Был статья башҡарылды. Башҡа аудиостатьяларҙы ҡарағыҙ

Либерализм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Либерализм
Yellow flag waving.svg
Идеялар
Ирек
Капитализм · Баҙар
Кеше хоҡуҡтары
Хоҡуҡи дәүләт
Ижтимағи килешеү
Тигеҙлек · Милләт
Плюрализм · Демократия
Эске ағымдар
Либертарианство
Классик либерализм
Неолиберализм
Социал-либерализм
Национал-либерализм
Либераль христианлыҡ
Ислам либерализмы

[ҡалып]


Либерали́зм (от лат. liberalis — ирекле (урыҫса свободный) — кеше хоҡуҡтары һәм уның шәхси иркенең ҡаҡшамаҫлығын иғлан иткән фәлсәфәүи һәм ижтимағи-сәйәси ағым (хәрәкәт)[1].

Либерализм һәр кешенең хоҡуҡ һәм иректәрен юғары ҡиммәт тип иғлан итә һәм уларҙы йәмәғәт һәм иҡтисади тәртиптең хоҡуҡи нигеҙе итеп билдәләй. Был осраҡта дәүләттең һәм сиркәүҙең йәмғиәт тормошона йоғонто яһау мөмкинлектәре конституция менән сикләнә. Һүҙ азатлығы (үҙ фекереңде халыҡ алдында асыҡ итеп әйтә алыу), дин һайлау азатлығы, ғәҙел һәм азат һайлауҙа үҙ вәкилдәреңде ирекле билдәләү хәҙерге заман либерализмында иректең иң мөһимдәре итеп ҡарала. Хосуси милектең, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ иреклегенең тейелгеһеҙлеге иҡтисад йәһәтенән либерализм принциптары итеп ҡарала[2][3][4][5][6]. Хакимдәрҙең теләк-ихтырынан ҡанундың өҫтөнлөгө (верховенство закона) һәм байлығына, социаль хәленә һәм абруйына ҡарамай бөтә граждандарҙың ҡанун алдында тигеҙлеге юридик йәһәттән либерализм принциптары итеп ҡарала[1].

Либерализм нигеҙҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡты әйҙәүсе ирек, Эжен Делакруа, 1830, Лувр

Либерализм күп яҡтан абсолют монархтарҙың һәм католик сиркәү иреархтарының властан артыҡ һәм урынһыҙ файҙаланыуына ҡаршы яуап (реакция) булараҡ тыуған. Либерализм быға тиклем дәүләт теориялары нигеҙҙәре булып йәшәп килгән «монархтарҙың власҡа хоҙайҙан бирелгән хоҡуғы» һәм «хәҡиҡәттең берҙән-бер сығанағы дин» һымаҡ тәғлимәттәрҙе кире ҡаға. Улар урынына либерализм түбәндәгеләрҙе тәҡдим итә[7]:

  • тәбиғәттән бирелгән естественный хоҡуҡтарҙы тәьмин итеү (шул иҫәптән йәшәүгә, шәхси иреккә, милеккә хоҡуҡ). Интеллектуаль милек, әгәр ҙә ул дөйөм кешелек достояние булмаһа һәм һүҙ иркенә ҡаршы килмәһә, хосуси милекселектең подмножествоһы булып һанала (ҡайһы бер либертариансылар интеллектуаль милекте ирекле баҙарҙы монополлияштырыусы булараҡ кире ҡаға);
  • Гражданлыҡ хоҡуҡтарына гарантиялар;
  • барлыҡ граждандарҙың ҡанун алдында тигеҙлеген һәм тиң хоҡуҡлылығын раҫлау;
  • ирекле баҙар иҡтисадын урынлаштырыу;
  • хөкүмәттең яуаплылығын һәм дәүләт власының асыҡлығын прозрачности тәьмин итеү. Был осраҡта дәүләт власы ошо принциптарҙы тормошҡа ашырырға кәрәкле минималь хәлгә генә тороп ҡала. Хәҙерге либерализм әҙселектең һәм айырым граждандарҙың хоҡуҡтары һис шикһеҙ (неукоснительно) тәьмин итеүле (соблюдение) шарты менән шулай уҡ сәйәси плюрализм һәм дәүләт менән демократик идара итеүгә нигеҙләнгән асыҡ йәмғиәткә өҫтәнлөк бирә.

