Эстәлеккә күсергә

Тарасенко Василий Фомич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тарасенко Василий Фомич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 4 декабрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Бәләбәй районы
Вафат булған көнө 15 август 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Рязань, Рәсәй
Ерләнгән урыны Рязань
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Александр Невский ордены

Тарасенко Василий Фомич (4 декабрь 1920 йыл — 15 август 1995 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танкыға ҡаршы артиллерия гвардия полкының батарея командиры, гвардия майоры (1946). 1944 йылдан КПСС ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1945).

Василий Фомич Тарасенко 1920 йылдың 4 декабрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Шаровка ауылында тыуған. Украин.

Өҫән-Ивановка урта мәктәбенең һигеҙ класын һәм 1938 йылда Бәләбәй ҡалаһында педагогия курстарын тамамлаған.

Армияға саҡырылғанға тиклем Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы Анненков ауылында уҡытыусы булып эшләй.

1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, хәрби хеҙмәтен Николаев ҡалаһында башлай, Амурҙағы Комсомольскиҙа дауам итә.

1943 йылда Владивостокта танкыға ҡаршы артиллерияһы училищеһын тамамлай.

1-се Белоруссия фронтының 5-се һөжүм итеүсе армияһы 282-се танкыға ҡаршы артиллерия гвардия полкының взвод командиры һәм Курск дуғаһында батарея командиры вазифаһында һуғыша, белорус ауылы Свислочь өсөн алышта, немец ҡалалары Штраусберг, Берлинды алыуҙа ҡатнаша. Ҡулы яраланғас, госпиталдә бер йылдан артыҡ дауалана.

Гвардия капитаны В. Ф. Тарасенко 1945 йылдың 16-25 апрелендә Лечин тораҡ пункты районында дошман оборонаһын йырып үткәндә, Берлинға ингән ерҙәрҙә һәм ҡаланың үҙендәге һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә.

1946 йылдың июнь айында яугир майор званиеһында демобилизациялана. Рязань ҡалаһында йәшәй, өлкә башҡарма комитетында эшләй. Бер ни тиклем ваҡыт илдең бер нисә ҡалаһында эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә һәм 1956 йылда Рязангә ҡайта. Бында икмәк заводы директоры, радиозаводта цех начальнигы булып эшләй.

Василий Фомич Тарасенко 1995 йылдың 15 авгусында вафат була.

Улы Александр — офицер, хәрби училищены тамамлаған.

«282-се гвардия танкыға ҡаршы артиллерия истребитель полкының батарея командиры (3-сө айырым танкыға ҡаршы артиллерия бригадаһы, 5-се һөжүм итеүсе армия, 1-се Белоруссия фронты) гвардия капитаны Тарасенко В. Ф. 1945 йылдың 15 апрелендә немец оборонаһын өҙөүҙә батырлыҡ күрһәтә. Лечин тораҡ пункты районында (Германия) уның баатареяһы ике орудиены, 4 минометты, 6 пулеметты һәм 30-ға яҡын дошман һалдаты һәм офицерын юҡ итә.

Штраусберг ҡалаһы эргәһендә пехотаның хәрби тәртиптәрендә булған батарея дошмандың 5 ҡаршы һөжүмен кире ҡаға һәм 2 танкты, 3 орудиены, 6 пулеметты 30-ға яҡын дошман һалдатын юҡ итә; дошман пехотаһын ротаға тиклем юҡҡа сығара.

Берлин ҡалаһының Браунер-Штрассе һәм Варшаузе-Штрассе урамдарындағы алыштарҙа В. Ф. Тарасенко батареяһы һөжүм итеүсе ғәскәрҙәргә нәтижәле ут ярҙамын ойоштора. Ул үҙенең ординарецы менән бергә көслө ут аҫтында, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, ДОТ-ҡа шыуышып килә һәм шәхсән 12 фауст-патрон атып, 35 кешенән торған дошман гарнизонын юҡ итә. Берлин ҡалаһы өсөн алышта В. Ф. Тарасенко батареяһы бөтәһе 130-ҙан ашыу һалдат һәм офицерҙы, 40 фаустсыны, 15 пулеметты, 7 орудиены һәм 4 танкты юҡ итә». Яугир ике тапҡыр яралана, ләкин һуғыш яланын ташлап китмәй.

1945 йылдың 31 майында Василий Тарасенкоға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бәләбәй педагогия колледжы бинаһында (Пролетар урамы, 41), был уҡыу йортон тамамлаусы Геройҙар К. Д. Андреевҡа, Б. П. Васильевҡа, В. Ф. Тарасенкоға, А. П. Кузнецовҡа ошондай яҙыу менән мемориаль таҡтаташ ҡуйылған: «Бында Советтар Союзы Геройҙары Андреев К. Д., Васильев П. Е., Тарасенко В. Ф. һәм Дан орденының тулы кавалеры Кузнецов А. П. уҡыған»
  1. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 5409, л. 3, 65, 66).
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 6066, л. 92, 93).
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1851, л. 5, 86, 87).
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 47, л. 103, 104).
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 170, л. 61).
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1968, кн. 3. / стр. 244—249.
  • Солдаты славы не искали. — М., 1970. / стр. 182—188.