4 декабрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
4 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
4 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 338-се көнө (кәбисә йылында 339-сы). Йыл тамамланыуға 27 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
АҠШ: Ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау көнө.
Ҡырғыҙстан: «Манас» эпосы көнө.
Мексика: Һөнәрселәр көнө.
Польша: Шахтёрҙар көнө.
Рәсәй: Информатика көнө.
Һиндостан: Хәрби-диңгеҙ флоты көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1674: Чикаго ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1707: Мәскәүҙә Николай Бурденко исемендәге хәрби госпиталь асыла.
- 1919: Мәжит Ғафури исемендәге Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Башҡорт дәүләт академия драма театры ойошторола.
- 1959: Нефтекама икмәк комбинаты файҙаланыуға тапшырыла.
- 1981: Өфөлә дәүләт һәм партия эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙинға һәйкәл асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тарасенко Василий Фомич (1920—15.08.1995), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танкыға ҡаршы артиллерия гвардия полкының батарея командиры, гвардия майоры (1946). Советтар Союзы Геройы (1945).
- Шәрәфетдинов Радик Хәмиз улы (1960), балет артисы, сәнғәт өлкәһе эшмәкәре. 1992—2003 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Искаков Анатолий Исляевич (1936), малсылыҡ алдынғыһы. 1952 йылдан Дүртөйлө районы «Победа» колхозы эшсеһе, 1970 йылдан — тракторсы, 1982 йылдан — рәйестең техника буйынса ярҙамсыһы; 1986 йылдан — Горшков исемендәге хужалыҡтың мал ҡараусыһы, 1993—1997 йылдарҙа — төрлө эштәр башҡарыусы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Байгилде ауылынан.
- Чарыев Курбандурды (1941—7.02.2011), театр рәссамы. 1985 йылда һәм 1988 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының, 1989 йылдан — хәҙерге Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театрының, 1990 йылдан — Йәш тамашасы театрының художество-сәхнәләштереү бүлеге мөдире, 1995 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының ҡуйыусы рәссамы, 1990—1995 һәм 1998—2000 йылдарҙа хәҙерге Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының баш рәссамы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004).
- Исеев Руслан Исмаил улы (1946), эске хеҙмәт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, отставкалағы медицина хеҙмәте полковнигы, табип-стоматолог. 1987 йылдан 19-сы хоҡуҡ төҙәтеү колонияһы начальнигы; 2000 йылдан Салауат ҡала стоматология поликлиникаһының баш табип урынбаҫары, 2004 йылдан — наркология диспансерының баш табибы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1987). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Хива ҡалаһынан.
- Герасимов Александр Петрович (1951), ғалим-хоҡуҡ белгесе. 2012 йылдан Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1984), юридик фәндәре докторы (2001), профессор (2003).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Синицын Юрий Родионович (1917—7.04.1988), педагог, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1978).
- Боговазов Рафаил Гатович (1927—2004), банкир, 1970—1982 йылдарҙа Госбанктың Башҡортостан республика контораһы идарасыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Нәсибуллин Руслан Сәғит улы (1937), ғалим-радиофизик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҙнаҡай ҡалаһынан.
- Ниғәмәтйәнов Мәүлитйән Сибәғәт улы (1952), Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы «Фәнгә» ауыл хужалығы кооперативының почётлы һауынсыһы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлимйән Ҡарамышев (1903—20.01.1977), башҡорт театр актёры. РСФСР‑ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1940) халыҡ артисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шенбергер Галина Афанасьевна (1939), хеҙмәт ветераны һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1988—1995 йылдарҙа Өфөләге «Мир» тегеү фирмаһының (артабан Башҡортостан сәнәғәт-сауҙа тегеү берекмәһе) генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесенең элекке урынбаҫары, 2015 йылдан — союздың идара ағзаһы. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Киров өлкәһенең Слободской ҡалаһынан.
- Әхмәтшин Айрат Әкрәм улы (1949), ҡурсаҡ йөрөтөүсе актёр, режиссёр, педагог. 1966 йылдан Башҡорт ҡурсаҡ театры актёры, 1991—1994 һәм 2011—2013 йылдарҙа баш режиссёр, бер үк ваҡытта 1987—1998 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡорт АССР-ының (1985) халыҡ артисы. СССР ҙа үткәрелгән Поляк (1976) һәм Венгр (1979) драматургияһы фестивалдәре дипломанты.
- Шабанов Олег Александрович (1979—1.08.2021), ғалим-педагог. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, мәҙәниәт-ара коммуникациялар һәм тәржемә кафедраһы мөдире. Педгогия фәндәре кандидаты, доцент.
- Карпова Марина Ивановна (1989), йырсы, М. Е. Пятницкий исемендәге Дәүләт академия рус халыҡ хоры солисы. Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1751: Джованни Пиндемонте, Италия шағиры.
- 1821: Эрнст Темпель, Германия астрономы.
- 1821: Николай Шелгунов, Рәсәй империяһының урмансы ғалимы, публицист, әҙәби тәнҡитсе.
- 1838: Ханна Матильда Тенгелин-Винге, Швеция рәссамы
- 1854: Васо Абашидзе, Рәсәй империяһы һәм Грузия ССР-ы артисы.
- 1922: Жерар Филип, Франция театр һәм кино актёры.
- 1939: Алексей Бартошевич, СССР һәм Рәсәй театр белгесе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1131: Ғүмәр Хәйәм, фарсы шағиры.
- 2006: Хәйҙәршин Ғәйнанша Хәйҙәрша улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]