Император художество академияһы
Император художество академияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1757 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Иван Иванович Шувалов[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Василеостровский районы[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Санкт-Петербург, Рәсәй |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Санкт-Петербург/Василеостровский район (улицы М-Ш)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | Университетская набережная, 17, 3-я линия Васильевского острова, 2, 4-я линия Васильевского острова, 1-3 |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Императорской Академии художеств[d] |
Император художество академияһы Викимилектә |
Император художество академияһы — Рәсәй империяһының һынлы сәнғәт өлкәһендәге юғары уҡыу йорто, 1757 йылдан алып 1918 йылға тиклем эшләй, 1918 йылда Рәсәй Совет Республикаһы[2] тарафынан бөтөрөлә.
Император художество академияһының тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәнғәт академияһын булдырыуҙың тәүшарттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Петр I Рәсәйҙә илдең көсөн һәм байлығын арттырыу ғына түгел, ә мәғарифты һәм сәнғәтте үҫтереп, кешеләрҙе ысын мәҙәниәт менән таныштырыу, уның күңелен үҫтереүҙе бик яҡшы аңлай. Ошо маҡсатта ул Санкт-Петербург типографияһы эргәһендә һүрәт төшөрөү мәктәбен аса. Мәктәптә рәсем уҡытыусылары эшләй. Типография ҡаарамағындағы мәктәптең директоры М. П. Абрамов була, ул Беренсе Петрҙың айырым иғтибары менән файҙалана. Мәктәп рәсми документтарҙа «Академия» тип атала. 1715 йылдың 3 ноябрендә «Ювенал»да «Ғали йәнәптәре академияла булды, кеше һүрәтен төшөрҙө» тип яҙылған. Петр махсус мәктәптең мотлаҡ инструкцияһында: « уҡытыу мәктәптә сәнғәттең бөтә тармаҡтары һәм ҡағиҙәләр буйынса алып барылырға тейеш» тип яҙған.[3]
1716 йылда рәссам Александр Захаров, ағалы-ҡустылы Иван һәм Ромаы Никитиндар, шулай уҡ архитекторҙар Петр Еропкин һәм Федор Исаков Флоренция нәфис сәнғәт академияһына; архитекторҙар Иван Устинов һәм Коробов Иван, рәссам Андрей Матвеев — Голландияға; гравер Степан Коровин — Парижға, гравер Черкасов Федор — Италияға ебәрелә. Проект тураһында учреждение Санкт-Петербург Фәндәр академияһын (28.01.1724) булдырыу проектында батша: «… ныне в России здание к возвращению художеств и наук учинено быть имеет» һәм «довольно-б членов о совершенстве художеств и наук трудились» [3]тип әйтә.
Петр i үҙенең үлеменән бер йыл элек «Об академии, в которой бы языкам учились, также прочим наукам и знатным художествам» указына ҡул ҡуя. Художество академияһы бинаһы проектын уйлап табыусы А. К. Нартов башҡара. Ж. - Б. А. Леблон (1717) башҡарған Санкт-Петербург ҡалаһының киләсәктәге планы буйынса Васильевский утрауындағы генерал-губернатор А. Д. Меншиков усадьбаһы янында Художество академияһының бинаһын төҙөү ҡаралған була. Нартов әҙерләгән проект буйынса, академияла «цивилис архитекторҙар» класынан тыш, был уҡыу йортонда граверҙар, иконалар яҙыу, токарлыҡ, «фонтан эшенең оҫталарын», слесарҙар, балта эштәре оҫталарын, металл ҡойоусылар, оптиктар, ҡурғаш һәм баҡыр оҫталарын уҡытыу кластары ҡаралған[4]. Бындай ҡараш шул замандың эстетикаһына тап килгән: «күркәм» һәм «механик» сәнғәт бер-береһенән айырылмаған. Академия проектын архитектор П. М. Еропкин 1716 йылда Италия академияһына уҡырға киткәнгә тиклем тәҡдим иткән. Шулай уҡ үҙ проектынфранцуз рәссамы Луи Каравак та тәҡдим итә, ул 1716 йылдан алып Рәсәйҙә эшләгән була. Ләкин 1725 йылда император Бөйөп Петр үлгәндән һуң был башланғыстар өҙөлә.
Петрҙың вариҫтары уның сәнғәтте үҫтерергә тырышыуының әһәмиәтен бик үк аңлап та бөтмәгәндәр. 1724 йылдан алып Петербург Фәндәр академияһында Гравировкалар палатаһы эшләй башлай. Уның төп иғтибары хөкүмәт йөкләмәһен үтәүгә һәм шул осорҙа фәндәр академияһы заказы буйынса гравюраларҙы батша һарайында әҙәби-кисәләр өсөн эшләүгә ҡайтып ҡала.
