Эстәлеккә күсергә

Ғәлин Фәнүр Зөфәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәлин Фәнур Зөфәр улы
рус. Фанур Зуфарович Галин
Тыуған көнө

1 ноябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылы

Вафат көнө

27 ноябрь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (70 йәш)

Вафат урыны

Өфө

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

химия

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

химия фәндәре докторы (1993)

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Ғәлин Фәнүр Зөфәр улы (1 ноябрь 1947 йыл27 ноябрь 2017 йыл) — ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2012), химия фәндәре докторы (1993), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999)[1].

Фәнүр Зөфәр улы Ғәлин 1947 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған.

1954—1965 йылдарҙа Ҡыҙылъяр урта мәктәбендә уҡып, уны көмөш миҙалға тамамлай. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға инә һәм уны 1970 йылда тамамлап сыға.

Университет тамамлағандан һуң БАССР-ҙың Нуриман районы Сандар урта мәктәбендә химия уҡытыусыһы булып эшләй. 1971—1972 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә.

1972 йылдан алып Фәнүр Ғәлин СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең органик химия институтында) эшләй, 1973 йылда аспирантурала уҡый башлай, кандидатлыҡ диссертацияһын 1978 йылда яҡлай, ә 1993 йылда — «Органик химия» һөнәре буйынса « (+)-3-карен һәм сульфоний имидтары нигеҙендә пиретроидтар синтезы» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

2006 йылдан Башҡорт дәүләт университетының органик химия кафедраһы мөдире, 2013 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы Химия‑технология фәндәре бүлегенең академик-секретары була.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2012 йыл).

Фәнүр Зөфәр улы Ғәлин 2017 йылдың 27 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнүр Ғәлиндең ғилми эштәре өлкәһе — химия, ул хлорсульфон кислотаһы тәьҫирендә каркаслы гамма-дикетондарҙың яңы һөлдә төркөмдәргә бүленеүен эҙләп таба. Был трисгомокубан һәм дигомобаскетан сығарылмаларын алыу ысулдарын эшләү мөмкинлеген биргән уңайлы һәм дөйөм метод булып тора. Ошо метод арҡаһында беренсе тапҡыр декациклогенэйкозан рәтенә ҡараусы бикаркаслы яңы структуралы тип берләшмәһе алына; термоокислитель деструкциялы юғары эффектлы стабилизаторҙар уйлап сығарыла һәм эшләнә, ә был 2,4,6,8-тетратиоадамантан структуралы органик быяланы етештереүгә килтерә; ҡатмарлы төҙөлөшлө көкөрт илидтары химияһын системалы өйрәнеү тәбиғи түбән молекуляр биорегуляторҙарҙың аналогтарын синтезларға мөмкинлек бирә; синтезлауҙың яңы ысулдары эшләнә һәм индолизидиндион һәм пирролизидиндион рәттәрҙәге алкалоидтарҙы синтезлауҙың яңы методтары эшкәртелә; фаза аралы катализ шарттарында барлыҡҡа килгән көкөрт илидтары реакцияларының принципиаль яңы йүнәлештәре табыла; терпениодтар нигеҙендә биологик актив матдәләр синтезының энантиоспецифик схемалары тикшерелә; пиретроид класлы аҙ зыянлы инсектицид алыуҙың технологик схемалары эшләнә.

Фәнүр Ғәлин 26 фән кандидаты һәм 5 фән докторы әҙерләне.

Ғәлин Фәнүр Зөфәр улы — 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 5 монография һәм уҡыу әсбабы, уның 27 патент һәм авторлыҡ танытмаһы бар.

  • Галин Ф. З., Рахимов Р. Г. Природные пиретрины и их аналоги — высокоэффективные средства защиты растений // Уфа: Реактив. 2000. 24 с.
  • V G. Kartsev, N. S. Lakeev, O. Maidanova I, F. Galin Z., heterocyclic in A G. Sulfur ylides compounds synthesis Tolstikov of //in: Methods for and Synthesis Modification of Selected Heterocycles, V G. Kartsev, Ed., Мoscow: PRESS IBS, 2003, vol. 2, 107—139 P..
  • Галин Ф. З., Лакеев С. Н., Толстиков Г. А. и др. Синтез биологически активных веществ с использованием кетостабилизированных илидов серы // В кн. Панорама современной химии России. Современный органический синтез. — М.: Химия, 2003. С.419-438.
  • Галин Ф. З., Лакеев С. Н., Егоров В. А., Майданова И. О. Достижения в синтезе камптотецина и его структурных аналогов // В кн. Панорама современной России. Природные и синтетические биологически активные вещества. М.: Химия, 2008. C. 222—253.
  • F. of The Synthesis Pyrethroids from Active Optically Galin Z. (+)-3-Carene //Organic Chemistry, Chlorine @ Ceramics Conference. Haifa, Israel. 1994. 1-10 P..
  • Галин Ф. З., Толстиков Г. А. Синтез пиретроидов с использованием сульфониевых илидов //Агрохимия. 1998, № 11. C. 49-57.
  • Галин Ф. З., Лакеев С. Н., Майданова И. О., Толстиков Г. А. Илиды серы в синтезе гетеро- и карбоциклических соединений //Успехи химии. 2001, Т.70, № 8. С. 744—762.
  • Галин Ф. З., Флехтер О. Б., Третьякова Е. В. Синтез и превращения диеновых аддуктов смоляных кислот //Химия и компьютерное моделирование. Бутлеровские сообщения. 2004, Т.5, № 2. С. 1-21.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған фән эшмәкәре.
  • СССРҙың ВДНХ миҙалдары (1983 йыл — бронза, 1985 йыл — алтын, 1991 йыл — көмөш).
  • Кто есть кто в Республике Башкортостан. Информационный справочник, Уфа, 1995. (рус.)