Арҡа мейеһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Арҡа мейеһе
Рәсем
Развитие анатомической структуры развитие спинного мозга[d]
Нимә менән тоташа баш мейеһе
Код NCI Thesaurus C12464
 Арҡа мейеһе Викимилектә

Арҡа мейеһе (лат. medulla spinalis) — умыртҡалыларҙың умыртҡа каналында[1] урынлашҡан үҙәк нервы системаһы органы. Арҡа һәм баш мейеһе араһындағы сик пирамида сүстәренең киҫешкән урынында (был сик бик шартлы булһа ла) йәки баш һөйәгенең артҡы тишеге кимәлендә үтә тип иҫәпләнә. Арҡа мейеһе эсендә арҡа мейеһе шыйыҡсаһы менән тултырылған үҙәк канал (лат. canalis centralis) тип аталған тип аталған ҡыуышлыҡ бар. Арҡа мейеһе үрмәксе ауына оҡшаған йомшаҡ һәм ҡаты мейе ҡатламы менән һаҡланған. Ҡабыҡтар һәм арҡа мейеһе каналы араһындағы арауыҡтар умыртҡа мейеһе шыйыҡсаһы менән тултырылған. Ҡаты мейе ҡатламы висцераль һәм париеталь бүлектән тора. Висцераль һәм париеталь ҡаты мейе ҡатламы араһындағы арауыҡ эпидураль арауыҡ тип атала һәм май туҡымаһы менән һәм веноз селтәре менән тултырылған.

Кеше арҡа мейеһе анатомияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тышҡы төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арҡа мейеһе (лат. medulla spinalis) сегментар рәүештә ойошторолған. Ул баш мейеһе менән периферия араһындағы бәйләнеште тәьмин итә һәм сегментар рефлектор эшмәкәрлекте тормошҡа ашыра[2].

Арҡа мейеһе, умыртҡа бағанаһының кәкерелеге йүнәлештьәрен ҡабатлап, I муйын умыртҡа һөйәгенән I йәки II бил умыртҡа һөйәгенең өҫкө ситенә тиклем урынлашҡан. 3 айлыҡ бала яралғыһында ул V бил умыртҡаһы тәңгәлендә, яңы тыуған сабыйҙа — III бил умыртҡаһы тәңгәлендә тамамлана[2].

Арҡа мейеһе беренсе муйын арҡа мейеһе нервыһы сыҡҡан урында киҫкен сикһеҙ оҙонса мейегә күсә. Һөлдә төҙөлөшө буйынса аңлатҡанда, был сик ҙур елкә соҡороноң аҫҡы сиге һәм I муйын умыртҡаһы тәңгәлендә үтә[2].

Аҫта арҡа мейеһе 1 мм-ға тиклем оҙонлоғондағы арҡыры буйға (поперечник) эйә арҡа мейеһенең редукцияланған өлөшө булған һәм ахырғы (арҡа мейеһе) ебенә (лат. filum terminale (spinale) ) әүерелгән конуслы (коническое) ослайыуға (лат. conus medullaris) күсә. Ахырғы еп (нервы туҡымаһы булған өҫкө участкаларын индермәйсә) тоташтырыусы туҡыманан (соединительнотканное образование) ғибәрәт. Ҡаты мейе көпләүе (оболочка) аша ул һигеҙгүҙ һөйәк (крестцовый) каналға тоташа һәм уның осонда нығына. Ҡаты мейе көпләүендә урынлашҡан һәм уның менән тоташмаған ахырғы еп өлөшө эске ахырғы еп (лат. filum terminale internum), ә ҡаты мейе көпләүе менән тоташҡан башҡа өлөшө — был тышҡы ахырғы еп (лат. filum terminale externum). Ахырғы еп алғы арҡа мейеһе артериялары һәм веналдары һәм шулай уҡ бер йәки 3оймос (копчик) нервылары менән оҙатыла[2].

Арҡа мейеһе умыртҡа бағанаһы ҡыуышлығын тотолш биләмәй: канал стенкалары һәм мейе араһында май туҡымаһы, ҡан тамырҙары, мейе көпләүҙәре һәм арҡа мейеһе шыйыҡсаһы менән тултырылған арауыҡ ҡала[2].

Өлкән кешенең арҡа мейеһенең оҙонлоғо 40-тан 45 см-ға тиклем, киңлеге — 1,0 һәм 1,5 см араһында тирбәлә, ә ауырлығы уртаса 35 г[2].

Арҡа мейеһенең 3 йөҙөн айыралар:

  • бер ни тиклем яҫы алғы йөҙө;
  • бер ни тиклем ҡабарынҡы артҡы йөҙө;
  • алғы һәм артҡы өлөшкә күсеүсе ике түңәрәкләнеп торған ҡабырға йөҙө[2].

