленә күсергә мәжбүр. Йәмғиәт ағзалары етештереү сараларына мөнәсәбәте нигеҙендә төрлө синыфтарға бүленә: ҡол биләүселәр һәм ҡолдар, алпауыттар һәм крәҫтиәндәр, буржуазия һәм пролетариат (эшселәр синыфы). Синфи көрәш барышында ҡеүәтлерәк синыф дәүләт ойоштора һәм йәмғиәттең башҡа синыфтары өҫтөнән хакимлек итер өсөн идеологияның төрлө төрҙәрен (шул иҫәптән дин, хоҡуҡ һәм сәнғәт) төҙөй. Формациялар алмашыныуы етештереү көстәренең үҫеш кимәл менән билдәләнә: улар тора-бара етештереү мөнәсәбәттәрен «үҫеп китә» һәм улар менән антагонистик ҡаршылыҡ ҡа (конфликтҡа) килә, ә был үҙ сиратында социаль һәм сәйәси түңкәрелештәргә (революцияларға) килтерә.
Марксизм вәкилдәре фекеренсә, коммунистик түңкәрелеш, капитализмдың барлыҡ антогонистик ҡаршылыҡтарын юҡҡа сығарып, кешене ситләшеүҙән, ялланма ҡоллоҡтоң бөтә төрҙәренән, кешене кеше иҙеүенән тулыһынса ҡортҡарырға һәм йәмғиәтте синыфһыҙ коммунистик формацияға килтерергә тейеш.
Маркстың иҡтисади тәғлимәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Маркстың иҡтисад өлкәһендәге төп хеҙмәте — «Капитал». Уның ҡиммәте һәм фәнни яңылығы — үҙенсәлекле тауар булған эшсе көсөн төрлө яҡлап өйрәнеүҙә. Тикшеренеүҙәре нәтижәһендә Маркс өҫтәмә хаҡ төшөнсәһен үҙаллы иҡтисади күренеш йәки хәл-ваҡиға итеп билдәләй һәм уның ярҙамында[8] капитал төшөмөнөң (файҙаһының) сығанағын һәм булмышын, шулай уҡ иҡтисади иҙеүҙең төрлө төрҙәрен аңлата.
Марксистик социология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Карл Маркс үҙенең хеҙмәттәрендә «социология» төшөнсәһен ҡулланмаһа ла, хәҙерге фәндә Маркстың тикшеренеүҙәре социологияның үҫешенә ныҡлы булышлыҡ иткән тип иҫәпләнә[9]. Маркстың социология классиктарынан ҡырҡа айырылып торған ҡараштарын айырым йүнәлеш итеп ҡарау ҡабул ителгән. Тәү сиратта тарихты материаль нигеҙҙә аңлауҙы әйтеп үтергә кәрәк: барлыҡ социаль үҙгәрештәр нигеҙен уй-фекерҙәр (идеялар) һәм башҡа рухи ҡиммәттәр түгел, ә йәмғиәттең төп социаль төркөмдәренең бары тик иҡтисади мәнфәғәттәре тәшкил итә. Мәҫәлән, синыфтарҙың иҡтисади байлыҡ һәм милеккә ҡағылышлы ҡаршылыҡтары ижтимағи-иҡтисад формациялары алмашыныуына килтергән инҡиалаптарҙы (революцияларҙы) тыуҙыра. Икенсе төрлө әйткәндә, йәмғиәттәге барлыҡ үҙгәрештәр һәм тарихи хәрәҡәт хакимлыҡ итеүсе һәм башҡа синыфтар араһында тыуған эске ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың киҫкенләшеүе һәм артабан хәл ителеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Маркс фекеренсә, йәмғиәттең социаль төҙөлөшө нәҡ ҡапма-ҡаршылыҡтарға ҡоролған. Шулай итеп, Маркс йәмғиәттең берҙәмлеге нигеҙләнгән социаль килешеүҙе капиталистик формация өсөн ят күренеш тип һанай һәм, был йәмғиәткә баштан уҡ тотороҡлоҡ хас түгел, тигән фекерҙән сығып, уның нәҡ шул эске ҡаршылыҡтар арҡаһында ғына йәшәгәнен һәм үҫешкәнен билдәләй. Бер үк ваҡыта Маркс, социаль килешеү һәм социаль әһәңлелеккә (гармонияға) йәмиәт үҫешенең юғарыраҡ кимәлдәрендә (коммунизмда) ирешергә була, тип иҫәпләй һәм уны кешелектең ысын тарихының башы тип атай.
