Эстәлеккә күсергә

Клавдий Гален

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гален битенән йүнәлтелде)
Гален
Γαληνός
Тыуған көнө

129 йә 131 йыл

Тыуған урыны

Пергам

Вафат көнө

200 йә 217 йылда

Вафат урыны

Рим

Ғилми даирәһе

медицина, анатомия

Клавдий Гален (грек. Γαληνός; 129 йәки 131 йыл — 200 йәки 215 йыл) — Грек сығышлы Боронғо Рим табибы, хирургы һәм философы[1]. Гален күп кенә фәнни дисциплиналар төшөнсәләренә, шул иҫәптән анатомия[2], физиология[3], фармакология[4] һәм неврология, шулай уҡ философия[5] һәм логикаға һиҙелерлек өлөш индергән.

Киң таралған Клавдий Гален исеменең яҙылышы (лат. Claudius Galenus) Яңырыу дәүерендә генә барлыҡҡа килә һәм яҙмаларҙа телгә алынмаған; Cl-ның (Clarissimus) хаталы уҡылышы, тип һанала[6].

Гален исеме греч. Γαληνός, Galēnos «γαληνός», «тыныс» тигән һүҙҙе аңлата[7].

Бай архитектрҙың улы булараҡ. Гален бик һәйбәт белем ала, бик күп сәйәхәт ҡыла, медицина өлкәһендә бик күп мәғлүмәттәр йыя. Римда йәшәй, рим аҡ һөйәктәрен дауалай һәм бер аҙҙан бер нисә Рим императорының шәхси табибы булып китә. Уның теориялары Европа медицинаһында 1300 йыл дауамында өҫтөнлөк ала. Уның анатомияһын 1543 йылда барлыҡҡа килгән Андреас Везалийҙың «Кеше тәненең төҙөлөшө тураһында» исемле хеҙмәте баҫтырылып сыҡҡанға тиклем ҡулланалар[8], уның ҡан әйләнеше теорияһы 1628 йылға тиклем ғәмәлдә була, тап ошо йылда Уильям Гарвей үҙенең «Хайуандарҙың йөрәге һәм ҡан әйләнеше хәрәкәте буйынса анатомик тикшеренеү» хеҙмәтен баҫтырып сығара[9], унда ул ҡан әйләнешендә йөрәктең роленә тасуирлама бирә[10]. Буласаҡ табиптар Галендың хеҙмәттәрен XIX быуаттың аҙағына тиклем өйрәнә. Уның, мейе нервылар системаһы ярҙамында хәрәкәттәрҙе контролдә тота тигән теорияһы, әлегәсә актуаль булып ҡала.

Уның мираҫы күбеһенсә сирия, ғәрәп, иврит, латынь һәм боронғо әрмән телдәренә тәржемә ителеү арҡаһында һаҡланып ҡалған[11].

Галендың De curandi ratione исемле хеҙмәтенең титул бите. 1529 йылғы баҫма

Гален, үҙе яҙыуынса, 129 йылдың сентябрь айында тыуған[12].. Уның атаһы, Никон, бай кеше һәм билдәле архитектор һәм төҙөүсе була, шул уҡ ваҡытта ул философия, математика, логика, астрономия, ауыл хужалығы һәм әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған. Гален үҙенең атаһын «бик яғымлы, ябай, яҡшы күңелле» кеше итеп тасуирлай. Ул ваҡытта Пергам мәҙәни һәм интеллектуаль билдәле ҡала була, Александрия китапханаһынан һуң икенсе урында торған китапханаһы менән дан тота (Эвмен II)[3][13]. Гален Пергам философтары менән ун дүрт йәшендә таныштырыла. Ул философия менән Аристотелдән башлап эпикуреизмға тиклем шөғөлләнә. Атаһы улына әҙәбиәт һәм медицина мәсьәләләрендә белем бирергә тырыша, сөнки киләсәктә улын ул сәйәсмән йәки философ итеп күрә. Гален утверждает, 145 йылда, Гален яҙыуынса, атаһы төш күргән: йәнәһе, Асклепий Никонға улын медицинаға өлкәһендә уҡырға барһын тип әйткән. Атаһы аҡса йәлләмәй, Гален 16 йәшендә Асклепионда медицинаны өйрәнә башлай. Һуңғараҡ ул үҙенең бер трактатында атаһына рәхмәт белдерә һәм грамматика һәм математика өлкәләрендә алған белемен бик юғары баһалай. Асклепион бер үк ваҡытта сиркәү ҙә, хәстәхана ла була, бында һәр ауырыу килә алған. Бында бик күптәр ярҙам алған. Сиркәү бик билдәле кешеләр өсөн дә төйәккә әйләнә, мәҫәлән, тарихсы Авл Клавдий Харакс, оратор Элий Аристид, софист Антоний Полемон, консул Руфин Куспийға[12].

