26 ноябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
26 ноябрь | |
![]() |
26 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 330-сы көнө (кәбисә йылында 331-се). Йыл тамамланыуға 35 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Абхазия: Конституция көнө.
Монголия: Республика көнө.
Төркмәнстан: Уңыш көнө.
Төбәк байрамдары
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1394: Сеул Корея Республикаһының баш ҡалаһы статусын ала.
- 1905: хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Элемтә хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзы ойошторола.
- 1917: НХЛ ойошторола.
- 1924: Монголия республика тип иғлан ителә.
- 1934: Новосибирск ҡалаһында трамвай йөрөй башлай.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ковшова Наталья Венедиктовна (1920—14.08.1942), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец, уҡсылар полкы снайперы. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
- Йосопов Ҡасим Нәзиф улы (1935), ғалим-иҡтисадсы. 1968—1989 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының иҡтисади тикшереүҙәр бүлеге ғилми хеҙмәткәре; 1990 йылдан Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты, 1995 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2011 йылға тиклем милли иҡтисад кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1985), профессор (1991), Рәсәйҙең (2006), Башҡорт АССР-ының (1985) һәм Татарстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008). Ғ. Рамаҙанов (2005), М. И. Тоҡомбәтов (2006) исемендәге премиялар лауреаты.
- Донцов Сергей Иванович (1950), ветеран спортсы. Күмертау педагогия колледжының дзюдо буйынса уҡытыусы-тренеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Исламов Яхия Айса улы (1950), хеҙмәт ветераны. 1971—1977 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы «Сельхозтехника» берекмәһе, 1977—2010 йылдарҙа ошо райондың «Комсомолец» колхозы, 2007-2011 йылдарҙа Х. Я. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле урта мәктәбе водителе. СССР профсоюздарының XVII съезы делегаты (1982). Социалистик ярыш еңеүсеһе (1981), III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1981), Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт ветераны (2011). Сығышы менән ошо райондың Бурансы ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зәйнулла Әмин улы Ихсанов (1906—25.12.1997), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ғалим һәм физиолог. Медицина фәндәре докторы (1958), профессор (1964). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1966). Октябрь революцияһы, ике «Почёт Билдәһе» һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Яков Ухсай (1911—07.07.1986), Сыуашстандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург, тәржемәсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Ыҫлаҡбаш ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғүмәров Айытбай Әхмәт улы (1942), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы, Рәсәй Медицина-техник академияһы академигы. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған табибы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Богданович Татьяна Александровна (1873—31.12.1942), яҙыусы, тарихи повестар авторы. Әҫәрҙәрендә 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоро башҡорттарының тормошон һүрәтләй.
- Сухов Анатолий Петрович (1948—10.09.2012), тренер. Мотоспорт буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1983), СССР‑ҙың спорт мастеры (1972).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхмәҙиева Рәйсә Рәхим ҡыҙы (1924—24.2.2002), опера йырсыһы (меццо сопрано), педагог. 1955—1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1957—2002 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы, Өфө сәнғәт училищеһы тарихы музейына нигеҙ һалыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1972). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылынан.
- Иванов Евгений Григорьевич (1934—29.09.2016), төҙөлөш тармағы алдынғыһы, 1959—1996 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһындағы «Башнефтепромстрой» тресында: монтажсылар бригадиры, 1974 йылдан — слесарь, 1978 йылдан — мастер, 1980 йылдан — уҡыу комбинатының өлкән мастеры, 1985 йылдан — хеҙмәт һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының уҙған быуаттың 60-сы йылдары аҙағында бөткән Семёновка ауылынан.
- Раянов Валерий Ғәлим улы (1949), мәғариф ветераны. 1975—2016 йылдарҙа Шарандағы 1-се мәктәп директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Шаран районының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Оло Тәләк ауылынан.
- Хәйруллина Рәйсә Мәсғүт ҡыҙы (1949), ғалим-иммунолог. 1974 йылдан Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институты ғилми хеҙмәткәре, 1985 йылдан – өлкән ғилми хеҙмәткәр һәм иммунология лабораторияһы мөдире, 1992 йылдан — Өфөнөң 8-се дауаханаһында иммунология һәм клиник иммунология лаборатория мөдире. 1995 йылдан — Республика балалар клиник дауаханаһының клиник иммунология бүлеге менән иммунология лабораторияһы мөдире, бер үк ваҡытта 1996 йылдан Республика балалар иммуноаллергология үҙәге етәксеһе. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2005). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
- Александров Игорь Васильевич (1954), ғалим-физик, 1976 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986 йылдан 2-се авиация технологияһы факультеты, 1987—1995 йылдарҙа — дөйөм фәндәр кафедралары факультеты деканы, 2004 йылдан — физика кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1997), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015).
- Ҡасимов Эльвир Әбүбәкер улы (1979), спортсы. Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ ара класлы спорт мастеры (2000), донъя чемпионы (2000), Рәсәй кубоктарын (2002—2003) яулаусы. Бокс буйынса Рәсәй чемпионатының (2000) бронза призёры, студенттар араһында Рәсәй чемпионы (1999—2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1897: Лукитс Теодор, АҠШтың Румыния сығышлы рәссамы.
- 1921: Вергиз Куриен, Һиндостан социаль эшҡыуары, менеджеры һәм чиновнигы.
- 1948: Элизабет Блэкбёрн, АҠШ ғалимы, цитогенетик. Нобель премияһы лауреаты
- 1963: Жозефина Топали, Албания сәйәсмәне.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1547: Джованни Кариани, Италия рәссамы.
- 1967: Ғиләж Ғүмәрский, драматург, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы.
- 1982: Юхан Аави, Эстония композиторы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]