Эстәлеккә күсергә

Һимереү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һимереү
Һимереүҙең төрлө кимәле: нормаль ауырлыҡтағы, тән ауырлығлы артыҡ булған һәм һимергән кеше силуэты
Һимереүҙең төрлө кимәле: нормаль ауырлыҡтағы, тән ауырлығлы артыҡ булған һәм һимергән кеше силуэты
МКБ-10

E66 66.

МКБ-9

278278

DiseasesDB

9099

MedlinePlus

003101

eMedicine

med/1653 

 Һимереү Викимилектә

Һимереү (лат. adipositas — аңлата: «һимереү» һәм лат. obesitas — аңлата: тулы кәүҙә, йыуанлыҡ, һимеҙлек) — май бөрөү, кәүҙә ауырлығының май туҡымаһы иҫәбенә артыуы. Май туҡымаһы физиологик үҫеү урындарында ла, түш биҙҙәрендә лә, янбашта ла, ҡорһаҡта ла үҫә ала. Әлеге ваҡытта һимереү хроник алмашыныу сире тип йөрөтөлә, төрлө йәштә саҡта май туҡымаһы саманан тыш йыйылыуы сәбәпле халыҡтың тән ауырлығы артыу, дөйөм сир һәм үлем осраҡтары күбәйеү күҙәтелә. Һимереү менән ауырыу цивилизациялы илдәрҙә генетик пулда үҙгәрештәр булмаһа ла, нәҫелдән килгән факторҙарға ҡарамайса, һимереү сире менән сирләүселәр һаны арта бара[1].

Һимереү организмда энергияны үҙләштереү һәм уны сарыф итеү араһындағы дисбаланс арҡаһында килеп сыға. Тән ауырлығын организмда регуляциялау организмдың энергетик системаһын контролләүсе бер береһе менән бәйле системаларҙың үҙ- ара ҡатлаулы тәьҫир итешеүе арҡаһында бара: үҙләштерелгән энергия (калорийҙар) = сарыфланған энергия. Һимереүгә ыңғай энергетик баланс (гиподинамия) һәм еңел үҙләштерелеүсе калорийҙар сығанағы килтерә, артыҡ калорийҙар организмда триглицеридтарҙың май туҡымаһыда йыйылыуына килтерә. Энергетик тигеҙләнеште тотороҡландырыу өсөн организм гормондар кимәлен көйләргә ,энергия исрафлауҙы кәметергә, файҙалы матдәләрҙе үҙләштереүҙе яҡшыртырға, туҡланыу тәртибен үҙгәртергә (аппетитты әҙәйтергә]), етмәгән энергияны май энергия депоһынан алырға тейеш. Ошо атап кителгән һәр бер өлөш айырым гендар менән көйләнә[1].

1961 йыл — кешегә көнөнә аҙыҡтың уртаса калорийлығы картаһы[2].      мәғлүмәттәр юҡ     <1600     1600–1800     1800–2000     2000–2200     2200–2400     2400–2600
     2600–2800      2800–3000      3000–3200      3200–3400      3400–3600      >3600
2001—2003 йылдар — кешегә көнөнә аҙыҡтың уртаса калорийлығы картаһы[3].      мәғлүмәттәр юҡ     <1600     1600–1800     1800–2000     2000–2200     2200–2400     2400–2600
     2600–2800      2800–3000      3000–3200      3200–3400      3400–3600      >3600

Һимереү менән яфаланған ғаиләләрҙә гендар тарафынан алдан билдәләнгәнлек күренеп тора. Кешелек килеп сығыу һәм үҫешеү тарихы дәүерендә, тән ауырлығын көйләү өсөн яуап биргән гендар эволюциялаған, тик файҙалы матдәләрҙе үҙләштереүҙе билдәләүсе һәм ғәҙәти физик активлыҡты әҙәйтеүсе тирә яҡ мөхит факторҙары ла һиҙелерлек үҙгәрҙе[1].

Һимереү түбәндәге сәбәптәр арҡаһында булырға мөмкин:

  • Ашаған аҙыҡ менән сарыф иткән энергия араһындағы тигеҙлекте боҙоу, йәғни күп ашау һәм энергияны әҙерәк сарыфлау;
  • Ашҡаҙан аҫты биҙе, бауыр, нәҙек эсәк и туҡ эсәк системалары эшмәкәрлеге боҙолоуы (эндокрин патология арғаһындағы һимереү);
  • генетик боҙолоуҙар.

Һимереүгә килтереүсе факторҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Аҙ хәрәкәтләнеү
  • Генетик факторҙар, айырым әйткәндә:
    • липолиз ферменттарының юғары әүҙемлеге
    • липолиз ферменттарының әүҙемлеге әкренәйеүе
  • Ҡайһы бер сирҙәр, айырып әйткәндә эндокрин сирҙәр (гипогонадизм (ирҙәрҙең енси биҙҙәре етерлек кимәлдә эшләнмәүе), гипотиреоз, инсулинома)
  • туҡланыу тәртибен психологик боҙоу (мәҫәлән, туҡланыуҙы боҙоусы психоген күп ашау).
  • Стресстарға бирешеп барыусанлыҡ
  • Прадер-Вилли синдромы[4]
  • Гипоталамустың функциялары боҙолоу[5]
  • Йоҡо туймау[6]
  • Психотроп препараттар[7]
  • Системалы глюкокортикостероидтар[8]
  • Гормональ контрацептивтар
  • Инсулин һәм инсулин бүлеп сығарыу стимуляторҙары

Эволюция процесcында кеше организмы туҡлыҡлы матдәләр запасын күп саҡта йыйып ҡалырға, был запасты ашарға аҙыҡты бөтөнләй табып булмағанда, йә иһә ашарға әҙ булғанда, тотонорға өйрәнгән — был өҫтөнлөктө эволюция биргән һәм ул кешегә иҫән ҡалырға мөмкинлек биргән. Борон заманда тулы кәүҙә имен тормош, байлыҡ, мул уңыш һәм һаулыҡ билдәһе булған. Миҫал булып, беҙҙең эрға тиклем 22-се меңйыллыҡта эшләнгән « Виллендорф Венераһы» (Venus of Willendorf) скульптураһы тора (бәлки был иң боронғо әлегә билдәле һимереү иллюстрацияһылыр).

