Билл Дрейтон
Билл Дрейтон | |
William "Bill" Drayton | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге | |
Билл Дрейтон Викимилектә | |
Уильям Билл Дрейтон (ингл. William "Bill" Drayton; тыуҙы 1943 йыл, Нью-Йорк, АҠШ) — социаль эшҡыуар һәм менеджер, «Ашока: Йәмәғәт өсөн инновациялар» (ингл. Ashoka: Innovators for the Public)[1] компанияһының ойоштороусыһы һәм рәйесе. Был компания социаль эшҡыуарҙарҙы эҙләү һәм уларҙы спонсорлау менән шөғөлләнә. Дрейтор шулай уҡ «Йәшелдәр берләшмәһе» (ингл. Community Greens), «Ашока: Йәштәр йәмәғәте өсөн инновациялар» (ингл. Ashoka: Innovators for the Public Youth Venture), ингл. «Get America Working!" компаниялырының рәйесе.
2005 йылда U.S. News & World Report америка журналы Билл Дрейтонды «иң бөйөк 25 америка лидеры» (ингл. America's 25 Best Leaders) исемлегенә керетә. Шулай уҡ ул башҡа наградалар һәм почётлы исемдәр яулаусыһы[2].
Билл Дрейтонды социаль эшҡыуарлыҡ терминын ҡулланышҡа индереү һәм уны популяризациялауҙа ҙур роле бар тип һанайҙар[1].
Дрейтон ошондай һүҙҙәр менән һүрәтләй социаль эшҡыуарҙарҙы[3][4]:
Социаль эшҡыуарҙар балыҡты биреү йә уны тотоп өйрәнеү менән генә ҡәнәғәтләнмәй. Балыҡсылыҡ сәнәғәтендә революция үткәрмәйенсә, улар тынысланмай. |
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уильям Дрейтон 1943 йылда Нью-Йорк ҡалаһында тыуа. Уның әсәһе Австралиянан, эмигрант. Атаһы Америка Ҡушма штаттарында тыуған.
Дрейтон Андоверҙағы Филлипс Академияһын тамамлай, унан һуң Гарвард университетына уҡырға керә, ҡайҙа ул 1965 бакалавр дәрәжәһен ала. 1967 йылда Оксфордтағы Баллиол-колледжда магистр дәрәжәһен ала. 1970 йылда Йель университетында хоҡуҡ мәктәбендә доктор дәрәжәһенә лайыҡ була. Уҡыу ваҡытында бер нисә күренекле социаль инициатива менән билдәләнде[1].
Уҡып бөткәс Билл Дрейтон McKinsey & Company исемле халыҡ-ара консалтинг организацияһына керә. Шунда ул ун йыл тиерлек эшләй.
Джимми Картер АҠШ президенты булған ваҡытта (1977—1981), Дрейтон тирә-яҡты һаҡлау буйынса ойоманың администраторының ярҙамсыһы ине. Шунда ул ташландыҡтарға квоталарҙы һатыуҙы башлай.
Билл Дрейтон шулай уҡ Гарвардта һәм Стэнфордта саҡырылған профессор булараҡ эшләй[5].
1980 йылдың 3 июнендә Билл Дрейтондың «Ашока: Йәмәғәт өсөн инновациялар» (ингл. Ashoka: Innovators for the Public) исемле фонд барлыҡҡа килә һәм ул беренселәрҙән башлап социаль эшҡыуарҙарға финанс яҡтан ярҙам күрһәтә[1][6][7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Changing the World on a Shoestring
- ↑ Visionaries Who Are Changing the World
- ↑ Ashoka: Innovators for the Public (annual report 2013) (ингл.). Дата обращения: 21 апрель 2015. 2014 йыл 1 декабрь архивланған.
- ↑ Социальное предпринимательство в России и в мире: практика и исследование / отв.ред. А. А. Московская; Нац. исслед. ун-т «Высшая школа экономики». — М.: Издательский дом Высшей школы экономики, 2011. — 284, [4] с. — 600 экз. — ISBN 978-5-7598-0883-1.
- ↑ Джоанна Мэйр и Кейт Гэнли Социальное предпринимательство: инновации для устойчивого развития (рус.). — 2010. — С. 109-120. Печатается по: Johanna Mair and Kate Ganly Social Entrepreneurs: Innovating Toward Sustainability (инг.) // Worldwatch Institute State of the World 2010: Transforming Cultures. From Consumerism to Sustainabilit. — New Yor: W.W. Norton & Company, 2010. — С. 103-109.
- ↑ Ashoka: Innovators for the Public (about) (ингл.). Дата обращения: 21 апрель 2015.