Бөтә дауамында арҡа мейеһе бер төрлө диаметрға эйә. Уның ҡалынлығы аҫтан өҫкө табан ҙурая. Арҡыры киҫелешендәге иң ҙур үлсәме ике орсоҡҡа оҡшаған ҡалынлыҡ менән билдәләнә: өҫкө өлөштә — өҫкө ослоҡтарға барыусы арҡа мейеһе нервыларының сығыуына тура килеүсе муйын тирәһе ҡалынлығы (лат. intumescentia cervicalis) һәм аҫҡы өлөшөндә — был бил-һигеҙгүҙ ҡалынлығы (лат. intumescentia lumbosacralis), — нервыларҙың аҫҡы ослоҡтарға сығыу урыны. Муйын ҡалынлығы өлкәһендә арҡа мейеһенең арҡыры үлсәме 1,3—1,5 см, күкрәк өлөшө уртаһында — 1 см, бил-һигеҙгүҙ һөйәге өлкәһе ҡалынлығында — 1,2 см тәшкил итә; ҡалынлыҡтар өлкәһендәге алғы-артыҡы үлсәм 0,9 см-ға, күкрәк өлөшөндә — 0,8 см-ға етә[2].

Муйын ҡалынлығы, V—VI муйын умыртҡаһы тәңгәлендә иң ҙур киңлеккә эйә булып, III—IV муйын умыртҡаһы, II күкрәк тәңгәленә етә. Бил-һигеҙгүҙ ҡалынлығы IX—X күкрәк умыртҡаһы тәңгәленән I бил умыртҡаһына тиклем йәйелә, иң ҙур киңлек XII күкрәк умыртҡаһы тәңгәлендә (3-сө арҡа мейеһе бил нервыһы бейеклегендә)[2].

Арҡа мейеһе арҡыры киҫелештәре формаһы төрлө кимәлдәрҙә төрлөсә: өҫкө өлөшөндә киҫелеш овал (оҙонса) формала, урта өлөшөндә түңәрәгерәк, түбәнге өлөшөндә квадрат формаға яҡын[2].

Арҡа мейеһенең алғы йөҙөндә, бөтә оҙонлоғо буйлап, йомшаҡ мейе көпләүенең ҡатламы тығылып ингән алғы уртасыл ярыҡ (лат. fissura mediana anterior) — аралаш муйын бүлеме (лат. septum cervicale intermedium) урынлашҡан. Был ярыҡ арҡа мейеһенең өҫкө һәм аҫҡы осоноң тәрәнлеге аҙыраҡ һәм уның урта бүлемдәрендә күберәк иң асығыраҡ күп сағылған [2].

Мейенең артҡы йөҙөндә глиоз туҡыма пластинкаһы — артҡы уртасыл бүлем (лат. septum medianum dorsale) үтеп ингән бик тар уртасыл бураҙна (лат. sulcus medianus posterior). Ярыҡ һәм бураҙна арҡа мейеһен ике — уң һәм һул өлөшкә бүлә. Ике яртыһы ла уртаһында үҙәк канал урынлашҡан мейе туҡымаһының тар күперсеге (лат. canalis centralis) менән тоташҡан[2].

Арҡа мейеһенең һәр яртыһының ҡабырға йөҙөндә ике тәрән булмаған бураҙна бар. Алғы уртасыл ярыҡтан тышҡа ҡаратылған һәм арҡа мейеһенең өҫкө һәм урта өлөшөнән йырағыраҡ урынлашҡан алғы латераль бураҙна (лат. sulcus ventrolateralis). Артҡы латераль бураҙна (лат. sulcus dorsolateralis) артҡы уртасыл (срединная) бураҙнанан тышҡа ҡаратылып ята. Ике бураҙна ла арҡа мейеһенең барлыҡ дауамында урынлашҡан[2].

Муйын һәм өлөшләтә өҫкө күкрәк бүлегендә, артҡы уртасыл һәм артҡы латераль бураҙналар араһында ҡырҡа сағылмаған артҡы аралыҡ бураҙнаһы (лат. sulcus intermedius dorsalis)[2] үтә.

Яралғыла һәм яңы тыуған сабыйҙа ҡайһы берҙә арҡа мейеһенең муйын өлөшөнөң өҫкө бүлеге алғы йөҙө буйлап һуҙылған яҡшы уҡ тәрән аралыҡ бураҙнаһы осрай, ул алғы уртасыл ярыҡ һәм алғы латераль бураҙна араһында урынлашҡан[2].

Сегментарлыҡ һәм арҡа мейеһе нервыларының периодиклығы арҡа мейеһенә хас һыҙат булып тора. Арҡа мейеһендә сегменттарҙың төрлө һаны (кешелә — 31 сегмент, башҡа һөтимәрҙә — 33, йыландарҙа — 500-гә тиклем) билдәләнә.

Арҡа мейеһе 5 өлөштән: муйын (лат. pars cervicalis), күкрәк (лат. pars thoracicalis), бил (лат. pars lumbalis), һигеҙгүҙ һөйәк (лат. pars sacralis) һәм ҡоймос (лат. pars coccygea) өлөштәренән тора. Шуның менән бергә арҡа мейеһе сегментын теге йәки был өлөшкә ҡаратыу уның ысынбарлыҡ урынлашыуы менән түгел, ә нервыларҙың умыртҡа каналының ҡайһы өлөшөнән сығыуы менән бәйле. Муйын өлөшөндә 8 сегмент, күкрәк өлөшөндә — 12, бил өлөшөндә — 5, һигеҙгүҙ тирәһендә — 5, ҡоймоста — 1-ҙән 3-кә тиклем. Барлығы — 31—33 сегмент[2].