Һимереү классификацияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙәктән һимереү тип ҡорһаҡта йыйылған май ҡатламын йөрөтәләр. Үҙәктән һимереү һимереүҙең иң ҡурҡыныс төрө тип иҫәпләнә һәм, статистика буйынса, йөрәк сиренә, ҡан баҫымы күтәрелеүе һәм шәкәр диабетына килтереү менән янай. Үҙәктән һимереүҙе («пивной живот»), күптәр уйлағанса, һыра эсеү менән бәйләү раҫлау тапмай: тән ауырлығы индексы ла, бил менән янбаш дәүмәле(en:Waist-hip ratio) нисбәте лә һыра эсеүгә бәйле түгел[9].

Бил әйләнәһе менән янбаш әйләнәһе дәүмәле нисбәте ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 0,8-ҙән, ирҙәр өсөн 0,95 артһа, пациент үҙәк һимереү менән сирле тип иҫәпләнә.

Һимереүҙең патологик типтары, ҡағиҙә булараҡ, кешенең эндокрин системаһындағы май алмашыныуының боҙолоуына бәйле.

Һимереү (йыйылған май ҡатламы миҡдарына ҡарап) бер нисә дәрәжәгә һәм төргә (уны булдырған сәбәптәрҙән сығып) бүленә. Һимереү шәкәр диабеты, гипертония сиренә һәм башҡа артыҡ тән ауырлығы менән бәйле башҡа сирҙәргә китереү хәүефен арттыра. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) мәғлүмәттәре буйынса, ирҙәрҙең бил әйләнәһе дәүмәле 94 сантиметрҙан, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың 80 сантиметрҙан артһа, һимереү менән бергә була торған сирҙәр хәүефе бермә-бер арта. Һимереүгә килтереүсе сәбәптәр шулай уҡ май туҡымаһының ары таралыуына, май туҡымаһының характеристикаһына (йомшаҡлығына, тығыҙлығына, нисә процент шыйыҡса барлығына), шулай уҡ тиреләге үҙгәрештәрҙең булыу-булмауына (тире һуҙылыуға, тиреләге күҙәүҙәр киңәйеүенә, «целлюлит»ҡа) килтерә.

Һимереү йыш осраған илдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йыл да Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы һимереү проблемалары буйынса хисап-мәғлүмәт (отчет) баҫтырып сығара[10]. Отчет төҙөү өсөн Берләшкән милләттәр ойошмаһы (БМО) 2008 йыл мәғлүмәттәрен файҙалана. Түбәндә БМО доклады буйынса һимереү сире иң ныҡ таралған 20 ил күрһәтелгән таблица:

Ил Һимереүҙән яфаланған кешеләрҙең проценты
Мексика 32,8
АҠШ 31,8
Сүриә 31,6
Венесуэла, Ливия 30,8
Тринидад һәм Тобаго 30,0
Вануату 29,8
Ираҡ, Аргентина 29,4
Төркиә 29,3
Чили 29,1
Чехия 28,7
Ливан 28,2
Яңы Зеландия, Словения 28,0
Сальвадор 27,9
Мальта 27,6
Панама, Антигуа һәм Барбуда 26,8
Израиль 26,5
Австралия, Сент-Винсент һәм Гренадин 26,1
Доминика 26,0
Бөйөк Британия 24,9
Рәсәй 24,9
Венгрия 24,8

Рәсәй медицина фәндәре академияһының фәнни-тикшеренеү институты директоры, Рәсәй медицина фәндәре академияһы Президиумының баш фәнни сәркәтибе Виктор Тутельян 2005 йылда билдәләүенсә: «Беҙҙең Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың 60 % һәм ирҙәрҙең 50 % — уртаса алғанда 57,5 % (Рәсәй Федерацияһында 8 ир кешегә 9 ҡатын-ҡыҙ тура килә) — артыҡ тән ауырлығынан интегә. Беҙҙең илдә үлем осраҡтарының 57,5 % йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә тура килә. Был сирҙәр йышыраҡ кешеләрҙең тән ауырлығы артыҡ булғанға килеп сыға»[11].

Мексикала, үҙ сиратында, 2008 йылда 70 % кеше артыҡ тән ауырлығынан интеккән, шул иҫәптән — 32,8 % һимереүҙән (2009 йылда уларҙың һаны 30 %-ҡа хәтле кәмегән)[12].

2016 йылда «The Lancet» журналы 2025 йылға һимереү менән планетаның 20 % яфаланасаҡ, тип иҫбатлаған тикшеренеү һөҙөтәләрен баҫтырып сығарған[13].

Һимереүҙең клиник күренеше күп калорийлы аҙыҡ ашап, энергияны әҙерәк сарыф итеү[1] нәтижәһендә майҙың тәндең төрлө өлөшөндә йыйылыуы менән характерлана.

