Ҡалҡан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡалҡан
Рәсем
 Ҡалҡан Викимилектә

Ҡалҡан — һалҡын ҡул ҡоралынан һәм бәрә торған, ниндәйҙер кимәлдә ата торған ҡоралдан һаҡланыр өсөн тәғәйенләнгән ҡорал-ҡорамал.

Ҡалҡан борондан барлыҡҡа киләгән, әммә урта быуаттар аҙағына, фехтование үҫешеү һәм һаҡлыҡ ҡорамалдары камиллашыу сәбәпле, уның әһәмиәте кәмей. Атыу ҡоралдары таралғас, ҡалҡан хәрби ҡиммәтен дә юғалта. Шуға ҡарамаҫтан, Европа илдәрендә ҡалҡанды аристократия замоктарын һәм һарайҙарын биҙәү өсөн ҡулланыла.

Беренсе донъя һуғышы барышында пехотала хеҙмәт итеүселәрҙең алыштарҙа һаҡланыу сараһы булараҡ яңынан ҡулланыла башлай.

Ҡалҡан символизмы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Персей Медузу Горгонаны үлтерә. Уолтер Крейн һүрәте. Натаниэль Готорндың балалар китабынан. 1892 г.
Император Михаил I Рангавеға Константинополдә 811 йылда таж кейҙереү. Һалдаттар императорҙы и патриарх Никифор I-не ҡалҡан менән күтәргән
Aalavattam — һиндтәрҙең махсус биҙәкле ҡалҡаны

Донъя мәҙәниәтендә, төрлө халыҡтарҙың мифологияһында ҡалҡан ҙур символик мәғәнәгә эйә. Ҡайһы бер мифтарҙа ҡалҡан мөһим роль уйнай. Айырым мәжүси диндәрҙә ҡалҡан ҡурсалаусы изге илаһи тамға булараҡ ҙурланған .

  • Мәҫәлән, Грецияла ҡалҡанды игеҙәк Прет һәм Акрисий Аргоста власть өсөн һуғыш ваҡытында уйлап сығарған тип һанайҙар. Ҡайһы бер ҡалҡанды илаһтар бүләк иткән, улары ғәҙәттән тыш үҙенсәлектәргә эйә тип уйлағандар. Ахиллға ҡалҡанды Гефест эшләгән, Ахилл уның буйынса карта кеүек итеп теләгән бер ерҙе таба алған. Персей, Медуза горгонаны, Афинаның көҙгө кеүек шымартылған баҡыр ҡалҡанынан күреп үлтерә.
  • боронғо Римдә Анкил — Марс ҡалҡаны билдәле булған. Легенда буйынса, был ҡалҡан күктән төшкән һәм үләтте туҡтатҡан. Был ҡалҡанды римлеләр ғибәҙәтханала һаҡлаған һәм 11 күсермәһен эшләп тотҡан.

Ҡалҡандың өҫтөндәге һүрәттәр күп кенә халыҡтарҙа бик мөһим роль уйнай. Бигерәк тә америка индейҙары биҙәктәр мистик үҙенсәлектәргә эйә һәм һаҡлай тип инана торған булған.[1].

Геральдикала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалҡан һәр гербтың нигеҙендә ята. Хәҙерге заман геральдикаһында ҡалҡандың төп формалары барлыҡҡа килгән:

  • Варяг — өс мөйөшлө; иртә гот — өсмөйөшлө, ситтәре түңәрәк, аҫҡа һуҙылған.
  • Итальян — оҙонса түңәрәк ҡалҡан.
  • Испан — квадрат, тышҡа бөгөлөп сыҡҡан, сите түңәрәкләнгән. .
  • Француз — квадрат, аҫта йөрәккә оҡшаған йәйә.
  • Немец — тәрән итеп ырылған, кәкерсәкле биҙәкле матур ҡырлы ҡалҡан.
  • «Урыҫ» — тамсы кеүек ҡалҡан.
  • Икенсе, ҡағиҙәгә һыймаған, төрҙәре лә бар: ромб, өсмөйөш, бишмөмйөш һ. б.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гоплон
  • Скутум
  • Баклер
  • Тарч (Европа ҡалҡаны)
  • Тарч (урыҫ ҡалҡаны)
  • Тамсы кеүек ҡалҡан
  • Экю (ҡалҡан)
  • Павеза
  • Рондаш
  • Мантелет
  • Броня ҡалҡан
  • Ҡорал-ҡорамал

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Момадэй Н. С. В присутствии Солнца: собрание щитов // Дух, остающийся жить. — М.: Сфера, 1997. — С. 131—170. — ISBN 5-85000-008-9.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бёхайм Вендален. Энциклопедия оружия / Пер. с нем. А. А. Девель и др. Под ред. Анатолия Николаевича Кирпичникова. — СПб.: Оркестр, 1995. — 576 с.: ил. — ISBN 5-87685-029-X.
  • Павел Павлович фон Винклер Энциклопедия оружия с древнейших времен до начала XIX века. — СПб.: Ленинградское изд-во, 2009. — 432 с.: ил. — ISBN 978-5-9942-0420-7.
  • Норман А. В. Б. Средневековый воин. Вооружение времен Карла Великого и Крестовых походов / Пер. с англ. Л. А. Игоревского. — М.: ЗАО «Центрполиграф», 2008. — 270 с.: ил. — ISBN 978-5-9524-3336-6.
  • Окшотт Эварт. Оружие и воинские доспехи Европы. С древнейших времен до конца Средневековья. — М.: ЗАО «Центрполиграф», 2009. — 704 с.: ил. — ISBN 978-5-9524-4069-2.
  • Джордж Кэмерон Стоун Большая энциклопедия оружия и доспехов. Оружие и доспехи всех времён и народов / Пер с англ. — М.: Издательство АСТ, Астрель, 2008. — 767 с. — ISBN 978-5-17-052742-7, ISBN 978-5-271-21108-9, ISBN 978-5-17-052752-6, ISBN 978-5-271-21109-6, ISBN 0-486-40726-8. (англ.).
  • Функен Ф., Функен Л. Средние века. VIII—XV века: Доспехи и вооружение / Пер. с франц. Н. П. Соколова. — М.: ООО «АСТ»; Астрель, 2004. — 148, [2] с.: ил. — Серия «Энциклопедия вооружения и военного костюма». — ISBN 978-5-17-014496-9.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «ҡалҡан» мәҡәләһе бар