Репин Илья Ефимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Илья Ефимович Репин

1900-сы йылдарҙағы фотоһүрәт
Тыуған:

24 июль (5 август) 1844({{padleft:1844|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы Харьков губернаһы (хәҙер Украинаның Харьков өлкәһе) Чугуев ҡалаһы

Үлгән:

29 сентябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (86 йәш)

Үлгән урыны:

Финляндия Республикаһы Выборг губернаһы (хәҙер Санкт-Петербург ҡалаһының Курорт районы) Куоккала (1948 йылдан Репин) ҡасабаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Жанр:

портрет, тарихи һәм жанрлы рәсем сәнғәте

Уҡыған урыны:

Император сәнғәт академияһы

Стиль:

реализм

Исемдәре:
  • Император сәнғәт академияһы академигы (1876), тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1893), профессоры (1893)
Сайт:

ilya-repin.ru

Имза:

 Работы

Репин Илья Ефимович (5 август 1844 йыл — 29 сентябрь 1930 йыл)[1] — Рәсәй империяһы[2] һәм СССР рәссамы, педагог, профессор, Император художество академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы.

1870 йылдарҙан башлап, Репин рус реализмының төп фигураларының береһе була. Рәссам һынлы сәнғәт әҫәрҙәрендә тирә-йүндәге тормоштоң бөтә төрҙәрен сағылдырыу мәсьәләһен хәл итеүгә өлгәшә. Ижадында ул хәҙерге замандың бөтә өлкәләрен яҡтыртырта, йәмәғәтселекте борсоған темаларға ҡағылыла, көн үҙәгендәге мәсьәләләргә сағыу яуап бирә. Репиндың художестволы теле һығылмалылыҡ менән ҡылыҡһырлана, XVII быуаттағы испан һәм голланд рәссамдарының һәм хәҙерге француз импрессионистарының төрлө стилистик йүнәлештәрен ҡабул итә.

Репин ижадының сәскә атыуы 1880-се йылдарға тура килә. Замандаштарының портреттары галереяһын булдыра, рәссам-тарихсы һәм көндәлек тормош күренештәр оҫтаһы булып таныла. Тарихи һынлы сәнғәт өлкәһендә уны тәҡдим ителгән хәлдең эмоциональ сағылышын асыу мөмкинлеге йәлеп итә. Рәссамдың стихияһы — хәҙерге заман, хатта легендар үткәндәр темаһына картиналар ижад итеп, ул, тамашасы менән әҫәрҙәре геройҙары араһындағы алыҫлыҡты кәметеп, тормошсан хәҙерге заман оҫтаһы булып ҡала. Сәнғәт тарихсыһы В. В. Стасов фекеренсә, Репин ижады — «реформанан һуңғы Рәсәй энциклопедияһы». Ғүмеренең һуңғы 30 йылын Репин үҙенең Пенаталағы Куоккалалағы имениеһында, Санкт-Петербург тирәһендә үткәрә. Был территория Финляндияға күскәндән һуң, 13 йылы мәжбүри эмиграцияла. Һуңғы йылдарҙа Библия сюжеттарына мөрәжәғәт итә. Куоккалала Репин мемуарҙар яҙа, уның бер нисә очеркы «Далёкое и близкое» хәтирәләр китабына индерелгән. Уҡытыусы булараҡ билдәле рәссамдар плеядаһын тәрбиәләй: Б.M. Кустодиев, И. Е. Грабар, И. С. Куликов, Ф. А. Малявин, А. П. Остроумова-Лебедева, Н. И. Фешин, В. А. Серов.

Сығышы. Бала сағы, үҫмер йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илья́ Ефи́мович Ре́пин 1844 йылдың 5 авгусында (иҫке стиль буйынса 24 июль) Рәсәй империяһы Харьков губернаһы (хәҙер Украинаның Харьков өлкәһе) үҙәгенән йыраҡ түгел урынлашҡан Чугуев ҡалаһында тыуған. Атаһы яғынан олатаһы, хеҙмәт итмәгән казак Василий Ефимович Репин, сауҙа эше менән шөғөлләнгән, ҡунаҡхана тотҡан. Метрик китаптар буйынса 1830-сы йылдарҙа вафат була. Бөтә иҡтисади мәшәҡәттәр ҡатыны Репина Наталья Титовна иңенә төшә. Рәссамдың атаһы Ефим Васильевич (1804—1894) ғаиләлә балаларҙың иң өлкәне була[3] Илья Ефимович үҙенең бала сағына арналған мемуарҙарында атаһын «билет һалдаты» тип телгә ала. Ул ағаһы менән йыл һайын 300 саҡрым араны үтеп, Донщинаға бара, унан һатыуға ат өйөрөн ҡыуа[4]. Чугуев 11-се үлан полкында хеҙмәт иткән осорҙа Ефим Васильевич өс хәрби кампанияла ҡатнаша, наградаларға эйә була[3]. Илья Репин тыуған ҡалаһы һәм Слобода Украина менән бәйләнеште ғүмеренең аҙағына тиклем һаҡлап ҡалырға тырыша, рәссам ижадында украин мотивтары мөһим урын биләй[5].

