27 апрель
Перейти к навигации
Перейти к поиску
27 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 117-се (кәбисә йылында 118-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 248 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй: Парламентаризм көнө.
Австрия: Икенсе Республика көнө.
Израиль: Йом Ха-Зикарон.
Словения: Милли ҡаршылыҡ көнө.
Сьерра-Леоне: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Того: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
КАР: Азатлыҡ көнө.
Рәсәй: Нотариат (нотариус) көнө.
Төбәк байрамдары
Саха Республикаһы: Республика көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1925: СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы «Ҡала биләмәләрендә граждандарҙы теркәү тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә.
- 1960: Михаил Шолоховтың «Күтәрелгән сиҙәм» романы буйынса төшөрөлгән фильмдың тәүге ике серияһы СССР экрандарына сыға.
- 1965: АҠШ-та бер тапҡыр ҡулланыла торған «Памперс»ҡа патент алына.
- 2005: Францияның «Airbus» A380 пассажир самолёты беренсе осош яһай.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улы (1930—30.03.1999), ғалим-агроном. 1963—1994 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—1993 йылдарҙа агрохимия һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау кафедраһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1965), профессор (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Ташлы ауылынан.
- Фәритов Айрат Тәбрис улы (1965), ғалим-механик-коррозионист. 1987 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Энергресурстарҙы транспортлау проблемалары институты хеҙмәткәре, 2002 йылдан — бүлек начальнигы; 2016 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты, бер үк ваҡытта Өфөләге «Акрус—М» ғилми производство фирмаһы хеҙмәткәре. Техник фәндәр кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2010). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2005) һәм И. М. Губкин исемендәге премияһы (2008) лауреаты. Сығышы менән Бөрө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зөһрә Сәхәбиева (1951), йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, 1993-1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Татар АССР-ының халыҡ артисы (1984).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мархасин Илья Львович (1919—21.04.1988), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Техник фәндәр докторы (1966), профессор (1968). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1967), СССР‑ҙың юғары мәктәп (1979) һәм нефть сәнәғәте (1980) отличнигы. И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1971). Сығышы менән Киев ҡалаһынан.
- Клявлин Марс Сәлих улы (1949), ғалим-инженер‑технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1994), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1999). Бөтә Союз уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар йәмғиәте премияһы лауреаты (1978).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1765: Николай Тучков (1765), Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы.
- 1791: Сэмюэл Морзе, электромагнит тулҡындарын яҙыусы телеграф («Морзе аппараты»н) уйлап табыусы.
- 1820: Герберт Спенсер, Британия философы, социолог.
- 1840: Эдвард Уимпер, Британия сәйәхәтсеһе, альпинист һәм рәссам.
- 1855: Леонид Бельский, Рәсәй империяһы шағиры, тәржемәсе һәм әҙәбиәт белгесе.
- 1865: Владимир Богораз, Рәсәй империяһы һәм СССР этнографы, лингвист һәм яҙыусы.
- 1910: Виктор Маслов, СССР футболсыһы, тренер.
- 1915: Артур Димитерс, Латвия ССР-ы актёры, режиссёр.
- 1935: Тео Ангелопулос, Греция кинорежиссёры, сценарист һәм продюсер.
- 1936: Фазле Хәсән Абед, Бангладештың социаль хеҙмәткәре.
- 1940: Хәлим Йәләлов, СССР-ҙың театр актёры, Татарстандың халыҡ артисы (1992).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1521: Фернан Магеллан, Португалия һәм Испания диңгеҙ сәйәхәтсеһе.
- 1972: Кваме Нкрума, Гананың беренсе премьер-министры (1957—1960) һәм тәүге президенты (1960—1966).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]