Эстәлеккә күсергә

Буранғолов Йәмил Айҙар улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Йәмил Буранғолов битенән йүнәлтелде)
Буранғолов Йәмил Айҙар улы
Тыуған көнө:

19 июнь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (66 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист

Ижад йылдары:

1980—2018

Премиялары:

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (1995)

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003)

Буранғолов Йәмил Айҙар улы (19 июнь 1958 йыл) — журналист. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).

Йәмил Айҙар улы Буранғолов 1958 йылдың 19 июнендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районының Байназар ауылында тыуған[1].

1985 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген «Молодёжная газета» редакцияһында башлай. Шул йылдарҙан йәш журналистың мәҡәләләренең тематик йүнәлеше күҙаллана.

Артабан «Ватандаш» журналы хеҙмәткәре, 1997 йылдан баҫманың бүлек мөхәррире булып эшләй. Хәрби-патриотик һәм спорт темаларына мәҡәләләре донъя күрә.

Йәмил Буранғолов — 1994—1996 йылдарҙа Чечен Республикаһында барған хәрби хәрәкәттәр тураһында репортаждар циклы авторы[2].

Йәмил Буранғоловтың атаһы, Айҙар Ғиниәт улы Буранғолов ҡайһы бер мәҡәләләрен Теүәш тигән псевдоним аҫтында яҙҙы (үҙенең тыуған Ғафури районында Теүәш тигән йылға исеме). Салауат районында 1994 йылда башҡорт телендә сыға башлаған «Йүрүҙән» гәзитенең тынғыһыҙ хәбәрсеһе, репортаждар авторы булды.

  • Потомки Салавата / А. Г. Бурангулов, Я. А. Бурангулов, З. С. Габбасова. — Уфа : Китап, 2004 (Уфим. полигр. комб.). — 188 с. : портр.; 22 см; ISBN 5-295-03428-3 (в пер.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003)[3]
  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1995)