Арҡа мейеһе тамырсыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алғы латераль бураҙнанан йәки уның янынан нервы күҙәнәктәре аксондарынан ғибәрәт алғы тамырлы ептәре (лат. fila radicularia) сыға. Алғы тамырлы ептәр алғы (хәрәкәтле) тамырсыҡ (лат. radix ventralis) барлыҡҡа килтерә. Алғы тамырсыҡтар тәндең периферияһына хәрәкәт импульстарын үткәреүсе үҙәктән барыусы эфферент епсәләрҙән: һөлдә-мускул туҡымаһынан (арҡыры-буйлы) һәм шыма мускулдарҙан, биҙҙәрҙән һ. б. ғибәрәт.[2]

Артҡы латераль бураҙнаға арҡа мейеһе төйөрөндә ятҡан артҡы тамырлы ептәр инә. Артҡы тамырлы ептәр артҡы тамырса (корешок) (лат. radix dorsalis) барлыҡҡа килтерә. Артҡы тамырсалар перифериянан, йәғни тәндең бөтә туҡымаларынан һәм органдарынан үҙәк нервы системаһына ярһыулы (чувствительные) нервы импульстарын илтеүсе афферентлы (үҙәккә барған) нервы епсәләренән тора. Һәр артҡы тамырсала арҡа мейеһе төйөрө (спинальный ганглий) урынлашҡан (лат. ganglion spinale)[2].

Ҡабырға мөгөҙөндә висцераль мотор һәм ярһыулы (чувствительные) үҙәктәр урынлашҡан. Был күҙәнәктәрҙең аксондары арҡа мейеһенең алғы мөгөҙөнән үтә һәм алғы тамырсалар составында арҡа мейеһенән сыға[3].

Тамырсаларҙың йүнәлеше бер төрлө түгел: муйын өлөшөндә улар горизонталь тиерлек үтә, күкрәк өлөшөндә — ҡыя аҫҡа йүнәлтелгән, бил-һигеҙгүҙ бүлегендә туранан-тура аҫҡа йүнәлтелә[2].

Бер кимәлдәге һәм бер яҡлы алғы һәм артҡы тамырсалар арҡа мейеһе төйөрөнән шундуҡ тышҡы яҡҡа табан берләшә, арҡа мейеһе нервыһын (лат. n. spinalis) барлыҡҡа килтерә, шулай итеп, ул ҡатнаш булып тора. Арҡа мейеһе нервыларының һәр пары (уң һәм һул) арҡа мейеһенең айырым участкаһына — сегментына — тап килә[2].

Шуға ярашлы, арҡа мейеһендә күпме арҡа мейеһе нервыһы бар, шунса сегмент һанала[2].

Аҡ һәм һоро матдә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арҡа мейеһенең арҡыры киҫелештәрендә аҡ һәм һоро матдәләр урынлашыуы күренә. Һоро матдә үҙәк өлөштө биләй һәм ҡанаттары яҙылған күбәләк йәки Н хәрефе формаһында. Аҡ матдә һоро матдә тирәһендә, арҡа мейеһенең периферияһында урынлашҡан[2].

Арҡа мейеһенең төрлө өлөштәрендә һоро һәм аҡ матдәләр нисбәте төрлөсә. Муйын өлөшөндә, бигерәк тә муйын ҡалынайған урында, аҡ матдә һоро матдәнән күпкә артыҡ (яҡынса 10-12 тапҡыр) булған күкрәк өлөшөндәге урта участкаларға ҡарағанда, һоро матдә байтаҡҡа артыҡ. Бил өлөшөндә, бигерәк тә бил тирәһендәге ҡалынайған урында һоро матдә аҡ матдәгә ҡарағанда күберәк. Һигеҙгүҙ өлөшө йүнәлешендә һоро матдә кәмей, ә аҡ матдә һаны хатта артығыраҡ дәрәжәлә кәмей. Мейе конусы өлкәһендә киҫелештең бөтә арҡыры йөҙө тиерлек һоро матдә менән яһалған, һәм фәҡәт периферияла ғына аҡ матдәнең тар ҡатламы урынлашҡан[2].

Аҡ матдә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡ матдә (лат. substantia alba) миелин һәм өлөшләтә миелинһыҙ нервы ептәренең һәм терәк нервы туҡымаһынан — нейроглиянан, шулай уҡ бер аҙ тоташтырыусы туҡыма менән уратып алынған ҡан тамырҙарының төрлө оҙонлоҡтағы һәм ҡалынлыҡтағы ҡатмарлы системаһынан ғибәрәт. Аҡ матдәләге нерв ептәре шәлкемдәргә йыйылған[4].

Арҡа мейеһенең бер яртыһындағы аҡ матдә икенсе яртыһындағы аҡ матдә менән бик нәҙек, үҙәк каналдың алғы яғынан арҡыры барған аҡ тоташма (спайка) менән бәйләнгән (лат. commissura alba)[4].

Арҡа мейеһе бураҙналары, артҡы аралаш бураҙнанан тыш, һәр яртының аҡ матдәһен арҡа мейеһенең өс канатсығына (лат. funiculi medullae spinalis) бүлә:

  • алғы канатсыҡ (лат. funiculus ventralis) — аҡ матдәнең алғы уртасыл ярығы һәм алғы латераль бураҙна, йәки арҡа мейеһе нервыларының алғы тамырсалары сығыу һыҙығы менән сикләнгән өлөшө;
  • ҡабырға канатсығы (лат. funiculus lateralis) — алғы латераль һәм артҡы латераль бураҙналар араһында;
  • артҡы канатсыҡ (лат. funiculus dorsalis) — артҡы латераль һәм артҡы уртасыл бураҙналар араһында[4].

