Баш ауыртыуы
Баш ауыртыуы | ||
---|---|---|
Баш ауыртыуы. Джордж Крукшенк карикатураһы, 1819 | ||
МКБ-10 | R51. | |
МКБ-9 | 784.0 | |
DiseasesDB | 19825 | |
MedlinePlus | 003024 | |
eMedicine | neuro/517 | |
MeSH | D006261 |
Баш ауыртыуы (лат. cephalalgia, бор. грек. κέφαλος "баш" + ἄλγος "ауыртыу" тигәндән) — төрлө ауырыуҙар һәм патологик хәлдәр осрағында йыш була торған айырымланмаған симптомдарҙың береһе, баш йә муйын тирәһе ауыртыуы[1]. Баш ауыртыуының иң йыш осрай торған сәбәбе — баш һөйәгенең тышында, йә эсендәге ҡан тамырҙарының киңәйеүе, йәки кинәт ҡыҫылыуы. Был дөйөм клиник симптомды баш ауыртыуының айырым бер осрағы булған баш өйәнәге (мигре́нь) менән бутарға ярамай.
Баш ауыртыуы мейенең нервы туҡымаһы ауыртыуы тойғоһо түгел , сөнки унда ауыртыу рецепторҙары юҡ. Ауыртыу рецепторҙары ашҡаҙанда, бауырҙа, ҡатын-ҡыҙҙарҙа аналыҡта һәм ирҙәрҙә түллек биҙендә, үпкәлә, талаҡта юҡ. Она возникает вследствие воздействия на расположенные в голове или шее 9 областей, чувствительных к болевым ощущениям Ауыртыу башта, йәки муйындың 9 өлөшөндә: баш һөйәге (надкостница), мускулдарҙа, нервыларҙа, артерияларҙа һәм веналарҙа, тире аҫты туҡымаһында, күҙҙәрҙә, танау ҡыуышлығындаһәм лайлалы тиресәлә булыуы мөмкин. Сирҙе йәки симптомдың сәбәбен асыҡлағас ҡына баш ауыртыуын дауалау ысуларын билдәләп була, күп осраҡта анальгетиктар билдәләйҙәр.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Headache at Dorland's Medical Dictionary. Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 февраль 2010. 28 апрель 2013 тикшерелгән.