Эстәлеккә күсергә

Ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ислам дине битенән йүнәлтелде)
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ислам (ғәрәпсә الإسلام — Аллаһҡа бирелеү, тоғролоҡ) — донъя диндәренең береһе; донъялағы киң таралыу алған диндәрҙең береһе[1]; Мөхәммәт Пәйғәмбәр аша нигеҙләнгән дин[2]; Мөхәммәт Пәйғәмбәргә (570—632) ебәрелгән Ҡөрьән китабында ҡанунлаштырылған мосолман дине[3]. Аллаһтың (субхәнаһу үә тәғәлә) һуңғы Пәйғәмбәре Мөхәммәт Пәйғәмбәр аша кешеләргә ебәргән һуңғы илаһи дине. Беҙҙең эраның VII быуат баштарында Аллаһы тәғәләнең илсеһе Мөхәммәт Пәйғәмбәр тарафынын Көнбайыш Ғәрәбстанда киң тарала башлай. Мосолмандар инаныуынса, Аллаһы тәғәлә Мөхәммәт Пәйғәмбәр аша кешеләргә Ҡөрьәнде иңдергән.

Исламға тиклем осорҙа һәр ҡәбиләнең үҙ илаһы булған. Ғәрәптәр араһында мәжүсилек дине таралған, ата-бабалар рухына табыныу, фетишизм (ағастарға, ҡаяға, ташҡа) кеүек күренештәр киң таралған.

Тарихи яҡтан Мәккә ҡалаһы III быуатта ғәрәптәрҙең иҡтисади һәм дини үҙәгенә әйләнә. Был ҡалала кешене үлтереү генә түгел, хата рәнйетеү ҙә тыйыла. Бында, барлыҡ ҡәбиләләр юғары илаһи символы тип ҡабул иткән Ҡәғбә ҡара ташы ҡуйылған. Ҡәғбә тирәләй 360 мәжүсилек илаһы һыны ҡуйылған булғанн. Эргәһендә Зәм-зәм шишмәһе ҡаҙылған. Ғәрәптәр йыл һайын Ҡәғбәгә хаж ҡылғандар. 440 йылда Ҡәғбәне һаҡлау буласаҡ Мөхәммәт Пәйғәмбәр тыуасаҡ ҡорайыш ҡәбиләһенә күсә.

Ислам диненә нигеҙ һалыусы тип Мөхәммәт Пәйғәмбәр һанала. Уның тормош юлы тураһында мәғлүмәттәр аҙ. Беренсе яҙма белешмә VIII быуатта ғына донъяға сыға. Ул сабый сағында етем ҡала. Башта көтөүсе, унан байҙа приказчик булып эшләй, каруан йөртөүсеһе булып та хеҙмәт итә. Ғәрәбстан буйлап һәм сит илдәрҙә йөрөгәндә, ул йәһүд һәм христиан ғөләмәләре менән таныша. Мәккәнең бай сауҙагәре Хәҙисәгә өйләнә. Уның үәхи (ғәр. وحي‎) (Аллаһы тәғәләнең Ябраил фәрештә аша ебәрелгән һүҙҙәре) ала башлағанға тиклем уҡый-яҙа белмәүе мәғлүм.Уға иң беренсе Аллаһы тәғәләнән килгән бойороҡ: "Уҡы" — "Иҡра" тип башланған (Әл-Ғәләҡ сүрәһе).

Боронғо риүәйәттәр буйынса, Мөхәммәт Һира тауы мәмерйәһендә тәрән уйҙарға сумып ултырған сағында күктән Ябраил төшә, һәм ул Уға Рәсүл икәнлеген белдерә, Аллаһының бойорғандарын аса, уларҙы халыҡҡа еткерергә тейешлеген белдерә. Мөхәммәт Пәйғәмбәр Аллаһы тәғәлә тарафынан ебәрелгән бойороҡтарҙы кешеләр араһында тарата башлай. Шуның менән бергә ул ғәрәптәрҙә быға хәтле йәшәп килгән мәжүси ышаныуҙарҙы инҡар итә, Аллаһының барлығына һәм берлегенә (монотеистик ҡараштарға) ышанырға өндәй. Мөхәммәт яңы дин тарата башлауы юғары ҡатлау кешеләренә оҡшап бөтмәй, улар уны эҙәрлекләй башлайҙар, шуға Мөхәммәт Пәйғәмбәр Мәккәнән Мәҙинәгә күсә һәм унда 622 йыл, сентябрь айының 22-се көнө) яңы (ғәрәпсә) Һижрәт йыл иҫәбенә нигеҙ була. 630—631 йылдарҙа ғәрәптәр Мөхәммәт етәкселегендә Мәккәне һәм Ғәрәбстандың ҡайһы бер башҡа төбәктәрен яулап алалар. Шунан һуң Мөхәммәт дини һәм сәйәси лидер сифатында Ислам дәүләтенең (хәлифәлегенең) башлығы булыуға ирешә.