Күкрәк өлөшөнөң өҫкө яртыһында һәм арҡа мейеһенең муйын өлөшөндә артҡы аралыҡтағы бураҙна артҡы канатсыҡты ике шәлкемгә бүлә: эстә ятҡан медиаль, йәки нәҙек шәлкем (лат. fasciculus gracilis), һәм ҡеүәтлерәк латераль шына һымаҡ шәлкем (лат. fasciculus cuneatus). Аҫҡа табан шына һымаҡ шәлкем юҡ. Арҡа мейеһенең канатсыҡтары баш-оҙонса мейенең башланғыс бүлегенә табан да дауам итә[4].

Арҡа мейеһенең аҡ матдәһе составында проекция, афферент һәм эфферент үткәргес юлдар, шулай уҡ ассоциатив ептәр үтә. Һуңғылары арҡа мейеһе сегменттары араһында бәйләнеш булдыра һәм арҡа мейеһенең һоро матдәһен бар яҡтан уратып алған яҡын ятҡан алғы, ҡабырға һәм артҡы(лат. fasciculi proprii ventrales, laterales et dorsales), үҙ шәлкемдәрен барлыҡҡа килтерә. Был шәлкемдәргә түбәндәгеләр ҡарай:

  • дорсолатераль юл (лат. tractus dorsolateralis) — артҡы һоро бағананың түбәһе һәм арҡа мейеһе йөҙө араһында артҡы тамырсыҡҡа яҡын урынлашҡан бәләкәй ептәр шәлкеме;
  • бүлем-ситке шәлкеме (лат. fasciculus septomarginalis) — артҡы уртасыл ярыҡҡа терәлеп тоташҡан түбәнәйгән сүстәрҙең нәҙек шәлкеме, арҡа мейеһенең аҫҡы күкрәк һәм бил сегменттарында ғына күҙәтелә;
  • шәлкемдәр араһындағы шәлкем (лат. fasciculus interfascicularis) — шына һымаҡ шәлкемдең медиаль өлөшөндә урынлашҡан түбәнәйә барған ептәрҙән барлыҡҡа килә, муйын һәм өҫкө күкрәк сегменттарында күҙәтелә[4].

Һоро матдә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арҡа мейеһенең һоро матдәһе (лат. substantia grisea) башлыса миелин тышсаһы булмаған үҫентеләре булған нервы күҙәнәктәренән тора. Унда арҡа мейеһенең ике яғында урынлашҡан ике ҡабырға өлөшө һәм уларҙы тар күпер рәүешендә тоташтырыусы арҡыры өлөшө — үҙәк аралыҡ матдәһе (лат. substantia intermedia centralis) айырыла. Латераль аралаш матдә (лат. substantia intermedia lateralis) булараҡ, уларҙың уртаһын биләй һәм ҡабырға өлөшөнә тиклем дауам итә[4].

Үҙәк аралыҡ матдәһенең урта бүлектәрендә бик тар ҡыуышлыҡ — үҙәк канал (лат. canalis centralis) урынлашҡан. Ул, өҫтән баш мейеһенең IV ҡарынсығы ҡыуышлығына күсеп, бөтә арҡа мейеһе буйлап һуҙыла. Түбәнге өлөшөндә, мейе конусы өлкәһендә, үҙәк канал киңәйә һәм уның диаметры уртаса 1 мм-ға етә; үҙәк каналдың был участкаһы һуңғы ҡарынсыҡ (желудочек) (лат. ventriculus terminalis) исеме алған[4].

Гистологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арҡа мейеһе, алғы яҡтан уртасыл тәрән ярыҡ һәм артҡы яҡтан тоташтырыусы туҡыма кәртә менән сикләнгән ике симметрик ярымдан тора. Арҡа мейеһендәге яңы препараттарҙа уның матдәһе бер төрлө түгеллеген ябай күҙ менән күрергә мөмкин. Ағзаның эске өлөшө ҡарараҡ — был һоро матдә (лат. substantia grisea). Арҡа мейеһе периферияһында асыҡ аҡ матдә (лат. substantia alba) урынлашҡан. Баш мейеһенең арҡыры киҫелештәге һоро матдә «Н» хәрефе йәки күбәләк рәүешендә бирелә. Һоро матдәнең сығыштарын мөгөҙҙәр тип атау ҡабул ителгән. Алғы, йәки вентраль, артҡы, йәки дорсаль, һәм ҡабырға, йәки латераль мөгөҙҙәр айырыла[5].

Арҡа мейеһе дауамында һоро һәм аҡ матдәләрҙең нисбәте үҙгәрә. Һоро матдә күкрәк бүлегендә иң аҙ күҙәнәктәрҙән ғибәрәт. Иң ҙуры — бил бүлегендә.

Һоро матдә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арҡа мейеһенең һоро матдәһе нейрон есемдәренән, миелинһыҙ һәм нәҙек миелин ептәренән һәм нейроглиянан тора. Һоро матдәне аҡтан айырып торған төп состав өлөшө булып мультиполяр нейрондар тора[5].

