Эстәлеккә күсергә

Баш ауыртыуы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Головная боль битенән йүнәлтелде)
Баш ауыртыуы
Баш ауыртыуы. Джордж Крукшенк карикатураһы, 1819
Баш ауыртыуы. Джордж Крукшенк карикатураһы, 1819
МКБ-10

R5151.

МКБ-9

784.0784.0

DiseasesDB

19825

MedlinePlus

003024

eMedicine

neuro/517 

MeSH

D006261

 Баш ауыртыуы Викимилектә

Баш ауыртыуы (лат. cephalalgia, бор. грек. κέφαλος «баш» + ἄλγος «ауыртыу» тигәндән) — төрлө ауырыуҙар һәм патологик хәлдәр осрағында йыш була торған айырымланмаған симптомдарҙың береһе, баш йә муйын тирәһе ауыртыуы[1]. Баш ауыртыуының иң йыш осрай торған сәбәбе — баш һөйәгенең тышындағы йә эсендәге ҡан тамырҙарының киңәйеүе йәки кинәт ҡыҫылыуы. Был дөйөм клиник симптомды баш ауыртыуының айырым бер осрағы булған баш өйәнәге (мигрень) менән бутарға ярамай.

Баш ауыртыуы мейенең нервы туҡымаһы ауыртыуын тойоу түгел, сөнки унда ауыртыу рецепторҙары юҡ. Ауыртыу рецепторҙары ашҡаҙанда, бауырҙа, ҡатын-ҡыҙҙарҙа аналыҡта һәм ирҙәрҙә түллек биҙендә, үпкәлә, талаҡта ла юҡ. Ауыртыу баштың йәки муйындың ауыртыуға һиҙгер 9 урынында — һөйәк ярыһында, мускулдарҙа, нервыларҙа, артерияларҙа һәм веналарҙа, тире аҫты туҡымаһында, күҙҙә, танау ҡыуышлығында һәм лайлалы тиресәлә булыуы мөмкин. Сирҙе йәки симптомдың сәбәбен асыҡлағас ҡына баш ауыртыуын дауалау ысуларын билдәләп була, күп осраҡта анальгетиктар тәғәйенләйҙәр.

2018 йылдың йомғаҡлау вариантында баҫылған Халыҡ-ара баш ауыртыу йәмғиәтенең классификация комитеты тәҡдим иткән МКГБ-3 классификацияһы бөгөнгө көнгә иң замансаһы булып тора[2].

МКГБ-2 (Баш ауыртыуҙарының халыҡ-ара классификацияһы — 2)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ-ара баш ауыртыуын өйрәнеү ассоциацияһы сығарған Халыҡ-ара баш ауыртыуы классификацияһы (ICGB) баш ауыртыуын ентекле иерархик классификациялауҙан тора. Унда баш ауыртыуға килтереүсе патологияны билдәләүсе ентекле диагностик критерийҙар исемлеге бар. 1988 йылда МКГБ-ның беренсе версияһы баҫылып сыға[3].

МКГБ-2 Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан хуплана[4][5][6].

МКГБ-2 классификацияһы — күп кимәлле исемлек (баш ауыртыуҙың һәр төрө һанлы код менән билдәләнә). Исемлектең беренсе кимәленә баш ауыртыуҙың 13 төп төркөмө инә. Ауыртыуҙарҙың тәүге 4 төркөмө беренсел баш ауыртыуы тип классификациялана; 5 — 12-се ауыртыуҙар төркөмөнә икенсел баш ауыртыуҙары инә; краниаль невралгиялар, үҙәк һәм беренсел бит ауыртыуҙары һәм башҡа ауыртыуҙар һуңғы ике төркөмгә ҡарай[7].

МКГБ-2 баш ауыртыуының ҡайһы бер формаларын (башлыса беренсел баш ауыртыуын) тасуирлау өсөн ҡабатланған диагностик критерийҙар ҡуллана. Шулай уҡ был классификация баш ауыртыу йышлығын һәм ауырлығын һандарҙа кодлауҙы күҙ уңында тотмай, был мәсьәләне хәл итеү табипҡа ҡалдырыла[8].

Патогенетик классификация

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Барлыҡҡа килеү механизмы буйынса баш ауыртыуы 6 төргә бүленә, уларға патогенетик факторҙар йыйылмаһына бәйле ҡатнаш тәбиғәтле баш ауыртыуҙар, шулай уҡ ысынбарлыҡтағы физик факторҙарҙы асыҡлау мөмкин булмаған психалгия инә[9]:

Баш ауыртыуҙың патогенетик классификацияһы
Баш ауыртыу типтары Баш ауыртыуҙың патофизиологик механизмдары
ҡан тамырҙарына бәйле баш ауыртыу артерияларҙың ҡыҫылыуы һәм киңәйеүе, веналарҙың тонусы етешмәү, ҡан ағымы әкренәйеү, гипоксия менән барған гемореологик боҙолоуҙар
мускул көсөргәнешенә бәйле баш ауыртыу нервы-мускул синапсында нервы импульсын тапшырыуҙың, сегментар механизм буйлап мускул көсөргәнешенең әүҙемләшеүе
ликвородинамикалы баш ауыртыу баш һөйәгендәге баҫымдың күтәрелеүе йә төшөүе, нормаль баш һөйәге баҫымы ерлегендә интракраниаль структураларҙың дислокацияһы
невралгик баш ауыртыу эндоневраль йәки экстраневраль патология ваҡытында нервының ҡыҙғытылыуы, антиноцицептив системала патологик әүҙемлек усаҡтары яһалыу
ҡатнаш баш ауыртыу ҡан тамырҙары, мускулдар, ликвородинамика, невралгия механизмдары һәм психалгия ҡатнашыуы: факторҙарҙың бер юлы йә бер-бер артлы ҡушылыуы
психалгия (үҙәк баш ауырыуы) ҡан тамырҙары, мускулдар, ликвородинамика, невралгия механизмдарының юҡлығы; үҙәк нервы системаһында моноаминдар һәм эндоген опиаттар алмашыныу боҙолған осраҡта үҙәк антиноцицептив системаның эшмәкәрлеге боҙолоу
Баш өйәнәге

Баш ауыртыуҙың 200-ҙән ашыу формаһы бар, уларҙың сәбәптәре төрлө — иң зарарһыҙҙарҙан алып ғүмер өсөн хәүефлегә тиклем. Ауыртыу симптомдарын тасуирлау һәм неврологик тикшереү һөҙөмтәләре баш ауыртыу сәбәбен асыҡларға һәм тейешле дауалауҙы тәғәйенләргә мөмкинлек бирә йәки өҫтәмә тикшереүҙәр үткәреү кәрәклеген күрһәтә.[10].

Беренсел баш ауыртыуҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баш ауыртыуы, мәҫәлән, көсөргәнештән баш ауыртыуы һәм мигрень цефалгияның иң киң таралған төрҙәренә ҡарай. Баш ауыртыуҙың был формалары үҙенсәлекле һыҙаттарға эйә, мәҫәлән, мигрень ҡаты ауыртыуҙың импульслы характеры менән ҡылыҡһырлана, йыш ҡына баштың яртыһын биләй һәм күңел болғаныу менән оҙатыла. Мигрень өйәнәге ғәҙәттә 3 сәғәттән 3 көнгә тиклем дауам итә. Беренсел баш ауыртыуының һирәк формаларына тригеминаль невралгия (биттә атып ауыртыу), кластер баш ауыртыуы (бер-бер артлы ҡаты ауыртыуҙар), гемикрания континуум) (баштың бер өлөшөндә оҙаҡҡа һуҙылған баш ауыртыуы) инә.

Икенсел баш ауыртыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был баш мейеһенең органик зарарланыуы йәки баш һәм муйында урынлашҡан башҡа структуралар, шулай уҡ системалы ауырыуҙар арҡаһында барлыҡҡа килгән симптоматик баш ауыртыуы[11].

Икенсел баш ауыртыуының ҡайһы бер формалары хәүефле түгел (мәҫәлән, цервикоген баш ауыртыуы, ул муйын мускулдарына зыян килеүгә бәйле). Абузус баш ауыртыуы ауыртыуҙы баҫа торған дарыуҙарҙы саманан тыш күп ҡулланыу арҡаһында булыуы мөмкин.

Цефалгия менән бер рәттә башҡа симптомдар булыуы башты ауырттырған хәүефле патологик процесс барыуының билдәһе булырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта бындай патологияларҙың ҡайһы берҙәре етди зыян, хатта үлемгә килтереүе мөмкин. Хәүефле симптомдар булыуы ентекле медицина тикшереүе үтеү кәрәклеген күрһәтә. 50 йәштән өлкән кешеләрҙә был симптомдарҙың барлыҡҡа килеүе баш ауыртыуҙың яңы формалары тураһында һөйләй: бер минуттан да артыҡ дауам итмәгән баш ауыртыуы (йәшен һуҡҡан кеүек баш ауыртыуы), аяҡ-ҡулдарҙың ваҡытлыса фалижы, тикшереү барышында асыҡланған невралгик боҙоҡлоҡтар, йоҡо боҙолоуы, кәүҙә торошон үҙгәрткәндә, физик көсөргәнештә йәки Вальсальва пробаһын алғанда (йүткергәндә һәм кәүҙә көсөргәнгәндә) көсәйә торған ауыртыуҙар, күреү һәләтенең юғалыуы йәки боҙолоуы, аҫҡы яңаҡтың даими сығыуы (сәйнәгәндә баҫылыусан яңаҡ ауыртыуы), елкә мускулдарының ҡуҙғалырға бирмәй ауыртыуы, тәндең яныуы, шулай уҡ ВИЧ эләктергәндәрҙең, яман шеш менән сирләүселәрҙең һәм тромбоз янаған пациенттарҙың баш ауыртыуы.

Ҡапыл көслө баш ауыртып алыуы (йәшен атҡан кеүек ауыртыу) субарахноидаль ҡан һауыуға күрһәткән берҙән-бер симптом булыуы мөмкин (инсульт формаһы, ҡағиҙә булараҡ, артерия аневризмаһы өҙөлөү сәбәпле барлыҡҡа килә). Тән яныу менән оҙатылған баш ауыртыуы менингит эҙемтәһе булырға мөмкин, бигерәк тә менингеаль синдром (елкә мускулдары ҡатыу) күҙәтелһә, шулай була. Аң томаланыу энцефалит (баш мейеһе шешеүе, йышыраҡ вируслы этиологиялы) симптомы булыуы мөмкин. Мускулдар тартылғанда йәки кәүҙә торошо үҙгәргәндә көсәйгән баш ауыртыу баш һөйәге эсендәге баҫым артыуға бәйле була. Ғәҙәттә бындай һыҙланыуҙар иртән көсәйә, ҡоҫоу күҙәтелә. Баш һөйәге эсендәге баҫымдың көсәйеүенә баш мейеһе шеше, идиопатик баш һөйәге эсе гипертонияһы (йышыраҡ тулы кәүҙәле йәш ҡыҙҙарға ҡағыла) һәм һирәк осраҡта баш мейеһенең ҡаты ҡабығының синустары тромбозы сәбәпсе булыуы мөмкин. Баш ауыртҡандағы дөйөм хәлһеҙлек йыш ҡына инсульт (атап әйткәндә, ҡан һауыу йәки субдураль гематома) йәки баш мейеһе шеше булыуы билдәһе була. Оло йәштәгеләрҙең баш ауыртыуы, бигерәк тә күреү һәләтенең боҙолоуы һәм аҫҡы яңаҡ сығыу менән бәйле, күҙәнәктәрҙең гигант артеритының билдәһе булыуы мөмкин (ҡан тамырҙары стенаһының шешә, һөҙөмтәлә ҡан йөрөшө боҙола). Углерод оксиды менән ағыуланыу баш ауыртыуға, шулай уҡ күңел болғаныуға, ҡоҫоуға, баш әйләнеүгә, мускулдарҙың хәлһеҙләнеүенә һәм күҙ алды томанланыуға килтереүе мөмкин. Күҙҙең алғы мөйөшө ябылыу глаукомаһы (күҙ эсендәге баҫымдың ҡырҡа күтәрелеүе) баш ауыртыуына, айырыуса күҙ тирәһендәге һыҙланыуҙарға һәм күреү һәләтенең боҙолоуы, күңел болғаныу, ҡоҫоу, күҙ ҡыҙарыу һәм күҙ ҡараһы киңәйеү кеүек симптомдарға килтереүе мөмкин[10]

Һулыш алыу ағзаларын шәхси һаҡлау сараларын оҙаҡ ҡулланыу сығарылған тында углекислый газдың саманан тыш артыуына һәм баш ауыртыуына, хатта ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлеккә килтереүе ихтимал[12][13].

Балаларҙың баш ауырытыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баш ауыртыуы йыш ҡына бала саҡта йәки үҫмер саҡта барлыҡҡа килә. Балаларҙың да башы өлкәндәрҙеке кеүек ауырта, әммә баш ауыртыу симптомдары икенсе төрлө булыуы ихтимал. Өкәндәрҙең 20 проценты башы 10 йәшкә тиклем, ә 50 проценты 20 йәшкә тиклем башланыуы тураһында белдерә. Баш ауыртыуҙар кимәле тотороҡло ҡала. Бер тикшереүгә ярашлы, 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге малайҙарҙың 56 процентының һәм ҡыҙҙарҙың 74 процентының һуңғы бер нисә айҙа башы ауыртҡан[14][15].

Балаларҙа баш ауыртыуы бер йәки бер нисә факторға бәйле була. Иң таралғандары: нәҫелдән тапшырылыу (бигерәк тә мигрень осрағында); ҡолағанда баш йәрәхәтләнеү; ауырыу йәки инфекция, мәҫәлән, ҡолаҡ йәки синус инфекцияһы (һалҡын тейҙереү йәки грипп симптомдары булғанда); тышҡы факторҙар (һауа торошоноң үҙгәреүе, эмоциональ торош: стресс, борсолоу, депрессия); аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр, кофеин, аҙыҡ өҫтәмәләре; Йоҡо йәки көн тәртибен үҙгәртеү, көслө тауыштар. Бынан тыш, ауыр физик көсөргәнеш йәки ҡояш тәьҫире мигрень өйәнәгенә сәбәпсе булыуы мөмкин[16].

Ҡайһы берҙә үҫмерҙәрҙең ваҡыт-ваҡыт баш ауыртыуына брекет йәки биткә ортодонт дуғалары кейҙереү сәбәпсе була.

Күп осраҡта балаларҙың баш ауыртыуы йомшағыраҡ була тип иҫәпләнә. Әгәр цефалгия ваҡытында (баш ауыртҡанда) телмәр боҙолоуы, мускулдарҙың көсһөҙлөгө, күҙ күрмәү кеүек симптомдар булһа, хәүефле сир (гидроцефалия, менингит, энцефалит, абсцесс, ҡан китеү, шеш, тромбус йәки баш йәрәхәттәре) булыуы ихтимал. Был осраҡта диагноз ҡуйыу өсөн КТ йәки МРТ үткәреү кәрәк була, был процедураларҙың һөҙөмтәләре баланың үҙәк нервы системаһында мөмкин булған структур боҙолоуҙарын асыҡларға мөмкинлек бирәсәк[17].

Баш ауыртыуын булдырмауға йүнәлтелгән бер нисә сара бар. Мәҫәлән: көндөҙ күберәк һыу эсергә; кофеинлы эсемлектәр ҡулланмаҫҡа; йоҡо режимын үтәү; дөрөҫ туҡланыу; артыҡ физик көсөргәнештән һәм стрестан һаҡланыуӨҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; исемһеҙ төшөрмәнең эстәлеге булырға тейеш..

Томас Уиллис

Баш ауыртыу тураһындағы тәүге яҙмалар 5000 йыл элекке дәүерҙәргә ҡарай. Б.э.т. XIX—XVI быуаттарҙа Бабил әҙәбиәтендә йәшен атҡандағы кеүек ҡыҫҡа, көслө баш ауыртыуы һүрәтләнә. Гемикрания (ҡоҫоу, хәлһеҙлек) Эберс папирусында «ярты баш ауырыуы» тип атала. Ҡытайҙағы «Цжичжуан» (б.э.т. 581 й.) китабында баш ауыртыуҙы энә менән дауалау тураһында яҙылған. Гиппократ үҙенең «Афоризмдар» китабында баш ауыртыуҙың төрлө төрҙәре тураһында яҙа, мигрень симптомдарын беренсе булып һүрәтләй. Аретей Каппадокийский «Киҫкен һәм хроник ауырыуҙар тураһында» китабында 3 төрлө баш ауыртыуы тураһында яҙа: цефалгия — бик көслө булмаған, 1—3 сәғәттән бер нисә көнгәсә һуҙылған баш ауыртыуы; цефалея — оҙағыраҡҡа һуҙылған, организмдағы патологияға бәйлелер тип фараз ителгән ауыртыу; гетерокрания — мигрень кеүек ауыртыу. «Гемикрания» (унан «мигрень» алынған) терминын Гален ҡуллана башлай.

Беренсе баш ауыртыуҙары классификацияһын («De Cephalalgia») Томас Уиллис 1672 йылда төҙөй. 1787 йылда Кристиан Баур бөтә баш ауыртыуҙарын идиопатик (беренсел) һәм симптоматик (икенсел) төрҙәргә бүлә, баш ауыртыуының 84 категорияһын айыра. XIX быуат аҙағында «Мигрень кеүек баш ауыртыуҙары һәм башҡа оҡшаш ауырыуҙар» тигән китабында Эдвард Ливинг мигрендең башҡа баш ауыртыуҙарҙан айырмаһын күрһәтә. 1962 йылда нервы системалары сирҙәре милли институтында (АҠШ) Баш ауырыуҙары комитеты яңы баш ауыртыу төшөнсәһен ҡабул итә, яңы цефалгиялар һәм прозопалгиялар классификацияһын тәҡдим итә. Ул 26 йыл дауамында ғәмәлдә була[18][19]. Әлеге ваҡытта ғәмәлдә булған классификацияны 1988 йылда Халыҡ-ара баш ауырыуҙарын классификациялау комитеты индерә[20].

  1. Headache at Dorland's Medical Dictionary. Дата обращения: 28 апрель 2013. Архивировано 5 февраль 2010 года.
  2. International Headache Society The International Classification of Headache Disorders, 3rd edition (инг.) // Cephalalgia : научная статья. — 2018. — Т. 38. — № 1—211. — С. 211. — DOI:10.1177/0333102417738202
  3. Jes Olesen, Peter J. Goadsby, Nabih M. Ramadan, Peer Tfelt-Hansen, K. Michael A. Welch. The Headaches. — 3. — Lippincott Williams & Wilkins (инг.)баш., 2005. — ISBN 0-7817-5400-3.
  4. Международная классификация головных болей. 2-ое издание (pdf). Дата обращения: 27 апрель 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  5. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; ICHD2 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  6. Olesen et al., p. 9-11
  7. Morris Levin, Steven M. Baskin, Marcelo E. Bigal. Comprehensive Review of Headache Medicine (инг.). — Oxford University Press, 2008. — ISBN 0-19-536673-5.
  8. Headache: classification (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 6 август 2010.
  9. В.Н. Шток. Головная боль. — Москва: Медицина, 1987. — С. 30—33. — 304 с. — 95 000 экз.
  10. 10,0 10,1 Scottish Intercollegiate Guideline Network. Diagnosis and management of headache in adults (инг.). — Edinburgh, 2008. — ISBN 978-1-905813-39-1. Архивированная копия. Дата обращения: 28 апрель 2013. Архивировано из оригинала 19 апрель 2011 года. 2011 йыл 19 апрель архивланған.
  11. Осипова В.В., Табеева Г.Р., Тринитатский Ю.В., Шестель Е.А. Первичные головные боли: клиника, диагностика, терапия. Информационное письмо (для неврологов, терапевтов, врачей общей практики).. — Ростов-на-Дону: Антей, 2011. — 46 с.
  12. E.J. Sinkule, J.B. Powell, F.L. Goss Evaluation of N95 respirator use with a surgical mask cover: effects on breathing resistance and inhaled carbon dioxide (инг.) // British Occupational Hygiene Society The Annals of Occupational Hygiene. — Oxford University Press, 2013. — В. 3. — Vol. 57. — P. 384—398. — ISSN 0003-4878. — DOI:10.1093/annhyg/mes068 — PMID 23108786.. См. также доклад (в переводе) PDF Wiki
  13. E.C.H. Lim, R.C.S. Seet, K.‐H. Lee, E.P.V. Wilder‐Smith, B.Y.S. Chuah, B.K.C. Ong Headaches and the N95 face-mask amongst healthcare providers (инг.) // Acta Neurologica Scandinavica. — John Wiley & Sons, 2006. — В. 3. — Vol. 113. — P. 199—202. — ISSN 0001-6314. — DOI:10.1111/j.1600-0404.2005.00560.x — PMID 16441251. есть перевод
  14. Children Headaches Are Not Made Up. Дата обращения: 30 июнь 2010. Архивировано 11 май 2013 года. 2013 йыл 2 июнь архивланған.
  15. How Common Are Headaches in Children and Adolescents? Дата обращения: 30 июнь 2010. Архивировано 11 май 2013 года.
  16. Causes (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 30 июнь 2010. Архивировано 11 май 2013 года.
  17. What Causes Headaches in Children and Adolescents? Дата обращения: 30 июнь 2010. Архивировано 11 май 2013 года.
  18. BROWN M.R. The classification and treatment of headache (инг.) // Medical Clinics of North America (инг.)баш.. — 1951. — Т. 35. — № 5. — С. 1485—1493. — PMID 14862569.
  19. Ad Hoc Committee on Classification of Headache Classification of Headache (инг.) // JAMA. — 1962. — Т. 179. — № 9. — С. 717—718. — DOI:10.1001/jama.1962.03050090045008
  20. История головной боли. Дата обращения: 30 апрель 2013. Архивировано из оригинала 19 август 2013 года. 2013 йыл 19 август архивланған.