148 йылда, Галенға 19 йәш булғанда, уның атаһы үлеп ҡала, бөтә мөлкәте улына күсә. Гален Гиппократтың[14] кәңәшенә ҡолаҡ һалып, уҡырға китә. Смирна, Коринф, Крит, Киликия, Кипр һәм, ниһайәт, Александрияның бөйөк медицина мәктәбен барып күрә, бында ул үҙ заманының төрлө традицияларын өйрәнә. Төрлө оҫталарҙа уҡыу буласаҡ ғалимдың фекерләүенә ҙур йоғонто яһай: ғүмеренең аҙағынаса ул ниндәйҙер бер айырым медицина йүнәлешенә йәки мәктәбенә инанмай. Уның фекеренсә, кешене дауалау өсөн иң яҡшыһын ғына һайлап алырға һәм тәжрибә һәм практика менән нығытылған берҙәм система булдырырға кәрәк. Бындай ҡарашты эклектик ҡараш тип әйтәләр, әммә ул уға ғүмер буйы хеҙмәт итә.

157 йылда 28-йәшлек Гален Пергам әйләнеп ҡайта һәм Азия провинцияһында иң бай һәм абруйлы кешеләрҙең береһе булған төп дин әһеленең гладиаторҙар табибы булып китә. Гален аңлатыуынса, маймылдың эске ағзаларын сығарып һалып, башҡа табиптарға уларҙы урынына урынлаштырырға тәҡдим иткәндән һуң, дин әһеле уны һайлай. Улар баш тартҡандан һуң, Гален үҙе уларҙы урынына һала һәм дин әһеленең ышанысын яулай. Был вазифала дүрт йыл эшләгән осорҙа Гален диетаның, спорттың, гигиенаның кәрәклегендә инана, анатомияны, һынған урындарҙы һәм ауыр йәрәхәттәрҙе дауалау ысулдарын өйрәнә. Ул эшләгән осорҙа барыһы биш кенә гладиатор һәләк була, шул уҡ ваҡытта унан алда эшләгән табипта үлгән гладиаторҙар һаны 60-ҡа етә. Ошо уҡ ваҡытта гален теоретик медицинаһын һәм философия менән[12][15][16][17].

Өлгөрөп еткән йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гален Римға 162 йылда килә һәм табип булып эшләй башлай. Холҡоноң ҡыҙыулығы арҡаһында Гален башҡа коллегалар менән низағҡа инә. Уның һәләтлеге күп кенә табиптарға оҡшап етмәй, улар уға ҡаршы фетнә ҡоралар һәм ул, ғүмере өсөн хәүефләнеп, үҙ ихтыяры менән ҡаланы ташлап сыға[18].

161 йылдан алып Рим һуғышҡа йәлеп ителә. Марк Аврелий һәм Луций Вер төньяҡта маркомандар менән алышалар[19]. 169 йылдың көҙөндә, Рим ғәскәрҙәре Аквилейға ҡайтҡан саҡта, ҡурҡыныс эпидемия башлана, һәм гален кире Римға саҡырыла. Ул Марк Аврелийҙы һәм Луций Верҙы германияла оҙатып йөрөргә тейеш. Икенсе йылына Марк Аврелий үҙе Галенды бушата[20]. Ул табип булараҡ император вариҫы Коммодҡа ебәрелә. Тап ошонда, батша һарайында, гален медицина тематикаһы буйынса бик күп яҙа. Яҙмыш шаярыуы буйынса, Луций Вер — 169 йылда, ә Марк Аврелий 180 йылда эпидемия ҡорбандары булып һәләк булалар.

