Эстәлеккә күсергә

Фекерләшеү:Үлем

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Хакимдар иғтибарына

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Викиҡағиҙәләр мәҡәләлә бирелгән теманы һәр яҡлап асырға тәҡдим итә. Бер генә фекерҙе өҫкә сығарып, акцентларға ҡушмай. Был мәҡәләгә буддизмда үлемгә ҡараш, сансара төшөнсәләре килтереп ҡуйылған. Бер диндәге ҡарашты биргәс, башҡа диндәрҙәге ҡараштар ҙа бирелергә тейештер бит. Әммә улай булһа, төрлө фәнни ғилемдәр эргәһендә дини ҡараштар өҫтөнлөк алып китәсәк. Тема иң элек фән күҙлегенән ҡаралырға тейеш, дин күҙлегенән түгел. Бында, минеңсә, шул өлөш артыҡ, викиҡағиҙәне боҙа. Автор (ул өлөштө Регион102(Х) өҫтәгән шикелле), бик теләһә, Буддизмда үлем тураһында айырым мәҡәлә булдыра алалыр. Әммә дөйөм мәҡәләгә буддизмды ғына ҡыҫтырыу урынһыҙ. Башҡорттарҙа үлем төшөнсәһе тигәнерәк айырым бүлекте аҫта өҫтәргә булалыр, сөнки беҙҙең мәҡәлдәр, эпостарҙағы төшөнсәләр фәнгә ҡарамай. Ә мәҡәләнең төп үҙәген барыбер фәнни ҡараштар тәшкил итергә тейеш. Һәр хәлдә мәҡәлә уртаһына мәҡәлдәр теҙеп ҡуйыу етди түгел. Alfiya55 (әңгәмә) 15:26, 29 ноябрь 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Буддизм тураһында IP 62.133.162.42 адресынан өҫтәлгән. Ул өлөшөн йәшереп ҡуям. --ZUFAr (әңгәмә) 15:33, 29 ноябрь 2021 (UTC)[яуап бирергә]