Горшков Василий Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Горшков Василий Николаевич
Заты ир-ат
Тыуған көнө 17 декабрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Дүртөйлө районы
Вафат булыу көнө 31 август 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (23 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Ивано-Франковск өлкәһе
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]

Горшков Василий Николаевич (17 декабрь 1920 йыл — 31 август 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының отделение командиры, кесе сержант (1943), курс тамамлағандан һуң кесе лейтенант (1944). Советтар Союзы Геройы (1943)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Василий Николаевич Горшков 1920 йылдың 17 декабрендә Башҡорт АССР-ының Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[2] Байгилде ауылы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тулы булмаған урта белемле. Байгилде трахоматоз медпунктында эшләй.

Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы сафына Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың 3 майында саҡырыла.

1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

575-се уҡсылар полкының автоматсылар ротаһында бүлек командиры (161-се уҡсылар дивизияһы, 40-се армия, Воронеж фронты), ВКП(б) ағзаһына кандидат кесе сержант Горшков 1943 йылдың 22 сентябрендә Украинаның Черкасск өлкәһе Канев районы Трахтемир ауылы эргәһендәге Днепр йылғаһын аша сыҡҡанда айырыуса батырлыҡ күрһәтә. Аяуһыҙ дошман артиллерияһы һәм пулеметы уты аҫтында В. Н. Горшков отделениеһы менән бергә беренселәрҙән булып кәмәлә автоматсыларҙың штурмалаусы төркөмөн аша сығара һәм плацдармда нығына. Һуңынан көнбайыш ярға икенсе төркөм яугирҙәрҙе сығара. Дошман контратакаһын уңышлы кире ҡағып, В. Н. Горшков шәхсән 15 гитлерсыны юҡ итә. Бынан һуң ул дошман уты аҫтында, балыҡсылар кәмәһендә йылға аша боеприпастар һәм яралыларҙы сығарып, тағы алты рейс яһай.

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 23 октябрендәге указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн һәм командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн кесе сержант Василий Николевич Горшковҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 2020) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[3].

1944 йылда кесе лейтенанттар курсын тамамлай. 1944 йылдың 31 авгусында һәләк була, Украинаның Ивано-Франковск өлкәһе Надворнянск районы Заречье ауылында ерләнә.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ленин ордены.
  • 1-се дәрәжәләге Ватан һыуғышы ордены (14.08.1944)[4].
  • 2-се дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (18.09.1944)[5].
  • Миҙалдар

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дүртөйлө ҡалаһында (Башҡортостан) геройға бюст ҡуйылған, шунда уҡ уның исемен урам һәм йәштәр үҙәге йөрөтә.
  • Тыуған ауылында В. Н. Горшковтың йорт-музейы асылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1303, л. 1, 6, 7)
  2. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 11, л. 500, 501)
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1303, л. 1, 6, 7)
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 2582, л. 2, 44, 45)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 б. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]