Эстәлеккә күсергә

В. И. Суриков исемендәге Мәскәү художество институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
В. И. Суриков исемендәге Мәскәү художество институты
Нигеҙләү датаһы 1939
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Василий Иванович Суриков[d]
Ректор Любавин, Анатолий Александрович[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Урын Мәскәү
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Рәсми сайт surikov-vuz.com
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели МГХИ им. Сурикова[d]
Карта
 В. И. Суриков исемендәге Мәскәү художество институты Викимилектә

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академик художество институты — Рәсәйҙең иң алдынғы юғары художество уҡыу йорттарының береһе. И. Е. Репин исемедәге Санкт-Петербург живопись, скульптура һәм архитектура дәүләт академия институты (СПбИЖСА) менән бер рәттән Рәсәй художество академияһының белем биреү структураһын төҙөй. 1939 йылда Мәскәү дәүләт художество институты Уставы раҫлана. Бөтәһен дә урынынан ҡуҙғатҡан Бөйөк Ватан һуғышы Мәскәү дәүләт академия художество институтын да аямай. Ләкин был ҡырыҫ йылдарҙың ауырлыҡтары уҡытыусыларҙың һәм студенттарҙың ижади һәм фәнни эшенә ҡамасауламай (ҡамалған баш ҡалала ҡалған һәм Сәмәрҡандҡа эвакуацияланған өлөшөнөң дә).

Ректоры — профессор, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы, академик А. Любавин.

Мәскәү ВХУТЕИН-ы (Юғары художество-техник институт) базаһында булдырыла. Вариҫы Мәскәү һынлы сәнғәт, һәйкәл ҡойоу һәм архитекторлыҡ училищеһы.

Игорь Грабарь 1939 йылда үҙе тирәләй һәләтле оҫталарҙы туплауға өлгәшә.

1948 йылдан уҡыу йорто үҙгәртеп ҡорола һәм Мәскәү дәүләт художество институты тип йөрөтөлә башлай һәм шул уҡ ваҡыттан Василий Суриков исемен йөрөтә башлай.

1957 йылда институт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[2].

Һынлы сәнғәт факультеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Деканы — профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы В. Н. Слатинский.

Профессор, СССР-ҙың халыҡ рәссамы, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты, академик В. М. Сидоровтың станокта башҡарылған һынлы сәнғәт оҫтаханаһы.

Һуғыш күренештәрен һүрәтләүсе һынлы сәнғәт оҫтаханаһы.

Профессор, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы, академик Е. Н. Максимовтың Монументаль һынлы сәнғәт оҫтаханаһы

Профессор, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы, академик Н. В. Колупаевтың станокта башҡарылған һынлы сәнғәт оҫтаханаһы

Профессор, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы А. Н. Суховецкийҙың станокта башҡарылған һынлы сәнғәт оҫтаханаһы

Доцент, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы Ю. А. Шишковтың станокта башҡарылған һынлы сәнғәт оҫтаханаһы

Академик А. Т. Салахованың станокта башҡарылған һынлы сәнғәт оҫтаханаһы

Академик Д. А. Чебарджаның театраль-декорация һынлы сәнғәт оҫтаханаһы

Графика факультеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Деканы — И. В. Оржеховский

Профессор, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы, академик Р. И. Тесликтың станокта башҡарылған графика оҫтаханаһы

Профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы Л. Я. Левшунованың плакат графикаһы оҫтаханаһы

Профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы Ю. В. Ивановтың китап графикаһы оҫтаханаһы

Профессор В. В. Аверьяновтың литография оҫтаханаһы

Профессор, Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы лауреаты, академик А. Б Суворовтың офорт оҫтаханаһы

Өлкән уҡытыусы Ю. А. Якушинаның гравюра оҫтаханаһы

Скульптура факультеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Деканы — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы Г. Ж. Долмогомбетов

Профессор, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы, академик А. И. Рукавишниковтың академик скульптура оҫтаханаһы

Профессор, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы, РСФСР дәүләт премияһы лауреаты, академик М. В. Переяславецтың академик скульптура оҫтаханаһы

Архитектура факультеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Деканы — доцент А. Л. Матюшин

Архитектура кафедраһы (мөдире — доцент Е. К. Трибельский)

Инженер-төҙөлөш дисциплиналары кафедраһы (мөдире — доцент Е. В. Сысоева)[3]

Сәнғәт теорияһы һәм тарихы факультеты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Деканы — доцент, сәнғәт фәне кандидаты И. Л. Арустамова

1986 йылда М. В. Алпатов тарафынан ойошторолған.

Сәнғәт теорияһы һәм тарихы кафедраһы (Мөдире — доцент, сәнғәт фәне кандидаты, Рәсәй художество академияһы ағза-корреспонденты Флорковская А. К.)

Билдәле тамамлаусылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡарағыҙ: Суриков исемендәге МДХИ-ны тамамлаусылар.

Билдәле уҡытыусылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡарағыҙ: Суриков исемендәге МДХИ уҡытыусылары

Академик Игорь Эммануилович Грабарь (1937—1943)

Академик Герасимов Сергей Васильевич (1943—1948)

Федор Александрович Модоров (1948—1962);

Академик Николай Васильевич Томский (1964—1970)

Академик Павел Иванович Бондаренко (1970—1988)

Академик Лев Викторович Шепелев (1988—2001)

Академик Анатолий Андреевич Бичуков (2001—2011)

Академик Анатолий Александрович Любавин (2011 йылдан алып)

  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. МГХИ — Энциклопедия «Москва» 1980
  3. Московский государственный академический художественный институт имени В. И. Сурикова - Факультет архитектуры. surikov-vuz.com. Дата обращения: 11 декабрь 2015.