Үлем

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Илья Репин һүрәте

Үлем — тормош туҡтау, организм йәшәйеше туҡтау; организмдың тормош эшмәкәрлеген тулыһынса туҡтатыуы, уның йәшәүенең мотлаҡ булған стадияһы[1]; Йән эйәләренең тереклек итеүҙән туҡтаған хәле; үле хәл[2].

Үлем — йәшәүгә ҡапма-ҡаршы күренеш. Үлемдең тышҡы сифаттары һулыш алыуҙың һәм пульстың туҡталыуында сағыла. Улар үпкәләрҙең һәм йөрәктең эшләмәй башлауы тураһында һөйләйҙәр. Йәшәү менән үлем, бер-береһенә ҡапма-ҡаршы (антиподтар) булһалар ҙа, улар теүәл сиктәрҙән мәхрүм. Йәшәүҙең тамамланыуы һәм үлемдең килеп етеүе — бер ни ҡәҙәр дауамлы процесс. Әйтәйек, йөрәк менән үпкәләр эшсәнлеге туҡталған, ә мейе һаман үҙенең эшсәнлеген дауам итә был,—үлемдең, буҫағала булһа ла, тамам әле килеп етмәгәнлеген күрһәтә. Эш шунда, эшләүҙән туҡтаған йөрәк менән үпкәләрҙе медицина ярҙамында яңынан эшләтә башларға мөмкин. Мейе лә үҙенең эшсәнлеген юғалтҡас ҡына, үлем килгән тип әйтеп була. Йөрәк менән үпкәләрҙең эшсәнлеге туҡтаған, ә мейе эшсәнлеге дауам иткән аралыҡ (5—7 минут) медицинала клиник үлем тип атала. Тимәк, йәшәү менән үлем араһында үҙенсәлекле (йәшәүҙе лә, үлемде лә туплай торған) аралыҡ бар әле.

Үлем — организмдың барлыҡ йәшәү функцияларын юғалтыуын сағылдырыусы күренеш. Үлемдең был төрө биологик (кире ҡайтмай торған) үлем тип атала. Йәндең, Аңдың саф мәле — Йыhан, тәбиғәт менән ҡушылған, бергә бөтөн булған тәүторош сағына кире ҡайтара алыу юлын эзотерик буддизм киң таралған Тибетта Маhамудра (дзогчен) — Бөйөк бушлыҡ, саф аң тураhында ғилем тип атайҙар . Әҙәмдең аңын томаналыҡтан, наҙанлыҡтан арындырыусы Махамудра — өс таяуға нигеҙләнгән ғилем:

  1. Буддизм доктринаhының йәҙрә өлөшө булған Yлем тураhында фекер йөрөтөү;
  2. Сәбәп — hөҙөмтә бәйләнешен тылҡыусы карма законын аңлатыу;
  3. Кеше сифатында йәшәү — яҙмыштың иң ҡиммәтле бүләге икәнлеген танытыу.

Бына хәҙер йәнде Сансара ҡоллоғонан ҡотҡарыу тураhында белем сығанағы булған Махамудра ғилеменә мөрәжәғәт итәйек. Уның төп hәм беренсе өлөшө ихтирамға hәм ҙур иғтибарға лайыҡлы төшөнсә — Yлем тураhында булыр. Ундағы фекерҙәр тулыhынса башҡорт халыҡ әйтем-мәҡәлдәренең йөкмәткеhенә тап килә:

Үлем төшөнсәһе башҡорт халыҡ ижадында
Илле итәктән алды,

Алтмыш аяҡтан алды,

Етмеш йүгән hалды,

Һикhән hикегә hалды,

Туҡhан туңҡайтып ҡуйҙы,

Йөҙ өҙөп алды.

— Алтмыш, hиңә ни ҡылдым? Аяғыма бау, ҡолағыма шау hалдың.

— Етмеш, hиңә ни ҡылдым? Уртымдағы теште, башымдағы hушты алдың.

— Һикhән, hиңә ни ҡылдым? Маңлайҙағы күҙҙе, бурбайҙағы биҙҙе алдың.

— Туҡhан, hиңә ни ҡылдым? Ауыҙҙағы hүҙҙе алдың, илтеп ләхеткә hалдың.

Башҡорт халыҡ ижадынан
  • Yлем — ҡотолғоhоҙ.
  • Yлем ҡаршында бар ҙа тигеҙ.
  • Yлем бай, ярлы тип тормай.
  • Yлем ҡартына, йәшенә ҡарамай.
  • Yлем яйыңа ҡарамай.
  • Yлем үкенесhеҙ булмай.
  • Yлем — hәр кешенең ҡунағы.
  • Yлемде көтмә, үҙе килер.
  • Yлемдән ҡурҡмаған — терек, үлемдән ҡурҡҡан — үлек.
  • Yлергә сәғәт бар, үлмәҫкә сәбәп бар.
  • Yҙәклегә үлем бар.
  • Yлемhеҙ донъя юҡ, үтелгеhеҙ йылға юҡ.
  • Yлмәктән ҡалмаҡ юҡ.
  • Донъя бер беҙҙән генә ҡалмаған.
  • Ҡунаҡ әйтеп килмәй, үлем hорап килмәй.
  • Күрәсәкте күрмәй, гүргә кереп булмай.
  • Сирлегә үлем күрше.
  • Әжәл етмәй, үлем юҡ.

Белеүебеҙсә, башҡот телдә лә Yлем төшөнсәhен төрлөсә атап була: әжәл, hуңғы сәғәт, ғүмер ахыры, гүргә кереү, әхирәткә кереү, теге донъяға китеү, ләхеткә ятыу. Башҡорт халыҡ ижадында Yлем hүҙен атамай ғына, уға барыш, яҡынайыш тураhында бик йәтеш иҫкәртелеүҙәр бар.


Ә инде башҡорт халҡыныү рухи ҡомартҡыhы «Урал батыр» ҡобайырында Yлем hүҙе 79 тапҡыр ҡабатланып, иҫкә алына, уның тәбиғәте, сифаттары бик ентекле итеп тасуирлана hәм әhәмиәте ҡат-ҡат hыҙыҡ өҫтөнә алына икән, был үлемhеҙ әҫәр туранан-тура Махамудраның сығанағы тип әйтә алабыҙ.


Ғизәтуллина Р. Х.Йәншишмә ҡайҙан башлана?Өфө:Китап, 2013.-76-78 биттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 2-се китап: Ҡыҫҡаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемулары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. (тат.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М. Т. Азнабаев, 2007)
  2. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)