Ефим Васильевич Репин портреты. 1879
Татьяны Степановна Репина портреты. 1867

Рәссамдың әсәһе яғынан олатаһы Бочаров Степан Васильевич та ғүмеренең күп йылдарын хәрби хеҙмәткә бағышланған. Уның ҡатыны Пелагея Минаевна, ҡыҙ фамилияһын тикшеренеүселәр асыҡлай алмай[6]. 1830 йылдар башында Бочаровтарҙың ҡыҙы Татьяна Степановна (1811—1880) Ефим Васильевичҡа кейәүгә сыға. Башта Репиндар иренең ата-әсәһе менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәйҙәр[3]; һуңыраҡ ғаилә башлығы, ат менән сауҙа итеп, аҡса йыя, Северский Донец ярына иркен йорт һала. Татьяна Степановна уҡымышлы һәм эшмәкәр ҡатын була. Балаларын әҙәби рухта тәрбиәләй: уларға Пушкин, Лермонтов, Жуковский әҫәрҙәрен ҡысҡырып уҡый. Шулай уҡ крәҫтиән балалары ла, өлкәндәр ҙә уҡыған бәләкәй мәктәп ойоштора. Унда предметтар аҙ була: матур яҙыу, арифметика һәм дин ҡануны. Ғаиләлә йыш ҡына аҡса менән проблемалар тыуа. Татьяна Степановна ҡуян тиреһенән һатыуға тун тегеп, аҡса эшләргә тырыша[7].

Репиндар йортона тәүге тапҡыр акварель буяуҙарын Илья Ефимовичтың ике туған ҡустыһы Трофим Чаплыгин алып килә. Һуңыраҡ рәссам үҙе хәтерләүенсә, ҡарбуздың «яңырыуын» күргән мәлдә уның тормошо үҙгәрә: балалар алфавитына урынлаштырылған ҡара-аҡ картина кинәт асыҡлыҡ һәм һутлылыҡ яулай. Шул көндән буяуҙар ярҙамында донъяны үҙгәртеү идеяһы буласаҡ рәссамды ҡалдырмай:

Мине йыуатыр өсөн Трофим миңә үҙенең акварель буяуҙарын ҡалдырҙы. Шул көндән мин төҫтәргә ғашиҡ булдым, өҫтәлгә беректем, сысҡан кеүек еүешләнеп бөткәнһең, тип оялтып, төшкө ашҡа көс-хәл менән айырып алалар ине, [8].

1855 йылда ата-әсәһе ун бер йәшлек Ильяны топографтар мәктәбенә уҡырға бирә. Был һөнәр Чугуевта абруйлы һанала[9]. Ләкин ике йылдан һуң уҡыу йорто бөтөрөлә, Репин иконалар яҙыу оҫтаханаһына рәссам И.M. Бунаковҡа эшкә урынлаша. Тиҙҙән Бунаковтың талантлы уҡыусыһы тураһында хәбәр тирә-яҡҡа тарала; йәш оҫтаны рәссамдар һәм алтын ялатҡыстар кәрәк булған подрядсы ойошмалар саҡыра башлай[10]. Ун алты йәшендә егет оҫтахананан да, ата-әсәһе йортонан да сығып китә: уға айына 25 һум икона биҙәү артелендә эш тәҡдим итәләр, ҡаланан ҡалаға заказдар үтәлеү менән күсә бара[11].

Репин 1863 йылдың йәйендә Острогожск янындағы Воронеж губернаһында рәссам Иван Крамский тыуған ҡалала эшләй. Урындағы оҫталарҙан ете йыл элек тыуған урынын ҡалдырып, Император художество академияһына уҡырға барған яҡташының «Моисей источает воду из скалы» картинаһы өсөн бәләкәй алтын миҙал алғанын белә. Был Илья Ефимович Репин тормошоноң ҡырҡа үҙгәреүенә этәргес була: көҙгөһөн, йәйге айҙарҙа эшләп алған аҡсаһын йыйып, Санкт-Петербургҡа китә[12].