Исламдың беренсе бөйөк ҡалаһы - Мәккә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

[[Ҡәғбәтулла мәсете

Ислам дине — ул Аллаһы тәғәләгә генә ғибәҙәт итеү һәм Уға тиңдәш тотмау. Аллаһы тәғәләгә тиңдәш тотмау, тимәк, Унан башҡа бер кемгә лә табынмау, тигәнде аңлата. Был донъяла төрлө таштарға, ағастарға, үҙ-үҙенә, аҡсаға, ҡатын-ҡыҙға һәм башҡа нәмәләргә табыныусы кешеләр күп. Ә'мосолман кешеһе тик Аллаһы тәғәләгә генә ғибәҙәт ҡылырға тейеш.

Ғибәҙәт ҡылыу, тимәк, Аллаһы тәғәләнең ҡушҡан әмерҙәрен үтәп, Уның тыйған нәмәләренән тыйылыу һәм Аллаһы тәғәлә ҡушҡанса йәшәү тигәнде аңлата.

Ғибәҙәт — ул Аллаһы тәғәлә ҡәнәғәт булған бөтә эштәр: намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, саҙаҡа биреү, ата-әсәңде хөрмәт итеү, харамдан тыйылыу, араҡы эсмәү һәм башҡаһы. Ҡыҫҡаһы, Аллаһы тәғәлә нимә ҡушҡан, шуны эшләп, Аллаһы тәғәлә нимәнән тыйған, шуны тыйыу: кеше үлтермә; кешенең малына ҡул һуҙма; үҙ-үҙеңде әллә кемгә һанама, һин ябай кешеһең, ошо ер өҫтөндә йөрөйһөң, ваҡыты етһә — һин солтан булһаң да, олтан булһаң да — ергә күмеләсәкһең; ниндәй генә кеше йә хайуан үлмәһен, ул ергә күмеләсәк. Шуға күрә, тәкәбберләнеп: «Кем ул Аллаһы тәғәлә? Мин үҙ-үҙемә хужа», — тип йәшәү дөрөҫ түгел.

Файл:Madhhab-ru.gif

Мөхәммәт Пәйғәмбәр тарафынан бәйән ителгән Аллаһының изге һүҙе — үәхиҙәр Ҡөрьән китабының нигеҙен тәшкил итә. Был китап 114 сүрәнән, һәр сүрә төрлө һандағы аяттарҙан тора. Улар Мөхәммәт Пәйғәмбәргә төрлө дәүерҙәрҙә (Мәҙинә һәм Мәккә дәүерҙәрендә) ебәрелгәндәр. Тәүрат һәм Инжилдәге пәйғәмбәрҙәр: Ибраһим (Авраам), Муса (Моисей), Яҡуп (Иаков), Ғайса (Иисус) Нух (Ной), Йософ (Иосиф) һ. б. телгә алына.Мөхәммәт Пәйғәмбәр Ҡөрьәндә бер нисә аятта яңы дин килтермәүен, ә Ибраһим динен тергеҙергә ебәрелеүен иҡрар итә.

« Эй һеҙ, китап әһелдәре! Ни өсөн Ибраһим тураһында һүҙ көрәштерәһегеҙ? Әт-Тәүрат менән Әл-Инжил унан һуң ғына иңдерелде бит. Әллә һеҙ аңламайһығыҙмы?

Бына һеҙ белгән нәмәгеҙ тураһында һүҙ көрәштерәһегеҙ: ни өсөн һуң белемегеҙ булмаған нәмәләр тураһында ла һүҙ көрәштерәһегеҙ? Ысынлап та, һеҙ белмәйһегеҙ, ә Аллаһ белә!