Рәсәйҙә марксистик социология ҡараштарының таралыуы Георгий Плеханов исеме менән бәйле[10].
Коммунизм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Коммунистар партияһы манифесында билдәләнеүенсә, «коммунизм — йәмғиәт үҫешенең законлы этабы». Етештереү көстәренең үҫеүе йәмәғәт мөнәсәбәттәре үҫешергә тейеш булған кимәлде билдәләй. Етештереү көстәре үҫешкән һайын йәмғиәт күберәк байлыҡ ала, шунлыҡтан үҙенә һәм йәмғиәттең айырым ағзаларына киңерәк ирек «бирә ала»: һөҙөмтәлә йәмғиәт мөнәсәбәттәре тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күсә.
«Критика Готской программы» хеҙмәтендә Маркс коммунизмды кешелек үҫешенең иң юғары кимәле тип билдәләй: хосуси милекселек бөтөрөлгән, дәүләт һәм синфи мөнәсәбәттәр юҡ булған, кешенең үҙ хеҙмәте һөҙөмтәләренән ситләшеүе еңеп сығылған. Кешелек ишелмә (спираль) буйынса диалектик нигеҙҙә үҫешә, һәм ул үҙенең башланғысына — тәүторомош осорондағы кеүек етештереү сараларына хосуси милек булмауына килергә тейеш, әммә был етештереү көстәренең юғары үҫеше менән билдәләнгән яңы кимәлдә була. Либерализмға нигеҙ һалыусы Томас Гоббс менән Джон Локктан һәм хәҙерге неолиберализм вәкилдәренән айырмалы рәүештә, К. Маркс көнәркәшлек (конкуренция) һәм индивидтарҙың дошманлығын кешелектең мәңгелек сифаттары, эталон һәм демократияның үҙгәрешһеҙ нигеҙе итеп иҫәпләмәй, уларҙы йәмғиәттең артыҡ ябайлыҡ (сикләнгәнлек), үҫешмәгәнлек һәм түбәнлек билдәһе тип һанай: улар йәмғиәттең артабанғы үҫеше барышында юҡҡа сығасаҡ.
Артабан К. Маркс («Критика Готской программы») билдәләүенсә, коммунистик йәмғиәттең иң юғарғы үҫеш этабында: хеҙмәттең кешене ҡол иткән бүленеүе бөткәс; бының менән бергә аҡыл һәм физик хеҙмәт араһындағы ҡаршылыҡтар юҡҡа сыҡҡас; хеҙмәт тормош сараһы булыуҙан туҡтап, кешенең тәүге теләгенә әйләнгәс; индивидтың төрлө яҡлы үҫеше менән бергә барлыҡ етештереү көстәренең үҫеүе йәмғиәт байлығы сығанаҡтарының тулы ағымына килтергәс, — бары тик шул саҡта ғына буржуаз хоҡуҡтың тар офоғо аша артылыу мөмкин буласаҡ, һәм йәмғиәт үҙенең байрағында «Һәр кем һәләтенә ҡарап! Һәр кемгә ихтыяжы буйынса!» тип яҙып ҡуя аласаҡ. (К. Маркс, Ф. Энгельс, Собр. соч. изд.2, Т.19, с.20).[11]
Коммунистар партияһы манифесында К. Маркс: «Синыфтары һәм синыф ҡаршылыҡтары булған иҫке буржуаз йәмғиәт урынына һәр кемдең ирекле үҫеше барыһының да ирекле үҫеше өсөн шарт булып торған берекмә (ассоциация) килә» тип яҙған. (К. Маркс, Ф. Энгельс, Собр. соч. изд.2, Т.4, с.447).[12]
Рәсми идеология булараҡ марксизм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Теге йәки был тарихи дәүерҙәр барышында ҡайһы бер дәүләттәр башында үҙҙәрен «марксистик» тип атаған йә иһә марксизм йоғонтоһонда булған төрлө сәйәси партиялар һәм хәрәкәттәр торған. Был илдәрҙә марксизм күп осраҡта рәсми дәүләт иделогияһы тип иғлан ителгән йә ғәмәлдә шулай булған.
Шулай ҙа үҙ эштәрен аҡлар һәм нигеҙләр өсөн генә марксизмды ҡулланған һәм ҡулланыусы сәйәсмәндәрҙең барыһы ла был тәғлимәтте төшөнөп-аңлаған һәм уны эҙмә-эҙлекле һәм тайпылышһыҙ яҡлаусы түгел. Йыш ҡына марксизм уның фекер һәм маҡсаттарынан алыҫ торған уй һәм эштәр өсөн идеологик япма (ҡорма) итеп ҡулланылды[13].
