Мейе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мейе
Рәсем
Таксонда бар Хордалылар
Кешенең баш мейеһе

Баш мейеһе — ғәҙәттә, тәндең баш (алғы) бүлегендә урынлашҡан һәм нейрондар һәм синапстар компакт тупланмһы булып торған хайуандарҙың нервы системаһының үҙәк бүлеге. Күп хайуандарҙа шулай уҡ глиаль күҙәнәктәр була, тоташтырыусы туҡыма тышсаһы менән уратып алыныуы мөмкин. Умыртҡалы хайуандарҙа (шул иҫәптән кешелә) баш һөйәге ҡыуышлығында һәм умыртҡа каналындағы арҡа мейеһендә урынлашҡан баш мейеһен айыралар.

Умыртҡаһыҙ хайуандарҙың мейеһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Bilateria — ике яҡлы-симметрик хайуандар төркөмдәренең күпселегендә мейе яҡшы үҫешкән. Хатта гистологик яҡтан иң примитив эсәкһеҙ турбеллярийҙарҙа ла (хәҙер Acoelomorpha айырым төрөнә ҡаратыла), кортекс, нейропиль һәм комиссуралар[1] булған, ярайһы уҡ ҡатмарлы баш мейеһе бар.

Һөтимәрҙәрҙең мейе бүлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Баш мейеһе 2. Үҙәк нервы системаһы 3. Арҡа мейеһе

Һөтимәрҙәрҙең мейеһе үҙ эсенә түбәндәге бүлектәрҙе ала:

Ҡара: Мейе структураларының тулы исемлеге

Аҡыл һәм мейе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аң фәлсәфәһендә аҡыл һәм мейе төшөнсәләре айырыла[2] һәм уларҙың теүәл мөнәсәбәттәре буйынса ҡапма—ҡаршылыҡтар билдәләнә, был «аҡыл-тән» проблемаһына килтерә[3].

Баш мейеһе баш һөйәге сиктәрендә булған һәм төп электрохимик һәм биоэлектр нейрон процестары өсөн яуаплы физик һәм биологик матдә булараҡ билдәләнә. Хәҙерге фән күҙлегенән ҡарағанда, мейе — бик күп логик бәйләнешле электрохимик хәрәкәттәр йәки импульстар етештереүсе һәм эшкәртеүсе ҡатмарлы нервы селтәре. Кешенең эске донъяһы, шул иҫәптән уның аҡылы, был эштең продукты булып тора.

Хәҙерге фәнни берләшмәлә аҡыл-мейе эшенең продукты тигән ҡараш өҫтөнлөк итә[4]. Яһалма интеллект яҡлылар ҙа шулай тип иҫәпләй[5].

Бынан тыш, аҡыл компьютерға оҡшаш һәм алгоритмик тигән фекерҙәр ҙә бар[6][7]. «Аҡылдың мейе менән барлыҡҡа килеүе» һәм «аҡылдың компьютерға оҡшашлығы» ҡараштары бер-береһе менән мотлаҡ бәйле түгел[8].

Һөтимәрҙәр мейеһенең ҙурлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрлө һөтимәрҙәр төркөмдәре өсөн мейе массаһы (кг) тән массаһы (Мт, кг) функцияһы булараҡ[9][lower-alpha 1].

Хайуандар төркөмдәре Энцефализация коэффициенты
Һөтимәрҙәр 0,02 Мт0,70
Маймылдар 0,02—0,03 Мт0,66
Кешегә оҡшаш маймылдар 0,03—0,04 Мт0,66
Кеше 0,08—0,09 Мт0,66

Үлсәмдәренең үҙгәреүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ҡырағай ата-бабалары менән сағыштырғанда йортлаштырылған америка шәшкеләренең мейеһенең сағыштырмаса ҙурлығы кәмегән. Әммә был шәшкеләрҙең ҡайһы берҙәре ҡасып, ҡырағайланғас, уларҙың мейеһе элекке ҙурлығына ҡайта. Был ғәҙәти булмаған күренеш, сөнки ғәҙәттә йорт хайуандарының мейеһе ҡырағайланғандан һуң тергеҙелмәй. Ҡырағай шәшкеләрҙең баш һөйәге ҡумтаһының сағыштырма күләме ҡырағай шәшкеләрҙең күләменә тигеҙ тиерлек. Был, йортлаштырыу менән бәйле, ҡырағай шәшкеләрҙең мейе юғалтыуҙарын ҡаплау мөмкинлеген күрһәтә[1].

Вена университеты һәм Шотландия Милли музейы ғалимдарының тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, хәҙерге йорт бесәйҙәренең мейеһе уларҙың ҡырағай ата-бабаларына ҡарағанда бәләкәйерәк була. Был һуңғы 10 мең йыл эсендә, яйлап, йортлаштырыу һөҙөмтәһендә, күҙәтелә. Ғалимдар фекеренсә, тик ҡуҙғыусанлығы һәм ҡурҡыуы кәмегән ҡырағай бесәйҙәр генә йортлаштырыуға бирелеүсән булған. Был йорт бесәйҙәренең тән төҙөлөшөндә, реакцияларында һәм ғәҙәттәрендә үҙгәрештәргә, шулай уҡ баш һөйәге һәм мейе ҙурлығының кәмеүенә килтергән. Ошондай уҡ тенденция эттәрҙә, һарыҡтарҙа һәм йорт ҡуяндарында ла күҙәтелә. Баш мейеһенең кәмеүе хайуандарҙың интеллектуаль һәләттәренә һәм уларҙың тәртибенә йоғонто яһауы тураһында һорау артабанғы тикшеренеүҙәрҙе талап итә[2].