Беренсе Петербург периоды (1863—1871)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәнғәт академияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәнғәт академияһына беренсе визиты Репинды күңелһеҙләндерә: Академияның конференц-секретары Ф. Ф. Львов, ун туғыҙ йәшлек егеттең һүрәттәре менән танышып, тушёвкаға эйә булмауын, штрихтар һәм күләгәләр яһай белмәүен белдерә[13]. Уңышһыҙлыҡ Илья Ефимовичты хафаға һала, ләкин уны уҡыуҙан төңөлмәй. Мансардалағы (ҡыйыҡ аҫтындағы) бүлмәне биш ярым һумға ҡуртымға ала, ҡаты экономиялы режимға күсә, киске рәсем мәктәбенә уҡырға урынлаша, тиҙҙән уны иң яҡшы уҡыусыһы тип таныла. Академияға икенсе тапҡыр килеү имтиханды уңышлы тапшырыу менән тамамлана, ләкин инеү һынауҙарынан һуң тағы ла ҡыйынлыҡтар көтөлә: дәрестәргә йөрөү хоҡуғы өсөн ирекле тыңлаусы 25 һум түләргә тейеш була. Был сумманы Репин өсөн меценат — Федор Прянишников түләй, уға илья Ефимович ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән була [14].

Академияла һигеҙ йыл дауамында, Репин күп дуҫтар таба. Улар араһында Василий Поленов та була, уның йортонда яңы эш башлаусы рәссамды һәр саҡ йылы ҡаршы алалар [15]. Марк Антокольский баш ҡалаға Вильнанан скульпторға уҡырға килә, былай тип яҙа: «Тиҙҙән беҙ яҡынлаштыҡ, сөнки сит илдә яңғыҙҙар ғына яҡынлаша ала»[16]. 1869 йылда Репин сәнғәт белгесе Владимир Стасов менән таныша, ул оҙаҡ йылдар Репиндың «яҡын аралашыу даирәһенә» инә[17]. Крамскийҙы үҙенең туранан-тура остазы тип һанай: Иван Николаевич ижад иткән артелдә Репин уның кешеһе була, уға үҙенең эскиздарын күрһәтә, кәңәштәрен тыңлай[18]. Крамский үлгәндән һуң Репин хәтирәләр яҙа, унда рәссамды үҙенең уҡытыусыһы тип атай [19].

И. Е. Репин. Воскрешение дочери Иаира (1871)

Уҡыу йылдарында Репин бер нисә награда ала. Улар араһында: «Ангел смерти избивает всех перворождённых египтян» эскизы өсөн көмөш миҙал (1865), «Иов и его друзья» әҫәре өсөн бәләкәй алтын миҙал (1869) һәм «Воскрешение дочери Иаира» картинаһы өсөн ҙур алтын миҙал (1871)[20]. Йылдар үткәс, «Воскресенский…» тарихын иҫенә төшөрөп, Репин рәссамдар даирәһендә уны яҙырға әҙерләнгәндә аҡса етмәүен, өмөтһөҙлөккә бирлеп, имтихандарға әҙерләнгән Академия студенты күрше фатирҙан тәҙрә аша ҡыҙҙы нисек күҙәтеүе тураһында жанрлы картина ижад итеүен һөйләй. Илья Ефимович ошо эшен «Трентий» магазинына алып бара, килешеү комиссияһына бирә. Тиҙҙән уға байтаҡ сумма бирелгәс, ғәжәпләнә: «Мин ғүмерем буйына ундай бәхет кисермәнем, буғай!»[21]. Был аҡса буяуҙарға һәм полотноға етә, ләкин уларҙы булдырыу ижади ғазаптарҙан ҡотҡармай: «Дочери Иаира» сюжеты килеп сыҡмай. Бер кис, Крамскийҙан ҡайтҡас, Репин, әгәр «терелтеү һәләте бирелгән» кеше иртә вафат булған һеңлеһе Устаны тергеҙеүгә өлгәшһә, туғандарының ниндәй хистәр кисереүен күҙ алдына килтерергә тырыша [22][23]. Һөҙөмтәлә уҡыу программаһы буйынса ҡуйылған Инжил сюжеты «тормоштоң тере картинаһында» сағыла:

Интерьерҙың тәрәндә күләгәле булыуы уң яҡтан тынлыҡ атмосфераһын тыуҙыра, ҡайғы һәм көтөү тойғоһо сағыла…Бында Репинды бөтә ижади юлы дауамында йәлеп иткән лирик йоҡо һәм уяныу темаһы башлана.[24].