Хәҙерге тикшеренеүселәрҙең ҡайһы берҙәре билдәләүенсә, ленинса типтағы күпселек коммунистар партияларының сәйәси программалары нигеҙенә ҡәтғи (тәнҡитһеҙ ҡабул ителгән, догмаланған) марксизм һалынған.[14]. Марксизмдың XX быуаттың коммунистик тоталитар режимдарының теоретик нигеҙе булған тигән фекер ҙә таралыу тапҡан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Марксизм // Большой энциклопедический словарь, 2000.
- ↑ На первые два положения указывал ещё Энгельс. См. Маркс К., Энгельс Ф. Соч., 2-е изд., т. 19
- ↑ Маркс К., предисловие ко второму изданию «Капитала»
- ↑ Маркс К., Тезисы о Фейербахе
- ↑ Марксистская философия 2016 йыл 28 февраль архивланған.
- ↑ Диалектический материализм 2016 йыл 28 февраль архивланған.
- ↑ Базис и Надстройка 2015 йыл 31 март архивланған.
- ↑ Бём-Баверк, К завершению марксистской системы
- ↑ Гофман А. Б. 7 лекций по истории социологии 2009 йыл 22 ғинуар архивланған. (недоступная ссылка с 13-05-2013 (4235 дня) — история)
- ↑ http://ecsocman.hse.ru/data/292/684/1219/92_plekhanovx20-x20lenin.doc
- ↑ Энциклопедия марксизма — Энциклопедия марксизма
- ↑ Энциклопедия марксизма — Энциклопедия марксизма
- ↑ Например, Б. Г. Бажанов в своих воспоминаниях Записки секретаря Сталина писал: «Революция совершена по марксистской догме. А как само Политбюро относится к этой догме? В первое же время моего секретарствования на Политбюро моё ухо уловило иронический смысл термина „образованный марксист“. Оказалось, что когда говорилось „образованный марксист“, надо было понимать: „болван и пустомеля“.
Бывало и яснее. Народный комиссар финансов Сокольников, проводящий дежурную реформу, представляет на утверждение Политбюро назначение членом коллегии Наркомфина и начальником валютного управления профессора Юровского. Юровский — не коммунист, Политбюро его не знает. Кто-то из членов Политбюро спрашивает: „Надеюсь, он не марксист?“ — „Что вы, что вы, — торопится ответить Сокольников, — валютное управление, там надо не языком болтать, а уметь дело делать“. Политбюро утверждает Юровского без возражений.» - ↑ Философия XX века. Учебное пособие. — М.: ЦИНО общества «Знание» России, 1997.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Марксизм. Большой Энциклопедический словарь: 2-е издание, переработанное и дополненное. Главный редактор — академик А. М. Прохоров. — М.: Большая российская энциклопедия, 2002, 1456 с. ил.; ISBN 5-85270-160-2, ISBN 5-7711-0004-8. (рус.)
- Карл Маркс, Энгельс Ф. Собрание сочинений. Изд. 2. — М.: Издательство политической литературы, 1955—1981 (pdf)
- Андерсон П. «Размышления о западном марксизме» (монография) — М.: Интер-Версо, 1991. — 271 с. ISBN 5-85217-009-7
- Багатурия Г. А. Размышления марксоведа. — Пушкино: Центр стратегической конъюнктуры, 2013. — 52 с. — ISBN 978-5-906233-11-0.
- Блауг М. Экономическая теория марксизма // Экономическая мысль в ретроспективе = Economic Theory in Retrospect. — М.: Издательство «Дело», 1994. — С. 207-274. — XVII, 627 с. — ISBN 5-86461-151-4.
- Герен Д. Анархизм и марксизм 2009 йыл 31 октябрь архивланған. (лекция, прочитанная Гереном в Нью-Йорке в 1973 году)
- Гофман А. Б. Семь лекций по истории социологии: Учебное пособие для вузов. — 5-е изд. — М.: Книжный дом «Университет», 2001. — 216 с., ил. ISBN 5-8013-0137-2
- Кагарлицкий Б. Ю. Марксизм: не рекомендовано для обучения — М.: Издательство «Алгоритм», Эксмо. — ISBN 5-699-13846-3 (Философский бестселлер)
- Каутский К. Экономическое учение Карла Маркса 1886
- Каутский К. К критике теории и практики марксизма («Антибернштейн») 1899 (djvu)
- Классен Е. Г. Становление и развитие идеального. Концепция К.Маркса. Автореф. дисс...доктор философских наук. — Свердловск, 1988.