Үлсәме, нәҙек төҙөлөшө һәм функциональ әһәмиәте буйынса оҡшаш күҙәнәктәр һоро матдәлә төркөмдәр булып ята, ядролар тип атала. Арҡа мейеһе нейрондары араһында түбәндәге күҙәнәк төрҙәрен айырып ҡарарға мөмкин:

  • тамырса күҙәнәктәре (лат. neurocytus radiculatus) аксондары арҡа мейеһенән уның алғы тамырсалары составында сыға;
  • эске күҙәнәктәре (лат. neurocytus internus) үҫентеләре арҡа мейеһенең һоро матдәһе сиктәрендә синапстар менән тамамлана;
  • шәлкем күҙәнәктәре (лат. neurocytus funicularis) аксондары аҡ матдәлә айырым ептәр менән үтә, улар арҡа мейеһенең билдәле бер ядроларынан нервы импульстарын үткәргес юлдар барлыҡҡа килтереп, уның башҡа сегменттарына йәки баш мейеһенең тейешле бүлектәренә алып бара.

Умыртҡа мейеһенең һоро матдәһенең айырым участкалары нейрондар, нервы ептәре һәм нейроглия составы буйынса бер-береһенән ныҡ айырыла[5].

Артҡы мөгөҙҙәрендә көпшәкле ҡатлам, аҡһым матдә (желатинозный), артҡы мөгөҙҙең үҙ ядроһы һәм күкрәк ядроһы айырыла. Артҡы һәм ҡабырға мөгөҙҙәре араһында һоро матдә аҡ матдәгә батып инә, һөҙөмтәлә селтәрле берәмек тип аталған селтәр һымаҡ йомшарыу барлыҡҡа килә[5].

Артҡы мөгөҙҙәрҙең көпшәкле ҡатламы, күп һанлы ваҡ өҫтәмә нейронлы киң элмәкле глиаль терәү өлөшө (остов) менән характерлана[5].

Аҡһым есемдә глиаль элементтар өҫтөнлөк итә. Бында нервы күҙәнәктәре ваҡ һәм уларҙың һаны күп түгел.

Артҡы мөгөҙҙәре диффузиялы урынлашҡан өҫтәмә күҙәнәктәргә бай. Был ваҡ мультиполяр ассоциатив һәм комиссураль күҙәнәктәр, уларҙың аксондары арҡа мейеһенең һоро матдәһе сиктәрендә был яҡта (ассоциатив күҙәнәктәр) йәки ҡаршы яҡта (комиссураль күҙәнәктәр) тамамлана.

Көпшәкле зона нейрондары, аҡһым матдәһе һәм өҫтәмә күҙәнәктәренең спиналь ганглийҙарҙың һиҙгер күҙәнәктәрен һәм, урындағы рефлектор дуғаларҙы ябып, алғы мөгөҙҙәрҙең хәрәкәт күҙәнәктәрен бәйләүе тора. Артҡы мөгөҙ уртаһында артҡы мөгөҙҙөң үҙ ядроһы урынлашҡан. Уларҙың аксондары арҡа мейеһенең ҡапма-ҡаршы яғына аҡ матдәнең ҡабырға канатсығына күскән һәм унда вентраль арҡа-кесе мейе һәм арҡа-аралыҡ мейеһенең өлөшө (таламик) юлдар составына инә һәм кесе мейегә һәм таламусҡа йүнәлтелгән өҫтәмә нейрондарҙан тора[5].

Күкрәк ядроһы (Кларк ядроһы) ныҡ тармаҡлы дендритлы эре өҫтәмә нейрондарынан тора. Уларҙың аксондары шул уҡ яҡтағы аҡ матдәнең ҡабырға канатсығына сыға һәм артҡы арҡа-кесе мейе юлы составында (Флексиг юлы) кесе мейегә күтәрелә[5].

Аралыҡ зонаһында күҙәнәк аксондары был яҡтың алғы арҡа-кесе мейе юлы (Говерс юлы) менән тоташа, һәм ҡабырға мөгөҙҙәрендә урынлашҡан һәм симпатик рефлектор дуғаһының ассоциатив күҙәнәктәр төркөмөнән торған латераль аралыҡ йәҙрәһе айырылған медиаль аралыҡ йәҙрәһе билдәләнә. Был күҙәнәктәрҙең аксондары алғы тамырсалар составындағы соматик хәрәкәт ептәре менән бергә мейенән сыға һәм уларҙан симпатик олононоң аҡ тоташтырыусы тармаҡтары рәүешендә айырыла[5].

Алғы мөгөҙҙәрендә арҡа мейеһенең есем диаметры 100—150 мкм-ға эйә һәм күләм буйынса байтаҡ иң ҙур нейрондары урынлашҡан. Уларҙың аксондары алғы тамырса ептәренең төп массаһын тәшкил иткәнлектән, был, ҡабырға мөгөҙ йәҙрәләре нейрондары кеүек үк, тамырса күҙәнәктәр. Ҡатнаш арҡа мейеһе нервылары составында улар периферияға инә һәм һөлдә мускулатураһында мотор ослоҡтарын (окончания) барлыҡҡа килтерә. Шулай итеп, был йәҙрәлә моторлы соматик үҙәктәр булып тора. Алғы мөгөҙҙәрендә мотор күҙәнәктәренең медиаль һәм латераль төркөмдәре айырыуса асыҡ сағыла. Беренсеһе кәүҙә мускулдарын иннервациялай һәм арҡа мейеһенең тотш дауамында яҡшы үҫешкән. Икенсеһе муйын һәм бил ҡалынлығы өлкәһендә урынлашҡан һәм аяҡ-ҡул мускулдарын иннервациялай[5].