Академияның һөнәри өлөшөн В. Н. Татищев башҡара. 1730 йылда, импреатор ҡатын Анна Иоанновна Татищев планын раҫлай. Татищев академиянын етәкләргә тейеш була һәм шулай уҡ уның «механика бүлегенә» етәксе итеп тәғәйенләнә. Архитектура бүлеген П. М. Еропкин, һынлы сәнғәт бүлеген — Луи Каравак, скульптура бүлеген — Карло Растрелли етәкләргә тейеш була. Әммә был проект та, батшабикә Анна Иоанновнаның башҡа башланғыстары кеүек үк, бойомға ашырылмай ҡала.
1738 йылдың аҙағында Штелин Якоб Фәндәр академияһының рәсем палатаһын ойоштора, 1747 йылда Фәндәр академияһын үҙгәртеп ҡороу менән бәйле, ул фәндәр академияһының «нәфис департаменты» тип йөрөтөлә башлай[5].
1747 йылда Фәндәр академияһының яңы регламентына ярашлы был академия Фән һәм сәнғәт академияһы итеп үҙгәртелә. Сәнғәткә уҡытыу киңәйтелә: скульптура һәм архитектура класына нигеҙләнгән уҡытыу өс бүлек итеп бүленә: һүрәт төшөрөү, гипс һәм натуранан һүрәт. 08.06.1748 йылдан алып Художество академияһы йыйылыштары үткәрелә һәм унда Академияһы ағзалар, уҡытыусылары ҡатнаша.[6]
Сәнғәт академияһына нигеҙ һалыусы Император Мәскәү университеты кураторы И. И. Шувалов була. Мәскәү университетына нигеҙ һалынғас та унда художество академияһын булдырыуға әҙерлек башлана. 1755 йылдың апрелендә университеттың тәүге директоры А. М. Аргамаковҡа Шувалов университеттың гимназия синыф уҡыусыларынан «художествоға уҡытыу» өсөн махсус класс эшләргә кәрәклеге тураһында әйтә. Был класс өсөн уҡыусыларҙы ҡаҙна иҫәбенә уҡыған гимназист-разночинецтар араһынан йыялар. 1756 йылдың беренсе ғинуарынан 9 гимназия уҡыусыһы, оло һәләт күрһәтеп, уҡыуҙарын дауам итергә Шувалов ҡарары буйынса Санкт-Петербург Фәндәр академияһы янындағы мәктәпкә уҡырға ебәрелә[7].[8]
Сәнғәт академияһын булдырылды
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1757 йылда Император Мәскәү университеты кураторы И. И. Шувалов, Художество академияһын булдырыуҙы һорап, Сенатҡа мөрәжәғәт итә , унда былай тип яҙа: «… необходимо установить академию художеств, которой плоды, когда приведется в состояние, не только будут славой здешней Империи, но и великой пользой казённым и партикулярным работам, за которые иностранные посредственного знания, получая великие деньги, обогатись возвращаются, не оставив по настоящее время ни одного русского ни в каком художестве, который бы умел что делать. …Сия академия будет учреждена здесь в Санкт-Петербурге по причине, что лучшие мастера не хотят в Москву ехать, как в надежде иметь от двора работы, так и для лучшего довольства иностранных здешней жизни». Сенат ыңғай ҡарар ҡабул итә (06.11.1757) «означенную Академию художеств здесь в Санкт-Петербурге учредить» һәм Шуваловҡ академия штатын һәм ҡоролошон булдырыу проектын эшләргә ҡуша. Шулай "арҙаҡлы өс Сәнғәт Академияһы " барлыҡҡа килә, И. И. Шувалов (1757—1763) академия менән идаралыҡ иткән заманда ул Император Мәскәү университеты ҡарамағында була. 1758 йылдың башында 16 Мәскәү университеты студенты Академияға уҡырға күсә һәм тағы 20 студент беренсе булып Санкт-Петербург. ҡалаһында ла ҡабул ителә.[6]
Башта академияһы Шуваловтың Бәләкәй Баҡса урамындағы йортонда урынлаша. 1758 йылда бында уҡыуҙар башланып китә. Тәүҙә академия өсөн аҡса ҡаҙна тарафынан бик аҙ бүленә: барлығы йылына 6 мең һумға ғына бирелә. Әммә Шуваловтың үҙ шәхси аҡсалары академияның абруйын юғары күтәрә. Шувалов сит илдәрҙән педагогтарҙы саҡыра — рәссамдарҙы Франция һәм Германиянан, Академияға үҙ коллекцияларын бүләк итә, шулай итеп академияның музейына һәм китапханаһына нигеҙ һала. Архитектура уҡытырған А. Ф. Кокоринов килгәс, академияны тейешенсә ойошторорға мөмкин була.
