1 ноябрь
Уҡыу көйләүҙәре
1 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
1 ноябрь Викимилектә |
1 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 305-се көнө (кәбисә йылында 306-сы). Йыл аҙағына тиклем 60 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Балет көнө.
- Веганлыҡ көнө.
- Нуленсе меридиан көнө.
- Ароматлы шәм көнө.
- АҠШ: Автор көнө.
- Теш щеткаһы көнө.
- Алжир: Революция көнө.
- Антигуа һәм Барбуда: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Ирландия: Беренсе ҡыш көнө.
- Ҡырғыҙстан: Милиция хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Суд приставтары көнө.
- Менеджерҙар көнө.
- 1520: Магеллан боғаҙы асыла.
- 1897: «Ювентус» футбол клубы ойошторола.
тулы исемлек
- 1907: Хәҙерге Баҡалы районының Баҡалы ауылында мәктәп асыла.
- 1931: Хәйбулла район гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
- 1928: Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Үҙәк ҡала балалар китапханаһы асыла.
- 1933: Стәрлетамаҡ ҡалаһында К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының киске факультеты эшләй башлай.
- 1993: Европа Берләшмәһе ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хохлов Константин Павлович (1885—1.01.1956), СССР-ҙың театр актёры, режиссёр, педагог. 1941—1942 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры актёры. СССР-ҙың халыҡ артисы (1944), РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1937), Украина ССР-ының халыҡ артисы (1939), Ленин (1948), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945, 1951) һәм «Почёт Билдәһе» (1937) ордендары кавалеры.
- Банников Василий Васильевич (1925—12.12.1951), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Дан орденының тулы кавалеры.
тулы исемлек
- Әхмәҙуллин Усман Закуан улы (1935), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1950—1995 йылдарҙа Кушнаренко районы «Большевик» колхозы механизаторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы.
- Заһир Вәлитов (1940—17.02.2019), СССР һәм Рәсәйҙең театр актёры. 1970—2018 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) халыҡ артисы, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981).
- Абдуллина Рауза Абдулла ҡыҙы (1945), педагог. Көйөргәҙе районы Мораптал урта мәктәбенең элекке математика уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Рәзетдинов Илдус Фәрит улы (1950), муниципаль орган хеҙмәткәре. 2000—2004 йылдарҙа Бәләбәй район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Чуйкин Сергей Васильевич (1950), стоматолог-ғалим, йәмәғәтсе. 1983 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990 йылдан балалар стоматологияһы кафедраһы мөдире, 1995 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультеты деканы. 1996—2005 йылдарҙа Башҡортостан стоматологтар ассоциацияһы, 2005 йылдан Стоматология буйынса белем биреү ассоциацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының балалар стоматологтары ассоциацияһы президенты. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы (2005), медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған табибы, «Ирен һәм аңҡау ярығы» Бөтә донъя фондының халыҡ-ара гуманитар премияһы лауреаты (2015).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Робин Анна Николаевна (1891—?), театр актёры. 1933—1959 йылдарҙа Өфөләге хәҙерге Республика рус драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1955).
- Ласкин Иван Андреевич (1901—1.07.1988), хәрби хеҙмәткәр, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. 1919—1965 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия һәм Совет Армияһы хеҙмәткәре, генерал-лейтенант (1943). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се дәрәжә Кутузов һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Васильевка ауылынан.
тулы исемлек
- Оболенцев Роман Дмитриевич (1906—27.10.1968), нефтехимик-ғалим. 1961—1968 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Органик химия институты директоры; бер үк ваҡытта 1956—1963 йылдарҙа Филиал президиумы рәйесе. СССР-ҙың бишенсе саҡырылыш (1958—1962) Юғары Советы депутаты. Химия фәндәре докторы (1951), профессор (1953). РСФСР-ҙың (1964) һәм Башҡорт АССР-ының (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Сәйәхова Лена Ғәле ҡыҙы (1931), ғалим, тел белгесе, педагог-методист. 1964 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990—2011 йылдарҙа урыҫ теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1983), профессор (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп (2007) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы (1986) һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2001), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2013).
- Әбдрәшитов Винер Нәзметдин улы (1941), инженер-химик. 1962 йылдан Салауат ҡалаһындағы хәҙерге «Термостепс» йәмғиәте хеҙмәткәре, 1977 йылдан баш инженер, 1986 йылдан — директор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1991), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Яңауыл ауылынан.
- Вәлит Илембәтов (1956), эстрада артисы, шағир, филолог-ғалим. 1982 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының һөйләү жанры артисы, шул иҫәптән 1990 йылдан — «Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк» төркөмөнөң (2004 йылдан эстрада сатира театры) художество етәксеһе. Филология фәндәре кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2002).
- Иҫәнғолова Рәмилә Хәмит ҡыҙы (1961), ветеринария табибы. 1983 йылдан Күмертау ветеринария станцияһының табибы, табип-эпизоотологы, санитар экспертиза лабораторияһы мөдире, ветеринария станцияһы начальнигы; 2015 йылдан Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы ветеринария станцияһы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2017). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Ишбүләк ауылынан.
- Спатар Сергей Иванович (1961—27.11.2020), хоҡуҡ һаҡлау органдарының элекке хеҙмәткәре, журналист, отставкалағы подполковник. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кәлимуллин Бикташ Ғатаулла улы (1907—16.05.1984), театр актёры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1933—1968 йылдарҙа хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1949), БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Уҫылыбаш ауылынан.
- Алсынбаев Маҙһар Ситдыҡ улы (1937—17.09.2010), спортсы, тренер. 1987—2001 йылдарҙа Олимпия резервының биатлон буйынса балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе һәм Өфөнөң «Биатлон» спорт комплексы директоры. Саңғыла уҙышыу, биатлон (1963) һәм велосипед спорты (1964) буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1996). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1990), БАССР Юғары Советы Президиумының (1976) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Таштимер ауылынан.
тулы исемлек
- Петишев Анатолий Андреевич (1937—20.11.2021), ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1970 йылдан Бөрө дәүләт педагогия институты һәм хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974 йылдан урыҫ теле һәм әҙәбиәте факультеты деканы, 1975—1983 йылдарҙа урыҫ һәм сит ил әҙәбиәте кафедраһы мөдире, 1989 йылдан фәнни эштәр буйынса проректор, 1996 йылдан — филология һәм урыҫ теле, әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире. Педагогик белем фәндәре халыҡ-ара академияһының ағза-корреспонденты, филология фәндәре докторы (1992), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы (1998) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Лозовая ауылынан.
- Красулина Тамара Ивановна (1942), быяла эшләүсе. 1963—1975 йылдарҙа «Салауатбыяла» берекмәһе эшсеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Ғәлин Фәнүр Зөфәр улы (1947—27.11.2017), ғалим-химик. 1972 йылдан Органик химия институтының ғилми хеҙмәткәре, 1980 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1993 йылдан — лаборатория мөдире; бер үк ваҡытта 2006 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, органик химия кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2012), химия фәндәре докторы (1993), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999).
- Сөләймәнова Ғәшүрә Ғәлимйән ҡыҙы (1952), малсы. Көйөргәҙе районы хәҙерге «Заря» агросоюзының машина менән һауыу операторы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
- Ильясова Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы (1957), дәүләт эшмәкәре һәм матбуғат хеҙмәткәре, журналист һәм шағир. 1999—2013 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе (2008—2013) һәм бишенсе (2013—2018) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 2013 йылдан — Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары. 1985 йылдан СССР Журналистар союзы, 1995 йылдан — Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт (2002) хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Риза Ишморат (1903—29.10.1995), драматург, режиссёр, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), ике «Почёт Билдәһе» (1957, 1963) ордены кавалеры. РСФСР-ҙың (1983) һәм Татар АССР-ының (1953) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Бәҙрәш ауылынан.
- Бородин Леонид Александрович (1923—16.03.2008), партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия лейтенанты, миномет бригадаһының батарея командиры. 1959 йылдан КПСС-тың Сыуашстан өлкә комитеты секретары, 1963 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының икенсе, 1967—1988 йылдарҙа КПСС-тың Әстрәхан өлкә комитетының беренсе секретары. СССР-ҙың 6—11-се саҡырылыш (1966—1989) Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Ленин, Октябрь Революцияһы, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Волгоград өлкәһенең Алаев утарынан.
тулы исемлек
- Байраҡаев Хәмитйән Йомағужа улы (1928—30.10.1995), малсы. 1943—1989 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозының малсылыҡ оҫтаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1973). Сығышы менән ошо райондың Үрге Таһир ауылынан.
- Зарипов Миҙхәт Фәтхелбаян улы (1938—7.11.1997), тау инженеры, нефтсе, Сорғот нефть ятҡылыҡтарын асыусыларҙың береһе. 1965 йылдан Ханты-Манси автономиялы округындағы Сорғот һәм Холмогор быраулау идаралыҡтары хеҙмәткәре; 1982 йылдан «Красноленинскнефтегаз» берекмәһенең генераль директор урынбаҫары, баш инженеры; 1983—1996 йылдарҙа Сорғот ғилми-тикшеренеү һәм проектлау нефть институты директоры урынбаҫары, бүлек мөдире. Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Мәскәү ауылынан.
- Байжев Николай Георгиевич (1938—2012), рәссам. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975) һәм атҡаҙанған рәссамы (1980).
- Үҙәнбаев Нурислам Динислам улы (1938), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1953—1999 йылдарҙа Баймаҡ районы К. Маркс исемендәге колхоз механизаторы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975). Сығышы менән ошо райондың Ғүмәр ауылынан.
- Үтәшев Марат Мөхәр улы (1938), юрист-ғалим. 1966 йылдан прокуратура, 1968 йылдан партия органдары хеҙмәткәре; 1986 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Иҡтисад һәм социология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре; 1996 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2017 йылдарҙа Хоҡуҡ институтының кеше хоҡуғы һәм сәйәси-хоҡуҡи тәғлимәт кафедраһы мөдире. Юридик фәндәр кандидаты (1983), сәйәсәт фәндәре докторы (1996), профессор (1998). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).
- Ғөзәйерова Земфира Зәки ҡыҙы (1948), педагог, театр хеҙмәткәре. 1991 йылдан Сибай балалар сәнғәт мәктәбе директоры, 2006 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының труппа мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994).
- Юлдашбаев Мостафа Әхмәтсафа улы (1948—19.11.2014), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, уҡытыусы. 1970 йылдан Хәйбулла районы Фрунзе исемендәге колхоз шофёры, 2001—2008 йылдарҙа Аҡъярҙағы 2-се урта мәктәптең производствоға өйрәтеү мастеры. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Мәмбәтов Исламетдин Ризаитдин улы (1958), муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1995 йылдан Мәләүез районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, 2001 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Социаль-иҡтисад сәйәсәте идаралығының бүлек мөдире урынбаҫары, 2002 йылдан — Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары; 2003 йылдан Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы начальнигы. Рәсәй Федерацияһының (2010) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының Мәмбәт ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зайлалова Сажиҙә Хәмәҙийәр ҡыҙы (1919—26.11.2005), педагог‑методист, дәреслектәр авторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963).
- Рәшит Назаров (1944—14.10.2006), шағир. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2004), Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы (1996) лауреаты.
тулы исемлек
- Мөлөков Ғәлинур Мөхәррәм улы (1949), иҡтисадсы-ғалим, партия органдары, ауыл хужалығы хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1982 йылдан КПСС-тың Ауырғазы район комитеты секретары, 1985 йылдан — КПСС‑тың Стәрлебаш район комитетының 1‑се секретары, 1990 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары; 1991—2007 йылдарҙа — «Башсельстрой» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының 12‑се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1‑се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре докторы (2001), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992), Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе (1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).
- Аслаев Сәғит Төхвәт улы (1954), тренер, юғары мәктәп хеҙмәткәре, педагог-ғалим. 2003 йылдан Башҡорт дәүләт университетының спорт-һауыҡтырыу эштәре буйынса, 2010 йылдан — социаль мәсьәләләр буйынса проректоры. Педагогия фәндәре кандидаты (2007), профессор (2004). Бокс буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003). Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2001). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).
- Доломатов Михаил Юрьевич (1954), физик‑химик-ғалим. 2011 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1993), профессор (1999). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1991). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]тулы исемлек
- 1735: Джузеппе Бонито, Италия рәссамы.
- 1917: Ҡайсын Кулиев, Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ының халыҡ шағиры (1967).