Кешенең аш һеңдереү системаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аш һеңдереү системаһы схемаһы:
1. Ауыҙ ҡыуышлығы (рус. 
Ротовая полость)
3. Тамаҡ, йотколоҡ (рус. 
Глотка)
4. Тел (рус. 
Язык)
6. Төкөрөк биҙҙәре (рус. 
Слюнные железы)
7. Тел аҫты биҙе (рус. 
Подъязычная железа)
8. Яңаҡ аҫты биҙҙәре (рус. 
Подчелюстная железа)
9. Ҡолаҡ янындағы биҙ (рус. 
Околоушная железа)
11. Ҡыҙыл үңәс (рус. 
Пищевод)
12. Бауыр (рус. 
Печень)
13. Үт ҡыуығы (рус. 
Желчный пузырь)
14. Дөйөм үт көпшәһе (рус. 
Общий желчный проток)
15. Ашҡаҙан (рус. 
Желудок)
16. Ашҡаҙан аҫты биҙе (рус. 
Поджелудочная железа)
17. Ашҡаҙан аҫты биҙенең үткәргес көпшәһе (рус. 
Проток поджелудочной железы)
19. Бөйән-эсәк (рус. 
Двенадцатиперстная кишка)
21. Бағым эсәге (рус. 
Подвздошная кишка) (нәҙек эсәк)
22. Аппендикс
23. Туғын эсәк (рус. 
Ободочная кишка)
24. Арҡыры туҡ эсәк (рус. 
Поперечная ободочная кишка)
25. Үрләүсе туҡ эсәк (рус. 
Восходящая ободочная кишка)
26. Һуҡыр эсәк (рус. 
Слепая кишка)
27. Түбәнләүсе туҡ эсәк (рус. 
Нисходящая ободочная кишка)
29. Тура эсәк (рус. 
Прямая кишка)
30. Аналь тишек (рус. 
Анальное отверстие)

Аш һеңдереү системаһы (латинса «systema digestorium», урыҫса — «пищеварительная система») — аҙыҡты механик һәм химик эшкәртеүҙе, шуның нәтижәһендә яһалған туҡлыҡлы матдәләрҙе һеңдереүҙе һәм эшкәртеү ҡалдыҡтарын организмдан сығарыуҙы тәьмин итә.

Төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кешенең аш һеңдереү системаһы ашҡаҙанүэсәк органдарынан һәм ярҙамсы органдарҙан (һеләгәй биҙҙәре, бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе, үт ҡыуыға һәм башҡалар) тора. Аш ҡайнытыу системаһын шартлы рәүештә өс бүлеккә бүләләр. Алғы бүлектә ауыҙ ҡауығы, йотҡолоҡ һәм аш юлы. Бында, нигеҙҙә, аҙыҡты механик эшкәртеү башҡарыла. Уртаса бүлек ашҡа:андан, йоҡа һәм ҡалын эсәктән, бауыр һәм ашҡаҙан аҫты биҙенән тора. Был бүлектә, башлыса, аҙыҡты химик эшкәртеү гутриенттарҙы һеңдереү башҡарыла һәм тиҙәк формалаша. Һуңғы бүлек туры эсәктең каудаль өлөшө булып тора һә тиҙәкте организмадн сығарыуҙы тәьмин итә. Аҙыҡ массаһының күсеүен ашҡайнатыу көпшәһендәге хәрәкәттәр тәьмин итә, был хәрәкәттәр пересталика тип алала (2-се рәсем).

Ашҡаҙан-эсәк юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өлкән кешенең ашҡаҙан-эсәк юлы 9 - 10 метр тәшкил итә; ул түбәндәге бүлектәрҙән тора:

1 ауыҙ, тештәр менән ауыҙ эслеге, ауыҙ ҡыуышлығында һеләгәй биҙҙәре

2 йотҡолоҡ

3 аш юлы

4 ашҡаҙан

5 нәҙек эсәк

6 йыуан эсәк

Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Организмдың нормаль үҫеүе, үҫеше һәм тереклек эшмәкәрлеге өсөн тәүшарт — туҡланыу. Төрлө аҙыҡ-түлек составына ингән аҡһымдар, майҙар, минераль тоҙҙар, һыу һәм витаминдар, бер-береһен тулыландырып, организм күҙәнәктәрен кәрәкле туҡлыҡлы матдәләр менән тәьмин итә. Улар араһынан һыу, минераль тоҙҙар һәм витаминдар аҙыҡта нисек бар, шулай үҙләштерелә. Аҡһымдарҙың, майҙарҙың һәм углеводтарҙың эре молекулалары аш һеңдереү каналының көбө аша үтә алмай. Шунлыҡтан был матдәләр химик эшкәртеүгә — аш һеңдереүгә дусар ителә. Аҙыҡ артабан аш һеңдереү системаһы буйлап хәрәкәт иткәндә ҡанға һәм лимфаларға һеңә бара.

