Шәкәр диабеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Шәкәр диабеты
Blue circle for diabetes.svg
БМО раҫлаған диабетты белдереүсе символ.
МКБ-10 E1010.-E1414.
МКБ-9 250250
MedlinePlus 001214 001214
eMedicine med/546  emerg/134emerg/134 med/546  emerg/134emerg/134
MeSH C18.452.394.750 C18.452.394.750

Шәкәр диабеты (лат. diabetes mellītus) — инсулин (ашҡаҙан аҫты биҙе гормоны) етешмәгәнлектән, аҙыҡ менән углеводтарҙы үҙләштереүҙең боҙолоуы арҡаһында барлыҡҡа килгән сир.

Беҙ көн һайын ҡулланған аҙыҡ ҡанға шәкәр (глюкоза) биреп, бөтә тән буйлап тарала һәм энергия сығанағы булып тора. Организм был шәкәрҙе дөрөҫ файҙаланмаһа, уның ҡандағы кимәле норманан артыҡ күтәрелә. Был ҡанда һәм бәүелдә шәкәрҙең артыуына килтерә.

Сәбәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәкерле сирҙең төп сәбәпсеһе — дөрөҫ туҡланмау һәм аҙ хәрәкәтләнеү, артыҡ тән ауырлығы. Бынан тыш, ауырыу нәҫелдән күсә, сир йәки йәрәхәт һөҙөмтәһендә көсөргәнеш кисереү ҙә ауырыуға юлыҡтырыуы мөмкин.

Саманан тыш күп ашау, организмға физик эш, көсөргәнеш етмәүе, өйҙәге һәм эштәге күңелһеҙ хәлдәр, стресс — шәкәр диабетының төп сәбәпселәре булыуы мөмкин. Ген кодтары менән программаға һалынған организмдағы матдәләр алмашыныуы: углеводтар, майҙар һәм аҡһымдар әйләнеше тиккә генә боҙолмай. Нәҡ бына ошо тайпылыштарға бәйле лә инде шәкәр диабеты.

Глюкоза — организмдағы төп энергия сығанағы. Аш һеңдереү тракты аша инеп, ул барлыҡ күҙәнәктәргә лә тарала. Ләкин глюкозаны энергияға әйләндереү өсөн инсулин гормоны кәрәк. Ул ашҡаҙан аҫты биҙендә барлыҡҡа килә. Тап ул глюкозаның күҙәнәктәргә үтеүен тәьмин итә. Шәкәр диабеты йәки шәкәр сире организмда инсулиндың бөтөнләй бүленмәгән йәки әҙләп бүленгән осраҡтарында барлыҡҡа килә.

Ауырыуҙың билдәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыҙ ҡороуы, һыуға сарсау, хәлһеҙлек, хәтерҙең һәм иғтибарҙың насарайыуы — шәкәр диабетының төп билдәләре. Ҡанда күпләп тупланған глюкозаны организм һейҙек аша тиҙерәк сығарырға ынтыла һәм шунлыҡтан кешенең һыу эсеү теләге йышая. Сирлеләрҙә асығыу тойғоһо барлыҡҡа килә, күптәре һимерә, ҡайһы берҙәре иһә ябыға. Артерияларҙағы ҡан йөрөшө боҙолоуы тромбозға, гангренаға килтереүе ихтимал. Тән тиреһе лә үҙгәрә, йәрәхәттәр оҙаҡ уңала, күреү һәләте кәмей, бөтөнләй һуҡырайыу ихтималлығы ла бар. Ҡаты диабет йыш ҡына бөйөрҙәрҙең, күҙҙәрҙең, артерияларҙың эшмәкәрлеге ҡатмарлашыуы менән оҙатыла һәм күп миҡдарҙа инсулин талап итә.

Дауалау юлдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Диабет менән сирләгәндә физкультура менән әүҙем шөғөлләнергә һәм мотлаҡ артыҡ ауырлыҡтан ҡотолорға кәрәк. Шәкәр диабетын дауалау, иң тәүҙә, организмдағы сафтан сыҡҡан матдәләр алмашыныуы процесын яйға һалыуға йүнәлтелергә тейеш. Диабет менән сирле кешегә диета тотоу мотлаҡ. Күпселек ауырыуҙар һимереүгә дусар, шуның өсөн дә калорияларҙы сикләү ҡамасауламаҫ.