Либерализмдың хәҙерге ҡайһы бер ағымдары уңышҡа ирешеүҙең тигеҙ мөмкинлектәрен булдырыу, дөйөм белем биреүҙе тәьмин итеү һәм халыҡтың килеме айырымлыҡтарын бөтөрөү өсөн ирекле баҙарҙы дәүләт яғынан көйләүгә тыныс ҡарай. Был ҡараш яҡлылар сәйәси система эшһеҙлек буйынса дәүләт пособиеһы, йортһоҙҙар өсөн приюттар һәм түләүһеҙ (бушлай) һаулыҡ һаҡлау системаһы кеүек социаль дәүләт элементтарын үҙ эсенә алырға тейеш тип һанай. Быларҙы либерализм идеяларына ҡаршы килмәй.

Либерализмға ярашлы, дәүләт власы граждандар мәнфәғәте (благо) өсөн эшләү өсөн генә йәшәй, һәм дәүләттең сәйәси идаралығы бары тик йәмғиәт ризалығы нигеҙендә генә тормошҡа ашырылырға мөмкин. Бөгөнгө көндә либераль демократия ошо либераль принциптарға иң ныҡ тап килгән сәйәси система һанала.

Һүҙҙең этимологияһы һәм тарихи ҡулланылышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Либераль» һүҙе лат. liber «ирекле», «азат» (урыҫса «свободный») тип тәржемә ителә[8]. Тит Ливий «Рим тарихы ҡала нигеҙләнгәндән башлап» тигән хеҙмәтендә плебей һәм патриций синыфтары араһындағы азатлыҡ өсөн көрәште һүрәтләй. Марк Аврелий үҙенең "Рассуждения"ларында «барыһы өсөн дә бер тигеҙ ҡануны булған, барыһының да тигеҙлеге һәм һөйләүгә тигеҙ хоҡуғы танылған дәүләт, шулай уҡ иң тәүҙә подданыйҙарының азатлығын (иркен) почитать иткән единодержавие» хаҡында яҙа. Итальян Возрождениеһы осоронда был көрәш ирекле ҡала-дәүләттәр яҡлылар менән Рим Папаһы яҡлылар араһында тоҡана. Никколо Макиавелли "Тит Ливийҙың беренсе декадаһы тураһында уйланыуҙар"ында ((«Рассуждения о первой декаде Тита Ливия») идара итеүҙең республика формаһы принциптарын һүрәтләй. Англияла Джон Локк һәм француз Просвещения мыслители азатлыҡ өсөн көрәште кеше хоҡуҡтары төшөнсәһе менән берләштергән.

«Либерализм» һүҙе урыҫ теленә XVIII быуат аҙағында француз телендәге (франц. libéralisme) аша ингән һәм «вольнодумство» тигәнде аңлатҡан. «Артыҡ түҙемлек» («излишняя терпимость»), " " «вредная снисходительность», " « попустительство» тигән һүҙ бәйләнештәрҙә был атаманың кире (негатив) мәғәнә оттеногы әле лә һаҡланып килә («Новый словарь русского языка» под ред. Т. Ф. Ефремова). Инглиз телендә лә liberalism һүҙе тәүҙәрәк негатив оттенокка эйә булып, аҙаҡтан уны юғалтҡан.

Француз республикаһының Дәүләт мисәте. Баштан сыҡҡан нурҙар боронғо грек аллаһы Гелиостан алынған.

