Эстәлеккә күсергә

Экспорт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

«Экспорт» төшөнсәһе лат. exporto тигәндән килеп сыҡҡан, һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә, тауарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе илдең портынан алып сығыуҙы аңлата. Тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙе һатып алыусы илде — «импортёр», һатыусы илде «экспортёр» тип йөрөтәләр. Бер илдән икенсе илгә законлы юл менән тауар йәки хеҙмәтте импортлау сауҙа өлкәһендә иң таралған эшмәкәрлек төрө булып тора. Нәҡ шунлыҡтан экспорт менән бер рәттән импорт халыҡ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең нигеҙен тәшкил итә.

Тауар экспортлау — билдәле бер үҙенсәлектәргә эйә булған матди уңайлыҡтарҙы сығарыу. Хеҙмәттәр экспортлау — сит ил партнёрҙарына етештереү йәки ҡулланыу өлкәһендәге хеҙмәттәрҙе һатып биреү. Капиталды экспортлау — сит илдә үҙ производствоңды ойоштороу маҡсатында инвестиция һалыу.

Ул халыҡ-ара хеҙмәт бүленеше һөҙөмтәһе, импорттың матди нигеҙе булып тора.

Тауар экспортлау төрҙәре: илдә етештерелгән йәки эшкәртелгән тауарҙарҙы сығарыу, тауарҙарҙы (бигерәк тә сеймалды йәки ярымфабрикаттарҙы) сит илгә алып сығып, эшкәртеп алып ҡайтыу, ватан тауарҙарын ваҡытлыса алып сығыу (күргәҙмәләргә, йәрминкәләргә, аукциондарға һ. б.) һәм кире алып ҡайтыу, предприятиеларҙың тура производство бәйләнештәре йүнәлешендә сығарып алып ҡайтыу, реэкспорт — элек индерелгән тауарҙарҙы алып сығыу.[1]

Илдең тышҡы сауҙа балансы дәүләттең экспорт-импорт дәүмәленең төп күрһәткесе булып тора. Ул илдә экспорт менән импорт айырмаһын күрһәтә. 2010 йылға был рейтингта алдынғы урындарҙы Германия, ҠХР һәм Рәсәй биләне. Ләкин был күрһәткес илдең иҡтисади хәлен аныҡ күрһәтмәй — мәҫәлән, иң күп ЭТП-лы АҠШ был исемлектә иң һуңғы юлда тора. Экспорт күләме буйынса Рәсәй туғыҙынсы урынды ғына биләй. Беренсе урында Ҡытай тора[2].

  1. Словарь "Борисов А. Б. Большой экономический словарь. — М.: Книжный мир, 2003. — 895 с.
  2. The World Factbook 2008 йыл 4 октябрь архивланған.


Был иҡтисад буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.