Социаль эшҡыуарлыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Социаль эшҡыуарлыҡ — социаль мәсьәләләрҙе еңеләйтеү йәки хәл итеү өсөн йүнәлтелгән эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Социаль эшҡыуарлыҡ» (ингл. social entrepreneurship) һәм «социаль эшҡыуар» (ингл. social entrepreneur) төшөнсәләре беренсе тапҡыр 1960 йылдарҙа социаль үҙгәртеүҙәргә бағышланған инглиз әҙәбиәтендә телгә алына[1]. Акоша: Йәмғиәт өсөн инновация (Ashoka: Innovators for the Public)[2] компанияһына нигеҙ һалыусы Билл Дрейтондың (Bill Drayton) һәм Чарльз Лидбитерҙың[3] тырышлығы арҡаһында 1980 йылдарҙан киң ҡулланыла.

1950—1990 йылдарҙа социаль эшмәкәрлектең үҫешендә Майкл Янгтың (Michael Young) роле ныҡ ҙур була. Янгты Гарвард профессоры Дэниэл Белл «социаль өлкәлә донъялағы иң уңышлы эшҡыуар» тип атай, уның тырышлығы менән донъяла 60-тан артыҡ ойошма төҙөлә, улар иҫәбенә Бөйөк Британиялағы бер нисә Мәктәпте лә индерергә була. Икенсе британ эшҡыуары булып лорд Мосон һанала, ул Британия империяһы ордены кавалеры. Эндрю Мосонға (Andrew Mawson) пэр титулы 2007 йылда иҡтисади — социаль яңыртыу һәм ҡала майҙанын яҡшыртыу өсөн бирелә. «Социаль эшҡыуар»[4] китабының авторы һәм компанияның идарасыһы Эндрю Мосон һәм партнерҙары (ингл. Andrew Mawson Partnerships), уның тәжрибәһен таратыуҙа ҡатнаша.

Ун туғыҙынсы һәм егерменсе быуаттарҙа ҡайһы бер уңышлы эшҡыуарҙар үҙҙәренең инновацияларын таратыуҙа ярҙам күрһәтә, уларҙың файҙаһы шул тиклем ныҡ баһалана, хатта дәүләт ярҙамын алалар.

Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡ XIX—XX быуаттарҙа уҡ барлыҡҡа килә. Иоанн Кронштадтский нигеҙ һалған егерлелек йорто, социаль эшҡыуарлыҡтың миҫалы тип атарға була. Бында тәләге булған һәр кеше, яңғыҙ ҡатындарҙан башлап йортһоҙҙарға тиклем үҙҙәренә эш, йәшәү урына йә берәй шөғөл тапҡан. Егәрлелек йорто идеяһы һуңғараҡ бөтә Рәсәйгә тарала.

Бөгөнгө көндә социаль эшҡыуарлыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йылда тыныслыҡ өсөн Нобель премияһы алған, Грамин (Grameen Bank) банкына нигеҙ һалған Мөхәммәт Юныс хәҙерге заманда иң танылған социаль эшҡыуар һанала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. См., например, Д. Бэнкс, «Социология социальных изменений» (Лондон: Макмиллан, 1972)
  2. The Social Entrepreneur Bill Drayton. US News & World Report (31 октябрь 2005). Дата обращения: 1 июнь 2009. Архивировано 15 март 2012 года.
  3. C. Leadbeater, The Rise of the Social Entrepreneur, Demos, London, 1997.
  4. A. Mawson, The Social Entrepreneur: Making Communities Work, Atlantic Books, 2008 ISBN 1-84354-661-2

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Джилл Кикал, Томас Лайонс. Социальное предпринимательство : миссия – сделать мир лучше = Understanding Enterpreneurship. The Relentless Pursuit of Mission in an Ever Changing World. — М.: Альпина Паблишер, 2014. — 304 с. — ISBN 978-5-9614-4458-2.
  • Дэвид Борнштейн. Как изменить мир. Социальное предпринимательство и сила новых идей = How to Change the World: Social Entrepreneurs and the Power of New Ideas. — М.: «Альпина Паблишер», 2012. — 504 с. — ISBN 978-5-9614-1741-8.
  • Charles Leadbeater, The Rise of the Social Entrepreneur, Demos, 1997 ISBN 1-898309-53-1
  • Joanna Mair, Jeffrey Robinson, and Kai Hockerts, Social Entrepreneurship, Palgrave, 2006. ISBN 1-4039-9664-4
  • Peredo, A. M., & McLean, M. 2006. Social Entrepreneurship: A Critical Review of the Concept. Journal of World Business, 41(1): 56-65.
  • John Elkington and Pamela Hartigan, The Power of Unreasonable People: How Entrepreneurs Creates Markets to Change the World, Harvard Business Press, 2008 ISBN 1-4221-0406-0
  • Крейг Дарден-Филлипс, "Ваш шанс изменить мир. Практическое пособие по социальному предпринимательству". Craig Dearden-Phillips, "Your Chance to Change the World. The No-fibbing Guide to Social Entrepreneurship", "Альбина Паблишер", М. 2012. ISBN 978-5-9614-1826-2.