«Бурлактар Волгала»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Репиндың тәүге билдәле картиналарының сюжетына тормош картиналары этәргес бирә. 1868 йылда, эскиздар өҫтөндә эшләгәндә, Илья Ефимович Невала баржа йөрөтөүселәрҙе күрә. Буш торған, вайымһыҙ йәмәғәтселектең яр буйында йөрөүе һәм ҡайыштарҙа һал тартыусы кешеләр араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ Академия уҡыусыһын шул тиклем тетрәндерә, хатта ҡуртымға алынған фатирға ҡайтҡас, ул «тере көс тартыуы» һүрәтләгән эскиздар эшләй башлай [25]. Яңы эшкә сумып эшләргә академик йөкләмәләре ҡамасаулай. Ләкин рәссам дуҫтары менән уйын ваҡытында ла, таныш ханымдар менән аралашҡанда ла өлгөргән идеяһынан ҡотола алмай[26].

1870 йылдың йәйендә Репин ағаһы һәм дуҫтары Фёдор Васильев, Евгений Макаров менән бергә Волгаға юллана. Сәфәр өсөн аҡса — ике йөҙ һум — бай меценаттар Васильевтарҙан ала[27]. Һуңыраҡ Репин яҙғанса, сәйәхәт пейзаждар тураһында уйланыу менән генә сикләнмәй[28] : йәштәр урындағы халыҡ менән таныша, ҡайһы берҙә таныш булмаған өйҙәрҙә төн үткәрә, кистәрен усаҡ янында ултыра [29]. Волга буйы киңлектәре йәш рәссамдарҙы ғәжәпләндерә; буласаҡ полотно кәйефен Илья Ефимовичта Глинканың даими яңғыраған «Камаринская»[30] һәм уҙе менән бергә алып килгән Гомер «Илиадаһы» томы тыуҙыра[31]. Бер көндө рәссам «кәрәкле баржа йөрөтөүсенең (бурлактың) камил төрөн» — Канин исемле кешене күрә[32] (на картине он изображён в первой тройке, «с головой, повязанной грязной тряпицей»)[33] (картинала ул тәүге өсәүһендә, «башын бысраҡ сепрәк менән бәйләгән»)[33].

И. Е. Репин. «Бурлаки на Волге». 1870—1873
Каниндың, ҡайһы моделдәрҙән айырмалы, мунсаға барырға ла, сәс ҡырҡырға ла уйламауы ниндәй бәхет. Уға алдан хәбәр итәләр һәм, бөтә етди кешеләр кеүек үк, миңә ҡамасауламайынса, ғәҙәти булмаған хәлгә оҫта һәм еңел яраҡлашып, етди бер ҡиәфәт менән баҫып торҙо.

Илья Репин[32]

