Гормондар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Гормо́ндар (бор. грек. ὁρμάω — уятам, ҡуҙғатам) — эске секреция биҙҙәренең биологик актив матдәләре. Гормондар ҡан менән бөтә организмға тарала һәм мәрәй-ағзаларға (клетки-мишени) тәьҫир итә. Гормондар матдәләр алмашыныуы, үҫеү һәм үҫеш процестарын көйләй.

Гормондар ағзалар системаһының береһенең функцияһына нығыраҡ тәьҫир яһай. Был ағзаларҙы мәрәй-ағзалар тип атайҙар. Мәрәй-ағзалар күҙәнәктәре мембраналары гормон тәьҫиренә үтә һиҙгер. Енес гормондары үрсеү ағзалары үҫешен һәм үҫеүен стимуллай. Андреалин гормонын бөйөр өҫтө биҙе эшләп сығара. Был гормон менән күп ағзалар функцияһы бәйле. Ҡанда андреалин артып китһә, йөрәк йышыраҡ тибә, ҡан тамырҙары ҡыҫыла, температура күтәрелә, глюкоза кимәле күтәрелә.

Секреция биҙҙәре үҙ-ара ярышып эшләй. Ниндәй ҙә булһа биҙ гормонды күберәк йәки әҙерәк эшләп сығарһа, был функцияны икенсе биҙ стимуллай йәки баҫа.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эндокрин биҙҙәре һәм гормондарҙы 1855 йылда инглиз врачы Т. Аддисон өйрәнә башлай. Аддисон беренсе булып тире төҫөн үҙгәртеүсе бронза ауырыуын өйрәнә, һәм бының сәбәбен бөйөр өҫтө биҙе дистрофияһы менән бәйләй.

Француз талибы Бернар Клодты ла эндокринологияға нигеҙ һалыусы тип иҫәпләйҙәр. Ул ҡанға секреция бүлеп сығара торған эске секреция биҙҙәрен өйрәнә.

Артабан француз врачы Шарль Броун-Секар билдәле бер ауырыуҙарҙың сәбәбе эске секреция биҙҙәре гормондары етешмәү менән аңлата, был сирҙәрҙе терапия ысулдары менән дауалап була икәнен өйрәнә.

Хәҙерге медицина мәғлүмәттәре гормондарҙың артыҡ булыуы ла етешмәүе лә организмдағы матдәләр алышыуын көйләүсе молекуляр механизмға кире йоғонто яһай, бөтә эске секреция биҙҙәре ауырыуына булышлыҡ итә.

«Гормон» терминын беренсе мәртәбә 1902 йылда инглиз физиологтары У. Бейлисса, Э. Старлинга ҡуллана.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Березов Т. Т., Коровкин Б. Ф. Биологическая химия. — 2-е изд. — М.: Медицина, 1990. — 528 с.
  • Розен В. Б. Основы эндокринологии. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Медицина, 1994. — С. 40—93. — 384 с. — 5000 экз. — ISBN 5-211-03251-9.