Гален императорҙың ғүмеренең аҙағына тиклем уның шәхси табибы була. Дион Кассий раҫлауынса, яҡынса 189 йылда Коммодтың батшалығы осоронда бик эре эпидемия була, көн һайын Римда 2000 кеше һәләк була.[20].

Гален шулай Септимий Северҙың табибы була. Үҙенең яҙмаларында ул Септимийҙы һәм Каракалланы дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә ярҙам өсөн маҡтай[18].

Антонин чумаһы

Антонин чумаһы Марк Аврелийҙың ғаилә исеменән алынған. Шулай уҡ уны гален исеме менән дә йөрөткәндәр. Гален Риме да 166 йылда була, тап эпидемия башланған осорҙа, шулай уҡ 168—169 йылдарҙың ҡышында ҡабатланған эпидемия осоронда Аквилейҙа ғәскәрҙәр араһында була. Гален был эпидемияны оҙайлы тип атай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Галендың яҙмалары бик ҡыҫҡа һәм системаһыҙ, сөнки ул киләһе быуындар өсөн сирҙе тасуирларға тырышмай, уны күберәк ауырыуҙың симптомдары һәм дауалау алымдары ҡыҙыҡһындыра. Кеше үлеме 7—10 % тәшкил итә. 165—168 йылдарҙағы эпидемия 3,5 миллиондан 5 миллионға тиклем кеше ғүмерен ҡыя. Ҡайһы бертикшеренеүселәре[кто?] империяның ярты халҡы һәләк булған, тип яҙа[20].Антонин чумаһы оспа вирусынан килеп сыҡҡан, тип һанала, сөнки Гален ауырыуҙың симптомдары тураһында етерлек мәғлүмәт ҡалдырған. Гален, тәндә сыҡҡан әҫпе ғәҙәттә ҡара төҫтә була, әммә бер ниндәй ҙә сейләнгән урын булмай, тип яҙа, ә сирҙән һуң һауыҡҡандарҙың тәнендә ҡара әҫпеләр ҡала, сөнки эренле күперткеләрҙә ҡан ҡалдыҡтары була һәм күперткеләр ҙә була. Гален фекеренсә, тән әҫпеһе Фукицид тасуирлағаннға оҡшай[20]. Гален ашҡаҙан-эсәктәр проблемалары һәм диарея тураһында яҙа. Оло ярауы ҡара төҫтә булһа, кеше үлә [21]. Шулай уҡ биҙгәк симптомдары, ҡоҫоу, йүткереү, ауыҙҙан килгән алама еҫ тураһында тасуирлай[20].

X быуат энциклопедияһында (Суда) гален 70 йәшендә вафат булған тип яҙылған, йәғни, яҡынса 199 йылда. Шуға ҡарамаҫтан, Галендың «Пизонға териак тураһында» исемле трактатында 204 йылғы ваҡиғалар тасуирлана (ялғанлыҡ булыуы ла бар. Ҡайһы бер ғәрәп сғанаҡтарында ул 87 йәшендә үлгән тип яҙылған, йәғни 17 йыл медицинаны өйрәнгәндән һәм 70 йыл практиканан һуң, тимәк, ул 217 йылда вафат улған. Тикшеренеүселәр, ғәрәп сығанаҡтарында дөрөҫ даталар бирелгән тип һанайҙар, энциклопедияла 70 йыллыҡ дауалау практикаһын 70 йыл йәшәгән тип яңылыш яҙғандар[21].

  • Яҡынса 30 кеше мускулын тасуирлаған.
  • Йөрәк түгел, ә баш һәм арҡа мейеһе «хәрәкәттең, һиҙгерлектең һәм рухи эшмәкәрлектең тупланышы» булып тора, тип иҫбатлаған.
  • «Нервыһыҙ тәндең бер өлөшө лә, ирекле тип исемләнгән бер хәрәкәте лә, бер ниндәй ҙә хис-тойғоһо ла» булыуы мөмкин түгеллеген иҫбатлаған.
  • Арҡа мейеһен арҡырыға киҫеп, киҫелгән урындан аҫтараҡ ятҡан тән өлөштәренең һиҙгерлеге юғалғанын күрһәткән.
  • Элек һаналғанса, артериялар буйлап «пневма» түгел, ҡандың ағыуын иҫбатлаған.