Медицина практикаһында һимереүҙе диагностикалау өсөн йышыраҡ тән ауырлығы индексын ҡулланалар (ИМТ — индекс массы тела)[1]. Шулай уҡ тән ауырлығы индексынан айырмалы рәүештә кешенең тән өҙөлөшөн иҫәпкә алыусы Борнгардт индексын да ҡулланалар.

Тән ауырлығы индексы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Артыҡ ауырлыҡ күрһәткесе булып, тән ауырлығы индексы тора (ИМТ).

Тән ауырлығы индексы (ИМТ) = тән ауырлығы/ буй оҙонлоғо2 (кг/м2).

2000 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы монголоид расаһына ҡараған кешеләр өсөн артыҡ ауырлыҡ күрһәткесенең сиген 25-тән 23 кг/м2 хәтле, ә һимереү күрһәткесе сиген 30 килограмдан 25 кг/м2 хәтле күсерҙе. Бының сәбәбе- эпидемиологик тикшеренеүҙәр монголоидтарҙың тулы кәүҙәлелек менән бәйле проблемаларҙан тән ауырлығы индексы түбәнерәк саҡта уҡ интегә башлауын күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер тикшеренеүселәр негроид расаһы һәм Полинезия кешеләре өсөн артыҡ тән ауырлығы күрһәткесе сиген 25-тән 26-ға, ә һимереү күрһәткесе сиген — 30-ҙан 32 кг/м2 тиклем күтәрәргә тәҡдим итәләр.

Тән ауырлығы индексы 40 һәм унан юғарыраҡ булһа, хатта һимеҙлек ҡыйынлыҡтар тыуҙырмаһа ла, морбид (ауырыуҙан булған) һимереү тип атала. Икенсе типтағы шәкәр диабеты, артериаль гипертония, дислипидемия һәм аяҡ- ҡул быуындары патологияһы булғанда, һимереү тән ауырлығы индексы 35 һәм унан юғарыраҡ булғанда уҡ, морбид тип классификациялана.

Зависимость от ИМТ относительного риска смерти для мужчин в США[14].
Зависимость от ИМТ относительного риска смерти для женщин в США[14].

Тән ауырлығы индексы май/мышцалар нисбәтен һәм майҙың тәндә урынлашыу төрөн иҫәпкә алмаған өсөн тәнҡитләнә. Ит массаһы әҙ булған оло кеше, мәҫәлән, идеаль ауырлыҡлы кеше тип классификацияланыуы, шул уҡ ваҡытта мускулдары ныҡ үҫешкән спортсмендың артыҡ ауырлыҡлы йәки һимергәндәр рәтенә индерелеүе бар. Шуға ҡарамаҫтан, тән ауырлығы индексы берҙән-бер халыҡ-ара танылған артыҡ ауырлыҡ билдәһе критерийы булып ҡала .

Магнит-резонанс томографияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Май ҡатламының кеше организмындағы дәүмәлен билдәләүҙең иң теүәл ысулы булып, МРТ[1] тора.

Ябай тормошта кешенең тәнендәге май дәүмәле биоимпедансометрия ысулы менән тән составы анализаторы булған үлсәү менән билдәләнә.

Артыҡ тән ауырлығы булған кешеләр үҙ кәүҙәһен арҡырыға ныҡ йәйелгән тип иҫәпләй, был хәл кешенең үҙ кәүҙәһенең тышҡы ҡиәфәте менән ризаһыҙлығын тыуҙыра[15].

Һимереүҙе дауалау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һимереүҙе һәм артыҡ тән ауырлығын дауалау ысулдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Уларға клетчатка (күҙәнәкле), витаминдар һәм башҡа биологик актив компоненттар миҡдары күп булған (башаҡлылар һәм тарттырылмаған бөртөктәрҙән әҙерләнгән аҙыҡ, йәшелсә, емештәр, сәтләүек, үлән-япраҡтар һәм башҡалар) һәм организм еңел үҙләштерә торған углеводтары (шәкәр, тәм-том, ҡамыраҙыҡ,юғары сортлы ондан бешерелгән икмәк һәм макарон) әҙерәк диета, шулай уҡ физик күнегеүҙәр инә.
  • Һимереүҙе дарыуҙар менән дауалауҙағы дөйөм ҡараш буйынса, һимереүҙе дауалауҙа ҡулланыла торған дарыуҙарҙың барыһын да ҡулланып ҡарау фарыз. Был маҡсатта һимереүҙе дауалау препараттарын ҡулланалар.
  • Шулай уҡ психотерапевтик дауалау (үҙ тәртибеңде көйләү терапияһы) ҡулланыла.
  • Әгәр дарыуҙар менән дауалауҙың һөҙөмтәһе бик әҙ булһа, йә бөтөнләй булмаһа, бындай дауалауҙы туҡтатыу зарур. Хирургик юл менән дауалауҙы уйлап ҡарарға.

