Аслаев Сәғит Төхвәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Аслаев Сәғит Төхвәт улы Boxing pictogram.svg
Дөйөм мәғлүмәт
Тулы исеме:

Сәғит Төхвәтович Аслаев

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Тыуған көнө:

1 ноябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (64 йәш)

Тыуған урыны:

РСФСР, Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылы

Аслаев Сәғит Төхвәт улы (1 ноябрь 1954) — совет һәм Рәсәй тренеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2007). Профессор (2004). Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәғит Төхвәт улы Аслаев 1954 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылында тыуған. Атаһы — Төхвәт Хәлим улы Аслаев. 1976 йылда Сәғит Волгоград физик культура институтын тамамлай.

1978 йылда Башҡорт өлкә советының «Хеҙмәт резервтары» ирекле спорт ойошмаһында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1982 йылда юғары спорт оҫталығы мәктәбенең өлкән тренеры итеп тәғәйенләнә. 1986 йылда Өфө ҡалаһы 4-се Олимпия резервының махсус балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбенә (СДЮШОР)[1] эшкә күсә.

1988 йылда СССР-ҙың бокс буйынса йыйылма командаһына тренер итеп тәғәйенләнә. 1992—1996 йылдарҙа ла Рәсәй йыйылма командаһында эшләй. 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһының баш тренеры булып эшләй.

2001 йылда Сәғит Төхвәт улы Башҡорт дәүләт университетының физик тәрбиә һәм спорт кафедраһы мөдире вазифаһын биләй, ә 2003 йылда спорт-һауыҡтырыу эштәре кафедраһының проректоры итеп тәғәйенләнә[2].

2007 йылда «Интерактив белем биреү процесында физик культура уҡытыусыларында педагогик аралашыу оҫталығын формалаштырыу» темаһына диссертация яҡлай һәм «педагогия фәндәре кандидаты» дәрәжәһен яулай[3].

Тренерлыҡ һәм уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге йылдарында Сәғит Төхвәт улы халыҡ-ара класлы спорт мастерҙарын, шулай уҡ 50-нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастерҙарын әҙерләй, улар араһында:

  • Владимир Ганченко — 48 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында бокс буйынса1992 йылғы Рәсәй чемпионы, 1992 йылғы Олимпия уйындары ҡатнашыусыһы[4];
  • Ринат Ғизәтуллин — 63,5 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында бокс буйынса 1992 йылғы Рәсәй чемпионы[5];
  • Рәмил Хөснөтдинов — 48 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында бокс буйынса 1995 йылғы Рәсәй чемпионы[6];
  • Эльвира Ҡасимова — 2000 йылда кикбоксинг буйынса донъя чемпионы[7][8].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1991)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре(1999)[9]
  • Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы (2001).
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003)
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре
  • Салауат Юлаев ордены (2014)[10].

Баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. СДЮСШОР № 4
  2. Сотрудники кафедры физвоспитания и спорта
  3. Аслаев, Сагит Тухватович. Формирование умений педагогического общения у учителей физической культуры в процессе интерактивного обучения
  4. Ганченко Владимир Александрович // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  5. Гизатуллин Ринат Абдуллович // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  6. Хуснутдинов Рамиль Галиевич // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  7. Касимов Эльвир Абубакирович // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  8. Бокс учёбе не помеха
  9. Указ Президента РФ от 30 декабря 1999 года № 1741 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников учреждений и организаций физической культуры и спорта»
  10. Указ Президента РБ от 20.08.2014 № УП-221 О награждении орденом Салавата Юлаева

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]