Мотонейрондар һөлдә арҡыры-һыҙатлы мускулдарына эфферент мәғлүмәт бирә, эре күҙәнәктәр булып тора (диаметры — 100—150 мкм). Аксон терминалдарында ацетилхолинлы синаптик ҡыуышлыҡтар, нейрон тәнендә һәм дендриттарҙа — күп һанлы синапстар — 1000-гә тиклем һәм унан да күберәк аксосоматик терминалдар бар. Мотонейрондар 5: латераль (алғы һәм артҡы), медиаль (алғы һәм артҡы), үҙәк төркөмгә берләштерелгән. Нейрондар йәҙрәләрҙә колонкалар барлыҡҡа килтерә[5].

Арҡа мейеһенең һоро матдәһендә күп һанлы таралған шәлкемле нейрондар бар. Был күҙәнәктәрҙең аксондары аҡ матдәгә сыға һәм шунда уҡ күтәрелеүсе оҙонораҡ һәм ҡыҫҡараҡ түбәнәйеүсе тармаҡтарға бүленә. Бергәләшеп был сүстәр һоро матдәгә туранан-тура тоташҡан аҡ матдәнең үҙ, йәки төп, шәлкемдәрен барлыҡҡа килтерә. Бөтәһе бергә был ептәр туранан-тура һоро матдәгә йәнәш аҡ матдә, йәки төп, шәлкем бирә. Үҙ барышында улар, тармаҡтар кеүек үк, арҡа мейеһенең 4-5 йәнәш сегментының алғы мөгөҙҙәренең хәрәкәт күҙәнәктәрендәге синапстар менән тамамлана[5].

Арҡа мейеһенең һоро матдәһе йәҙрәләре (уңда) һәм Рексед пластиналары (һулда)

Рексед буйынса һоро матдә ҡатламдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1952 йылда швед анатомы Брор Рексед (Bror Rexed) һоро матдәне уларҙың элементтарының структураһы һәм функциональ әһәмиәте буйынса айырылып торған ун пластинаға (ҡатламға) бүлергә тәҡдим итә. Был классификация фән донъяһында киң танылыу һәм таралыу ала. Пластиналарҙы рим цифрҙары менән билдәләү ҡабул ителгән.

I-ҙән IV-кә тиклемге пластиналар, беренсел сенсор өлкәһе була һәм дорсаль мөгөҙҙөң башын барлыҡҡа килтерә.

I пластина күп кенә ваҡ нейрондарҙан һәм пластинаға параллель ятҡан ҙур орсоҡҡа оҡшаған күҙәнәктәрҙән тора. Уға ауыртыу рецепторҙарынан афференттар, шулай уҡ II пластина нейрондары аксондары инә. Сығыусы үҫентеләр контралатераль рәүештә (йәғни киҫешкән — һул канатсыҡтар буйлап һәм киреһенсә) баш мейеһенә алғы һәм ҡабырға канатсыҡтары (арҡа-таламус тракты) буйлап ауыртыу һәм температура һиҙгерлеге тураһында мәғлүмәт алып бара.

II һәм III пластиналар пластиналарҙың ситенә перпендикуляр күҙәнәктәрҙән барлыҡҡа килә. Аҡһым субстанцияһына тап килә. Икеһе лә арҡа-таламус тракты үҫентеләре менән афферациялана һәм мәғлүмәт аҫҡы өлөшкә тапшырыла. Ауыртыуҙы контролдә тотоуҙа ҡатнашалар. Шулай уҡ II пластина үҫентеләрен I пластинаға бирә.

IV пластина үҙ йәҙрәһенә тап килә. II һәм III пластиналарҙан мәғлүмәт ала, аксондар мотонейрондарҙа арҡа мейеһенең рефлектор дуғаларын тамамлай һәм арҡа-таламус трактында ҡатнаша.

V һәм VI пластиналар артҡы мөгөҙҙөң муйынтығын барлыҡҡа килтерә. Мускулдарҙан афференттар алалар. VI пластина йәҙрәһенә тап килә. Баш мейеһенән аҫҡа киткән мускулдарҙан, тарамыштарҙан һәм бәйләүес тарамыштарҙан афференттар алалар. Пластинанан ике арҡа-кесе мейе тракты сыға:

  • Флешиг тракты (вариант: Флексиг) (лат. tractus spinocerebellaris dorsalis) — ипсилатераль рәүештә (йәғни үҙ яғы канатсығынан) ҡабырға канатсығына сыға;
  • Говерс тракты (лат. tractus spinocerebellaris ventralis) — контралатераль рәүештә ҡабырға канатсығына сыға.

VII пластина алғы мөгөҙҙөң байтаҡ өлөшөн биләй. Был пластинаның бөтә нейрондары (фферент нейрондарҙан тыш лат. Nucleus intermediolateralis) тиерлек өҫтәмә. Мускулдарҙан һәм тарамыштарҙан афферентация, шулай уҡ аҫҡа йүнәлтелгән күп төрлө тракттар ала. Аксондар IX пластинаға бара.