Философия, медицина һәм фармакология буйынса 400 тирәһе хеҙмәт ижад иткән, улар араһынан йөҙгә яҡыны беҙҙең ваҡытҡа тиклем килеп еткән. Медицина, фармация, анатомия, физиология һәм фармакология буйынса антик фәне туплаған мәғлүмәттәрҙе йыйған һәм классификациялаған.

Урта мейеһе дүрт түбәләстән, баш һөйәге нервыларының ете парын, гиҙеп йөрөгөн нервты тасуирлаған; сусҡаларҙың арҡа мейеһен киҫеү буйынса тәжрибәләр үткәреп, арҡа мейеһенең тамырсаларының функциональ айырмаһын күрһәткән.

Күҙәтеүҙәр нигеҙендә тарихта тәүге ҡан әйләнеше теорияһын булдырған. Кесе ҡан әйләнешенең булыуын белмәйенсә, йөрәк ҡарынсыҡтары араһында уларҙы тоташтырған тишек барлығын күҙаллаған (сабый балаларҙың йөрәгендә бындай тишек ысынлап та бар, ул уны сабый мәйеттәрен ярған саҡта күреүе ихтимал). Фармакологияға нигеҙ һала. Әлегә тиклем билдәле бер ысул менән эшләнгән төнәтмәләрҙе һәм майҙарҙы «гален препараттары» тип йөрөтәләр.

Гален буйынса дауаланыу — дөрөҫ диета һәм дарыу саралары. Гиппократтан айырмалы рәүештә Гүҫемлек һәм хайуан сығышлы дарыуҙарҙа файҙалы һәм балластлы матдәләр булыуын иҫбатлай. Гален үләндәрҙән алынған матдәләр менән дауалаған, сироптар, шараптар, һеркә менән балдың ҡатышмаһын киң ҡулланған[22].

Үҙенең әҫәрҙәрендә гален 304 үҫемлекте, 80 хайуанды һәм 60 минералды телгә алған.

Гален Греция почта маркаһында, 1996 йыл
Галендың хеҙмәтенән бер бит

Һуңғы антик осоро

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәшәгән осорҙа уҡ Гален легендар табип һәм философ булып һанала[23], император Марк Аврелий уны «Primum sane medicorum esse, philosophorum autem solum» (табиптар араһында беренсе һәм философтар араһында уникаль) тип баһалай. Грек авторҙары(Феодот Кожевник, Афиней һәм Александр Афродисийский) уның менән ризалашалар.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның фәнгә индергә өлөшө замандаштары тарафынан кәрәгенсә баһаланмай[3] Рим империяһы ҡолатылғандан һуң Көнбайышта тулыһынса Галендың хеҙмәттәрен өйрәнеү туҡтатыла. Шул уҡ ваҡытта Византияла Галендың күп кенә хеҙмәттәре һаҡланып ҡалған һәм өйрәнелгән. Сирия христиандары Галендың хеҙмәттәре тураһында Византия Сирия һәм Көнбайыш Месопотамия менән идара иткән осорҙа белеп ҡалалар. Етенсе быуатта был ерҙәрҙе мосолмандар баҫып ала. 750 йылдан һуң мосолмандар һәм Сирия христиандары Галендың хеҙмәттәрен ғәрәп теленә тәржемә итәләр. Ошо ваҡыттан Гален һәм бөтә грек медицинаһы Яҡын Көнсығыштың Урта быуат мәҙәниәтенә үҙләштерелә[3]

Ислам медицинаһына йоғонтоһо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галендың хеҙмәттәрен тәүге етди тәржемәсеһе Сирия христианы Хунанйн, ул Галендың 129 хеҙмәтен ғәрәп теленә тәржемә итә.[24]. Бер тәржемәһе (‘Китаб ила Аглуган фи Шифа аль Амраз’) Аюү Сина Академияһында һаҡлана. Галендың Александрия йыйынтығының бер өлөшө — этот манускрипт 10 быуат манускрипты — ике өлөштән тора, унда биҙгәктең төрҙәре һәм төрлө шешеү процестары тураһында бәйән ителә Бынан тыш, 150-нән ашыу дарыуҙар рецептары бирелгән. Китап Грек һәм Рим медицинаһы тураһында бик күп мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған.