Уҡыу күрсы туғыҙ йыл дауамында алып барыла һәм гравюра, һүрәт, скульптура, архитектура һөнәрҙәренә өйрәтелә. 1760 йылдан алып яҡшы уҡыған студенттарҙы ҡаҙна иҫәбенә сит илдәргә стажировкаларға ебәрә башлайҙар.
Академияның тәүге ректоры француз скульпторы Луи Ле-Лоррен, адъюнкт-ректоры Николя Жилле була. Һуңғараҡ Николя Жилле үҙе ректор вазифаһын биләй, әммә уны 1760 йылда Луи Лагрене алмаштыра, ул вазифаһында И. И. Шуваловтың 1763 йылдағы эштән ситләтеүеленә һәм һөргөнгә ебәрелеүенә тиклем ҡала[9].
Император художество академияһы (1763—1800)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1763 йылдың 3 мартында Сәнғәт академияһы директоры булып генерал И. И. Бецкой тәғәйенләнә. Император Мәскәү университетынан академия айырылып сыға.[3] И. И. Бецкой 1764 йылдың 13 декабренән алып 1794 йылға тиклем Сәнғәт академияһы президенты вазифаһында була.[3]
1764 йылда Екатерина II Академияның уставын һәм штатын раҫлай; уның бюджеты 60 мең һумға тиклем арта. Һәм шул уҡ йылда Васильевский утрауында Художество академияһы өсөн махсус бина төҙөлә башлай (Университет яр буйы, 17; архитекторҙары А. Ф. Кокоринов һәм Ж. Б. Валлен-Деламот). 1788 йылға тиклем бина төҙөлөшө дауам итә; интерьерҙары 1817 йылға тиклем биҙәлә.
Рәссам һөнәре өсөн биш разряд булдырыла. Түбәнге бишенсе баҫҡыста уҡыусылар «кеше башын» (сокращенно «оригинал»), дүртенсе разряд «үҙенсәлекле фигура», киләһе ике разряд — гипс һынын яһай, шунан һуң беренсе разряд натуранан һүрәт төшөрөргә хаҡлы була. Ике түбәнге разряды тәрбиә училищеһы, өс юғары разряды — ысын сәнғәт академияһын тәшкил итә һәм бары тик академияла ғына студенттар ысын һынлы сәнғәт, скульптура һәм гравюра менән шөғөлләнгәндәр. Бынан тыш, география, сит телдәр, тарих, мифология, астрономияны ла өйрәнгәндәр.
Кокоринов эшләгән заманда (1772 йылға тиклем) академия көстәре үҫешә, әммә И. И. Бецкойҙың (1764—1794) президентлыҡ осоронда академия хакимиәте эшмәкәрлеге бик насар була[10].
Рус академияһы академигы итеп 1765 йылда академияны беренсе булып тамамлаған В. И. Баженов, Г. И. Козлов, С. Ф. Рокотов, К. И. Головачев,И. С. Саблуков итеп һайлана һәм беренсе почетлы сәнғәт яратыусылар итеп граф Г. Г. Орлов, Н. И. Панин, кенәз А. М. Голицын, А. В. Олсуфьев, граф И. Г. Чернышев һәм Г. Н. Теплов һайлана[11].
1767 йылда һөнәри класс (ҡойоу-сүкеү, алтын ялатыу, ағас эштәре һәм индустриаль-модель эштәре) асыла. Академия һынлы сәнғәт, скульптура һәм гравирование кластарына бүленгән. 20 студент академияны тамамлап сыға, уларҙың етәүһе уҡыу йортон алтын миҙалға тамамлай һәм 3 йылға Парижға ебәрелә..
И. И. Бецкойҙан һуң академияның өсөнсө президенты итеп А. И. Мусин-Пушкин тәғәйенләнә.
Академияның дүртенсе президенты (1797—1800) француз эмигранты Огюст де Шуазель-Гуффье[12] була.
1798 йылда төрлө чин кешеләре өсөн академия үҙ ишектәрен аса.
Академизм быуат (1800—1893)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Справочник Императорской Академии художеств, 1915
- ↑ Гизе М. Э. Нартов в Петербурге. — Л.:Лениздат, 1988. — С.69-78.
- ↑ Власов В. Г. Искусство России в пространстве Евразии. В 3 Т. СПб.: Дмитрий Буланин, 2012. Т. 2. С.229-231
- ↑ 6,0 6,1 Справочник Императорской Академии художеств, 1915, с. 4
- ↑ В составе этой группы питомцев Московского университета были выдающиеся русские архитекторя В. И. Баженов и И. Е. Старов
- ↑ Императорский Московский университет, 2010, с. 16
- ↑ Christian Michel. Chapter 5 // The Académie Royale de Peinture et de Sculpture: The Birth of the French School, 1648–1793. — Getty Publications, 2018. — P. 107. — ISBN 1606065351.