Аш һеңдереү системаһының төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аш һеңдереү ағзалары системаһы аш һеңдереү каналынан һәм аш һеңдереү биҙҙәренән тора. Үҙ сиратында аш һеңдереү каналына ауыҙ ҡыуышлығы, тамаҡ, ҡыҙыл үңәс, ашҡаҙан, тура эсәк һәм аналь тишек менән тамамланыусы нәҙек һәм йыуан эсәктәр инә. Аш һеңдереү каналының көбө өс ҡатлауҙан тора. Тышҡы яҡтан ул беше тоташтырғыс туҡыма менән ҡапланған, уның аҫтында шыма мускулдар ҡатлауы ята. Тулҡын һымаҡ ҡыҫҡарыуҙар арҡаһында аҙыҡ аш һеңдереү каналы буйлап күсә бара. Аш һеңдереү каналының эске, лайлалы шекәрәһе эпиталиаль туҡыманан тора. Лайлалы шекәрәнең өҫкө йөҙө бөрмәле һәм унда бик күп ваҡ ҡына биҙҙәр була. Был биҙҙәр, аш һеңдереү һуттарын эшләп, канал ҡыуышлығына бүлеп сығара. Эре биҙҙәр аш һеңдереү каналынан ситтә урынлашҡан. Улар һутты канал ҡыуышлығына айырым көпшәләр буйынса бүлеп сығарыусы — өс пар шайыҡ биҙе, бауыр һәм ашҡаҙан аҫты биҙе. Аш һеңдереү биҙҙәренең һуттары составына ферменттар — аҡһым тәбиғәтле матдәләр инә. Һәр фермент тик айырым бер реакцияны ғына ҡуҙғыта йә уның тиҙлеген үҙгәртә. Бер төркөм ферменттар — углеводтарҙы, икенселәре — аҡһымдарҙы, өсөнсөләре майҙарҙы бүлгеләй. Бүлгеләнгәндән һуң барлыҡҡа килгән матдәләр, ғәҙәттә, һыуҙа эрей һәм организм тарафынан үҙләштерелә ала.

Ауыҙ ҡыуышлығында аҙыҡ тәмләп ҡарала, ваҡлана, иҙелә һәм шайыҡ менән сылана. Аҙыҡты механик эшкәртеү тештәр һәм тел ярҙамында башҡарыла. Оло кешелә 32 теш була. Төрлө функциялар үтәгәнлектән, тештәрҙең төҙөлөшө һәм формаһы төрлөсә. Ауыҙҙа аҙыҡ ни тиклем һәйбәтерәк сәйнәлһә, ферменттар менән эшкәртелеүгә ул шул тиклем яҡшыраҡ әҙер була. Насар сәйнәлгән аҙыҡ аш һеңдереү биҙҙәренең эшен ауырлаштыра һәм ашҡаҙан ауырыуҙары тыуыуына булышлыҡ итә. Аҙыҡ сәйнәлгәндә тел ярҙамында ауыҙ ҡыуышлығында күсенеп йөрөй. Аҙыҡтың тәмен, механик үҙенсәлеген һәм температураһын тойорға ярҙам итеүсе күп рецепторҙар телдә урынлашҡан. Кеше ҡоро аҙыҡтың тәмен тоймай. Ауыҙҙа аҙыҡ шайыҡ менән сылатыла. Уны өс пар эре шайыҡ биҙҙәре һәм тел менән ауыҙ ҡыуышлығының лайлалы шекәрәһендә урынлашҡан күп һанлы ваҡ биҙҙәр бүлеп сығара. Шайыҡ биҙҙәре тәүлегенә яртынан алып 2 литрға тиклем шайыҡ эшләп сығара. Кешенең шайығында ҡатмарлы углеводтарҙы ябайыраҡтарға бүлемләүсе ферменттар ҙа бар.

Артабан аҙыҡ төйөрө ауыҙ ҡыуышлығынан тамаҡҡа, шунан тар ғына вертикаль көпшәгә — ҡыҙыл үңәскә үтә. Йотҡанда ҡурылдайға инеү юлы ҡурылдай ҡапҡасы менән ябыла. Ҡыҙыл үңәс көбөнөң тулҡын һымаҡ ҡыҫҡарыуҙары аҙыҡтың ашҡаҙанға табан хәрәкәт итеүенә булышлыҡ итә. Ҡыҙыл үңәстең лайлалы шекәрәһе эшләп сығарған лайла аҙыҡтың күсеүен еңәләйтә.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Научно-познавательная коллекция «Маршалл Кавендиш». Универсальный иллюстрированный справочник для всей семьи. Организам человека / — М., Алмаз-пресс, 2002. — 162 с. — (Древо познания). ISSN 1684-582X  (рус.)
  • Биологический энциклопедический словарь. Гл. ред. М. С. Гиляров; Редкол.: А. А. Бабаев, Г. Г. Винберг, Г. А. Заварзин и др. — 2-е изд., исправл. — М.: Сов. Энциклопедия, 1986.  (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Атлас анатомии человека. Издание на русском языке. / Перевод: к.м.н. В. В. Серов. / — М.: Белый город, 2005. — 103 с. с илл. ISBN 5-7793-0982-5  (рус.)
  • Цузмер А. М., Петришина О. Л. Кеше. Анатомия, физиология и гигиена. / С. В. Атнағолова тәржемәһе / — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 239 бит.
  • Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл.  (рус.)
  • Ожегов С. И. Словарь русского языка. — М., 1968.  (рус.)
  • Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З. Г. Ураксина, Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 2. П — Я. — 2005. — 680 с.