Һимереүҙе диета менән дауалау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыш ҡынадиеталар нығыраҡ һимереүгә килтерә. Сәбәбе шунда — наҡыҫ диета (калорийҙарҙы ҡулланыуҙы киҫкен әҙәйткән хәлдә) тиҙ генә ауырлыҡты түбәнәйтергә ярҙам итә, тик диетаны тотмай башлағас, аппетит көсәйә, аҙыҡты үҙләштереү яҡшыра һәм ауырлыҡ диета тота башлағансы булғанға ҡарағанда ла күберәккә арта. Әгәр ҙә һимереү менән яфаланған кеше яңынан ябығырға теләһә, һәр уҡталған һайын ауырлыҡты кәметеү ауырыраҡ була, ә ауырлыҡ артыу еңелерәк, артыҡ йыйылған ауырлыҡ һәр уҡталған һайын күберәк була бара. Шуның өсөн тиҙ генә нәтижәгә ирешеүгә (тиҙ арала нисек тә булһа күберәк ауырлыҡтан ҡотолоуға) йүнәлтелгән диеталар — зыянлы һәм ҡурҡыныс эш. Унан тыш, ҡайһы бер ябыҡтырыусы препараттарҙа һейҙек ҡыуҙырыусы һәм эсте йомшартыусы компоненттар бар, ә был майҙы түгел, һыуҙы юғатыуға килтерә. Организмдағы һыуҙы юғалтыу һимереү менән көрәш өсөн файҙаһыҙ, сәләмәтлек өсөн зыянлы, ә диетаны тотмай башлағанда тән ауырлығы кире урынына ҡайта.

Рациондың энегрия ҡиммәтен түбәнәйтеүгә нигеҙләнгән дауалау төрҙәре һөҙөмтәләре оҙаҡҡа барыуы шикләндертә (бындай дауалау врач күҙәтеүе аҫтында, йә медицина контроле булмаған килеш үткәрелеүенә ҡарамаҫтан)[16]:39. Америка психологы Трейси Манн һәм уның коллегалары тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, диеталар һимереү менән көрәш ҡоралы булараҡ бөтөнләй файҙаһыҙ[17][18].

Шулай ҙа аҙыҡтың калорийҙарын һәм алған калорийҙарҙың физик йөкләнешкә (хәрәкәткә) тап килеүен тейешенсә контролдә тотмайынса, һимереүҙе уңышлы даулап булмай. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ауырлыҡты кәметер өсөн ғәҙәти аҙыҡ калорийҙарын иҫәпләп сығарырға, шунан ай һайын калорийҙарҙы кәрәкле энергия кимәленән 300—500 ккал әҙерәккә ҡалғансы 500 ккал-ға әҙәйтергә тәҡдим итә. Физик хеҙмәт менән шөғөлләнмәгәндәр өсөн был күрһәткес 1500—2000 ккал.

Ғалимдар асыҡлауынса, майы әҙ процентлы һөт аҙыҡтарын көн дә ҡулланыусылар һирәгерәк артыҡ ауырлыҡ йыялар һәм метаболик синдром[19] менән һирәгерәк ауырыйҙар.

Һимереүҙе дауалауҙа ҡулланылған тәртип көйләүсе терапия ысулдарын ҡулланыу үҙ үҙеңде ҡулда тотоу, ашауға ҡарашты һәм уның менән бәйле ғәҙәттәрҙе үҙгәртеүгә, физик йөкләнеште арттырыуға һәм ышаныслы социаль ярҙам булдырыуға йүнәлтелгән. Контроль аҫтында барған тикшеренеүҙәр барышында асыҡланыуынса, ҡайһы пациентҡа был ысул ҡулланылған, шул элекке ауырлығын башҡа төрлө дауалау ысулдарын ҡулланғандарға ҡарағанда һирәгерәк кире йыйған[16]:39.

Канада ғалимдары асыҡлауынса, кешенең ата-әсәһе менән насар мөнәсәбәттә булыуы һимереүгә килтереүе мөмкин. Һәм киреһенсә,айырып әйткәндә, атай менән яҡшы мөнәсәбәттәр, нормаль ауырлыҡты һаҡлауға булышлыҡ итә[20].

Һимереүҙе дарыуҙар менән дауалау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дарыуҙар, ҡағиҙә булараҡ, ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа хәлде яҡшырта ала, тик һөҙөмтә оҙаҡҡа бармай[16]:39. Әгәр дарыуҙар ҡулланыуҙы туҡтатҡандан һуң пациент тормош рәүешен үҙгәртмәһә, диета тотоу буйынса күрһәтмәләрҙе үтәмәһә, тән ауырлығы кире арта башлай. Был бәлки артыҡ ауырлыҡтың гипоталамуста май туҡымаһы эшен көйләүҙе боҙоусының кире ҡайтмаҫлыҡ ҡуҙғыу процесстарын ҡуҙғытыуы менән бәйлелер[21]. Һәр бер препарат табип тарафынан индивидуаль рәүештә һайлана[1]:

  • Фентермин (адипекс-П, фастин, ионамин — амфетамин төркөмө) — Норадреналиндың нейромедиаторы булараҡ тәьҫир итә, аппетитты кәметә. Нервылар ҡуҙғыуға, баш ауыртыуға һәм йоҡоһоҙлоҡҡа килтереүе ихтимал;
  • Орлистат (ксеникал) — панкреатик липаза ингибиторы, майҙың һеңеүен 30 % кәметә ала, (физиология)асығыу тойғоһон баҫмай, ләкин ныҡ итеп эсте йомшартыуы бар;
  • Сибутрамин (меридиа) — серотонин һәм норадреналинды кире тотоусы ингибитор. Препарат гипоталамустағы туйыу һәм термогенез үҙәгенә йоғонто яһай. Препаратты контролдә тотоп булмаған артериаль гипертензиялы пациенттарға бирергә ярамай!
  • Флуоксетин (прозак) — антидепрессант, ҡай бер специалистар аппетитты әҙәйтеү маҡсатында ҡуллана, ләкин оҙайлы һөҙөмтәләр тураһында мәғлүмәт юҡ[1].
  • Лоркасерин (инг.) (белвик) — 5-HT2-рецептор|5-HT2C-рецепторҙар агонисы, аппетитты әҙәйтә.
  • Бупропион (велбутрин, зибан) — норадреналин менән дофаминды кире тотоусы ингибитор, аппетитты әҙәйтә.
  • Эфедрин менән Кофеин ды бергә ҡулланыу — симпатомиметик, альфа- һәм бета-адренорецепторҙы стимуллай, норадреналин бүленеүҙе стимуллай. Данияла һимереүҙе дауалауҙа киң ҡулланыла[22].
  • Топирамат — эпилепсияға ҡаршы препарат, билдәһеҙ механизм аша тән ауырлығын әҙәйтә .
  • Налтрексон — опиоид рецепторҙар антагонисы, тәмле ашау теләген баҫа.
  • Лираглутид (инг.) (виктоза, саксенда) — рецепторҙың агонисы ГПП-1. Лептиндың (гормон насыщения) тәьҫирен уның ирей торған (растворимый) рецепторын баҫып тороу аша көсәйтә[23]

