Яңы Ҡайынлыҡ
Яңы Ҡайынлыҡ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Яңы Ҡайынлыҡ ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Яңы Ҡайынлыҡ ауыл советы |
Халыҡ һаны |
615 кеше (2010)[2], 576 кеше (2002)[3], 617 кеше (2009)[3] |
Почта индексы | 452945 |
Яңы Ҡайынлыҡ Викимилектә |
Яңы Ҡайынлыҡ (рус. Новый Каинлык) — Башҡортостандың Краснокама районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 615 кеше[4]. Почта индексы — 452945, ОКАТО коды — 80237835001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 615 | 292 | 323 | 47,5 | 52,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Николо-Берёзовка): 50 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Нефтекама): 43 км
Рәсемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәнов исемендәге мәктәп
-
Ауыл янында ҡарағай урманы. Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәсимова Рәлинә Риф ҡыҙы — 1984 йылдан ауыл мәҙәниәт йорто директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Бигәнәй ауылынан[5].
- Сабаков Рәхмәтулла Файзулла улы — 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, есаул хәрби дәрәжәһендә 10-сы башҡорт полкы составында француз ғәскәрҙәренә ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы[6].
- Сөләймәнов Шәриф Сөләймән улы (13.10.1920—12.02.1994), дәүләт, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1971—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының финанс министры, ете саҡырылыш (IV—XI) БАССР Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1943). Отставкалағы полковник.
- Сәрүәров Франс Сәләх улы (17.07.1945) — СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы, РСФСР-ҙың яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, үҫ иҫәбенә ауылдағы «Гөл-Нурия» мәсетен һалдырыусы, ике тапҡыр хаж ҡылыусы.
Ауыл матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2015 йылдың 28 авгусында «Башҡортостан» гәзите «Нисек йәшәйһең, ауыл?» рубрикаһында хәбәрсе Ансар Нуретдинов әҙерләгән «Таныпҡа йән өрә Ҡайынлыҡ» тигән махсус бит баҫып сығарҙы[7]. Унда гәрәй ырыуы башҡорттары төйәк иткән ауылдың ҡыҫҡаса тарихы урын алған. Яҙманың Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәновҡа бағышланған бүлегендә был арҙаҡлы хужалыҡ һәм партия эшмәкәренең тормош юлына байҡау яһала, Бөйөк Ватан һуғышы күрһәткән батырлығы һүрәтләнә. Ауылдың иң оло кешеһе, 91 йәшен тултырған тыл һалдаты Нәһәҙиә Ғәбдрәүеф ҡыҙы Ғәбдрәүефова йәшәлгән ғүмеренән ҡәнәғәт булып, гәзит аша барлыҡ кимәлдәге етәкселәргә үҙ рәхмәтен еткерә. Материалда шулай уҡ, яҡташтары өсөн изге эш ҡылып, «Гөл-Нурия» исемле мәсет һалдырған нефть сәнәғәте ветераны Франс Сәрүәров, Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәнов исемен йөрөткән урындағы мәктәп уҡыусыларының рәсем төшөрөү һәм ағас оҫталары түңәрәктәрендә шөғөлләнеүе, ауыл мәҙәниәт йортоноң эше тураһында ла йылы бәйән ителә.
- 2015 йылдың 29 июлендә «Башҡортостан» гәзитенең балалар өсөн сығарылған «Тубырсыҡ» битендә А. Үҙәнбаев «Сәм һәм ғәм майҙаны» тигән мәҡәләһендә гәрәй ырыуы башҡорттарының вариҫтары төйәк иткән Яңы Ҡайынлыҡ ауыл Советында халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелеүе тураһында яҙа һәм миҫалға бында үткәрелгән балалар һабантуйын һүрәтләй[8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
- ↑ 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Известные люди Краснокамского района. Мохасимова Ралина Рифовна. Сайт «Культурный мир Башкортостана» 2019 йыл 13 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2019)
- ↑ Генеалогия и архивы: Главная › Деревни › Краснокамский ›Каинлык (рус.)
- ↑ «Таныпҡа йән өрә Ҡайынлыҡ» — «Башҡортостан» гәзите, 2015 йыл, 28 август 2016 йыл 9 март архивланған.
- ↑ «Сәм һәм ғәм майҙаны» — «Башҡортостан» гәзите, 2015 йыл, 29 июль 2016 йыл 9 март архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яңы Ҡайынлыҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Яңы Ҡайынлыҡ Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |