Эстәлеккә күсергә

Шолохов Михаил Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Михаил Шолохов битенән йүнәлтелде)
Михаил Александрович Шолохов
Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы Дон Ғәскәре өлкәһе Донецк округы (хәҙерге Рәсәй Федерацияһының Ростов өлкәһе) Вёшенская станицаһы Кружилин утары

Вафат булған урыны:

СССР, РСФСР, Ростов өлкәһе Вёшенская станицаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

прозаик

Йүнәлеше:

социалистик реализм

Жанр:

роман, хикәйә, очерк

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус

Премиялары:
Нобель премияһы — 1965 Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы (1965)
Ленин премияһы — 1960 Сталин премияһы — 1941
Премия им. Е. Ф. Степановой — 1978
Наградалары:
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1967 Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1980
Ленин ордены — 1939 Ленин ордены — 1955 Ленин ордены — 1965 Ленин ордены — 1967
Ленин ордены — 1975 Ленин ордены — 1980 Октябрь Революцияһы ордены — 1972 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1945
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы
Медаль «За оборону Сталинграда»
Медаль «За оборону Сталинграда»
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
Георгий Димитров ордены
Георгий Димитров ордены
Орден Кирилл и Мефодий I степени
Орден Кирилл и Мефодий I степени
Орден «Звезда дружбы народов» 1 степени
Орден «Звезда дружбы народов» 1 степени
Сухэ-Батор ордены
Сухэ-Батор ордены
Ҡултамғаһы:

Ҡултамғаһы

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Михаил Александрович Шолохов (24 май 1905 йыл2 февраль 1984 йыл) — рус совет яҙыусыһы.

Михаил Александрович Шолохов 1905 йылдың 24 майында хәҙерге Ростов өлкәһенең Шолохов районына инеүсе Кружилин утарында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

1910 йылда ғаиләләре Каргинская станицаһына йәшәргә күсә.

1914 йылда М. А. Шолохов Мәскәүҙә ир балалар гимназияһының әҙерлек класында уҡый.

1915—1918 йылдарҙа Воронеж губернаһының Богучар ҡалаһындағы гимназияның 4 класын тамамлай.

Граждандар һуғышында ҡатнаша, аҙыҡ-түлек отрядында хеҙмәт итә.

1922 йылда Мәскәүгә йәшәргә күсә һәм әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай, тәүге әҫәрҙәре — фельетондары матбуғатта донъя күрә.

1924 йыл аҙағында Каргинская станицаһына әйләнеп ҡайта һәм элекке станица атаманының ҡыҙына, Мария Петровна Громаславскаяға, өйләнә. Декабрҙә «Молодой ленинец» гәзитендә «Миң» исемле тәүге хикәйәһе баҫыла.

1924—1925 йылдарҙа «Дон хикәйәләре», «Зәңгәрһыу дала» хикәйәләр китаптарын ижад итеп, донъяға сығара.

1925 йылда Михаил Шолохов «Тымыҡ Дон» әҫәрен яҙа башлай, дүрт китаптан торған роман-эпопеяны 1940 йылда тамамлай.

1932 йылда шәхси хужалыҡтарҙы коллективлаштырыуға арналған «Күтәрелгән сиҙәм» романын ижад итә башлай.

1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, хәрби хәбәрсе булып эшләй. «Донда», «Көньяҡта», «Казактар» һәм башҡа очерктары, «Нәфрәт фәне» (1942) хикәйәһен яҙып баҫтыра. «Улар Ватан өсөн һуғышты» романының тәүге бүлектәрен ижад итә.

Һуғыштан һуңғы ғүмеренең аҙағына тиклем Ростов өлкәһенең Вешенская станицаһында йәшәй, «Кеше яҙмышы» (1956—1957) хикәйәһен яҙып баҫтыра, «Күтәрелгән сиҙәм» романының икенсе китабын тамамлай, «Тымыҡ Дон» романын художество йәһәтенән камиллаштырыу өҫтөндә эшләй, публицистик мәҡәләләр менән сығыш яһай.

1965 йылда «Тымыҡ Дон» роман-эпопеяһы өсөн Нобель премияһына лайыҡ була.

1984 йылдың 21 февралендә вафат була һәм Вешенская станицаһында, Дон йылғаһы ярында ерләнә.

Башҡорт әҙәбиәтенә йоғонтоһо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шолоховтың тормошо һәм ижады тураһында әҙәбиәт ғилеме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Лежнев И. Путь Шолохова. М., 1958;
  • Калинин А. В. Вешенское лето. Очерки о творчестве М. А. Шолохова. М., 1964;
  • Закруткин В. А. Цвет лазоревый. Страницы о М. Шолохове. Ростов н/Д., 1965;
  • Якименко Л. Г. Творчество М. А. Шолохова, 3 изд., М., 1977;
  • Хватов А. И. Художественный мир Шолохова, 3 изд., М.,1978;
  • Бирюков Ф. Г. Художественные открытия Михаила Шолохова. М., 1980;
  • Михаил Шолохов. Статьи и исследования. 2 изд., М., 1980;
  • Гура В. В., Абрамов Ф. А. М. А. Шолохов. Семинарий, 2 изд., Л., 1962;
  • Вешенские весны. Слово земляков о М. А. Шолохове. Сб., Ростов н/Д., 1980

Маҡтаулы исемдәре, наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Сталин премияһы лауреаты (1941);
  • СССР Фәндәр Академияһы академигы(1939);
  • Ленин премияһы лауреаты(1960);
  • Нобель премияһы лауреаты(1965);
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы(1967)
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы(1980)
  • СССР Юғары Советының 1-10 саҡырылыштары депутаты(1937 йылдан алып);
  • Ленин ордены (1939);
  • Ленин ордены (1955);
  • Ленин ордены (1965);
  • Ленин ордены (1967);
  • Ленин ордены (1975);
  • Ленин ордены (1980);
  • Октябрь революцияһы ордены (1972);
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945);
  • Александр Фадеев исемендәге алтын миҙал (1972);
  • «Георгий Димитров» ордены (1975)(Болгария);
  • I дәрәжә «Кирилл һәм Мефодий» ордены (1975)(Болгария);
  • I дәрәжә «Халыҡтар дуҫлығы йондоҙо» ордены (Германия Демократик Республикаһы);
  • Сухэ-Батор ордены (Монголия);
  • Ростов дәүләт университетының почетлы фәндәр докторы;
  • Карл Маркс исемендәге Лейпциг университетының почетлы фәндәр докторы;
  • Шотландиялағы Сент-Эндрюс университетының почетлы фәндәр докторы;
  • «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы;
  • «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы;
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең егерме йыллығы» миҙалы;
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең утыҙ йыллығы» миҙалы;
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы.

Исемен мәңгеләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Яҙыусы исемен йөрөткән астероид;
  • 2005 йыл ЮНЕСКО тарафынан Шолохов йылы тип иғлан ителде;
  • Шолохов исеме Мәскәү Дәүләт-Гуманитар Университетына бирелде;
  • Мәскәүҙәге Гоголь бульварында Шолоховҡа һәйкәл ҡуйылды;
  • Мәскәү урамдарының береһе Шолохов исемен йөрөтә;
  • Дондағы Ростов проспектына, Вешенская, Богучар, Алма-Ата, Аксай ҡалалары урамдарына Шолохов исеме ҡушылған;
  • Ҡаҫағстан Республикаһының Уральск ҡалаһында Е. А. Сергибаев тарафынан 2002 йылда 1,5 гектар майҙанда ҡарағайлыҡ булдырылған;
  • Сирендең бер сортына «Михаил Шолохов» исеме бирелгән;
  • Рәсәй Яҙыусылар берлегенең Ырымбур бүлеге «Улар Ватан өсөн һуғышты» Шолохов әҙәби премияһы булдырған;
  • Ростов өлкәһендә М. А. Шолохов исемендәге дәүләт музей-ҡурсаулығы;
  • Көнбайыш ҡаҙағстанда М. А. Шолоховтың мемориаль музейы;
  • Волгоград өлкәһенең Николаевск ҡалаһында М. А. Шолоховтың йорт-музейы;
  • Мәскәүҙең Волга бульварында М. А. Шолоховҡа һәйкәл;
  • Дондағы Ростов ҡалаһының Шолохов проспектында М. А. Шолоховҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
  • Лукин Ю. Б. О творческом пути Михаила Шолохова (1950)
  • Лукин Ю. Б. Михаил Шолохов (1952, 2-е изд., 1962).
  • Лукин Ю. Б. Два портрета. А. С. Макаренко. М. А. Шолохов. Критико-биографические очерки. М. Московский рабочий 1975 г. 416 с.
  • Воронов В. А. Юность Шолохова: Страницы биографии писателя. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1985. — 112 с.
  • Жбанников А. С. Михаил Шолохов — больше, чем писатель. — Ростов-на-Дону, 2006. — 272 с — ISBN 5-87257-154-2.