Хәтер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Хәтер

Хәтер — йыйылған һәм өйрәнгән алымдарҙы таплау, һаҡлау, ҡулланыу һәләтен күрһәтеүсе билдәләүсе психик функция. Юғары хайуандарҙың төрлө формала хәтере бар. Кешенең хәтере үҫешкән.[1][2]

Иң беренсе хетерҙе тикшереүсе булып Герман Эббингауз һанала, ул үҙендә эксперимент ҡуя (мәғәнәһеҙ исемлектәр һәм һүҙҙәр ятлай).

Хәтер — ысынбарлыҡтың мейелә психик формалағы сағылышы, кешенең кисерелгән тәжрибәне һәм башҡа төрлө информацияны ҙур ваҡыт дауамында һаҡлау, уны яңынан иҫкә төшөрөү һәләте. Хәтерҙе уҙған ваҡиғалар тураһындағы, шулай ук башҡа төрлө информацияны үҙендә һаҡлаусы арсенал тип тә атап була. Хәтерҙең физиологик нигеҙен мейелеге нерв ептәренең үҙ-ара бәйләнеше, хәрәкәте тәшкил итә.

Хәтер төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • хәрәкәт хәтере (кеше, үҙенең йә иһә башҡа кешеләрҙең хәрәкәтен иҫкә төшөрөп, уларҙы ҡабатлай ала);
  • һүрәт хәтере (кеше, төрлө предметтарҙың, күренешләрҙең һурәтен иҫтә ҡалдырып, уларҙы ҡабатлый ала);
  • логик һүҙҙәр хәтере (кеше башҡаларҙан ишеткән йәки уҡыу, өйрәнеү процессында үҙләштергән һүҙҙәрҙе, улар ярҙамында барлыҡҡа китерелгән төшөнсә, хөкөм, йомғаклау кеүек һүҙ ҡоролмаларын иҫтә ҡалдырып, уларҙы ҡабатлай ала. Хәтерҙең был төрө кешеләрҙе нәмәгә булһа ла өйрәтеү процессында иң мөһим рольды уйнай);
  • эмоциональ хәтер. Хәтер кешеләрҙең аралашу процессында алыштырғыһыҙ сара хеҙмәтен үтәй, сөнки кешеләрҙә хәтер һәләте булмаһа, улар бер-береһен таный, бер-береһенә ышана, улар аша аралаша алмаҫтар ине. Кешеләрҙең хәтер һәләте булмаһа, йәмғиәт күптән инде үҙенең бер бөтөн система булып йәшәү, хәрәкәт итеү һәләтен юғалтҡан булыр ине.

Кешеләр, хәтер яғынан ҡарағанда, бер-береһенән айырылалар. Берәүҙәрҙә ул шаҡтай бай булһа, икенсе берәүҙә ифрат ярлы булуы мөмкин. Хәтер кешенең бала сағында уҡ формалаша башлай, шул дәүерҙә ул көс ала, тәбиғи потенцияларын аса башлай. Шунлыҡтан кеше бала сағы дәүерен бик нәтижәле файҙаланыу кәрәклеген иҫтә тоторға тейеш. Бала үҙе уны аңламаҫҡа ла мөмкин, был нәмәне уға ололарҙан төшөндөрөү һорала. Кешенең хәтере төрлө үҙенсәлектәргә эйә. Берәүҙәр күп төрлө информацияны яттан белеүгә һәләтле. Был сәләт — имтиханға әҙерләнеүсе студентҡа ғына түгел, ул айырыуса артисттар өсөн зарури һәләт. Ҡайһы бер сәхнә оҫталары әллә нисаҡлы шиғырҙарҙы яттан белә торған булалар. Ә ҡайһы бер шағирҙар үҙ ижат иткәнде лә иҫтә ҡалдыра алмайҙар, быға улар әллә ни омтолмыйҙар ҙа. Берәүҙәр математикала ҙур һәләтлек күрһәтә алһалар (улар әллә ни тиклем формулаларҙы хәтерҙә һаҡлайҙар, ҙур һандарҙы ҙур һандарға ҡабатлау йәки бүлеү кеүек операцияларҙы күңелдән башҡара алалар), икенсе берәүҙәр төрлө машина механизмдарын, улар менән эш итеү ысулдарын хәтерҙә тотоп, ҡатлаулы механизмдарҙа уйынсыҡ менән уйнағандай ғына мөғәмәлә итә алалар.

Физилологияла хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Беренсеһе — генетик хәтер. Ул кешегә енси күҙәнәктәр арҡылы бирелә. Генетик хәтер булмаһа, балаларҙың ата-әсәләренә оҡшауы булмаҫ та ине.
  • Икенсеһе — иммунологик хәтер. Улар айырым, «һаҡсы» ролен үтәүсе күҙәнәктәрҙә тупланган. Уларҙың вазифаһы — кеше генофондында булған күҙәнәктәрҙе төрлө ауырыуларҙан һаҡлау. Нәтижә шул: ҡайһы бер ауырыуҙар (ҡыҙамык, скарлатина һ. б.) кешелә бер мәртәбә булған икән, яңынан ҡабатлана алмай.
  • Өсөнсөһө — нейрологик хәтер. Быныһы инде кешенең фәлән тиклем информацияны иҫтә тотоуында кәүҙәләнә. Хәтер күренешен алғанда, беҙ беренсе сиратта уның нәҡ ошо төрөн күҙ алдында тотабыҙ. Хәтер байлығы менән аҡыл байлыгы бер үк әйбер түгел.

Аҡыл ул предметларҙы, күренештәрне, улар араһындағы мөнәсәбәттәрне анализлай алыу һәләте булһа, хәтер иһә шул уҡ нәмәне иҫтә тотоу һәләте булыр. Берәр аҡыл эйәһындә хәтер, бигрәк тә күп нәмәне яттан белеү һәләте, әллә ни бай булмаҫҡа ла мөмкин. Шул уҡ ваҡытта хәтергә бай һәр заттың әллә ни ҙур аҡылға эйә булмауы ла мөмкин. Иң яҡшыһы — хәтергә лә бай, ҙур аҡылға ла эйә булыу. Был ике сифаттың бергә ҡушылыуы — даһи кешеләргә хас күренеш. Улар бай эстәлекле, шулай ук күләмле (фәнни һәм сәнғәти) әҫәрҙәр ижат итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Memory., Encyclopedia of Psychology: 8-Volume Set by Alan E. Kazdin – Oxford University Press March 16, 2000
  2. http://plato.stanford.edu/entries/memory/

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гиззәтов К.Т., Философия: 2 китап. 1 -се китап: Ҡыҫкаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. -Казан. Мәфариф. 2002.ISBN 5-7761-1122-6