- Корш К. «Марксизм и философия» (1923)
- Ленин В. И. Три источника и три составных части марксизма // Ленин В. И. ПСС, т.23
- Ленин В. И. Карл Маркс (Краткий биографический очерк с изложением марксизма). ПСС, т.26. — с. 43-81.
- Месарош И. По ту сторону капитала: к теории переходного периода
- Розенберг Д. И. Комментарии к «Капиталу» Маркса.
- Рюбель М. Маркс против марксизма 2015 йыл 21 февраль архивланған.. — М.: НПЦ «Праксис», 2006. — ISBN 5-901606-08-6
- Семёнов Ю. И. «Марксизм и псевдомарксизм» // Семёнов Ю. И. «Россия: что с ней случилось в XX веке». — М.: Российский этнограф. Вып.20., 1993. (Дополнено по: Семёнов Ю. И. Великая октябрьская рабоче-крестьянская Революция 1917 г. и возникновение неополитаризма в СССР (Россия: что с ней случилось в XX веке) // Политарный (азиатский) способ производства: сущность и место в истории человечества и России. М., 2008. С. 149—235. Все дополнения даны в примечаниях в квадратных скобках).
- Семёнов Ю. И. фәлсәфә истории. (Общая теория, основные проблемы, идеи и концепции от древности до наших дней). — М.: Современные тетради, 2003. ISBN 5-88289-208-2
- Фромм Э. «Марксова концепция человека» // Фромм Э. Душа человека. — М.: Издательство «Республика», 1992. — с. 375—414.
- башҡа телдә
- S. D. Shenfield. VLADISLAV BUGERA: PORTRAIT OF A POST-MARXIST THINKER
- Standing., Guy, The Precariat: The New Dangereous Class, London, 2011.
- Elster J. Making Sense of Marx. — Cambridge, 1985.
- Wolff, Jonathan. Karl Marx // The Stanford Encyclopedia of Philosophy / Edward N. Zalta (ed.),. — (Summer 2011 edition). — 2011.
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бакунин М. А. Государственность и анархия 2010 йыл 25 декабрь архивланған. // Философия. Социология. Политика. — М.: Издательство «Правда», 1989.
- Бём-Баверк Ойген фон. Критика теории Маркса. — Челябинск.: Социум, 2002. — 283 с. — 1000 экз. — ISBN 5-901901-08-8.
- Бубнов В. А. «Антимарксизм». — СПб., 2000 г. ISBN 5-88977-030-7 ЛР N 064064 от 5 мая 95 года
- Людвиг фон Мизес. Социализм. Экономический и социологический анализ. 2009 йыл 23 ғинуар архивланған. — М.: «Catallaxy», 1994, — С. 416. — ISBN 5-86366-022-8 (русск.).
- Поппер, К. Открытое общество и его враги. Т. 1—2. — М., 1992.
- Поппер, К. Нищета историзма. — М., 1993.
- Рассел Б. Практика и теория большевизма / [Авт. послесл. В. С. Марков; АН СССР, Науч. совет «История революций и социал. движений»]. — М.: Издательство «Наука», 1991.
- Хайек Ф. А.. Дорога к рабству. 2009 йыл 26 февраль архивланған.: Пер. с англ. М. Б. Гнедовского / Предисл. Н. Я. Петракова. — М.: Издательство «Экономика», 1992. — 176 с. ISBN 5-282-01501-3
- Хайек Ф. А. Пагубная самонадеянность. Ошибки социализма. 2009 йыл 7 февраль архивланған. — М.: Новости, 1992. — ISBN 5-7020-0445-0.
- Черкезов В. Н. Предтечи Интернационала. Доктрины марксизма. — Пб.-М.: Голос Труда, 1919
- Шафаревич И. Р. Социализм как явление мировой истории. — М., 1991. — ISBN 5-265-01-844-1.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл. (рус.)
- Ожегов С. И. Словарь русского языка. — М., 1968. (рус.)
- Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З. Г. Ураксина, Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 2. П — Я. — 2005. — 680 с.
- Марксистик фәлсәфә 2016 йыл 21 апрель архивланған. // Башҡорт энциклопедияһы. 7 томда. 4-се т. М-Ө / баш мөхәр. М. Ә. Илһамов. — Өфө: Башҡ. энцикл., 2016. ISBN 978-5-88185-286-3
- Марксистская фәлсәфә 2016 йыл 6 апрель архивланған. // Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 4. Л-О / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башк. энцикл., 2008. ISBN 978-5-88185-068-5
- Большой Энциклопедический словарь (рус.)
- Энциклопедия марксизма