Ласкин Иван Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ласкин Иван Андреевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1 ноябрь 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 июль 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Минск, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Северное кладбище (Минск)[d]
Һөнәр төрө полководец
Хәрби звание генерал-лейтенант[d]
Командалыҡ иткән 64-я армия[d], Северо-Кавказский фронт[d] һәм Южно-Уральский военный округ[d]
Һуғыш/алыш Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы, Оборона Севастополя[d], Сталинград һуғышы һәм Керченско-Эльтигенская десантная операция[d]
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы орден Кутузова I степени I дәрәжә Ватан һуғышы ордены "Севастополде обороналаған өсөн" миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы Кутузов ордены Ватан һуғышы ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР» крест «За выдающиеся заслуги»

Ласкин Иван Андреевич (1 ноябрь 1901 йыл1 июль 1988 йыл) — совет хәрби етәксеһе, генерал-лейтенант, Ҡырымды обороналауҙа һәм Сталинград һуғышында ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балалыҡ, үҫмер йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иван Андреевич Ласкин 1901 йылдың 1 ноябрендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Васильевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа, сабый ваҡытында әсәһен юғалта.

1912 йылда, уға 11 йәш булғанда, ғаилә өйәҙ ҡалаһы Бәләбәйгә күсенә, Иван мәхәллә мәктәбенең өсөнсө класында уҡый башлай, артабан ҡала башланғыс училищеһына күсә, әммә аҡса етешмәү арҡаһында (атаһы һәм үгәй әсәһенең айына 7 һум түләргә хәленән килмәй) уҡыуын ташлай. Ул магазинда приказчик-малай, ташсы ярҙамсыһы була, ҡала управаһында яҙыу эшен башҡара. Революция башланғас, 18 йәшлек егет 1919 йылда Бәләбәйҙә дислокацияланған ҡыҙыл хәрби часҡа доброволец булып китә, ә 1920 йылда 3-сө Киев курсант бригадаһы курсанты була, Ҡырым өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнаша, Екатеринославтан Перекопҡа тиклем яу юлы үтә.

РККА командиры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1921 йылда граждандар һуғышы тамамланғандан һуң, 20 йәшлек Ласкин — 5-се Киев хәрби мәктәбе курсанты була, 1923—1931 йылдарҙа Кавказ аръяғында (Манглиси ҡалаһы) 2-се уҡсылар полкының төрлө бүлексәләре менән командалыҡ итә, 1933—1934 йылдарҙа М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияла уҡый, һуңынан яңы тәғәйенләнеш ала — Украинала 44-се дивизияның 132-се полкында штаб начальнигы вазифаһында эшләй, бер йылдан һуң тағы ла үрләтелә, яңы дәрәжәгә күтәрелә. 1937—1939 йылдарҙа — полковник, Киев хәрби округы командующийы И. Ф. Федьконың (Киев) махсус йөкләмәләрен үтәүсе офицер, СССР Оборона наркомының беренсе урынбаҫары ҡарамағындағы айырым йөкләмәләрҙе башҡарыусы офицер.

Шул йылдарҙағы билдәле хәрби начальниктар менән бер рәттән И. Ф. Федько ла дусар ителгән репрессияларҙан мөғжизә менән ҡотолоп, Иван Андреевич 1939—1941 йылдарҙа 15-се Сиваш мотодивизияһының (Молдова) штаб начальнигы була.

Бөйөк Ватан һуғышын Молдавияла ҡаршылай, 1941 йылдың авгусында Умань эргәһендә ҡамауға эләгә. Ҡамауҙан сыҡҡан, ике офицер менән бергә Ласкин немецтар ҡулына эләгә. Бер нисә сәғәттән әсирҙәргә ҡасырға насип була. Ласкин офицерҙар менән бергә Ҡыҙыл армия частарының береһенә килеп ҡушыла. Махсус бүлектәрҙең эше тураһында белеп, юлдаштар әсирлек һәм тотҡонлоҡ тураһында өндәшмәҫкә килешә[1].

1941 йылдың 1 октябренән — Ҡырымда төҙөлгән (Симферополь) 172-се уҡсылар бригадаһының штаб начальнигы, ярты йылдан һуң 51-се армия составына ингән ошо дивизияның командиры була. Приморье армияһы составында 172-се уҡсылар дивизияһы Севастополде оборонаның һуңғы көнөнә тиклем яҡлай.

Херсонес ярымутрауынан эвакуацияланғандан һуң Ласкин Көньяҡ-Көнсығыш фронты штабы начальнигы була, 1942 йылдың 26 авгусынан 7 сентябргә тиклем — 62-се армия штабы начальнигы, 1942 йылдың 7 сентябренән 1943 йылдың 16 16 апрелендә — 64-се армияның штаб начальнигы, 1943 йылдың 16 апреленән 15 майына тиклем — 7-се гвардия армияһы (командарм генерал Шумилов С. М.) штабы начальнигы. Ике армия ла 65 километр оҙонлоғонда фронтты биләп, Сталинградты обороналауҙа ҡатнаша. Оҫта командалыҡ иткәне өсөн Ласкин бер нисә тапҡыр командование тарафынан бүләкләнә, 1942 йылдың 14 октябрендә уға генерал-майор дәрәжәһе бирелә[2].

Сталинград һуғышы һәм Паулюсты әсиргә алыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1943 йылдың ғинуарында 64-се армия ингән Сталинград фронты ҡала районында дошман частарын ҡамауға алып, «Ҡулса» операцияһын таммалай, ә ошо уҡ йылдың 31 ғинуарында Фронттың хәрби советы штаб начальнигы генерал-лейтенант Ласкинға совет командованиеһының рәсми вәкиле сифатында хәрби хәрәкәттәр районына сығырға һәм Гитлер командованиеһы менән немецтар тарафынан хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыу һәм уларҙың капитуляцияһы, шулай уҡ 6-сы армия командующийы Ф. Паулюсты әсирлеккә тапшырыу һөйләшеүҙәр алып барыуҙы йөкмәтә. Ласкин фельдмаршал менән осрашыуын «Һынылыш юлында» китабында түбәндәгесә яҙа:

…Мы сразу увидели Паулюса. Одетый в шинель, заложив назад руки, медленно шагал от двери в противоположную сторону. Я вошёл в комнату. Паулюс повернулся к двери и, увидев меня, остановился… Пятидесятитрёхлетний фельдмаршал был выше среднего роста, худощавый, пожалуй, излишне прямой, подтянутый, выхоленный.

Сейчас лицо его было бледно. Он смотрел на нас усталыми глазами.

Я назвал себя и объявил его пленником. Паулюс подошёл ко мне и, высоко подняв правую руку, на скверном русском языке произнёс:

— Фельдмаршал германской армии Паулюс сдаётся Красной Армии в плен.

Паулюс менән бергә 91 меңдән ашыу һалдат һәм офицер, 24 генерал әсирлеккә алына.

Ҡулға алыныуы һәм һуғыштан һуңғы тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «На пути к перелому». Москва, Воениздат. 1977 г.
  • У Волги и на Кубани.
  • «Размышления о прожитом и пережитом» осталась в рукописях.

Кинематографта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Справка Комиссии по реабилитации жертв политических репрессий. — С. 94.
  2. Рудь, А. Мой генерал. // Литературный Крым : газета.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]