Сухов Анатолий Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сухов Анатолий Петрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 ноябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1]
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 10 сентябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1] (63 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө тренер
Уҡыу йорто П. Ф. Лесгафт исемендәге Физик культура, спорт һәм сәләмәтлек милли дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный тренер России СССР-ҙың спорт мастеры

Сухов Анатолий Петрович (26 ноябрь 1948 йыл — 10 сентябрь 2012 йыл) — тренер. Мотоспорт буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1983), СССР‑ҙың спорт мастеры (1972).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Анатолий Петрович Сухов 1948 йылдың 26 ноябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 3-сө трестың спорт мотоклубында механик булып башлай. 1967 йылда «Башҡортостан» өфө командаһына индерелә, уның составында өс тапҡыр СССР чемпионы, шәхси беренселектә ике тапҡыр бронза призеры була (1972, 1973).

Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлағас, тренерлыҡ эшенә күсә. Уның етәкселегендә «Башҡортостан» командаһы өс тапҡыр СССР чемпионы була, күп тапҡыр көмөш һәм бронза миҙал яулай. Спорт өсөн ауыр «үҙгәртеп ҡороу» йылдарында һәм «иҡтисади реформалар» башланғанда ул тиҫтә ярым тиерлек йыл «Хеҙмәт» стадионынан алыҫ булмаған урта мәктәптең бокс гаражында, йә стадиондың үҙенең өҫтәмә бинаһында урынлашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең (ДОСААФ) спидвей бүлеген етәкләй.

2002 йылда «Башҡортостан» командаһы уның етәкселеге аҫтында Рәсәй чемпионатында боҙҙа мотоуҙыш буйынса беренсе тапҡыр алтын миҙал яулай, ә 2010 йылда тренерҙың тәрбиәләнеүсеһе Шишегов Андрей Европа чемпионы була. 2010 йылда Башҡортостандың Мотоспорт федерацияһының техник комиссияһы рәйесе итеп һайлана.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]