Шәкәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Шәкәр-рафинад

Шәкәр, сахароза — организмды кәрәкле энергия менән тәьмин итеүсе туҡлыҡлы матдә, углеводтар. Шәкәр ҡамышынан һәм шәкәр сөгөлдөрөнән алынған шәкәр мөһим аҙыҡ-түлек булып тора. Крахмалда углеводтарға керә, ләкин уны үҙләштереү бик әкрен бара. Сахароза аш һеңдереү юлында глюкоза һәм фруктозаға тарҡала, һуңынан ҡан юлына еләгә. Глюкоза организм сарыф иткән энергияның яртыһын бирә.

Шәкәр тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шәкәрҙең тыуған иле Һиндостан, бында ул 2300 йыл элек билдәле булған. Шәкәр һүҙе ғәр. سكر«суккар» һүҙенән килеп сыҡҡан. Европала шәкәр римлеләргә билдәле булған. Һиндостанда шәкәр ҡамышынан эшләнгән көрән шәкәрҙе сауҙагәрҙәр Европаға алып килгән. Һуңғараҡ шәкәр ҡамышын Сицилия һәм Көньяҡ Испанияла үҫтерә башлайҙар, әммә Рим империяһы таралғас был традиция юғала.

Рәсәйға шәкәр яҡынса 11-12 быуатта килеп етә. Ул ваҡытта шәкәрҙе кенәз һәм уның яҡындары гена тәмләп ҡарай ала. XVIII быуат башында Рәсәйҙә, Пётр I асҡан, беренсе «шәкәр палатаһы» эшләй башлай. Ул ваҡытта сеймалды сит илдән килтерәлер. 1802 йылда илдә үҫтерелгән шәкәр сөгөлдөрөнән Тула ҡалаһында шәкәр етештереү яйға һалына.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Куб формаһындағы шәкәр-рафинад 1843 йылда Чехияла уйлап сығарыла. Элек шәкәр заводы булған урында хәҙер шәкәр-рафинадҡа һәйкәл ҡуйылған[1].
  • Шәкәр экспортлау буйынса Куба беренсе урын алып тора[2].
  • Ҡомаҡтарҙа үткәргән тәжрибә шәкәр ҡулланыу кокаин, морфия, никотинға булған кеүек бәйләнгәнлеккә килтерә[3].
  • Әгәр шәкәр киҫәгенә әҙ генә көл һалһаң, яндырып була. Көл составындағы литий тоҙҙары катализатор ролен үтәй.
  • Рафинад кубигы (1 см) 60 °C һыуҙа 11—24 секунд эсендә болғатмайса эреп бөтә (ГОСТ 12577-67).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Һәйкәл фотоһы
  2. Никоноров А. Б. Структурные и территориальные изменения в экономике Кубы после 1959 г.. 21 декабря 2009 тикшерелгән.
  3. Снежана Шабанова Сахар действует на мозг как наркотики. infox.ru (10 декабря 2008). 21 декабря 2009 тикшерелгән.