Бәрәңге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Картуф, бәрәңге
Картуф
Үҫемлектең дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: ике өлөшлөләр
Тәртип: эт ҡарағаты сәскәлерәр
Ғаилә: эт ҡарағаты һымаҡтар
Суб-ғаилә: Solanoideae
Ырыу: Эт ҡарағаты һымаҡтар
Төр: Бәрәңге
Латинса исеме
Solanum tuberosum L.
ITIS 505272
NCBI 4113

Картуф (шулай уҡ бәрәңге, лат. Solanum tuberosum) — күп йыллыҡ, тамырындағы бүлбеләренән (бәрәңгеләренән) үҫә тоған культуралы үҫемлек;эт карағаттары ғаиләһендәге эт ҡарағаты һымаҡтар ырыуынан күп йыллыҡ бүлбеле үҫемлек; крахмаллы йәшелсә культураһы. Аҙыҡ, мал аҙығы булараҡ һәм техник маҡсаттарҙа үҫтерелә

Сәскә атҡан бәрәңге

Үҫемлектең тарихы[үҙгәртергә]

Бәрәңге алмаһы (емеше) ағыулы

Был үҫемлекте Көньяҡ Америка индеецтары бынан ун дурт мең йыл элек уҡ белгәндәр. 1565 йылда ул Испанияға килтерәләр. Һуңыраҡ инглиз моряктары уны Бөйөк Британияға алып ҡайталар. 1740 йыл тирәһендә «икенсе икмәгебеҙ» Германияла, Италияля, Бельгияла, Францияла күренә башлай. Шулай за яңы, ят культура үҙенә юлды тиҙ генә таба алмай әле. Ҡатын-ҡыҙҙар уның сәскәһен биҙәнеү өсөн сәстәренә ҡаҙаған. Күп кенә илдәрҙә уны «шайтан алмаһы» тип тә йөрөткәндәр. Уны үҫтереү гонаһ тип һаналған.

Францияла аптекарь Пармантье «ер алмаһы»н үҫтереүгә күп көс һала. 1785 йылдың авгусында ул Людовик ХVI-ға картуфтың сәскә аткан һабағынан яһалған гөлләмәне һәм бер кәрзин өлгөргән уңышты бүләк итә. Картуфты шул ук көндө бешереп, королдең өҫтәленә ҡуялар. Шул мәлдән инде был ризыҡҡа ҡараш үҙгәрә. Ул табындарҙа ныҡлы урын ала. Рәсәйҙә картуф үҫтерә башлау Петр I исеме менән бәйле. Ул Голландияла сағында Рәсәйгә бер тоҡ картуф ебәрә. Әммә Петр I заманында картуф киң таралмай. 1765 йылда Екатерина II сит илдән картуф һатып алыу һәм Рәсәйҙә таратыу тураһында указ сығара. Рәсәйҙә картуф тиҙ генә таралмай, халыҡ картуфтың алмаһын ашап күпләп ағыулана.


Картуфты үҫтереү[үҙгәртергә]

Картуфты үҫтереү өсөн шытып сыҡҡан бүлбеләрен ер 18-20 градусҡаса йылынғас ултырталар. Шытҡыларҙан оҙон аҡ тамыр үҫеп сыға, аҡ тамырҙың осонда яңы бүлбеләр барлыҡҡа килә. Бәрәңге бүлбеһенән 50-80 см бейеклектә 3-6 йәшел йәки миләүшә (антоциан) төҫтәге һабаҡлы ҡыуаҡсыҡ үҫемлек үҫеп сыға. Беренсе япраҡтар үҫеп сыҡҡас һабаҡ ҡуйынынан ер аҫтында 15-20 см-ға тиклем оҙонлоҡтағы бәбәктәр барлыҡҡа килә, улар, осҡа табан йыуанайып, яңа бүлбеләр хасил итә. Бүлбеләрҙә спираль буйынса урынлашҡан күҙҙәрҙә 3−4 -әр бөрө була. Ғәҙәттә, урта бөрө шытып сыға, ул зарарланған осраҡта ғына башҡалары шытып үҫә башлай. Бәрәңге бүлбеләре йомро, оҙонса һ.б. формала була; эсе аҡ, тышҡы яғы аҡ, һары, ал-ҡыҙғылт, зәңһәрһыу төҫтә. Тамыр системаһы суҡ һамаҡ, сағыштырмаса зәғиф үҫешле.