VIII пластина алғы мөгөҙҙөң вентр-медиаль өлөшөндә, IX пластинаның бер өлөшө тирәләй урынлашҡан. Уның нейрондары проприоспиналь бәйләнештәрҙә ҡатнаша, йәғни арҡа мейеһенең төрлө сегменттарын үҙ-ара бәйләй.

Пластина IX арауыҡта бер бөтөн түгел, уның өлөштәре VII һәм VIII пластиналар эсендә ята. Ул мотор йәҙрәләәргә тап килә, йәғни беренсел мотор өлкәһе булып тора, һәм соматотопик урынлашҡан мотонейрондарҙан тора (йәғни есемдең «картаһы» булып тора), мәҫәлән, бөгөүсе мускулдарҙың мотонейрондары, ғәҙәттә, бөгөүсе мускулдарҙың мотонейрондарынан юғарыраҡ ята, ҡул суғын иннервациялаусы нейрондар — яурынды иннервациялаусыларына ҡарағанда латераль, һ. б.

X пластина арҡа (спинальный) каналы тирәләй урынлашҡан, һәм комиссураль (арҡа мейеһенең һул һәм уң өлөштәре араһында) һәм башҡа проприоспиналь бәйләнештәр өсөн яуаплы.

Аҡ матдә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡ матдә һоро матдәне урата. Арҡа мейеһе бураҙналары уның канатсыҡтарын (лат. funiculi): алғы, ҡабырға һәм артҡы өлөшкә бүлә. Канатсыҡтар арҡа мейеһен баш мейеһе менән тоташтырыусы нервы трактынан ғибәрәт.

Иң киң һәм тәрән бураҙна лат. Fissura medianus anterior (алғы уртасыл ярыҡ) булып тора, ул аҡ матдәне һоро матдәнең алғы мөгөҙҙәре араһында бүлә. Уның ҡаршыһында — лат. Sulcus medianus posterior (артҡы уртасыл бураҙна).

Һоро матдәнең артҡы һәм алғы мөгөҙҙәренә бер пар латераль бураҙна (лат. Sulcus lateralis posterior & anterior) барып тоташа.

Ике күтәрелеүсе тракт барлыҡҡа килтереп артҡы канатсыҡ (лат. Sulcus intermedia posterior) айырыла: артҡы урта бураҙнаға лат. Fasciculus gracilis (йомшаҡ, йәки нәҙек шәлкем) яҡын һәм латералерәк лат. Fasciculus cuneatus (шына һымаҡ шәлкем). Эске нәҙек шәлкеме арҡа мейеһенең иң аҫҡы бүлектәренән күтәрелә, ә шына һымаҡ шәлкеме күкрәк бүлеге кимәлендә генә барлыҡҡа килә.

Арҡа мейеһе нервылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Файл:N.spinalis.png
Схема. Спиналь нерв ептәре (8-се муйын бүлегенән 2—3-сө бил сегментына тиклем). Күк төҫ менән ярһытыу ептәре, ҡыҙыл төҫ менән — хәрәкәт (соматик), ҡара йәшел төҫ менән — преганглионар симпатик, асыҡ йәшел төҫ менән — постганглионар симпатик ептәр

Передние и задние корешки сливаются в спинномозговой (спинальный) нерв.

Спиналь нервтар дүрт функциональ компонентҡа эйә:

  • GSA (general somatic afferent) — тәндең өҫкө яғынан сенсор ептәр алалар;
  • GVA (general vegetatic afferent) — сенсор ептәрен висцераль ағзаларҙан алалар;
  • GSE (general somatic efferent) — һөлдә мускулатураһын иннервациялайҙар;
  • GVE (general vegetatic efferent) — автономлы (вегетатив) ганглияларҙы иннервациялайҙар.

Төрлө арҡа мейеһе нервылары хеҙмәтләндергән тире участкалары дерматомалар тип атала.

Арҡа мейеһе рефлекстары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арҡа мейеһенең сегментар аппаратының эш принцибы — рефлектор дуғалар.

Арҡа мейеһенең рефлектор дуғаһының төп схемаһы: рецепторҙан алынған мәғлүмәт ярһыусан нейрон буйлап бара, ул өҫтәмә нейронға күсә, ә ул, үҙ сиратында, эффекторлы органға мәғлүмәт алып барған мотонейронға күсә. Рефлектор дуғаһына сенсорлы инеү, ирекһеҙлек, сегментарлыҡ араһы, моторлы сығыу хас.

Арҡа мейеһе рефлекстары миҫалы булып түбәндәгеләр тора:

  • Бөгөүсе (флексор) — зарарлы ҡуҙғытҡысты алып ташлауға йүнәлтелгән һаҡлағыс типтағы рефлекс (ҡулды эҫенән тартып алыу).
  • Ҡаймығыу рефлексы (проприоцептив) — мускулдың артыҡ тартылыуын йәки һеңер ҡаймығыуына юл ҡуймаусы. Был рефлекстың үҙенсәлеге шунда: рефлектор дуғаһында минималь элементтар бар — мускул орсоҡтары импульстар тыуҙыра, улар арҡа мейеһенә үтә һәм шул уҡ мускулдың α—мотонейрондарында моносинаптик ҡуҙғыу тыуҙыра.
  • Тарамыш, төрлө тоник һәм ритмик рефлекстар.
  • Дүрт аяҡлы хайуандарҙа экстензор этәргес күҙәтергә мөмкин.