Ғәрәп сығанаҡтары ([Ар-Рази, Абу Бакр Мөхәмәттең хеҙмәттәре) Галендың юғалған хеҙмәттәре тураһында сығанаҡ булып тора[25]. Разестың, шулай уҡ Ибн-Зухрҙың һәм Ибн-ән-Нәфистең хеҙмәттәрендә[26] Галендың хеҙмәттәре артабанғы тикшеренеүҙәр өсөн нигеҙ булып ҡулланыла.

Хәҙерге ваҡытта Гален хеҙмәттәренең урыҫ теленә барыһы ике тәржемәләре бар. Уларҙың беренсеһе — «О назначении человеческого тела» 2020 йыл 5 февраль архивланған. 1971 йылда академик В. Н. Терновский мөхәррирлеге аҫтында баҫтырыла. 2014 йылда И. М. Сеченов исемендәге Беренсе МГМУ-ның медицина, Ватан тарихы һәм культурология кафедраһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан у «Гален: врач и философ» китабы сығарыла, ктапҡа философтың 3 тексы һәм уларҙың тарихи-философия анализы индерелгән. В перевод вошли следующие тексты: «Способ распознавания и лечения страстей любой, в том числе и своей собственной», «О распознавании и лечении заблуждений всякой души», «О том, что лучший врач — ещё и философ». авторҙарҙың фекеренсә, сит ил тарихнамәһендә Галендың мираҫына ҡыҙыҡһыныу аҙаҡҡы егерме йыл эсендә көсәйә. авторҙар был процесты тарихсыларҙың һәм философтарҙың фән һәм диндең үҙ-ара бәйләнештәренә фекерҙәр үҙгәреүе һәм фәнни-техник прогресс осоронда фәнни парадигманың үҙгәреүе менән бәйләйҙәр. Был теория Галендың гипотезаһы менән тап килә, сөнки Гален ысын табип өҫтәүенә философ та булырға тейеш, тип һанаған. 2014 йылдан ошо уҡ коллектив Галендың хеҙмәттәрен урыҫ телендә сығара башлай; 2019 йылға ҡарата 1—5 томдар нәшер ителгән.

  1. «Life, death, and entertainment in the Roman Empire». David Stone Potter, D. J. Mattingly (1999). University of Michigan Press. p.63. ISBN 0-472-08568-9
  2. Galen on the affected parts
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Arthur John Brock (translator), Introduction. Galen. On the Natural Faculties. Edinburgh 1916
  4. Galen on pharmacology
  5. Galen on the brain
  6. Античная философия: Энциклопедический словарь. М., 2008. С. 250
  7. γαληνός. Liddell, H. G., Scott, R. A Greek-English Lexicon / on Perseus Digital Library.
  8. Andreas Vesalius. De humani corporis fabrica (билдәһеҙ). — Basel, Switzerland: Johannes Oporinus, 1543.
  9. William Harvey. Exercitatio Anatomica de Motu Cordis et Sanguinis in Animalibus (инг.)баш. (билдәһеҙ). — Frankfurt, Germany: Sumptibus Guilielmi Fitzeri, 1628. — С. 72. — ISBN 0-398-00793-4.
  10. Furley, D, and J. Wilkie, 1984, Galen On Respiration and the Arteries, Princeton University Press, and Bylebyl, J (ed), 1979, William Harvey and His Age, Baltimore: Johns Hopkins University Press
  11. Greg Woolf. The Cambridge Illustrated History of the Roman World. — Cambridge University Press, 2003. — P. 248.