- ↑ Академия художеств // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Справочник Императорской Академии художеств, 1915, с. 12
- ↑ Справочник Императорской Академии художеств, 1915, с. 22
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленинградский высший художественно-технический институт
- Российская академия художеств
- Институт имени Репина
- Московский государственный академический художественный институт имени В. И. Сурикова
- Академия художеств // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Академия художеств // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
- Сборник материалов для истории Имп. С.-Петербургской академии художеств за сто лет ее существования / Изд. под ред. П. Н. Петрова и с его примеч.: [1843-1864]. — СПб., 1866. — 450 с.
- Временный устав Императорской академии художеств, высочайше утверждённый в 15 день октября 1893 года
- Почетные вольные общники Императорской Академии художеств : крат. биогр. справ. / авт.-сост. Н. С. Беляев ; Б-ка Рос. Акад. наук. — СПб.: БАН, 2018.
- Торжественные публичные собрания и отчеты Императорской Академии художеств (1765, 1767—1770, 1772—1774, 1776, 1779, 1794, 1802—1815) / сост., авт. вступ. и примеч. Н. С. Беляев; БАН. — СПб.: БАН, 2016. PDF
- Торжественные публичные собрания и отчеты Императорской Академии художеств (1817—1859) / БАН; сост., авт. вступ. ст и примеч. Н. С. Беляев. — СПб. : БАН, 2015. PDF
- Академия художеств. История повседневности в воспоминаниях и изображениях современников. XIX — начало XX в. / Сост.: Е. Н. Литовченко, Л. С. Полякова. — СПб.: Историческая иллюстрация, 2013. — С. 103—122. — ISBN 978-5-89566-113-0.
- Юбилейный справочник выпускников Санкт-Петербургского Государственного академического института живописи, скульптуры и архитектуры имени И. Е. Репина Российской Академии художеств. 1915—2005. / Сост. С. Б. Алексеева; научн. ред. Ю. Г. Бобров. — СПб.: РАХ, 2007.
- Беляев Н. С. История Научной библиотеки Российской академии художеств (1757—2000) / СПбГУКИ. — СПб.: Лема, 2005.
- Власов В. Г.. Российская Академия художеств, россика и национальное академическое искусство // Власов В. Г. Искусство России в пространстве Евразии. — В 3-х т. — СПб.: Дмитрий Буланин, 2012. — Т. 2. — С. 229—360.
- Евсевьев М. Ю. Проблема Императорской Академии художеств и борьба вокруг неё в 1917 — начале 1918 года // Советское искусствознание. Вып. 25. — сб. статей. — М.: Советский художник, 1989. — С. 225—248. — 448 с.
- Кондаков С. Н. Юбилейный справочник Императорской Академии художеств. 1764-1914. — СПб.: Товарищество Р. Голике и А. Вильборг, 1915. — Т. 1 (Часть историческая). — 353 с.
- Кондаков С. Н. Юбилейный справочник Императорской Академии художеств. 1764-1914. — СПб.: Товарищество Р. Голике и А. Вильборг, 1915. — Т. 2 (Часть биографическая). — 459 с.
- Лисовский В. Г. Академия художеств. Историко-искусствоведческий очерк. — 2-е изд-е. — Л.: Лениздат, 1982. — 224 с.
- Оленин А. Н. Избранные труды по истории и деятельности Императорской Академии художеств / БАН; сост., авт. вступ. ст и примеч. Н. С. Беляев; науч. ред. Г. В. Бахарева. — СПб.: БАН, 2010.
- Пронина И. А. Декоративное искусство в Академии художеств: Из истории русской художественной школы XVIII — первой половины XIX века (К 225-летию Академии художеств СССР) / АХ СССР. Научно-исслед. ин-т теории и истории изобр. искусств. — М.: Искусство, 1983. — 312, [104] с. — 20 000 экз.
- Пятнов А. П. АКАДЕМИЯ ХУДОЖЕСТВ // А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков Императорский Московский университет: 1755—1917 : энциклопедический словарь. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 16. — ISBN 978-5-8243-1429-8.
- Ульянов О. Г. Римский topos Образа: художники Императорской Академии художеств XVIII—XX вв. 2020 йыл 24 октябрь архивланған. и «новая Сикстинская капелла XXI века» (Redemptoris Mater, Ватикан) 2020 йыл 24 октябрь архивланған. // Академия художеств в прошлом и настоящем. Международная научная конференция РАХ к 260-летию со дня основания. — СПб., 2018. — С. 312—321.
- С. А. Володина, Советник Президента, кандидат искусствоведения, заслуженный работник культуры РФ. К истории наград Императорской Академии художеств (неопр.). Российская Академия художеств. Дата обращения: 7 января 2019.
- Петербург. Академия художеств и её обитатели. Часть 1
- Академия художеств и её обитатели. Часть 2