Япраҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Япраҡ
Рәсем
Исем nate[1]
 Япраҡ Викимилектә
Көҙгө япраҡтар

Япраҡ (күпл. япраҡтар; лат. folium, грек. φύλλον) — ботаникала төп функцияһы фотосинтез, газ алмашыу һәм транспирация булған тышҡы органдар. Был маҡсатҡа, ҡағиҙә булараҡ, япраҡтарҙың табаҡлы (пластинкалы) структураһы хеҙмәт итә, ул күҙәнәктәргә ҡояш нурҙарынан хлорофилл тупларға мөмкинлек бирә. Япраҡ шулай уҡ үҫемлектәрҙең һулыш, дым бүленеү һәм гуттация (һыу бөрсөктәре - ысыҡ сығарыу) органы булып тора. Япраҡ үҙендә һыу һәм туҡлыҡлы матдәләр һаҡлай ала, ә ҡайһы бер үҫемлектәрҙә башҡа функциялар ҙа үтәй [2].

Япраҡтың анатомияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Япраҡ табағының төҙөлөшө

Ҡағиҙә булараҡ, япраҡ түбәндәге туҡымаларҙан тора:

  • Эпиде́рмис — зарарлы мөхит тәьҫиренән һәм артыу быу бүленеп сығыуынан һаҡлап торған күҙәнәктәр ҡатламы. Йыш ҡына япраҡ эпидермис өҫтөнән балауыҙ кеүек ҡатлам кутикула) менән ҡапланған була.
  • Мезофи́лл йәки "'паренхима"', — төп бурысты — фотосинтез функцияһын үтәүсе хлорофиллы эске туҡыма.
  • Тамырсыҡ селтәрҙәре - һыу,ирегән тоҙҙар, углеводтар күсеп йөрөүгә хеҙмәт иткән ҡыуыш юлаҡлы туҡымалар.
  • Япраҡ аҫты күҙәнәктәре (урыҫса - устьица) — башлыса япраҡтың аҫҡы яғында урынлашҡан күҙәнәктәрҙең махсус комплекстары; улар аша артыҡ дым сыға (транспирация) һәм газ алышыуы бара.

Япраҡ терминологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрлө рәүешле япраҡтар

Япраҡ рәүеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Япраҡтар төрлө рәүешле була:

  • Елпеүес рәүешле
  • Икешәрле ҡыйғас
  • Дельта кеүек
  • Ҡул суғы рәүешле
  • Осло
  • Энәле
  • Өсмөйөш
  • Һөңгө кеүек
  • Ҡыяҡ
  • Һыҙыҡ кеүек
  • Ҡалаҡ кеүек
  • Көрәк кеүек
  • Ишһеҙ ҡыйғас
  • Баштүбән ҡыяҡ
  • Баштүбән йөрәк рәүешле
  • Баштүбән йомортҡа рәүешле
  • Оҙонса түңәрәк
  • Осло төплө оҙонса түңәрәк
  • Бер ҡалаҡ рәүешле
  • Түңәрәк
  • Бармаҡ һымаҡ
  • Ҡуш ҡыйғас
  • Теленгән ҡыйғас
  • Ике ҡатлы ҡыйғас
  • Бөрө кеүек
  • Теленгән япраҡ: сегментлы
  • Ромб рәүешле
  • Ураҡ рәүешле
  • Йөрәк рәүешле
  • Уҡ һымаҡ
  • Өсәрле ҡыйғас
  • Өсәр япраҡлы япраҡ
  • Беҙ рәүешле
  • Ҡалҡан рәүешле

Япраҡ сите[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Япраҡ сите үҫемлектең ырыуын һәм төрөн билдәләргә ярҙам итә:

  • Шыма ситле 
  • Керпекле
  • Тешле 
    • Түңәрәк тешле.
    • Ваҡ тешле
  • Ҡалаҡлы — имән япрағы кеүек теленгән
  • Бысҡы ситле
    • Тештәре тешле ситле
    • Тигеҙһеҙ ваҡ тешле
  • Тулҡынлы
  • Сәнскеле


Терминология описания листа
Терминология описания листа

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Usher T., Usher T., Suter E. Newguineaworld (ингл.) — 1996.
  2. Коровкин О. А. Анатомия и морфология высших растений… (см. раздел Литература).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]