Америкалағы бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыш либераль дәүләт идеялары — иң мөһиме: хөкүмәт дәүләт менән идара ителеүселәрҙең ризалығы менән идара итә — нигеҙендә конституция төҙөгән беренсе милләтте барлыҡҡа килтерә. Бөйөк француз революцияһы барышында француз буржуазияһы ла либераль принциптар нигеҙендә хөкүмәт төҙөргә маташа. Испанияның 1812 йылғы конституцияһы авторҙары, испан абсолютизмына оппозицияла тороусылар сәйәси хәрәкәт яҡлыларҙы билдәләү өсөн, моғайын, беренсе булып «либерал» һүҙен ҡулланғандыр. XVIII быуат аҙағынан башлап либерализм ғәмәлдә Европаның барлыҡ алдынғы илдәрендә лә төп идеологияға әйләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Liberalism
  2. Kathleen G. Donohue Freedom from Want: American Liberalism and the Idea of the Consumer (New Studies in American Intellectual and Cultural History) — Johns Hopkins University Press. — ISBN 9780801874260.
  3. The Economist, Volume 341, Issues 7995-7997 — The Economist, 1996.
  4. Sehldon S. Wolin Politics and Vision: Continuity and Innovation in Western Political Thought — Princeton University Press, 2004. — ISBN 9780691119779.
  5. Edwin Brown Firmage, Bernard G. Weiss, John Woodland Welch Religion and Law: Biblical-Judaic and Islamic Perspectives — Eisenbrauns, 1990. — ISBN 9780931464393.
  6. John Joseph Lalor Cyclopædia of Political Science, Political Economy, and of the Political History of the United States — Nabu Press, 1883.
  7. Либеральный манифест / Пер. с англ. Бюро Фонда Фридриха Науманна. Оксфорд, Апрель 1947.
  8. Gross, p. 5.
Тыңларға · (инфо)
Sound-icon.svg
Был аудиофайл 25 ноябрь 2010 йыл торошло мәҡәлә нигеҙендә яҙылды. Был датанан һуң эшләнгән төҙәреүҙәр күрһәтелмәй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ Башҡа аудиостатьялар
Тыңларға · (инфо)
Sound-icon.svg
Был аудиофайл 26 ноябрь 2010 йыл торошло мәҡәлә нигеҙендә яҙылды. Был датанан һуң эшләнгән төҙәреүҙәр күрһәтелмәй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ Башҡа аудиостатьялар
Тыңларға · (инфо)
Sound-icon.svg
Был аудиофайл 26 ноябрь 2010 йыл торошло мәҡәлә нигеҙендә яҙылды. Был датанан һуң эшләнгән төҙәреүҙәр күрһәтелмәй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ Башҡа аудиостатьялар
Тыңларға · (инфо)
Sound-icon.svg
Был аудиофайл 20 декабрь 2010 йыл торошло мәҡәлә нигеҙендә яҙылды. Был датанан һуң эшләнгән төҙәреүҙәр күрһәтелмәй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ Башҡа аудиостатьялар
Тыңларға · (инфо)
Sound-icon.svg
Был аудиофайл 20 декабрь 2010 йыл торошло мәҡәлә нигеҙендә яҙылды. Был датанан һуң эшләнгән төҙәреүҙәр күрһәтелмәй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ Башҡа аудиостатьялар
Тыңларға · (инфо)
Sound-icon.svg
Был аудиофайл 20 декабрь 2010 йыл торошло мәҡәлә нигеҙендә яҙылды. Был датанан һуң эшләнгән төҙәреүҙәр күрһәтелмәй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ Башҡа аудиостатьялар
Тыңларға · (инфо)
Sound-icon.svg
Был аудиофайл 20 декабрь 2010 йыл торошло мәҡәлә нигеҙендә яҙылды. Был датанан һуң эшләнгән төҙәреүҙәр күрһәтелмәй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ Башҡа аудиостатьялар

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Классик хеҙмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дөйөм әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ссылки[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]