Кешенең йыуан эсәге
Уҡыу көйләүҙәре
Йыуан эсәк (лат. intestinum crassum) — аш һеңдереү трактының, атап әйткәндә эсәктәрҙең, аҫҡы, тамамланған өлөшө, башлыса шунда һыу тәнгә һеңә һәм аҙыҡ иҙмәһе (химус) тиҙәккә әүерелә. Артҡы эсәктең сығарылмаһы булып тора.[1]
Йыуан эсәктең көбө нәҙек эсәктекенән ҡалыныраҡ булған өсөн ул шулай аталған да инде. Шулай уҡ диаметры ла нәҙек эсәктекенән киңерәк.
Эсәктең баугиний ҡапҡасы тип аталған урынынан анусҡа (йәғни, артҡы юлға) тиклемге өлөшө йыуан эсәк тип атала.
Кешенең йыуан эсәгендә анатомия күҙлегенән ошондай бүлемдәр бар:
- һуҡыр эсәк (лат. caecum, рус. слепая кишка человека), селәүсен кеүек үҫентеһе бар (лат. appendix vermiformis, лат. червеобразный отросток );
- туҡ эсәк (лат. colon, рус. ободочная кишка человека) үҙенең өлөштәре ошондай:
- өҫкә ҡараған туҡ эсәк (лат. colon ascendens, рус. восходящая ободочная кишка человека);
- арҡыры ятҡан туҡ эсәк (лат. colon transversum, рус. поперечная ободочная кишка человека);
- аҫҡа ҡараған туҡ эсәк (лат. colon descendens, рус. нисходящая ободочная кишка человека);
- сигма рәүешле туҡ эсәк (лат. colon sigmoideum, рус. сигмовидная ободочная кишка человека);
- тура эсәк, (лат. rectum, рус. прямая кишка человека)), киң өлөшө — тура эсәк ампулаһы (лат. ampulla recti, рус. ампула прямой кишки)), һәм тамамланыуға табан нәҙегәйгән өлөшө — артҡы юл каналы (лат. canalis analis, рус. заднепроходной канал)), ул анус менән тамамлана (лат. anus, рус. анус человека)).
Йыуан эсәк кешенең ҡорһаҡ ҡыуышлығында һәм кесе таз һөйәге ҡыуышлығында урынлашҡан, оҙонлоғо 1,5 — 2 м.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ М. Г. Привес, Н. К. Лысенков, В. И. Бушкович. Анатомия человека. — 9-е изд. — М.: Медицина, 1985. — С. 275-282. — 110 000 экз.