Ихсанов Зәйнулла Әмин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ихсанов Зәйнулла Әмин улы
Тыуған көнө

26 ноябрь 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Силәбе өйәҙе Мәтәл ауылы[1]

Вафат көнө

25 декабрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (91 йәш)

Вафат урыны

Өфө

Ил

Российская империя, СССР, Россия

Альма-матер

2-се Мәскәү медицина институты

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы (1958)

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары
Октябрь Революцияһы ордены 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Зәйнулла Әмин улы Ихсанов (26 ноябрь 1906 йыл25 декабрь 1997 йыл) — ғалим-физиолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1963 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтының уҡыу эштәре буйынса проректоры, 1965—1973 йылдарҙа — ректоры, бер үк ваҡытта 1968 йылдан башлап нормаль физиология кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1958), профессор (1964). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1966). Октябрь Революцияһы, ике «Почёт Билдәһе» һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Зәйнулла Әмин улы Ихсанов 1906 йылдың 26 ноябрендә Өфө губернаһы Силәбе өйәҙе Мәтәл ауылында тыуған.
  • 1932 йылда 2-се Мәскәү медицина институтын тамамлай.
  • 1932—1934 йылдарҙа һәм 1939 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡыта.
  • 1941 йылдан башлап Төньяҡ-Көнбайыш фронтта хәрби табип.
  • 1944 йылдан — Иванов медицина институты уҡытыусыһы.
  • 1946 йылдан алып СССР Медицина Фәндәре Академияһының Педиатрия институтында (Мәскәү) эшләй: өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1955 йылдан башлап лаборатория етәксеһе.
  • 1963—1973 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡыу эштәре буйынса проректор, 1965 йылдан алып ректор, бер үк ваҡытта 1968 йылдан башлап нормаль физиология кафедраһы мөдире.
  • 1997 йылдың 25 декабрендә Өфөлә вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

З. Ә. Ихсановтың фәнни тикшеренеүҙәре үҙәк нервы системаһы физиологияһын өйрәнеүгә һәм бактериаль интоксикациялар патогенезында һәм терапияһында уның ролен асыҡлауға, иртә ҡартайыуҙың үҫеш механизмдарын тикшереүгә һәм уны иҫкәртеү сараларын эшләүгә, онтогенетик үҫеш процесында диалектика закондарының сағылыу үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. 40-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1966);
  • Октябрь Революцияһы ордены (1971);
  • Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1966, 1979);
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]