Һимереүҙе дауалау өсөн әйберҙәр күп булһа ла, уларҙың барыһы ла тиерлек АҠШ-тың аҙыҡ һәм дарыуҙарҙың сифатын тикшереү идараһы тарафынан ауыр өҫтәмә эҙемтәләре арҡаһында тыйылған. Хәҙерге көнгә шуларҙың бишеһе раҫланған[24]: орлистат, лоркасерин (инг.), фентермин-топирамат, бупропион-налтрексон һәм лираглутид (инг.).

Үҫемлектәрҙән эшләнгән препараттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диета һәм дарыуҙар менән дауалау менән бер рәттән үҫемлектәрҙән эшләнгән сәй йә иһә башҡа шифалы нәмәләр кеүек препараттарҙы ла ҡулланырға була, тик уларҙың составын[1] бик яҡшы белергә кәрәк.

Морбид һимереүҙе хирургик юл менән дауалау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҙайлы тикшеренеүҙәр нигеҙендә һимереүҙе дауалауҙа иң яҡшы һөҙөмтәне хирургик операция (бариатрик хирургия) бирә икәне асыҡланған. Тик хирургик операция ғына был проблеманан ҡотолорға ярҙам итә. Әлеге вҡытта доньяла өс төр операция иң йыш ҡулланғандар иҫәбендә. Был өс операция бариатрик хирургияның күп йыллыҡ эволюцияһы аша һайланды, улар иң әҙ өҫтәмә хәүеф тыуҙыра һәм иң яҡшы һөҙөмтә бирә, тип иҫәпләнә:

  • Иң оҙаҡ ваҡыт ҡулланғаны ашҡаҙанды шунтлау (желудочное шунтирование) — (gastric bypass)). Уны егерменсе быуаттың 60-сы йылдарынан башлап ҡулланалар[25]. Был операция ваҡытында ашҡаҙан ике, бәләкәй һәм ҙур, бүлкәткә бүленә,улар бер береһе менән тоташмай. «Бәләкәй ашҡаҙанға» нәҙек эсәк ҡушып тегелә, шулай итеп, аҙыҡ ҡыҫҡа юл менән китә. Был операцияның ике төрлө тәьҫир компоненты бар: (1) бәләкәй ашҡаҙан күләме 50 мл тирәһе була, тимәк, пациент аҙыҡты элекке күләмдә ашай алмай, һәм (2)аҙыҡ ҡыҫҡа юлдан үткәндә туҡлыҡлы матдәләр әҙерәк һеңә.
  • Ашҡаҙанды бандажлау. Операция ҡыҙылүңәс менән ашҡаҙан сигендә силикон түңгәләк (ашҡаҙан бандажы) ҡуйыуҙан тора. Бандаж аҙыҡ үтеүҙе тотҡарлай, шулай итеп, рефлексоген зонаны стимуллай. Хәҙерге бандаждарҙың барыһын ла көйләп була, уларҙың тишеген, пациенттың хәленән сығып, үҙгәртеп була. Хәҙерге бандаж конструкцияһының рәүеше Америка хирургы Любомир Кузмак (сығышы менән Украинанан) тарафынан тәҡдим ителгән[26].
  • Ең гастропластикаһы -Рукавная гастропластика (Sleeve gastrectomy). Операция ашҡаҙандың бер өлөшөн киҫеп алып, уны оҙон нәҙек трубкаға- "ең"гә әйләндереүҙән ғибәрәт. Ашҡаҙандың күләме шул рәүешле ун тапҡырға тиерлек кәмей (150—200 мл тиклем). «Ең» гастропластикаһы механзмының ауырлыҡты кәметеүгә булған тәьҫире шунда- аҙыҡ тар «ең» аша үткәндә ретроспектив эффект барлыҡҡа килә, фарнезоидлы X-рецепторҙарҙың (инг.) үт кислотаһы[27] күбәйеүе иҫәбенә активлашыуына һәм грелин эшкәртеп сығарыусы зонаны алып ташлау уйына нигеҙләнгән (грелин — асығыу һәм убырлыҡ гормоны). Үҙ аллы бариатрик операция булараҡ ең гастропластикаһы 2004 йылдан ҡулланыла[28].

Тасуирланған ошо өс стандарт операциянан тыш күп кенә башҡа төрлө операциялар ҙа тәҡдим ителә..

Хәҙерге заманда бөтә бариартрик операциялар ҙа лапароскопия юлы (йәғни ҡорһаҡты ярмайынса, тишек аша) менән бәләкәй генә оптик система контроле аҫтында эшләнә.

Шуны әйтеп китәбеҙ, пластик хирургияла ҡулланылған, липосакция һәм абдоминопластика кеүек операциялар, һимереү менән көрәшеү ысыулы түгел, ә тәндең ҡайһы бер урындарындағы косметик дефекттарҙы төҙәтеү ысулы ғына. Липосакциянан һуң май менән артыҡ ауырлыҡ күләме бер аҙ кәмеһә лә, Бөйөк Британия табибтары тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, бындай операцияның һаулыҡ өсөн файҙаһы юҡ[29][30]. Һаулыҡҡа, тимәк, тире аҫтындағы май түгел, ә ҡарынъяуҙа- эс майындағы һәм ҡорһаҡтағы эске органдарҙы уратып алған висцераль май[31] зыян итә. Элегерәк ауырлыҡты әҙәйтеү өсөн ара-тирә липосакция операцияһын эшләштереп ҡарай инеләр(мегалипосакция- 10 кг май алып ташлау), ләкин хәҙер уны бик ныҡ зыянлы һәм хәүфеле процедура, тип иҫәпләйҙәр һәм ҡулланмайҙар, сөнки ул бик ауыр эҙемтәләргә һәм тупаҫ косметик проблемаларға (тире өҫтөнөң тигеҙһеҙлегенә) килтерә. Хатта тире аҫты липосакцияһын эшләү (мәҫәлән, ҡорһаҡта), һаулыҡ өсөн зыянлы висцераль майҙың компенсация формаһында (яңынан) артыуына[32] килтерә. Шулай итеп, һимереү менән көрәштә пластик түгел, ә бариатрик хирургия ҡулланыла.

Һимереүҙе операция юлы менән дауалау өсөн ҡәтғи талаптар бар, ул артыҡ ауырлығы бар тип уйлаған бер кешегә яһала алмай. Һимереүҙе хирургик юл менән дауалауҙы тән ауырлығы индексы 40-тан артҡандарға эшләп була, тип иҫәпләнә. Әгәр ҙә, пациенттың икенсе төр шәкәр диабеты, гипертония ауырыуы, веналарҙың варикоз киңәйеүе һәм аяҡ быуындары һыҙлауы күҙәтелһә, тән ауырлығы индексы 35 булғанда уҡ операция эшләнеүе мөмкин. Һуңғы ваҡытта халыҡ-ара әҙәбиәттә тән ауырлығы индексы 30 һәм унан да юғарыраҡ булғанда Бандажирование желудка|ашҡаҙанды бандажлау осраҡтары тураһында мәғлүмәт осрай. 2011 йылдың февраленән АҠШ-тың лицензия биреүсе органы FDA тән ауырлығы индексы 30-ҙан артҡанда[33] ашҡаҙанды бандажлауҙы рөхсәт иткән. Дөрөҫөн әйткәндә, бындай рөхсәт тик бер төр бандаж моделенә генә ҡағыла (LapBand).

Һимереүҙең алама эҙемтәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Метаболик синдром — йөрәк-ҡанйөрөш системаһы сирҙәренә килтереүсе факторҙар булып торған метаболиҡ, гормональ һәм клиник комплекс. Метаболик синдромдың нигеҙендә туҡымаларҙың инсулинды үҙләштерә алмауы тора.
  • Гастроэзофагеаль рефлюкс сир— ашҡаҙан- эсәк трактының иң киң таралған сирҙәренең береһе, ашҡаҙан елекһенеүе (язва) һәм үт ҡыуығы ташы сирҙәре кеүек үк йыш осрай. Ашҡаҙан кислотаһы ҡыҙылүңәстең түбәнге өлөшөнә үтеп инеүе.

10 % -ҡа яҡын осраҡта әсе һелтеле менән рефлюкс ҡушыла, йәғни ҡыҙылүңәскә ашҡаҙандағы һәм бөйәндәге (двенадцатиперстная кишка) матдә ҡыҙылүңәскә инә. Рефлюкс һимеҙ, күп ашарға яратҡан кешеләрҙә(бигерәк тә төнгә ҡаршы), спиртлы эсемлектәр, кофе эсергә яратыусыларҙа, тәмәке тартҡан кешеләрҙә үҫешә.

