Ҡадиров Ғабдрахман Файзурахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғабдрахман Ҡадиров битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғабдрахман Фәйзрахман улы
Ҡадиров
KadirovGabdr.jpg
Эшмәкәрлек төрө:

гонщик-мотоциклист

Тыуған көнө:

27 ғинуар 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны:

Мәскәү өлкәһе Шатура ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Вафат булған көнө:

31 июль 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (52 йәш)

Вафат булған урыны:

Сочи

Награда һәм премиялары:
«Почёт Билдәһе» ордены
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы

Ҡадиров Ғабдрахман Фәйзрахман улы (27 ғинуар 1941 йыл31 июль 1993 йыл) — Башҡортостанда йәшәгән билдәле совет спортсыһы, мотоциклда боҙҙа уҙышыу буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы. Мотоспорт буйынса СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965), халыҡ‑ара категориялы судья (1991). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1991). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1969).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғабдрахман Фәйзрахман улы Ҡадиров 1941 йылдың 27 ғинуарында Мәскәү өлкәһенең Шатура ҡалаһында тыуған. Уның атаһы Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була. Әсәһе ғүмер буйы ташсы-төҙөүсе булып эшләй, улар 1946 йылдан Архангельск өлкәһе «Ҡыҙыл маяҡ» балыҡсылыҡ колхозында, артабан Башҡортостандың Туймазы районы Илсембәт ауылында, 1948 йылдан Белорет ҡалаһында йәшәй.

1951 йылдан Ғабдрахман Ҡадиров Өфөлә йәшәй. 7-се, 27-се һәм 23-сө мәктәптә, Өфө авиация техникумында уҡый. Юғары белемде Ленинградтағы П. Лесгафт исемендәге физик культура институтында ала.

Донъя чемпионы исемдәрен ул 1966 йылда — Мәскәү, 1968 йылда — Өфө, 1969 һәм 1971 йылдарҙа — Инцель (Германия), 1970 һәм 1974 йылдарҙа Несше (Швеция) ҡалаларында яулай. Ер йөҙөндә спортта бындай юғары ҡаҙаныштарға башҡа бер кемдең дә өлгәшкәне юҡ.

Артабанғы йылдарҙа Ғабдрахман Ҡадиров үҙен яҡшы тренер һөм ярыштар судьяһы итеп тә күрһәтә. Боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа Башҡортостандан берҙән-бер судья ул булған.

Совет спортын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм шәхси уңыштары өсөн мотоуҙышсы «Почёт Билдәһе» ордены һәм «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградлана.

1993 йылдың 31 июлендә вафат була, Өфөлә ерләнгән.

Спортсының ҡатыны — Башҡортостандың популяр эстрада йырсыһы Нәзифә Ҡадирова.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2016 йылдан «Башҡортостан» киностудияһында режиссер Радик Килмәмәтов билдәле совет мотоуҙышсыһына арналған ҡыҫҡа метражлы фильм төшөргән. Уның «Башҡортостандың йөҙ исеме» проекты сиктәрендәге презентацияһы 2019 йылдың 29 ғинуарында Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа[1].
  • Өфөлә Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге спортклуб эшләй.
  • 1993 йылдан алып спортсы иҫтәлегенә бағышланған мотоуҙыштар үткәрелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан календары 2006 йыл. Автор: Йәмил Буранғолов.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡадиров Ғабдрахман Файзурахман улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.