Эстәлеккә күсергә

Һижрәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һижрәт
ғәр. هجرة
Ваҡиға ваҡыты 14 сентябрь 622 һәм 20 сентябрь 622[1]
Начало пути Мәккә
Пункт назначения Мәҙинә
Ҡатнашыусылар Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) һәм Әбү Бәкер
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Боронғо Мәҙинәнең дөйөм күренеше
Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) һәм Әбү Бәкер һижрәт мәлендә йәшенеп ултырған мәмерйә
Төркиәләге Конья ҡалаһында Ислам тарихы музейы

Һижрәт (ғәр. هجرة‎ — күсенеү‎) — б. э. 622 йылында Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) етәкселегендә мосолман йәмәғәтенең Мәккәнән Йәсрибкә (Мәҙинәгә) күсенеүе.

Һижрәт йылы Мосолман календарының тәүге йылы тип һанала (ай һижри йылы). Ирандың ҡояш календары ла Һижрәттән башлана.

Һижрәттең сәбәптәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм)дең баштағы дәғүәттәренә Мәккә аристократтары араһында иғтибар итеүсе табылмай, әммә уның Ислам ҡабул итмәгәндәрҙең бабалары тамуҡ утында янып ята тигән һүҙҙәренән һуң шау-шыу ҡуба. Ғәрәптәр өсөн ҡанбабалар — изге ҡиммәттәр, уларға оло хөрмәт күрһәтелгән, шуға ла Мөхәммәт Пәйғәмбәргә, уның арҡалаштарына ҡарата яманлыҡтар ҡылына башлауы ғәжәп түгел.

Ырыуҙаштарының ҡыҫымы аҫтында Мөхәммәт Пәйғәмбәр саҡ барлыҡҡа килгән йәмәғәтенә Хәбәшстанға (Эфиопияға) күсеп торорға тәҡдим итә. Беренсе төркөм Усман ибн Әффан етәкселегендә шунда китә. Улар миләди 614 йылдың май айында, икенсеһе — 615 йылдан да ҡалмай, рисаләттең 5-се йылында һижрәт ҡыла[2].

Мәккә аристократияһы ҡаланы ҡалдырып киткән мосолмандарҙың туғандарын улар менән араларын өҙөргә мәжбүр итергә тырыша. Мосолмандарға бойкот иғлан итәләр: улар менән бер ниндәй ҙә сауҙа эштәре алып бармайҙар, никахлашырға рөхсәт итмәйҙәр. Бындай ғәмәлдәр халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра башлай. Туғанлыҡ, ата-баба рухын хөрмәтләү ғәрәптәрҙә ныҡ ултыра, шуға күрә улар араһында бойкотты боҙоуҙар башлана[2]. Ике йылдан Мәккәнең икеме-өсмө абруйлы кешеһе үҙҙәренә Аман (именлек) бурысы ала һәм бойкотты туҡтата.

Әммә Мәккәлә ҡалыу көндән-көн ҡурҡынысыраҡ була бара, һәм шул шарттарҙа Мөхәммәт Пәйғәмбәр Мәҙинәгә күсенергә ҡарар итә.Был оазиста йәшәүселәр ғәрәптәрҙән генә тормай; йәһүдтәр һәм йәһүди динле ғәрәптәр: бәни ҡәйнүкә, ҡүрәйзә, нәдир, фитйәүн — ҙур ғына өлөш тәшкил иткән. Йәсриб ғәрәптәре Бәнү Әүс, Хәҙрәж һәм башҡа ырыуҙарҙан торған. Улар ырыу-ара һәр саҡ низағлашып йәшәгән, шуның өсөн дә Мөхәммәт Пәйғәмбәргә үҙҙәренең хөкөмдары һәм башлығы булырға тәҡдим иткәндәр.

Мосолман йәмәғәтенең Йәсрибкә күсенеүе тураһында һөйләшеү миләди 622 йылдың 14 июлендә Ғәкәбәлә була. Мосолмандарға күсенеү өсөн 3 ай кәрәк була. Күсенеүселәр арта барғанын күреп, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙе күҙәтә башлайҙар. Хәүефте тойоп, Мөхәммәт Пәйғәмбәр Әбү Бәкерҙең өйөндә йәшенә һәм төндә икәүләп ҡаланан ҡасып сығып китәләр. Уларҙың юғалғанын белеп ҡалғас, 3 көн буйы уларҙы эҙәрлекләйҙәр. Эҙәрлекләүселәрҙән ҡотолғас ҡына Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән дуҫы миләди 622 йылдың июль аҙаҡтарында Йәсрибкә киткәндәргә килеп ҡушыла. Был датаны тәүге мосолман дәүләте барлыҡҡа килгән тип һанарға була. Һижрәткә тиклемге ваҡыт Яһилиәт осоро тип атала башлаған.

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Йәсрибкә килеүен күпселек тарихсылар миләди 622 йылдың 24 сентябрь көнө тип һанай. Һуңғараҡ Йәсрибте Мәҙинәт-ән-Нәби, йәғни Пәйғәмбәр ҡалаһы тип атай башлайҙар. Мәгәр Һижри йылды 637 йылдан ғына, икенсе Хаҡ хәлифә Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хәлифәлек иткән ваҡыттан һанарға тотоналар. Йылды Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Мәҙинәгә килгән көнөнән түгел, ә шул йылдағы 1-се мөхәррәмдән билдәләйҙәр. Был көн 622 миләди йылдың 16 июль көнөнә тура килә.

Йәсрибкә күсенгән мосолман йәмәғәте 80-100 тирәһе кеше була[2], артабан был кешеләрҙе мөһәжир, йәғни һижрәт (тамырҙаш һүҙҙәр) ҡылған кешеләр тип атайҙар. Тап улар, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тоғро арҡалаштары, киләсәктә йәмәғәттең иң абруйлы, йоғонтоло кешеләре булып китә. Яҡын йылдарҙа мөһәжирҙәр балаларының үҙ-ара никахтары менән туғанлашып бөтә. Мәҫәлән, Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы Фатиманы Али ибн Әбү Талипҡа бирә. Йәсрибтең Ислам ҡабул иткән кешеләрен ансарҙар тип йөрөтәләр.

Тап шул осорҙа Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәнимәт малды (трофейҙы) бүлешкәндә 1/4 өлөшөн юлбашсыға биреү йолаһын бөтөрә. Ул 1/5 өлөш алырға ҡарар сығара. Тағы ла Ул ғәнимәт малдың иң ҙур өлөшөн — мөһәжирҙәргә, ҡайтышыраҡ итеп - ансарҙарға, шунан ҡалғанын ғына йәмәғәттең башҡа ағзаларына бүлеп биреүҙе индерә.

  • Большаков Олег Георгиевич. История Халифата — М.,Издательская фирма «Восточная литература» РАН, 2000, т. 1
  • Жаров В. Е.|Хиджра. — БРЭ том 34, 45 с.
  • Хиджра // Франкфурт — Чага. — М. : Советская энциклопедия, 1978. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 28).