Эндрю Мосон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Эндрю Мосон
Andrew Mawson
Official portrait of Lord Mawson.jpg
Эшмәкәрлек төрө:

социаль эшҡыуар, сәйәсмән, йәмәғәт һәм дин эшмәкәре

Тыуған көнө:

8 ноябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (64 йәш)

Подданныйлығы:

Бөйөк Британия

Награда һәм премиялары:
Британия империяһы ордены кавалеры

Эндрю Мосон, Барон Мосон (ингл. Andrew Mawson, ингл. Baron Mawson; 8 ноябрь 1954 йыл) — Бөйөк Британиянан социаль эшҡыуар, политик, йәмәғәт һәм дин эшмәкәре, Берләштерелгән Реформат сиркәүенең капелланы[1][2][3].

Мосон Манчестер университетында теология бакалавры дәрәжәһен ала. Ошонан һуң 1984 йылдан башлап Берләштерелгән Реформат сиркәүендә капеллан булып хеҙмәт итә.

Лондон ҡалаһында Тауер-Хамлетста социаль эшҡыуарлыҡ принциптары буйынса эшләгән "Бромли-бай-боу үҙәге"нә нигеҙ һала һәм уның әлеге президенты[3].

Эшҡыуарлыҡты социаль проблемаларҙы хәл итеү менән берләштергән ойошмаларҙы, компанияларҙы һәм проектарҙы Мосон нигеҙләй һәм етәкләй; «Эндрю Мосон һәм партнерҙар» компанияһының етәксеһе(ингл. Andrew Mawson Partnerships), был компания Эндрю Мосондоң тәжрибәһен таратыу менән шөғөлләнә[1].

Социаль сферала күрһәткән хеҙмәте өсөн Эндрю Мосон Британия империяһының ордены кавалеры була (2000), ғүмер аҙағына тиклем барон титулы менән пэрство (29 марта 2007 года) һәм лордтар палатаһына инеүе менән билдәләнә (30 апреля 2007 года)[2][1][3][4].

Хөкүмәттең таныуына ҡарамаҫтан, Эндрю Бөйөк Британияла булған социаль сфералағы политикаға ҡаршы критика менән сығыш яһай.

2008 йылда ул баҫтырып сығарған «Социаль эшҡыуар» исемле китабы (ингл. The Social Entrepreneur: Making Communities Work)[5] бестселлер була. Был китап социаль эшҡыуарлыҡ буйынса практик етәкселеге тип һанала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Andrew Mawson MAWSON  (инг.). Debretts. 22 апрель 2015 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 Lord Mawson. theyworkforyou.com. 22 апрель 2015 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 3,2 Dayner Proudfoot Lord Mawson OBE fills closing speaker slot at APM Conference  (инг.). APM (2012-05-03). 29 апрель 2015 тикшерелгән.
  4. Lord Mawson  (инг.). parliament.uk. 22 апрель 2015 тикшерелгән.
  5. The Social Entrepreneur: Making Communities Work, ISBN 978-1-84354-661-0