Ибраһим йәһүҙи ҙә, насрани ҙа түгел, ләкин инанған [мосолман] хәниф ине һәм мөшриктәрҙән түгел ине.

»

Исламда Ғайса пәйғәмбәр, христиан динендәгесә, Аллаһ улы түгел («Аллаһ улы» Ҡөрьәндә ғөмүмән юк), ул дәрәжәһе яғынан Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән һуң бара. Ҡөрьән "Өс илаһлылыҡты"ла танымай. Ғөмүмән, мосолмандарҙың изге китабы һис тә Тәүрат менән Инҗилды ҡабатлау (йә иһә уларҙан күсермә) түгел, ул — бер ни ҡәҙәр уларҙың йөкмәткеһен һыйҙырған мөстәҡил тәғлимәт. Ислам дине ике (Иман һәм Дин) структур өлөштән тора. Иман, Аллаһының берлеген һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрлек миссияһын таныуға ҡайтып ҡала. Иман буйынса, Аллаһы — мәрхәмәтле лә, ғәҙел дә, шул уҡ ваҡытта ҡырыҫ хөкөм итеүсе лә. Ләкин йәннәткә кереү мосолмандарға ғына яҙылған, Аллаһыны танымағандарҙы (кафырҙарҙы) тамуҡ көтә. ИманИсламдың хаҡ дин икәнлегенә инаныу, пәйғәмбәрҙәрен, сауаптар һәм гонаһтар өсөн әжерен алыуҙы таныу. Мөхәммәттән тыш, Әҙәм, Нух, Ибраһим, Муса, Ғайса пәйғәмбәрҙәр - рәсүлдәр.

Икенселәре — нәбиҙәр ( пәйғәмбәрҙәр мираҫтарын халыҡҡа еткереүселәр). Дин төрлө ҡағиҙәләрҙән, йолаларҙан тора: һәр көндө биш тапҡыр намаҙ уҡыу; ураза тотоу; зәҡәт (сауҙагәрҙәргә йыллыҡ керемдең 40 — тан бере күләмендә һалынған йыллыҡ һалым) менән саҙаҡа (әжер өсөн бирелә торған ярҙам, хәйер) биреү; изге Мәккә ҡалаһына хаж ҡылыу (быныһы барлыҡ дингә ышаныусылар өсөн мәжбүри түгел); байрамдар (Ураҙа байрамы, Ҡорбан байрамы.

Исламдың таралыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ислам VII быуат башында Көнбайыш Ғәрәбстанда барлыҡҡа килә, хәҙерге заманда киң таралған диндәрҙең береһе. Был динде тотоусы мосолмандар Ғәрәбстан ярымутрауы, Төньяҡ Африка, Азия дәүләттәре: Сүриә, Ираҡ, Мысыр, Судан, Иордания, Алжир, Тунис, Ливия, Марокко, Төркиә, Иран, Афғанстан, Пакистан, Бангладеш, Индонезия, Нигерия, Сенегал, Гвинея, Мали, Ливан, Албания, Эфиопия, Һиндостан һ. б. ҡайһы бер дәүләттәрҙә йәшәйҙәр. Элеккеге СССР-ҙың Урта Азия, Ҡаҙағстан, Әзербайжан, Абхазия, Аджария, Башҡортостан, Татарстан, Дағстан, Ҡабарҙа-Балҡар, Төньяҡ Осетия, Чечня менән Ингушетия һ. б. күп кенә өлкәләрендә ислам динен тоталар. Донъяла мосолмандарҙың һаны ярты миллиард самаһы иҫәпләнә[4].

Исламдың икенсе бөйөк ҡалаһы - Мәҙинә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҙинә ҡалаһы. Был мәсет эргәһендә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең һәм яҡындарының ҡәберҙәре

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. Арабские и персидские слова в башкирском языке (А. Г. Биишев, 2009)
  3. Русско-башкирской словарь по этике (Уразбаева З. Г. 2009)
  4. БСЭ. — T. 10. — M., 1972. — C. 484
  • Wolfgang Kosack: Islamische Schriftkunst des Kufischen. Geometrisches Kufi in 593 Schriftbeispielen. Deutsch — Kufi — Arabisch. Christoph Brunner, Basel 2014, ISBN 978-3-906206-10-3.
  • Гиззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 2-се китап: Ҡыҫҡаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемулары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. (тат.)