  12. 12,0 12,1 12,2 Nutton, V. The Chronology of Galen's Early Career (билдәһеҙ) // Classical Quarterly. — 1973. — Т. 23. — № 1. — С. 158—171. — DOI:10.1017/S0009838800036600 — PMID 11624046.
  13. Metzger, B. M. New Testament Studies: Philological, Versional, and Patristic. — BRILL, 1980. — ISBN 90-04-06163-0, ISBN 978-90-04-06163-7.
  14. Hippocrates. Airs, Waters, and Places 2011 йыл 30 сентябрь архивланған.. / Jones (ed.). — 70—2.
  15. Ustun, C. Galen and his anatomic eponym: Vein of Galen. / Clinical Anatomy, 2004 — Vol. 17. — Issue 6. — P. 454—457.
  16. Galen On Food and Diet. / Grant, M (trans.) — Routledge, 2000.
  17. Gleason, M. Making Men: Sophists and Self-Presentation in Ancient Rome. — Princeton, 1995.
  18. 18,0 18,1 D.E. Eichholz, 1951, Galen and His Environment, Greece & Rome 20 no. 59, Cambridge University Press, p. 60-71
  19. Elizabeth C. Evans, 1956, Galen the Physician as Physiognomist, American Philological Association
  20. 20,0 20,1 20,2 20,3 20,4 R.J. Littman and M.L. Littman, 1973 Galen and the Antonine Plague, The American Journal of Philology 94 no. 3, p. 243—255
  21. Nutton V. Ancient Medicine. Routledge, 2004 226-7
  22. Блинова К. Ф. и др. Ботанико-фармакогностический словарь: Справ. пособие / Под(недоступная ссылка) ред. К. Ф. Блиновой, Г. П. Яковлева. — М.: Высш. шк., 1990. — С. 266. — ISBN 5-06-000085-0.
  23. Nutton V. Galen in the eyes of his contemporaries. BHM 58(3) fall 1984 315-24
  24. Dear P. Revolutionizing the Sciences: European Knowledge and Its Ambitions, 1500—1700. Princeton, NJ: Princeton University Press (2001), 37-39 2008 йыл 12 октябрь архивланған. (недоступная ссылка с 14-05-2013 (4183  дней) — история)
  25. Nutton V. The Patient’s Choice: A New Treatise by Galen. The Classical Quarterly, New Series, Vol. 40, No. 1 (1990), pp. 236—257
  26. Reflections Chairman's Traditional Medicine Among Gulf Arabs, Part II: Blood-letting (инг.) // Heart Views : journal. — 2004. — Т. 5. — № 2. — С. 74—85 [80].
Ентекле библиографияһын ҡара корпус Галена[en]

Тексттар:

  • Galeni Opera omnia. Lpz., 1821—1833. repr. Hldh., 1965.

Тәржемәләр:

  • Гален, Клавдий. О назначении частей человеческого тела / Пер. С. П. Кондратьева, под ред. и с примеч. В. Н. Терновского, вступ. ст. В. Н. Терновского и Б. Д. Петрова. М.: Медицина. 1971. 555 стр. 5000 экз.
  • Гален, Клавдий. Сочинения. Том I / Общ. ред., сост., вступ. ст. и коммент. Д. А. Балалыкина, пер. с древнегр. А. П. Щеглова. — М.: Весть, 2014. — 654 с. (ТРАКТАТЫ: О том, что лучший врач — ещё и философ; О наилучшем преподавании; О побуждении к медицине 2019 йыл 13 июль архивланған.; Способ распознавания и лечения страстей любой, в том числе и своей собственной души; О распознавании и лечении заблуждений всякой души; О зависимости свойств души от темпераментов тела; О вскрытии вен, против последователей Эрасистрата, живущих в Риме; Три комментария на книгу Гиппократа О природе человека).
  • Гален. О том, что наилучший врач есть также философ / Пер., прим. и вступ. ст. И. В. Пролыгиной // Историко-философский ежегодник 2011. Институт философии РАН. М.: Канон+. 2013. С. 82-100.
  • Гален, Клавдий. О том, что лучший врач — ещё и философ // Балалыкин Д. А., Щеглов А. П., Шок Н. П. Гален: врач и философ. М.: Академиздатцентр Наука РАН., 2014. С. 406 сл.
  • Гален. Увещание к занятию медициной / Пер., прим. и вступ. ст. И. В. Пролыгиной // Вестник древней истории. № 3. М., 2014. С. 283—299.
  • Гален. Ars medica. Медицинское искусство (I—XVIII) / Пер., прим. и вступ. ст. И. В. Пролыгиной // Интеллектуальные традиции в прошлом и настоящем. Вып. 2. М.: Аквилон, 2014. С. 95-129.
  • Гален. Ars medica. Медицинское искусство (XIX-XXXVII) / Пер., прим. и вступ. ст. И. В. Пролыгиной // Интеллектуальные традиции в прошлом и настоящем. Вып. 3. М.: Аквилон, 2016. С. 102—153.
  • Гален, Клавдий. О распознавании и лечении заблуждений всякой души // Балалыкин Д. А., Щеглов А. П., Шок Н. П. Гален: врач и философ. М.: Академиздатцентр Наука РАН, 2014. С. 371 сл.
  • Гален, Клавдий. Способ распознавания и лечения страстей любой, в том числе и своей собственной души // Балалыкин Д. А., Щеглов А. П., Шок Н. П. Гален: врач и философ. М.: Академиздатцентр Наука РАН, 2014. С. 319 сл.
  • Гален. О порядке собственных книг / Пер. и примеч. И. В. Пролыгиной // Историко-философский ежегодник 2016. Институт философии РАН. М.: Аквилон, 2016. С. 50-68.
  • Гален, Клавдий. О собственных книгах / Пер. и примеч. И. В. Пролыгиной // ΣΧΟΛΗ. Философское антиковедение и классическая традиция. Vol. 11. 2. Новосибирск, 2017. С. 636 — 677.
  • Гален, Клавдий. О толках для начинающих / Пер. Е. В. Афонасина // ΣΧΟΛΗ. Философское антиковедение и классическая традиция. Vol. 9. 1. Новосибирск, 2015. С. 56-72.
  • Гален, Клавдий. О моих воззрениях / Пер. Е. В. Афонасина // ΣΧΟΛΗ. Философское антиковедение и классическая традиция. Vol. 10. 1. Новосибирск, 2016. С. 190 — 215.
  • «Loeb Classical Library» серияһында (71-се) «О естественных способностях» трактаты нәшер ителә см. английский перевод «On the Natural Faculties» онлайн
  • «Collection Budé» серияһында әҫәрҙәр нәшер ителә башлаған (3 том сығарылған): Galien. Oeuvres:
    • Tome II: Exhortation à l'étude de la médecine. Art médical. Texte établi et traduit par V. Boudon. 2e tirage 2002. 464 p. ISBN 978-2-251-00483-9
    • Tome VII: Les Os pour les débutants — L’Anatomie des muscles. Texte établi et annoté par I. Garofalo, traduit par I. Garofalo et A. Debru. 2005. XII, 350 p. ISBN 978-2-251-00524-9
    • Tome VIII: L’Anatomie des nerfs. L’Anatomie des veines et des artères. Texte établi et annoté par Ivan Garofalo, traduit par Ivan Garofalo et Armelle Debru. 2008. 224 p. ISBN 978-2-251-00544-7

Тикшеренеүҙәр:

  • Солопова М. А. Гален // Античная философия: Энциклопедический словарь. — М., 2008. — С. 245—251 (с библиографией).
  • Симон К. Р. История иностранной библиографии. — М.: Изд-во ВКП, 1963. — С. 33-34.
  • Семеновкер Б. А. Памятники древнегреческой библиографии // Советская библиография. — 1983. — № 4. — С. 60.
  • Хорькова И. В. Гален против Аристотеля: к вопросу о формировании медицинской терминологии // Индоевропейское языкознание и классическая филология. Институт лингвистических исследований РАН (Санкт-Петербург) № 21. 2017. С.832-837
  • Балалыкин Д. А., Щеглов А. П., Шок Н. П. Гален: врач и философ. — М.: Весть, 2014. — 416 с. — 1000 экз. — ISBN 5-93213-012-1.
  • Гуковский М. А. Леонардо һәм Гален (А. С. Кантор-Гуковскаяның тәржемәһе]]) // Культура эпохи Возрождения. — Л.: Наука. Ленингр. отд-ние, 1986. — 256 с. — 43 600 экз.