Бәрәңге вегетатив юл менән, башлыса, бүлбеләрҙән (селекция максатында орлоҡтан) үрсетелә. Генератив юл менән үрсетелгән бәрәңгенең продуктлылығы кәм була. Үҫемлекте осонан, күҙҙәренән, шытымдан, һабағыннан да үрсетергә мөмкин. Бәрәңге бөрөләре тупраҡта 5-8°С йылылыҡ булғанда шыта башлай. Тишелеп сығыу өсөн иң уңай температура 15-20 °C, фотосинтез, һабаҡ, япраҡ үҫеү, сәскә атыу өсөн 16-22 °C. Бәрәңге бүлбеләре төнгө температура 10-13 °C булғанда яҡшы үҫә. Юғары температурала (төндә 20 °C һәм унан да юғары булһа) бәрәңгенең йылылыҡ үҙлектәре боҙола. Температура -2 °C тан түбәнрәк булһа, бәрәңге үҫемлеге ҡырауҙан зарарлана. Бәрәңгенең транспирация (һыуҙа парга әйләндерү) коэффиициенты уртаса 400-500. Сәскә атыу осоронда, һабаҡтары иң ныҡ үҫеп, бүлбеләр барлыҡҡа килгән ваҡытта, бәрәңгегә иң күп дым һәм туҡландыдыу талап ителә. Бәрәңге уңышы гектарынан 200-250 ц/еннер булғанда, үҫемлек тупраҡтан 100-175 кг азот, 40-50 кг фосфор, 140-230 кг калий ала. Бәрәңге үҫтереү өсөн ҡара тупраҡ, һоро урман тупрағы, кәҫле көл һымаҡ, механик составы буйынса ҡомһол, еңел һәм уртаса балсыҡлы тупраҡ ҡулай һанала. Селекционерҙар картуфты үҫтереү өсөн картуф алмаһының емешен файҙалана.

Составы[үҙгәртергә]

Бәрәңге уртаса 76,3% һыуҙан һәм 23,7% (макс. 36,8% -ҡа тиклем) ҡоро матдәдән, шул иҫәптән 17,5 % (макс. 29,4%-ҡа тиклем) крахмал, 0,5% шәкәр, 1-2% (макс. 4,6 % тиклем) аҡһым, 1 % самаһы минераль минераль тора. Бәрәңге − С, В1, В2, В6, РР, К витаминдары һәм каротиноидтар сығанағы.

Картуфтан әҙерләнгән ризыҡтар[үҙгәртергә]

Хәҙер халыҡ уны «икенсе икмәк» тип йөрөтә. Картуфтан 300-ҙән ашыу төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин.

Картуфтан әҙерләнгән ризыҡтар

Аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә бәрәңгенән крахмал, киптерелгән һәм ҡыҙҙырылған бәрәңге (чипсы), бәрәңге боламығы, һыуытылған бәрәңге (гарнир өсөн, биточки, котлет һ.б.), бәрәңге лачауы, саго һ.б. етештерлә. Крахмал − патока һәм спирт етештереү сәнәғәте өсөн сеймал. 17,6% крахмаллы 1 тонна бәрәңгенән 112 литр спирт, 55 кг шыйыҡ углекислота, 0,39 литр араҡы майы (сивушное масло) йәки 1500 литр барда йәки 170 кг крахмал, 80 кг глюкоза, 65 кг гидрол һ.б. продукттар алырга мөмкин. Бәрәңге спирты − фармацевтика, парфюмерия һәм араҡы-шараб сәнәғәтендә, крахмалы кондитер һәм туҡыу сәнәғәтендә файҙаланыла.

Бәрәңге − мал аҙығы. Органик матдәләрҙең үҙләштерелеүе (83-97%) буйынса, башҡа тамыр аҙыҡтар кеүек, бәрәңге лә үҫемлек аҙыҡтары араһында алдынғы урындарҙың береһен биләй. Бер майҙан берәмегенән уртаса ғына уңыш алғанда ла, үлән һәм орлоҡ культураларына ҡарағанда бәрәңге туҡлыҡлы матдәләрҙе күберәк бирә. Юғары уңыш бирә торған, киң таралған культура булараҡ, икенсе икмәк булып һанала.

Картуфтың ҡоротҡостары[үҙгәртергә]

Картуфтың иң ҡурҡыныс ҡоротҡостары булып колорадо ҡуңғыҙы һанала. Ул картуфтың йәшел япрағын һәм бәрәңгеһен ашай. Шулай уҡ киң таралған вирус ауырыуы — фитофтороз. Был ваҡытта картуфтың һабағы ҡарайып кибә. Бәрәңге төрлө ауырыуҙарға бирешеүсән: бәшмәк ауырыуҙары − фитофтороз, макроспориоз, ҡутыр; бактериаль ауырыуҙар − ҡараяҡ, божра һымаҡ серек; вируслы − «тимгелле тап», япраҡтың төрөлөүө һ.б.; бәрәңге бүлбеһендә һәм һабаҡта була торған нематодалы (йомро) селәүсендәр менән зарарлана. Ҡортоҡостарҙан колорадо ҡуңыҙы, ҡаты ҡорт, ялған ҡаты ҡорт, сиңерткә, болон күбәләге, гамма-күбәләк, лайлалы ҡусҡар иң ҡурҡыныслыларҙан һанала.

Ҡыҙыҡлы фактар[үҙгәртергә]

  • Бельгияла картуф музейы бар. Уның экспонаттары — картуф тарихына бәйле почта маркалары, картиналар һ.б.
  • Ҡайһы бер тропик утрауҙарҙа картуф аҡса берәмеге урынына йөрөй.
  • Картуфҡа бағышланған шиғырҙар һәм балладалар бар.
  • Исланлияла картуфтан араҡы етештерәләр.
  • 2000 йылда Минск ҡалаһында картуфҡа һәйкәл ҡуялар.
  • Берләшкән Милләттәр ойошмаһы (БМО) 2008 йылды халыҡ-ара картуф йылы тип иғлан итте.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]