Эстәлеккә күсергә

Пролетариат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Капиталистик йәмғиәт пирамидаһында пролетариат базис һәм иң иҙелеүсе синыф. Гәзиттәге сатирик һүрәт. 1911.

Пролетариа́т (нем. Proletariat лат. proletarius — урыҫса неимущие, башҡортса фәҡирҙәр, ярлылар) — етештереү сараларына хоҡуҡһыҙ социаль синыф, үҙҙәре өсөн көн итеүҙең берҙән-бер сығанағы ялланып эшләү (үҙҙәренең ҡул көсөн һатыу) булған ялланма эшселәр. Карл Маркс фекеренсә, пролетариат башҡа эшселәрҙән өҫтәмә хаҡ тыуҙырыусы булараҡ айырыла.

Һүҙҙең тәүге мәғәнәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Латин телендәге proletarius һүҙе бер нисә мәғәнәгә эйә була.

Беренсе мәғәнә: proletarius — урыҫса «производящий потомство», башҡортса «нәҫел тыуҙырыусы» (лат. «proles» — «pro + alo» — «для + выращивать, воспитывать», «өсөн + үҫтереү, тәрбиәләү»). Башҡа һүҙбәйләнештәрҙә лә шулай уҡ ҡулланыла: proles postuma — отпрыск, потомок, детище, дитя; нәҫел, тоҡом, емеш, ҡаҙаныш, бала; proles futurorum hominum — род, потомство; ырыу, зат, төркөм, нәҫел, быуын; proles ferrea — племя, раса; ҡәбилә, млләт, туған, раса; proles equitum peditumque — молодёжь; йәштәр, йәш-елкенсәк.

Икенсе мәғәнә: proletarius sermo — урыҫса «простонародный», башҡортса ябай халыҡ, ябай халыҡҡа хас.

Һәм, ниһайәт, өсөнсө йәғни был мәҡәләлә ҡулланылған атама (термин) мәғәнәһе: proletarius civis — ул Рим граждандары. Боронғо Римдең беҙҙең эраға тиклем 578—535 йылдарҙа хакимлек иткән алтынсы батшаһы Сервий Туллий индергән система буйынса, йәмиғиәттең иң түбән ҡатламына ҡараған һәм бер ниндәй ҙә мөлкәте булмаған кешеләр. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрендә, уларҙың мөлкәте тураһындағы һорауға яуап итеп, был графаға «балалары» (урыҫса — «дети», латинса «пролес») тип яҙыр булғандар. Нәҡ ошонан халыҡтың был иң ярлы өлөшөнә «пролетарии» — «пролетарийҙар» тигән исем тағыла. Икенсенән, уларҙың дәүләткә кәрәклеге бары тик нәҫел үрсетеү — балалар, Римдең буласаҡ граждандарын тыуҙырыу йәһәтенән генә баһалана. Тәү мәлдәрҙә пролетарийҙар хәрби хеҙмәттән азат булһалар ҙә, һуңыраҡ мохтажлыҡ тыуғанда уларҙы ғәскәр сафына, башлыса флотҡа ала башлайҙар. Б. э. т. осорҙоң һуңғы быуатында йәшәгән полководец һәм сәйәси эшмәкәр Гай Марий ваҡытынан Рим ғәскәрен пролетарийҙар иҫәбенә тулыландырыу ғәҙәти күренешкә әйләнә. Хәрби хеҙмәткә алынған пролетарийға дәүләт ҡорал — ҡалҡан һәм ҡылыс биргән. Шул уҡ ваҡытта пролетарийҙарҙың дәүләт тормошонда ҡатнашыуы бик сикләнгән була.

Күп кенә пролетарийҙар тамаҡ хаҡы иҫәбенә абруйлы һәм билдәле шәхестәргә төрлө ваҡ хеҙмәт күрһәтеү менән шөғөлләнгән, уларҙы маҡтап рекламалаған һәм бер үк ваҡытта пролетарийҙарға махсус бүленгән социаль ярҙамды алыу маҡсатында уларға баҫым да яһаған.

Урыҫ телендәге баштағы аңлатмаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Даль төҙөгән «Бөйөк урыҫ йәнле теленең аңлатмалы һүҙлеге» («Толковый словарь живого великорусского языка») буйынса — пролетарий — ерһеҙ һәм йорт-ҡураһыҙ ярлы крәҫтиән, йорт-ерһеҙ, төлөкһөҙ, төйәкһеҙ, әрәмтамаҡ.

Һүҙҙең яңы ваҡыттағы мәғәнәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк француз революцияһы осоронда «пролетарийҙар» аңлатмаһын политэкономияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Швейцария иҡтисадсыһы һәм тарихсыһы Жан Шарль Леонар Симонд де Сисмонди ҡулланыуға индерә: киләсәген ҡайғыртмай, бөгөнгө көн менән генә йәшәгән ярлы һәм мөлкәтһеҙ фәҡирҙәрҙе (живущие сегодняшним днём, франц. vivre au jour le jour) ул шулай атай.

П. И. Субботин-Пермяк. Эшсе (1921)
Файл:Польские 100 злотых 1988. реверс.jpg
1988 йылда Польша аҡсаһы 100 злотыйға һатылған Пролетариат гәзите

Классик марксизмда «пролетариат» һүҙенә үҙенең 1847 йылдың октябре аҙағында тамамлаған «Коммунизм принциптары» хеҙмәтендә Фридрих Энгельс түбәндәгесә аңлатма бирә: Ниндәйҙер капиталдан алынған килем йә төшөм иҫәбенә йәшәмәй, көн итеү өсөн аҡсаны фәҡәт үҙ хеҙмәтен һатыу юлы менән тапҡан ижтимағи синыф пролетариат тип атала".[1]

  1. Ф. Энгельс. Принципы коммунизма: К. Маркс, Ф. Энгельс. Избранные сочинения. М.: Издательство политической литературы, 1985, Т. 3, стр. 122. (рус.)
  • Маркс Карл, Энгельс Фридрих, «Коммунистар партияһы манифесы»
  • Даль В. Толковый словарь живаго великорусскаго языка. М.: 1882, т. III, стр. 493