Арҡа мейеһенең зарарланыуы һәм һелкенеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арҡа мейеһендәге бәрелеп имгәнеүҙәрҙәрҙең һәм һелкенеүҙәрҙең сәбәптәре бик шәп ҡолау арҡаһында умыртҡа һөйәгенең күсеүе, арҡа мейеһенә ҡаты һуғыуҙар, мылтыҡтан атылған яралар булыуы мөмкин.

Патогенезы. Арҡа мейеһенең контузиялар һәм яраларҙан зыян күреүе һәм ҡыҫылыуы, шулай уҡ умыртҡаларҙың күсеүе йәки ныҡ итеп ҡыҫылыуы ваҡытында рефлектор импульстарҙың үҙәккә һәм периферияға үткәреүсәнлеге туҡтала[6]Ҡалып:Уточнить страницу.

Эволюцияһы һәм күп төрлөлөгө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге тапҡыр арҡа мейеһе баш һөйәге булмағандарҙа (ланцетник) барлыҡҡа килә. Хайуандарҙың хәрәкәт итеү ҡатмарлығы үҙгәреү менән бәйле арҡа мейеһе үҙгәрә. Дүрт аяҡлы ер өҫтө хайуандарында муйын һәм бил ҡалынлығы барлыҡҡа килә, йыландарҙа арҡа мейеһе ҡалынлығы юҡ. Ҡоштарҙа ултырыш нервыһы киңәйеү иҫәбенә — ромб йәки люмбосакраль синус (лат. Sinus lumbosacralis). Уның ҡыуышлығы гликоген массаһы менән тултырылған. Һөйәкле балыҡтарҙа арҡа мейеһе урофиз эндокрин органына күсә.

Арҡа мейеһенең тышҡы формаларының төрлөлөгө нервы системаһының был өлөшөнә функциональ көсөргәнеш менән билдәләнә. Оҙон бер төрлө (йыланда) һәм баш мейеһенән оҙонораҡ булмауы (ай-балыҡ) мөмкин. Сегменттар һаны ла төрлө булырға мөмкин һәм ҡайһы бер йыландарҙа 500-гә тиклем етә. Һоро матдәнең бүленеше төркөмдән төркөмгә үҙгәрә. Миног һәм миксиндарҙа арҡа мейеһенең аҙ дифференциацияланған һоро матдәһе хас. Әммә күпселек умыртҡалыларҙа һоро матдә классик «күбәләк» рәүешендә урынлашҡан.

Арҡа мейеһенең ҡан тамырҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арҡа мейеһенә умыртҡа артерияһынан (умрау артерияһынан), тәрән муйын артерияһынан (ҡабырға-муйын олононан), шулай уҡ артҡы ҡабырға-ара, бил һәм латераль һигеҙгүҙ артерияларынан тармаҡтар килә. Уға өс оҙон буйға һуҙылған артериаль ҡан тамырҙары: алғы һәм ике артҡы арҡа мейеһе артерияһы тоташа. Алғы арҡа мейеһе артерияһы (парһыҙ) арҡа мейеһенең алғы буй ярығына тоташа. Ул арҡа мейеһенең өҫкө бүлектәрендә атамаһы буйынса оҡшаш ике артериянан (уң һәм һул умыртҡа артерияһы тармаҡтарынан) барлыҡҡа килә. Артҡы арҡа мейеһе артерияһы парлы. Һәр артерия арҡа мейеһе нервыларының артҡы тамырсалары мейегә ингән урында тоташа. Был өс артерия арҡа мейеһенең аҫҡы осона тиклем дауам итә. Алғы һәм ике артҡы арҡа мейеһе артериялары арҡа мейеһе йөҙөндә күп һанлы анастомозалар һәм умыртҡа араһы каналына умыртҡа араһы тишектәренән үтеп инеп, мейе матдәһенә нәҙек тармаҡтар ебәреүсе ҡабырға-ара, бил һәм латераль һигеҙгүҙ артериялары тармаҡтары менән тоташа.

Патологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Арҡа мейеһенә зыян килтереү миелопатия тип атала һәм, арҡа мейеһенә зыян килтереү кимәленә ҡарап, параплегияға йәки квадриплегияға килтереүе мөмкин.
  • Хроник шешеү реакцияһы булғанда Бехтерев ауырыуы барлыҡҡа килеүе ихтимал.
  • Тамырса синдромы — арҡа мейеһе невральгияһы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Богородинский и др., 1985
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 2,17 2,18 2,19 2,20 2,21 2,22 Синельников, Синельников, 1996, с. 18—23
  3. [1]
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Синельников, Синельников, 1996, с. 24
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 Афанасьев, Юрина, 2001, с. 304—310
  6. Домрачев Г. В. и др. Патология и терапия внутренних незаразных болезней сельскохозяйственных животных. — М., 1960. — 504 с.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Афанасьев Ю. И., Юрина Н. А. Гистология. — М.: Медицина, 2001. — 744 с. — ISBN 5-225-04523-5.
  • Ҡалып:БМЭ3
  • Синельников Р. Д., Синельников Я. Р. Атлас анатомии человека в 4 томах. — М.: Медицина, 1996. — Т. 4. — 320 с. — ISBN 5-225-02723-7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Нервы системаһы