Иң мөһиме организмығыҙҙа ниндәй ҙә булһа тайпылыш һиҙһәгеҙ, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙ белдегегеҙ менән дауаланып, был мәкерле сирҙе еңеп булмай. Диабетты дауалауҙа өс төп ысул бар: диета, шәкәр кимәлен кәметеү терапияһы һәм инсулин терапияһы. Ҡандағы шәкәрҙе кәметеү өсөн махсус дарыуҙар ҡулланырға кәрәк.

Диабетты иҫкәртеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Углевод алмашыныуын яйға һалыу, көндәлек туҡланыу рационына иғтибарҙы арттырыу. Был сирҙең билдәләре булмаһа ла, ҡандағы шәкәр кимәлен контролдә тотоу мотлаҡ. Анализ шәкәр ҡанда аҙ булған ваҡытта — иртәнсәк алына. Йоҡлар алдынан шәкәр кимәлен үлсәргә мөмкинлегегеҙ булмаһа, бер телем икмәк ашағыҙ, ул шәкәр кимәлен кәметергә булышлыҡ итә. Шәкәр диабеты менән сирләп тә, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә була, бының өсөн сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, диета тоторға, йышыраҡ дауаханаға мөрәжәғәт итергә һәм даими анализ бирергә кәрәк.

Шәкәр нормаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

14 йәшкә тиклемге балаларҙа — 3,33-5,55 ммоль/л;
өлкәндәрҙә — 3,89-5,83 ммоль/л;
60 йәштән уҙғандарҙа — 6,38 ммоль/л;
ауырлы саҡта — 3,3-6,6 ммоль/л булырга тиеш

Дауалау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1922 йылдан алып шәкәр диабетын инсулин менән дауалайҙар. Әлеге күптәр өсөн йәшәү сығанағы булган инъекцияны Канаданың йәш ғалимы Фредерик Бантинг уйлап таба һәм, беренсе тапҡыр уны ҡулланып, 14 йәшлек малайҙың ғүмерен һаҡлап ҡала. 1991 йылдан башлап ноябрь айында (14 ноябрҙә — инсулинды уйлап табыусының тыуған көнөндә) Бөтөн донъя шәкәр ауырыуы менән көрәш көнҡ билдәләп кителә. Бантингҡа һәм уның хеҙмәттәше Маклеодка Нобель премияһы тапшырыла.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Алан Л. Рубин. Диабет для «чайников» = Diabetes For Dummies — 2-е изд. — М.: «Диалектика», 2006. — Б. 496. — ISBN 0-7645-6820-5.
  • Клиническая эндокринология. Руководство / Н. Т. Старкова — издание 3-е переработанное и дополненное. — Санкт-Петербург: Питер, 2002. — 576 б. — («Спутник Врача»). — ISBN 5-272-00314-4.
  • Михайлов В. В. Основы патологической физиологии. Руководство для врачей / Б. М. Сагалович — М.: Медицина, 2001. — 704 б. — ISBN 5-225-04458-1.
  • Питер Дж Уоткинс. Сахарный диабет = ABC of Diabetes / М. И. Балаболкин — 2. — М.: Бином, 2006. — 134 p. — 3000 экз. — ISBN 5-9518-0156-7.
  • Книга «Diabetes» Автор: John A. Colwell
  • Ягудина Р. И., Куликов А. Ю., Аринина Е. Е. Фармакоэкономика сахарного диабета второго типа // М.: OOO «Медицинское информационное агентство», 2011. — 352С.
  • Х. Астамирова, М. Ахманов Настольная книга диабетика. Пятый вариант — М.: Эксмо, 2010. — 7 000 экз. — ISBN 978-5-699-42830-4.
  • Х. Астамирова, М. Ахманов Большая энциклопедия диабетика — М.: Эксмо, 2003. — 5 000 экз. — ISBN 5-699-04606-2.
  • М. Ахманов Диабет в пожилом возрасте — СПб.: Невский проспект, 2000. — (Советует доктор). — 15 000 + 15 000 экз. — ISBN 5-8378-0068-9.
  • И. И. Никберг, И. А. Чайковский, М. С. Ахманов Лечение диабета в XXI веке. Реальность, мифы, перспективы — СПб.: Вектор, 2011. — (Школа диабета). — 2 000 экз. — ISBN 978-5-9684-1714-5.