  • 2-се типтағы шәкәр диабеты — инсулинға резистентлыҡ булғанда (күҙәнәктәрҙең гормондың тәьҫиренә бирешмәүе) һәм ашҡаҙан аҫты биҙе уны бүлеп сығарыуҙың боҙолоуы.
  • Ишемик йөрәк сире (ИБС) — стенокардия, миокард инфаркты һәм атеросклеротик кардиосклерозды берләштерә. Ишемик йөрәк сиренә (ИБС) йөрәктең, коронар артерияларҙың уларҙың киңлеге тарайыуы сәбәпле, етерлек кимәлдә ҡан менән тәьмин ителмәүе килтерә .
  • Миокард инфаркты — йөрәк мышцаһының бер участкаһының ошо ерҙә ҡан йөрөшөнең киҫкен боҙолоуы арҡаһында үлеүе.
  • Инсульт — мейелә ҡан йөрөшөнең киҫкен боҙолоуы.
  • Артериаль гипертензия — иң йыш осрай торған юғары ҡан баҫымы менән бәйле йөрәк- ҡан тамыр сире.
  • Веналарҙың хроник һүлпәнлеге — венала ҡан йөрөшө боҙолоу синдромы, микроциркуляцияның регионар системаһы боҙолоуына килтерә .
  • Холецистит — үт ҡыуығы елһенеүе.
  • Үт ҡыуығы ташы — үт ҡыуығында, үт юлдарында таш үҫеү сире.
  • Артриттар — аутоиммун сир, быуындарҙың хроник елһенеүенә килтерә,бынын тыш быуын тирәһендәге һәм башҡа ҡайһы бер туҡымалар, органдар һәм организдың системалары зыян күрә, шуға күрә ревматоидлы артрит система сирҙәренә инә.
  • Деформациялаусы остеоартроз — елһенмәгән быуындарҙың хроник сире (быуын кимерсәктәре сире).
  • Умыртҡа һөйәге дискыларының бүҫере— умыртҡа һөйәген диск яғынан ҡаплап торған нәҙек кенә кимерсәктә ярыҡ барлыҡҡа килә, шул сәбәпле ҡан дискының матдәһенә аға һәм был бүҫерҙең тиҙ арала үҫеүенә килтерә.
  • Поликистоз түллек биҙе синдромы — эндокрин сир (эске биҙҙәр сире), уның ваҡытында түллек биҙҙәре(яичники) ҙурая һәм уларҙа бик күп бәләкәй генә шыйыҡса тулы ҡыуыҡтар була
  • Онкологик сирҙәр — эпителий күҙәнәктәрендә, органдарҙа һәм органдарҙың туҡымаларында була торған яман шештәр. Эпителий күҙәнәктәре тиҙ бүленә һәм күбәйә алалар. Онкологик сирҙәр ябай күҙәнәктәрҙең яман шеш күҙәнәктәренә әйләнеүе һөҙөмтәһендә үҫә(аҙа).
  • Панкреатит — ашҡаҙан аҫты биҙе елһенеүе.
  • Бауырҙың майлы дистрофияһы (Стеатоз печени) — бауыр күҙәнәктәрендә май йыйылыу.
  • Альвеоляр гиповентиляциялы саманан тыш һимереү —) был хәлдә бик ныҡ һимергән кешеләр альвеоляр гиповентиляциянан йонсой (етерлек итеп тәрән һәм тиҙ тын ала алмай), ҡанда кислород кимәле аҙая һәм углекислый газ кимәле күтәрелә.
  • Эректиль дисфункция — ирҙәрҙең эрекция булдыра һәм уны тотоп тора алмауы. Һимереү һәм тестестерон кимәле әҙәйеү сәбәпле була торған гормональ боҙолош, андрогенодефицитҡа килтерә.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) статистикаһы буйынса, донъяла йөрәк- ҡан тамыры ауырыуҙары үлем осраҡтарының иң төп сәбәбе булып тора. Тик 2012 йылда ғыына йөрәк-ҡан тамыры ауырыуҙарынан (ССЗ) 17 миллиондан ашыу кеше үлгән. Йөрәк менән бәйле проблемаларҙың төп сәбәбе булып, артыҡ тән ауырлығы, шул иҫәптән, висцераль май нормаһы артыу тора.[34]

Күп осраҡта һимереүҙең формаһынан, кимәленән, насар эҙемтәләре барлығынан, йә юҡлығынан һәм башҡа сирҙәр[1] булыуынан тора.

Артыҡ тән ауырлығы хатта ауырыуҙың матдәләр алышыныуы боҙолмаған хәлдә лә «сәләмәтлек» билдәһе түгел — ваҡыт үтеү менән көсәйеүсе, ғүмер өсөн ҡурҡыныс менән янаған башҡа факторҙар бар; артыҡ тән ауырлығы теге, йәки был йөрәк-ҡан тамыры ауырыуына килтерә[35].

Һимереү булғанда хәрби хеҙмәткә алыныу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусының һимереү кимәленән сығып, хеҙмәткә алыу шарттары билдәләнә. РФ Хөкүмәтенең 2013 йылдың 4 июлендә сыҡҡан ҡарары буйынса (№ 565 «Об утверждении Положения о военно-врачебной экспертизе» (ст. 13 Расписания болезней)), хеҙмәткә саҡырылыусыға түбәндәге яраҡлылыҡ категориялары[36] билдәләнә:

  • Д яраҡлылыҡ категорияһы — IV кимәл алиментар һимереү булғанда билдәләнә,
  • В яраҡлылыҡ категорияһы — III кимәл алиментар һимереү булғанда билдәләнә,
  • Б-3 яраҡлылыҡ категорияһы — II кимәл алиментар һимереү булғанда билдәләнә,
  • А-2 яраҡлылыҡ категорияһы — I кимәл алиментар һимереү булғанда билдәләнә.
  • Донъялағы иң ауыр кәүҙәле кешеләр исемлеге
  • Тән ауырлығы индексы
  • Метаболик синдром
  • Метаболик синдром һәм антипсихотиктар
  • Йорт хайуандары һимереүе
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 Малая энциклопедия врача-эндокринолога / Ефимов А. С. — 1-е изд. — Киев: Медкнига, ДСГ Лтд, Киев, 2007. — С. 255—260. — 360 с. — («Библиотечка практикующего врача»). — 5000 экз. — ISBN 966-7013-23-5.
  2. EarthTrends: Nutrition: Calorie supply per capita. World Resources Institute. Дата обращения: Oct. 18, 2009. Архивировано 23 август 2011 года.
  3. FAO: Food Security Statistics. Food and Agriculture Organization of the United Nations. Дата обращения: Oct. 18, 2009. Архивировано 4 август 2009 года.
  4. Causes - NHLBI, NIH (ингл.). www.nhlbi.nih.gov. Дата обращения: 12 март 2017.
  5. Какие причины накопления лишнего жира в теле?  (рус.). 12 март 2017 тикшерелгән.
  6. Битва за сон: как избавиться от бессонницы?, «АиФ Здоровье», № 50, 15.12.2011.
  7. American Diabetes Association; American Psychiatric Association; American Association of Clinical Endocrinologists; North American Association for the Study of Obesity (February 2004). «Consensus development conference on antipsychotic drugs and obesity and diabetes». Diabetes Care 27 (2): 596–601. DOI:10.2337/diacare.27.2.596. PMID 14747245.
  8. Ҡулланыуҙың өҫтәмә эҙемтәһе — һимереү(недоступная ссылка) MED новости, 17.09.2014
  9. Bobak M, Skodova Z, Marmot M (October 2003). «Beer and obesity: a cross-sectional study». Eur J Clin Nutr 57 (10): 1250–3. DOI:10.1038/sj.ejcn.1601678. PMID 14506485.
  10. Отчет Продовольственной и сельскохозяйственной организации ООН по проблемам ожирения за 2013 год
  11. В России 60 % женщин старше 30 лет страдают избыточным весом // РИА Новости, 26.10.2005
  12. ООН признала мексиканцев самыми толстыми людьми планеты // Lenta.ru
  13. Пятой части мира предрекли ожирение к 2025 году. Lenta.ru. Дата обращения: 2 апрель 2016.
  14. 14,0 14,1 Freedman DM, Ron E, Ballard-Barbash R, Doody MM, Linet MS (May 2006). «Body mass index and all-cause mortality in a nationwide US cohort». Int J Obes (Lond) 30 (5): 822–9. DOI:10.1038/sj.ijo.0803193. PMID 16404410.
  15. «Искажение образа физического Я у больных ожирением и нервной анорексией» Дорожевец А. Н. Дис. канд. психол. наук. МГУ. 1986
  16. 16,0 16,1 16,2 Гельдер М., Гэт Д., Мейо Р. Оксфордское руководство по психиатрии: Пер. с англ. — Киев: Сфера, 1999. — Т. 2. — 436 с. — 1000 экз. — ISBN 966-7267-76-8.
  17. Учёные сомневаются в эффективности любых диет, Mignews.com, 07.04.2007. 2016 йыл 1 апрель архивланған.
  18. Mann T, Tomiyama AJ, Westling E, Lew AM, Samuels B, Chatman J, Medicare’s search for effective obesity treatments: diets are not the answer, Am. Psychol., 2007 Apr; 62(3) 220-33. PMID 17469900.
  19. Ученые: жир в молочных продуктах понижает риск развития диабета | РИА Новости
  20. http://ijbnpa.biomedcentral.com/articles/10.1186/s12966-016-0393-7
  21. Thaler JP, Yi CX, Schur EA, Guyenet SJ, Hwang BH, Dietrich MO, Zhao X, Sarruf DA, Izgur V, Maravilla KR, Nguyen HT, Fischer JD, Matsen ME, Wisse BE, Morton GJ, Horvath TL, Baskin DG, Tschöp MH, Schwartz MW (January 2012). «Obesity is associated with hypothalamic injury in rodents and humans». J Clin Invest: 153–162. DOI:10.1172/JCI59660. PMID 22201683.
  22. Thermogenic Weight Loss Products: FAQ And Price Guide
  23. Treatment with a GLP-1 receptor agonist diminishes the decrease in free plasma leptin during maintenance of weight loss
  24. Weight management in obesity — past and present
  25. Mason EE, Ito C. Gastric bypass in obesity. Surg Clin North Am. 1967 Dec;47(6):1345-51.
  26. Lubomir Kuzmak, Frederick Coe, GASTRIC BANDING DEVICE, United States Patent US4592339, 3 June 1986
  27. FXR is a molecular target for the effects of vertical sleeve gastrectomy
  28. Consten EC, Gagner M, Pomp A, Inabnet WB. Decreased bleeding after laparoscopic sleeve gastrectomy with or without duodenal switch for morbid obesity using a stapled buttressed absorbable polymer membrane. Obes Surg. 2004 Nov-Dec;14(10):1360-6.
  29. Samuel Klein, Luigi Fontana, V. Leroy Young, Andrew R. Coggan, Charles Kilo, Bruce W. Patterson and B. Selma Mohammed, 'Absence of an Effect of Liposuction on Insulin Action and Risk Factors for Coronary Heart Disease, The New England Journal of Medicine, Vol. 350: 2549—2557, 17.06.2004. 2008 йыл 22 ноябрь архивланған.
  30. No medical benefit from liposuction. Diabetes and heart disease risk is unchanged after fat is removed, 17.06.2004. 2006 йыл 28 август архивланған.
  31. High-Fat Diet Ups Dangerous 'Hidden' Fat. Study Links Waist Circumference, Diet to Visceral Fat, WebMD Health News, 31.03.2003.
  32. Fabiana Benatti et al. Liposuction Induces a Compensatory Increase of Visceral Fat Which Is Effectively Counteracted by Physical Activity: A Randomized Trial. The Journal of Clinical Endocrinology & Metabolism April 26, 2012 jc.2012-1012 2012 йыл 20 май архивланған.
  33. FDA expands use of banding system for weight loss 2017 йыл 18 ғинуар архивланған.
  34. Что такое Висцеральный жир? Полное пособие. www.buildbody.org.ua. Дата обращения: 14 август 2016. 2016 йыл 27 август архивланған.
  35. «Здоровая полнота» — это миф — BBC Russian — Наука и техника
  36. Ожирение и армия. armyhelp.ru.