Немец сәнғәт тарихсыһы Норберт Вольф фекеренсә, «Бурлаки на Волге» картинаһы халыҡ-ара сәнғәт берләшмәһендә сенсация тыуҙыра, сөнки уның авторы "жанр сәхнәһен, академик классификацияла «түбәнерәк» монументалләштерә. Һәр бер герой индивидуаллек маркаһын йөрөтә; шул уҡ ваҡытта «экзистенциаль һәм примордиаль» пейзажға урынлаштырылған бөтә персонаждар төркөмө Дантеның "Божественная комедия"н хәтерләтә[34].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Подольская И. И. Репин // Краткая литературная энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, 1978. — Т. 9. — С. 658.
  2. britannica-link|498358|Ilya Yefimovich Repin|2016-02-12
  3. 3,0 3,1 3,2 Светлана Бучастая, Елена Сабодаш, Ольга Шевченко. Новые данные по генеалогии рода И. Е. Репина и новый взгляд на происхождение художника // Актуальні проблеми вітчизняної та всесвітньої історії: збірник наукових праць / Харьковский национальный университет имени В. Н. Каразина. — Харьков, 2014. — В. 17. — С. 182.(недоступная ссылка)
  4. Репин, 1958, с. 8
  5. Thomas M. Prymak. A Painter from Ukraine: Ilya Repin // Canadian Slavonic Papers. — Vol. 55 (2013). — Nos. 1-2. — PP. 19-43.
  6. Светлана Бучастая, Елена Сабодаш, Ольга Шевченко. Новые данные по генеалогии рода И. Е. Репина и новый взгляд на происхождение художника // Актуальні проблеми вітчизняної та всесвітньої історії: збірник наукових праць / Харьковский национальный университет имени В. Н. Каразина. — Харьков, 2014. — В. 17. — С. 185.(недоступная ссылка)
  7. Светлана Бучастая, Елена Сабодаш, Ольга Шевченко. Новые данные по генеалогии рода И. Е. Репина и новый взгляд на происхождение художника // Актуальні проблеми вітчизняної та всесвітньої історії: збірник наукових праць / Харьковский национальный университет имени В. Н. Каразина. — Харьков, 2014. — В. 17. — С. 183.(недоступная ссылка)
  8. Репин, 1958, с. 48
  9. Репин, 1958, с. 64
  10. Репин, 1958, с. 67
  11. Репин, 1958, с. 68
  12. Пророкова, 1960, с. 53—54
  13. Пророкова, 1960, с. 17
  14. Пророкова, 1960, с. 21—23
  15. Пророкова, 1960, с. 29
  16. Пророкова, 1960, с. 30—32
  17. Пророкова, 1960, с. 51
  18. Пророкова, 1960, с. 58—59
  19. Пророкова, 1960, с. 53
  20. Пророкова, 1960, с. 409
  21. Минченков, 1980, с. 255—256
  22. Пророкова, 1960, с. 74
  23. Фёдоров, 1989, с. 8
  24. Фёдоров, 1989, с. 8—9
  25. Пророкова, 1960, с. 65—66
  26. Репин, 1958, с. 96
  27. Репин, 1958, с. 101
  28. Репин, 1958, с. 112
  29. Репин, 1958, с. 130
  30. Фёдоров, 1989, с. 16
  31. Татьяна Юденкова. Репин неисчерпаем // Художник. — 2010. — № 1. Архивировано из первоисточника 27 июнь 2015.
  32. 32,0 32,1 Репин, 1958, с. 164
  33. 33,0 33,1 Пикулев, 1977, с. 120
  34. Wolf, Norbert. The Art of the Salon: The Triumph of 19th-Century Painting. — Munich—London—New York: Prestel, 2012. — P. 186. — 288 p. — ISBN 978-3791346267.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Письма И. Е. Репина И. Н. Крамскому / Дядьковская Т. А.. — М.-Л.: Искусство, 1949. — 208 с.
  • Фёдоров-Давыдов А. А. Илья Ефимович Репин. — М.: Искусство, 1989. — ISBN 5-210-00014-1.
  • Новое о Репине: статьи письма художника, воспоминания учеников и друзей, публикации / И. А. Бродский, В. Н. Москвинов. — Л.: Художник РСФСР, 1969.
  • Минченков Я. Д. Воспоминания о передвижниках. — Л.: Художник РСФСР, 1980. — С. 239—269. — 475 с.
  • Пророкова С. А. Репин. — М.: Молодая гвардия, 1960. — 416 с. — (Жизнь замечательных людей).
  • Чуковский К. И. Илья Репин. — М.: Искусство, 1969. — 145 с. — (Жизнь в искусстве).
  • Илья Репин. Из воспоминаний. — М.: Советская Россия, 1958. — С. 118—126. — 174 с.
  • Пикулев И. И. Русское изобразительное искусство. — М.: Просвещение, 1977. — 288 с.
  • Москвинов В. Н. Репин в Москве. — М.: Государственное издательство культурно-просветительской литературы, 1955. — 112 с.
  • Репин И. Е. Далёкое близкое / Чуковский К. И.. — М.: Искусство, 1953. — 516 с.
  • Стасов В. В. Избранные статьи о русской живописи. — М.: Детгиз, 1960. — С. 189—203. — 238 с.
  • Ненарокомова И. С. Почётный гражданин Москвы. — М.: Молодая гвардия, 1978. — С. 127—139. — 223 с.
  • Лукьянова И. В. Корней Чуковский. — М.: Молодая гвардия, 2006. — 989 с. — (Жизнь замечательных людей). — ISBN 5-235-02914-3.
  • Юденкова Т. Илья Репин: «Я люблю разнообразие» // Третьяковская галерея (журнал). — 2019. — № 1 (62).
  • Чурак Г. Репин: вечные темы человеческого бытия // Третьяковская галерея (журнал). — 2019. — № 1 (62).
  • Теркель Е. Репин в Париже // Третьяковская галерея (журнал). — 2019. — № 1 (62).
  • Щербакова Е. Полотна И.Е. Репина как зеркало русского народничества // Третьяковская галерея (журнал). — 2019. — № 1 (62).
  • Жукова И. Ещё один рисунок Репина? // Третьяковская галерея (журнал). — 2019. — № 1 (62).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]