Ғалимдар кеше мейеһенең күләме алты миллион йыл эсендә артҡанын асыҡлай, әммә һуңғы өс мең йыл эсендә ул кәмей башлай. Тикшеренеүселәр был глобалләшеү, кооперация һәм хеҙмәт бүленеше кеүек социаль үҙгәрештәр менән бәйле тип фаразлай. Баш мейеһе энергияны күп талап иткән орган булып тора, шуға күрә уның ҙурлығын кәметеү яңы йәшәү шарттарына яраҡлашыу һөҙөмтәһе булыуы мөмкин. Ғалимдар үҙҙәренең гипотезаһын раҫлау өсөн ҡырмыҫҡалар нигеҙендәге моделдәрҙе һәм ҡаҙылма баш һөйәктәрен өйрәнеүҙе ҡуллана[3].

Мейе мәҙәниәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Организмда мейенең төп әһәмиәте арҡаһында мейе темаһы популяр. Боронғо заманда еңелгән кешенең йәки хайуандың мейеһен ашау тәндең башҡа өлөштәренең дә дошман көстәрен алыуын символлаштыра. Урта быуаттарҙа мейе йөрәк менән бер рәттән тормош үҙәге булараҡ аңлатылған. Хәҙерге ваҡытта мейе темаһы нәфис әҙәбиәттә, видеоуйындарҙа һәм фильмдарҙа, атап әйткәндә, зомбиҙар тураһында фильмдарҙа киң таралған.

Мейене өйрәнеү тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XX быуат башында ике асыш: рефлектор акттарын анализлау һәм баш мейеһе ҡабығында функцияларҙың локализацияһын асыҡлау хәҙерге мейе тураһындағы фәнгә нигеҙ һала[11][12]. Был асыштар нигеҙендә ябай яраҡлашыусан ирекһеҙ хәрәкәттәр мейенең аҫҡы бүлектәренән үткән сегмент кимәлендәге рефлектор дуғаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла[13], ә аңлы ҡабул итеү һәм ирекле хәрәкәттәр юғары ким әге рефлекстар менән тәьмин ителә, уларҙың сенсомотор дуғаһы мейенеңкимәлдәге рефлекстар менән тәьмин ителә, уларҙың сенсомотор дуғаһы мейенең юғары бүлектәренән үтә[14].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Комментарийҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Эффективность работы мозга связана не с его размерами или массой, а с количеством нейронов и синапсов[10]:
    • дрозофила-себен (250000 нейрон һәм 10 млн синапстар)
    • сысҡан (71 млн нейрон һәм миллиардҡа яҡын синапстар)
    • йорт ҡуяны һәм һигеҙаяҡ (ярты миллиард нейрон)
    • бесәйҙәр һәм һайыҫҡандар (800 млн нейрон)
    • эттәр һәм сусҡалар (2,2 млрд),
    • орангутанг һәм горилла (32 млрд нейрон)
    • кеше (86 млрд нейрон һәм яҡынса 150 трлн синапс)

Төшөрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Amandine Bery, Albert Cardona, Pedro Martinez, Volker Hartenstein. Structure of the central nervous system of a juvenile acoel, Symsagittifera roscoffensis. Dev Genes Evol. 2010, 220(3-4): 61—76
  2. Newman J. Psychological Theory // Bulletin of Psychological Type, Vol. 14, № 2, Spring 1991.Реферативный перевод на русский язык 2012 йыл 22 март архивланған.
  3. Дуализм Рене Декарта 2009 йыл 10 февраль архивланған.Ҡалып:Мёртвая ссылка
  4. Батуев А. С. Высшая нервная деятельность. М.: Высшая школа, 1991.
  5. Ревич Ю. В. В поисках разума. Искусственного: (Проблема создания искусственного интеллекта) 2021 йыл 18 май архивланған. // Знание — сила. — 2004. — № 7. — С. 83—92.
  6. Мозг как вычислительная машина, 1963, с. 19
  7. Конструкция мозга, 1962, с. 60
  8. Сандра Блейксли, Джефф Хокинс. «Об интеллекте».
  9. Stahl W. R. Organ weight in primates and other mammals, Science, 150, 1039—1042, 1965. Таблица приведена в книге Шмидт-Нильсен К.' Размеры животных: почему они так важны?: Пер. с англ. — М.: Мир, 1987. — 259 с, ил..
  10. Лекун, 2021, 78
  11. Бодрствующий мозг, 1965, с. 13
  12. Мозг и его деятельность, 1928, с. 51
  13. Рефлексы головного мозга, 2014, с. 28
  14. Мозг и его деятельность, 1928, с. 80

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мозг // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Джордж Ф. Мозг как вычислительная машина. — М.: ИЛ, 1963. — 527 с.
  • Мэгун Г. Бодрствующий мозг. — М.: Мир, 1965. — 211 с.
  • Эшби У.Р. Конструкция мозга. — М.: ИЛ, 1962. — 393 с.
  • Сеченов Иван. Рефлексы головного мозга. — М.: АСТ, 2014. — 352 с. — ISBN 978-5-17-088036-2.
  • Бехтерев В.М. Мозг и его деятельность. — М.: Госиздат, 1928. — 352 с.
  • Николлс Д., Мартин Р., Валлас Б., Фукс П. От нейрона к мозгу. — М.: Едиториал УРСС, 2003. — 672 с. — ISBN 5-354-00162-5.
  • Хьюбел Д., Стивенс Ч., Кэндел Э. и др. Мозг. — М.: Мир, 1982. — 280 с. — 15 000 экз.
  • Ян Лекун. Как учится машина. Революция в области нейронных сетей и глубокого обучения. (Библиотека Сбера: Искусственный интеллект). — М.: Альпина нон-фикшн, 2021. — ISBN 978-5-907394-29-2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Нервная система